Күгәрсендәр

ҡоштар ғаиләһе
(Күгәрсендәр ғаиләһе битенән йүнәлтелде)


Күгәрсендәр (лат. Columbidae) — күгәрсен һымаҡтар отрядының берҙән бер хәҙерге ғаиләлеге; күберәк күкшел, күк йәки аҡ төҫтәге, ҙур бөрләтәүле гөрләй торған ҡоштар[1]. Яҡынса 41 ырыуға бүлгеләнгән 300 төрҙән тора. Ғаиләгә Евразияла һәм Америкала таралған күгәрсендәр һәм әберсендәр инә. Көньяҡ һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азияла, һәм Австралияла төрҙәрҙең күп төрлөлөгө күҙәтелә. Төрҙәрҙең күбеһе урманлы урындарҙы үҙ итә, йышыраҡ дымлы тропик урмандарҙы һайлайҙар. Ҡайһы бер төрҙәр, әйтәйек, күкһел күгәрсен ҡала шарттарына бик ныҡ ҡулайлашҡан, һәм донъяның бар ҡалаларында ла таралған.

Күгәрсендәр

Ҡула ҡанатлы ҡыуаҡ күгәрсене (Phaps elegans)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Columbidae (Illiger, 1811)


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр

Эволюция

үҙгәртергә

Ғаилә ҡәнәғәтләнерлек берҙәм төркөмдө сағылдыра. Дөйөм биологик морфология һыҙаттары буйынса ғаилә ырыуҙаш башҡа ҡоштар менән асыҡ бәйләнештәр булдырмай. Яҡын ҡәрҙәшлеге булған ҡоштарҙан тик дронттар ғына булған (улар XVII — XVIII быуаттарҙа кешенең һаҡһыҙ эш итеүе һөҙөмтәһендә юҡҡа сыҡҡан). Ҡаҙыу эштәре тикшеренеүҙәре ваҡытында күгәрсендәргә оҡшаған байтаҡ ҡына ҡоштарҙың ҡалдыҡтары табылған, уларҙың күгәрсендәр менән дөйөм мөнәсәбәте бар, шулай ҙа уларҙың башҡа ҡоштар менән бер ниндәй ҙә уртаҡ билдәләре юҡ түгел. Күгәрсендәр менән тутыйғоштарҙың һәм селдәрҙең ырыуҙаштар икәненә күҙаллауҙар килтерелгән, уларҙы тышҡы ҡиәфәттәре буйынса оҡшашлыҡтарын конвергентн эволюция менән бәйләйҙәр. Тағы ла уларҙың туҡланыуҙары яғынан оҡшашлығы ла дөйөм эволюция оҡшашлығына ҡарағанда нығыраҡ һиҙелә икән[2][3].

Дөйөм характеристика

үҙгәртергә

Тасуирлама

үҙгәртергә

Ҡоштарҙың оҙонлоҡтары 15 см-ҙан 75 см-ғаса, ә ауырлыҡтары 30 грамдан 3 кг-ғаса. Ғаиләлектең иң эре вәкиле тип беҙ моронло тажлы күгәрсен Goura victoria иҫәпләнә. Ул төр Папуа-Яңы Гвинеяла йәшәй. Иң бәләкәй күгәрсен — Австралияла таралыусы гәүһәр һыҙатлы әберсен(Geopelia cuneata). Ауырлығы ни бары 30 грамм ғына[4]. Ҡыҫҡа ғына муйынлы, бәләкәй башлы, тән төҙөлөшө тығыҙ . Ҡанаттары киң, оҙон, остары түңәрәк. Елпеү ҡауырһындары 11, икенсел ҡауырһындар һаны 10-15 бөртөк. Ҡойроғо оҙон, остары осланған, киң, шулай уҡ түңәрәкләнгәндәре лә бар, ғәҙәттә 12-14 ҡаурыйҙан тора (ҡайһы бер төрҙәрҙә 18-гәсә). Суҡышы, ғәҙәттә, ҡыҫҡа (һирәк кенә уртаса оҙонлоҡтағылары ла осрай), йоҡаҡ ҡына төпкә табан киңәйеүсән. Төптә йомшаҡ тиресәләр менән ҡапланған (балауҙ). Күҙҙәре янында уратылып тиреһе яланғас . Күп төрҙәр ҡиәфәте менән ата һәм инә ҡоштар бер береһенән айырылмай. Шуныһы бар — ата ҡоштар бер аҙ эрерәк була. Мамыҡтары ҡуйы, тығыҙ, башлыса һоро, көрән йәки һарғылт-аҡ. Тропиктарҙағы төрҙәр асыҡ төҫтә булалар[5].

