Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Кәрәмәт (ғәр. کرامة‎, күпл. کرامات‎; рус. Кара́мат) — ислам терминдарының береһе, тәҡүә һәм ихлас мосолмандар (әүлиә менән булған йәки улар эшләгән мөғжизәләрҙе исемләр өсөн ҡулланыла.

Кәрәмәт осраҡтары үҙгәртергә

Кафырҙарҙың йәки тәҡүә булмаған кешеләрҙең мәғжизә булдырыуы истидрәж, сихыр йәки мәкер тип атала. Ҡайһы бер тәҡүә кешеләрҙең кәрәмәттәре булыуын бер нисә хәҙис һәм Ҡөрьән аяттары иҫбатлай[1].

Хәл торошо үҙгәртергә

Кәрәмәт сығанағы — Аллаһ. Кәрәмәт, мөғтәзилиҙәрҙән тыш, исламдың бөтә йүнәлештәре тарафынан да таныла. Суфыйлыҡта кәрәмәт айырым һынау булып иҫәпләнә. Суфый бының менән ғорурланһа, ул хаҡ юлдан сығасаҡ. Шуға күрә шәйехтәр бындай хәлдәрҙең булыуын йәшерергә ҡуша[2].

Кәрәмәт пәйғәмбәрҙәргә бирелгән Үәхи һәм мөғжизәләргә оҡшаш түгел. Пәйғәмбәрҙәр үҙ миссияһының хаҡ булыуын иҫбатлар өсөн тирә — яҡтағыларға мөғжизәләрҙе асыҡтан — асыҡ күрһәтә алһа, кәрәмәт эйәләре мөғжизәләрҙе асыҡ күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуймай. Күпселек осраҡта улар үҙҙәренең һәләттәрен сер итеп тота[2]

Кәрәмәт тәҡүә кешенең йәшәү рәүеше, юғары әхлаҡлелеге, белемлелеге менән бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә сағылыш таба ала. Бәғзеләр, тәҡүә кешеләрҙең диңгеҙ өҫтөндә йөрөй, һауала оса алыу һәләте кәрәмәттең сағылышы булыуы мөмкин, тип һанай. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең иң бөйөк кәрәмәте (мөғжизәһе) Ҡөрьән булған, ә әүлиәләрҙеке — Аллаһҡа хеҙмәт итеү һәм Ҡөрьән фәндәрен йәнләндереү[2].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Али-заде, А. А. Карама // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).