Аяҡтары ҡыҫҡа, дүрт бармаҡлы (ҡсәүһе ал яҡта, береһе арт яҡҡа ҡарай), ерҙә йөрөү өсөн уңайлы яраҡлашҡан. Ҡайһы бер төрҙәр башҡа ғаиләләргә бик оҡшаған. Мәҫәлән: Күркәләргә, тутыйғоштарға һәм ҡырғауылдарға.

Башҡа ҡайһы бер ҡоштарҙағы кеүек күгәрсендәрҙең үт ҡыуығы юҡ.[6]. Урта быуаттың ҡайһы бер натуралистары күгәрсендәрҙә үт юҡ тип яңғылыш һығымталар яһағандар. Был һығымта организмдағы 4 шыйыҡса теорияһына бәйләп ебәрелгән[7].Ысынында күгәрсендәрҙең үте бар, был турала Аристотель дә әллә ҡасан уҡ яҙып ҡалдырған. Күгәрсендәрҙә үт ашҡайнатыу трактында уҡ бүленә башлай икәне раҫланған[8].

Таралыуы

үҙгәртергә

Күгәрсен һымаҡтар Антарктиканан башҡа бар ҡитғаларҙа ла киң таралған. Таралыуы киң диапазонда — биотоптарҙа, ҡуйы урмандарҙан алып, сүллектәргәсә, диңгеҙ кимәленән 5000 метр юғарылыҡтарға тиклем. Биологик күп төрлөлөгө буйынса Көньяҡ Америкала һәм Австралазияла таралған. Башлыса был һыҙаттың дымлы тропик урмандарында йәшәйҙәр. 60 % -ҡа яҡыны материктарҙа осрамай, улар тик утрауҙарҙа ғына осрай. Ҡайһы бер төрҙәре, мәҫәлән, күк күгәрсен, ер шарының һәр төбәгенә лә яраҡлашҡан. Ул ябай ҡала күгәрсене булараҡ танылған. Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә күгәсендәрҙең 9 төрө йәшәй. Шул иҫәптән, күк күгәрсен, ҡая күгәрсене, урман күгәрсене, алатуба, япон йәшел күгәрсене, ябай әберсен, ҙур әберсен, сыңғалы әберсен һәм дә бәләкәй әберсен, ике төр осоп үтәләр: ҡыҫҡа ҡойроҡло әберсен һәм ҡуңыр күгәрсен[9].

Күгәрсендәр моногамдар; иштәрен бер нисә йыл рәттән һаҡлап ҡалалар. Туй (ҡыуаныу осоро) мәле бер нисә тапҡыр ҡабатлана, ул ерҙә лә һауала ла үтә. Ата ҡош сүгәләп ҡуҡыһына һауа тултыра, башын һуҙа, ҡойроҡтарын ҡабарта. Ҡанаттарын ергә хәтле төшөрә, аяҡтары менән ерҙе тырнай. Ҡайһы бер төрҙәр һауала осоп бер-береһен ашата. Үрсеү ваҡыты аҙыҡ булыу булмауға бәйле. Аҙыҡ күп булған осорҙа йыл буйы дауам итһә, аҙыҡҡа ҡыҫырыҡ ваҡыттарҙа ваҡытлы ғына була. Йышыраҡ йылына ике тапҡыр йомортҡа һалып баҫалар (һирәк осраҡта 4-5 тапҡыр). Оялары бер нисә арҡыс-торҡос һалынған сыбыҡ-сабыҡтан, йәки ҡаурыйҙарҙан тора. Ағастарҙа, ҡаяларҙа, текә ярҙарҙағы өңдәрҙә, һирәк осраҡта ерҙәге тәрән булмаған соҡорҙарҙа оялайҙар. Башлыса 1-2, һирәк осраҡта 4-кә хәтле ап-аҡ йомортҡа һалалар. Ҡайһы бер төрҙәҙәрҙең һарғылт аҡ, йәки асыҡ- көрән була. Баҫып сығарыу осоро 14 көндән алып бер айғаса бара (төрөнә ҡарап). Себештәре йөнһөҙ, яланғас килеш сыға. Күгәрсен һымаҡтарҙың балаларын ашатыуы башҡа ҡоштарҙан бик ныҡ айырыла, һәм ул бик үҙенсәлекле. Ҡоштарҙың бөрләтәүҙәрендә туҡлыҡлы матдә- күгәрсен һөтө бүленеп сыға. Ошо шыйыҡса менән себештәрен туҡландыралар, ошо ризыҡ менән себештәр бик тиҙ турығалар. Был башҡа ҡоштарҙа күҙәтелмәй. Тик ҡайһы бер тутыйғоштарҙа ғына бар, тик улар себештәрен тәүге сәғәттәрҙә генә шыйыҡса менән туҡландыралар. Себештәрҙең беренсе осошҡа хәтле ваҡыты дүрт аҙнаға хәтле һуҙыла.

Туҡланыуы

үҙгәртергә

Күгәрсен һымаҡтарҙың төп рацион аҙығы булып үҫемлектәр тора. Башлыса япраҡтары, орлоҡтары, емештәре менән туҡланалар. Емештәр бөтәүләй килеш йотола, һәм аҙаҡ эсендәге һөйәге кире сығарыла. Ҡоштарҙың күбеһе емештәрҙе ағастарҙан йәки ерҙә үҫкән үҫемлектәрҙән йыя. Төрҙәр араһында галапагосс әберсененең (Zenaida galapagoensis) үҙенсәлекле ғәҙәте бар, улар суҡыштары менән ерҙе соҡоп эҙләйҙәр.Үҫемлек аҙыҡтан башҡа, умыртҡаһыҙ хайуандарҙы ла аулайҙар, тик уларҙың миҡдары рационда бик аҙ. Шулай ҙа Ptilinopus coralensis төрөн айырып үтергә мөмкин, улар башлыса бөжәктәр һәм башҡа тере ризыҡ менән туҡлана. Һыуҙы, башҡа ҡоштарҙан айырмалы булараҡ, эскә һурып алып эсәләр. Һыу эҙләп бик алыҫтарға осорға ла мөмкиндәр.

Төркөмләү

үҙгәртергә
 
Һыҙатлы ҡойроҡло күгәрсен (Patagioenas fasciata)

Ярым ғаилә Хәҙерге күгәрсендәр (Columbinae) — был төр ҡоштар Арктика һәм Антарктиданан башҡа донъяның бөтә өлөштәрендә лә көн күрә тип һанала. Уларҙың иң күп төрө Көньяҡ Азияла һәм Австралияла теркәлгән. Үҙәк Европа дәүләттәре биләмәләрендә был ярым ғаилә вәкилдәренең биш төрө бар тип иҫәпләнә.

Ғалимдәр билдәләүенсә, «хәҙерге күгәрсендәр» ярым ғаиләһе төрҙәре тарихҡаса осорҙан йәшәп килә һәм улар кешеләр менән бергә эволюцион үҫеш кисергән. Быны тикшереп-дөрөҫләү, әлбиттә, бик ҡыйын, сөнки боронғо замандарҙа кешеләрҙең билдәле бер урында йәшәү тығыҙлығы түбән булған кеүек, күгәрсендәр һаны ла хәҙерге менән сағыштырғанда күпкә аҙыраҡ булған. Шулай ҙа Төньяҡ Америка күгәрсененең Европа күгәрсендәренә ике туғанлығы билдәле, сөнки XVIII быуатҡа тиклем уларҙың Төньяҡ Америкаға күпләп күсеп китеүе күҙәтелгән — унда уларға ерле халыҡтан башҡа бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамаған. Ул заман йылъяҙмасыларының беҙгә килеп еткән мәғлүмәттәре буйынса, күктә осоп барған күгәрсен туптары хатта Ҡояшты тулыһынса ҡаплаған. Үҙҙәрен ҡырыу көсәйгәнгә күрә күгәрсендәр тора-бара кешеләрҙән ҡурҡа башлаған, һәм XIX быуат аҙағына улар эре ҡалаларҙан көтмәгәндә юҡ була.

Был төр күгәрсендәр урта һәм эре ҙурлыҡта була.

Кәүҙә төҙөлөшө менән был ярым ғаиләлә Соломон утрауҙары архипелагында көн иткән бүрекле (хохлатый) күгәрсендәр айырылып тора: улар оҙонса башлы һәм муйындарында (үңәстәрендә) йөндәре бар. Был йөндәр кикреккә оҡшаш, һәм нәҡ ошо үҙенсәлек был төргә исем бирә лә инде. Уларҙың суҡыштары ныҡ ҡалын һәм аҫҡы өлөшөндә ырғаҡ һымаҡ бөгөлөп тора.

  • Күгәрсендәр (Columba) (35 төр, ике-өсө күптән түгел юҡҡа сыҡҡан), шул иҫәптән Aplopelia
  • Әберсендәр (Streptopelia) (16 хәҙерге төр), шул иҫәптән Stigmatopelia һәм Nesoenas
  • Сәйәхәт итеүсе күгәрсендәр (Ectopistes)
  • Patagioenas (17 төр)
  • Кәкүк һымаҡ әберсендәр (Macropygia)
  • Оҙон ҡойроҡло күгәрсендәр (Reinwardtoena) (3 төр)
  • Тоноҡ төҫтәге күгәрсендәр (Turacoena) (2 төр)
 
Ҡулсалы әберсендәр (Streptopelia decaocto)

Ярым ғаилә Әберсендәр, алатубалар (лат. Streptopelia, от бор. грек. στρεπτο- +πέλεια «голубь с ожерельем» — «муйынсаҡлы күгәрсен»)[10].

Бәләкәй һәм урта ҙурлыҡтағы күгәрсендәр, кәүҙәләренең оҙонлоғо 30 сантиметрға тиклем етә, ауырлыҡтары 100—150 грамм була. Ағастарҙа асыҡ һәм яҫы (ялпаҡ) оялар ҡора, ә ауыл һәм ҡалаларҙа оялары — йорт-ҡураларҙың кәрниздәре аҫтында була[11].

Был төр Евразия һәм Африка ҡитғаларында осрай. Уларҙың күптәре ҡалаларҙа, ауылдарҙа, парк һәм баҡсаларҙа бик теләп көн күрә. Мәҫәлән, бәләкәй әберсендәр тораҡ пункттары ғәмәлдә берҙән-бер йәшәү урыны һанала. 1930-сы йылдарҙан башлап ҡулсалы әберсендәр Көньяҡ-Көнбайыш Азиянан һәм Балҡан ярым утрауынан бөтөн Европа һәм Үҙәк Азия буйлап таралған һәм был әле лә дауам итә.

  • Урман әберсене (Turtur) (5 төр)
  • Кап әберсене (Oena)
  • Ер күгәрсендәре (Chalcophaps) (2 төр)
  • Ҡула ҡанатлы күгәрсендәр (Henicophaps) (2 төр)
  • Ҡула ҡанатлы күгәрсендәр-фапс (Phaps) (3 төр)
  • Ялбыр ҡула ҡанатлы күгәрсен (Ocyphaps)
  • Geophaps (3 төр)
  • Таш күгәрсендәре (Petrophassa) (2 төр)
  • Һыҙатлы әберсендәр (Geopelia) (3-5 төр)

Ярым ғаилә (Leptotilinae)

  • Әберсен-зенайдтар (Zenaida) (7 төр)
  • Лептотилдар (Leptotila)
  • Ер күгәрсене (Geotrygon)
  • Күк күҙле ер күгәрсене (Starnoenas)

Ярым ғаилә Иргәйел әберсендәр (Columbininae)

  • Ер әберсене (Claravis) (Claravis)
  • Ер әберсене (Columbina), Scardafellaны керетеп
  • Ер әберсене-метропелиа (Metriopelia)
  • Оҙон ҡойроҡло әберсен (Uropelia)

Ярым ғаилә Гөрләүселәр

  • Тауыҡ һымаҡ күгәрсендәр (Gallicolumba) (16-17 хәҙерге төр, 3-4 күптән түгел юҡҡа сыҡҡаны)
  • Ҡалын суҡышлы күгәрсен (Trugon)

Ярым ғаилә Ҡырғауыл һымаҡ күгәрсендәр (Otidiphabinae)

  • Ҡырғауыл һымаҡ күгәрсендәр (Otidiphaps)

Ярым ғаилә Тешсуҡышлы күгәрсендәр (Didunculinae)

  • Теш суҡышлы күгәрсендәр (Didunculus)

Ярым ғаилә Тажлы күгәрсендәр (Gourinae)

  • Тажлы күгәрсендәр (Goura)

Ярым ғаилә Емеш менән туҡланыусы, йәки йәшел күгәрсендәр (Treroninae)

  • Емеш менән туҡланыусы күгәрсендәр (Ducula)
  • Йәшел күгәрсендәр (Treron)
  • Бүрекле емеш менән туҡланыусы күгәрсен (Lopholaimus)
  • Яңы Зеландия емеш менән туҡланыусы күгәрсене (Hemiphaga)
  • Сулавес ҡуңыр күгәрсене (Cryptophaps)
  • Тау күгәрсендәре (Gymnophaps)
  • Сыбар күгәрсендәр (Ptilinopus) (около 50 современных видов, 1-2 недавно вымершие)
  • Natunaornis gigoura|Natunaornis
  • Яңы каледон сыбар күгәрсене (Drepanoptila)
  • Күк күгәрсендәр (Alectroenas)
  • Емеш күгәрсендәре (Phapitreron) (4 төр)

Ярым ғаилә Яллы күгәрсендәр (Caloenadinae)

  • Яллы күгәрсен (Caloenas) (1 хәҙерге төр, 2 юҡҡа сыҡҡан)

Ярым ғаилә билдәләнмәгән

  • Сыбар ҡабырғалы әберсен (Leucosarcia)
  • Бүрекле ҡалын суҡышлы күгәрсен (Microgoura)
  • Dysmoropelia dekarchiskos|Dysmoropelia[12]

Ҡайһы саҡта дронддар ғаиләһе Raphinae күгәрсендәр ғаиләһе булараҡ ҡарала[13][14].

Һаҡлау статусы

үҙгәртергә
 
Zenaida graysoni —Ҡырағай тәбиғәттә юҡҡа сыҡҡан күгәрсен һымаҡтарға өлгө

[15]

 
Аҡ додо. Питер Холстейн һүрәте

Күгәрсен һымаҡтарҙың йәшәү арауығы кешенеке менән сағыштырғанда бик күпкә киңерәк, әммә ғаиләлектең ҡайһы бер төрҙәренең популяцияһы бик ныҡ кәмегән, ҡайһы бер төрҙәр бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан. 1600 йылдан алып, яҡынса 10 төр юҡҡа сыҡҡан. Ә инде додоһы яңыраҡ юҡҡа сыҡҡан төрҙәрҙең иң билдәле осрағы булып тора.[16], шулай уҡ ҡапыл ғына юҡҡа сығыусы сәйәхәтсе күгәрсенде лә миҫал итеп килтерергә мөмкин[17].

2007 йылдың мәғлүмәттәре буйынса күгәрсен һымаҡтарҙың 59 төрө юҡҡа сығыу ҡурҡынысы аҫтында булған. Был ғаилә төрҙәренең 19 % тәшкил итә.[18].Айырыуса был ҡурҡыныс утрауҙарҙа тропиктарҙа йәшәүсе төрҙәргә ҡағыла. Юҡҡа сығыуҙың төп сәбәптәре булып, йыртҡыс янаурҙар керетеү, йәшәү мөхитен юҡҡа сығарыу һәм аусылыҡ тора.

Күгәрсен һымаҡтарҙы һаҡлаусы саралар булып, аусылыҡты тыйыуҙы ҡабул ителгән закондар, үрсеү өсөн резервация зонаһы булдырыу өсөн артабан тәғәйен мөхит булдырыу, популяцияларҙы махсус үрсетеү, шулай уҡ яңы төр популяциялар барлыҡҡа китереү өсөн махсус мөхит булдырыу тора.

Кеше менән йоғонтоһо

үҙгәртергә

Ҡулға эйәләштереү

үҙгәртергә
 
Күгәрсен һүрәте менән сығарылған марка

Төрлө баһаламаларға ҡарағанда, күгәрсен 5 −10 мең йылдар элек ҡулға эйәләштерелгән.[19]. Шул осорҙан алып бик күп йорт күгәрсене тоҡомдары үрсетелгән. Иң танылған төрө почта күгәрсене. Ҡайһы бер төрҙәр матурлыҡ өсөн үрсетелгән.Ҡайһы бер төрҙәр почта, ярыштар өсөн махсус үрсетелгән. Күп кенә тантаналарҙа, әлеге ваҡытта ла күгәрсендәр осороу ғәҙәте бар. Был тыныслыҡ символы булараҡ ҡулланыла. Бының өсөн махсус ап-аҡ төр күгәрседәр үрсетелә.

Күгәрсен итенән ризыҡтар

үҙгәртергә
 
Ҡыҙҙырылған күгәрсен, сундан кухняһы, Индонезия

Күгәрсен һымаҡтарҙың күп төрҙәре кулинарияла ҡулланылыш тапҡан. Ит аҙығы булараҡ, күкрәк ите алына. Күгәрсен ите аҙыҡ булараҡ, боронғо Көнсығышта, боронғо Римдә, урта быуат европаһында ҡулланыла. Шулай уҡ йәһүд, ғәрәп һәм француз кухняларында ла ҡулланыла. Йәһүд дине буйынса күгәрсен ите хәләл(кашрут), ашарға яраҡлы тип күрһәтелгән. Шулай уҡ йәһүдтәрҙә күгәрсен һымаҡтар төрө ҡорбан итеп салырға рөхсәт ителгән бер нисә ҡош исемлегенә керә. Күгәрсен бәлеше викториан Англияһында арзан булараҡ таралыш тапҡан.[20].

Әҙәбиәттә

үҙгәртергә

Күгәрсен почтаһы һәм кешеләр мөнәсәбәте, почта күгәрсендәре тураһында күп кенә әҙәби әҫәрҙәрҙә осратырға мөмкин. Әйтәйек, Шалев Меирҙың "Күгәрсен һәм малай " романында төп сюжет һыҙаты булып тора.[21][22] Шулай уҡ шыҡһыҙ почта күгәрсене тураһында Сетон-Томпсон Эрнесттың «Арно» хикәйәһендә шул исемдәге күгәрсен төрлө мажараларға, яҡшыһына ла, насарына ла, тарый.

Күгәрсен образы бик күп диндәрҙә сағылыш тапҡан:

  • Танахта күгәрсен тураһындағы беренсе телгә алыуҙы осратырға мөмкин. Унда Бөтә Донъя һыу баҫыуы яҙмаларында яҙылған. Нух(Ной) Ҡоро ер барлығын белер өсөн, кәмәнән иң беренсе ҡоҙғондо осороп ебәрә, аҙаҡ күгәрсен ебәрелә. Күгәрсен суҡышында зәйтүн ағасы ботағын алып килә. Был һыу кәмеп, ер ҡорой башлағанды белдерә.[23]. Зәйтүн ботағы ҡапҡан күгәрсен һыны халыҡ ара тыныслыҡ символы булып ҡала.
  • Шумерҙарҙың эпосы Гилгәмештә лә шулай уҡ Бөтә Донъяны һыу баҫҡан ваҡыт тураһында яҙмала ҡоҙғон менән күгәрсен тасуирланған. Унда ҡоҙған ерҙең ҡорой башлауын белдереүе тураһында яҙылған. Ул Утнапиштиму әйләнеп ҡайтмай, һәм шуның менән яҡшы хәбәр алып килә.[24].
  • Ә христиан динендә күгәрсен изге рухҡа бәйле[25].

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә

Йомортҡаһын юғалтҡан күгәрсен ҡара һауытын да баҫып ултырырға мөмкин[26].

Күгәрсендәр геральдикала

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
  2. (1966) «Drinking Behavior of Sandgrouse in the Namib and Kalahari Deserts, Africa». The Auk 83 (1): 124–126. DOI:10.2307/4082983.
  3. (2014) «Whole-genome analyses resolve early branches in the tree of life of modern birds». Science 346 (6215): 1320–31. DOI:10.1126/science.1253451. PMID 25504713.
  4. Goodwin, D. Pigeons and Doves of the World. 3rd ed. Ithaca, NY: British Museum (Natural History) and Cornell University Press, 1983
  5. Baptista, L. F.; Trail, P. W. & Horblit, H. M. (1997): Family Columbidae (Doves and Pigeons). In: del Hoyo, J.; Elliott, A. & Sargatal, J. (editors): Handbook of birds of the world, Volume 4: Sandgrouse to Cuckoos. Lynx Edicions, Barcelona. ISBN 84-87334-22-9
  6. (1994) «[http://www.jlr.org/cgi/reprint/35/11/2041.pdf Biliary bile acids of fruit pigeons and doves (Columbiformes)]». Journal of Lipid Research 35 (11): 2041–8. PMID 7868982. (недоступная ссылка)
  7. The Medieval Bestiary, Doves, last checked 2010-01-31
  8. Thomas Browne, 1646; Pseudodoxia Epidemica III.iii; 1672 edition available online, last checked 2010-01-31
  9. Коблик Е. А., Редькин Я. А., Архипов В. Ю. 2006. Список птиц Российской Федерации. М. КМК. С. 128—129.
  10. в XIX веке род носил латинское имя Turtur, которое сейчас закреплено за лесными горлицами из Африки
  11. Галушин В.М, Дроздов Н.Н., Ильичёв В.Д., Константинов В.М, Курочкин Е.Н., Полозов С.А., Потапов Р.Л, Флинт В.Е., Фомин В.Е. Фауна Мира: Птицы: Справочник. — М: Агропромиздат, 1991. — С. 154. — 311 с. — ISBN 5-10-001229-3.
  12. Dysmoropelia dekarchiskos: информация на сайте Красной книги МСОП  (инг.)
  13. Janoo, Anwar (2005). «Discovery of isolated dodo bones [Raphus cucullatus (L.), Aves, Columbiformes] from Mauritius cave shelters highlights human predation, with a comment on the status of the family Raphidae Wetmore, 1930». Annales de Paléontologie 91 (2): 167. DOI:10.1016/j.annpal.2004.12.002.
  14. Shapiro, Beth; Sibthorpe, Dean; Rambaut, Andrew; Austin, Jeremy; Wragg, Graham M.; Bininda-Emonds, Olaf R. P.; Lee, Patricia L. M. & Cooper, Alan (2002). «Flight of the Dodo». Science 295 (5560): 1683. DOI:10.1126/science.295.5560.1683. PMID 11872833. Supplementary information
  15. BirdLife International Socorro Dove Zenaida graysoni. Data Zone. BirdLife International (2009). Дата обращения: 29 апрель 2013. Архивировано 30 апрель 2013 года. 2013 йыл 21 июнь архивланған.
  16. Fuller Errol. Extinct Birds. — revised. — New York: Comstock, 2001. — ISBN 978-0-8014-3954-4.
  17. Игорь Иванович Акимушкин. Трагедия странствующего голубя 2013 йыл 1 май архивланған. // «Следы невиданных зверей», М.: Географгиз, 1961
  18. Walker, J. (2007). «Geographical patterns of threat among pigeons and doves (Columbidae)». Oryx 41 (3). DOI:10.1017/S0030605307001016.
  19. Richard F. Johnston, Marian Janiga. Feral Pigeons. — Oxford University Press, 1995. — 336 p. — ISBN 978-0195084092.
  20. CHAPTER 40 — DINNERS AND DINING | Mrs Beeton’s Book of Household Management 2013 йыл 29 апрель архивланған.. Mrsbeeton.com. Retrieved on 2013-03-05.
  21. Меир Шалев, с иврита на русский Рафаила Нудельмана и Аллы Фурман. Голубь и мальчик = יונה ונער. — place: йәһ. Am Oved‎, русский: «Текст» и «Еврейское слово», 2006, 2008 (русский перевод). — 544 с. — ISBN 978-5-7516-0716-6.
  22. Новая книга Меира Шалева «Голубь и мальчик» стала «золотым» произведением писателя 2014 йыл 8 апрель архивланған.. Рецензия на news.ru.
  23. Быт (8:11)
  24. Kovacs, Maureen Gallery. The epic of Gilgamesh. — Stanford University Press, 1989. — P. 102. — ISBN 978-0-8047-1711-3.
  25. Матвей (3:16)
  26. Морозов В. П. Занимательная биоакустика. Изд. 2-е, доп., перераб. — М.: Знание, 1987. — 208 с. + 32 с. вкл. — С. 70-75

Һылтанмалар

үҙгәртергә