Кийизбаева Сайра
Сайра Кийизбаева (ҡырғ. Сайра Кийизбаева; 1917—1988)- совет, ҡырғыҙ опера йырсыһы (лирик-драматик сопрано), педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1958).
Кийизбаева Сайра | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 7 ноябрь 1917 |
Тыуған урыны | Семиреченская область[d], Төркөстан генерал-губернаторлығы |
Вафат булған көнө | 11 октябрь 1988 (70 йәш) |
Вафат булған урыны | Бешкәк, Ҡырғыҙ Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Ерләнгән урыны | Ала-Арча зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | опера йырсыһы, музыка педагогы |
Эш урыны | Б. Бейшеналиева исемендәге Ҡырғыҙстан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университеты[d] |
Уҡыу йорто | П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы |
Йырсы тауышы | сопрано[d] |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәКийизбаева Сайра 1917 йылдың 24 октябрендә (7 ноябрь) Текелдеш ауылында (хәҙер Бишкәк эсендә, Ҡырғыҙстан) тыуған.
1931 йылда Фрунзе ҡатын-ҡыҙҙар педагогия техникумына уҡырға инә. 1933 йылдан Ленинсы коммунистик йәштәр союзы (ЛКСМ) райкомында инструктор булып эшләй[1].
1936 йылдан Ҡырғыҙ музыкаль-драма театры студияһында уҡый (1942 йылдан — Ҡырғыҙ опера һәм балет театры), ошо уҡ йылдан — театр солисы.
1940 йылда Мәскәү консерваторияһы янындағы милли студияла уҡый. 1947—1949 йылдарҙа Мәскәү консерваторияһында камиллаша (M. M. Мирзоева класы). 1952 йылда Ҙур театрҙа стажировка үтә.
1947 йылда «Совет Ҡырғыҙстаны» фильмын төшөрөүҙә ҡатнаша.
1963—1965 йылдарҙа — Ҡырғыҙ опера һәм балет театры директоры.
Сәхнәлә 1972 йылға тиклем эшләй. Милли операларҙа төп партияларҙы башҡара. Классик репертуар партияларында сығыш яһаусы беренсе ҡырғыҙ йырсыһы. Уларҙы ҡырғыҙ һәм рус телдәрендә башҡара.
Камера йырсыһы булараҡ концерттарҙа сығыш яһай[2]. Репертуарында операларҙан ариялар, бер нисә йөҙ романс һәм йыр бар.
1959 йылда Дж. Пуччиниҙың «Мадам Баттерфляй» операһында режиссер сифатында тәү башлап сығыш яһай.
1971 йылда Үзбәк консерваторияһын (Ташкент) экстерн тамамлай[3].
СССР ҡалалары һәм сит илдәр буйлап гастролдәрҙә була (Ҡытай, Монголия, Англия, Болгария).
1957 йылдан М. Куренкеев исемендәге Фрунзе музыка-хореография училищеһында (хәҙерге Ч. Базарбаев исемендәге Бишкәк хореография училищеһы) һәм опера һәм балет театры янындағы студияла йыр уҡыта. 1967 йылдан — Б. Бейшеналиева исемендәге Ҡырғыҙ сәнғәт институтында яңғыҙ йырлау кафедраһы мөдире (1973 йылдан — доцент, 1978 йылдан — профессор), 1983 йылдан — опера әҙерлеге кафедраһы мөдире.
2-6-сы саҡырылыш Ҡырғыҙ ССР-ы Юғары Советы депутаты.
1988 йылдың 11 октябрендә (икенсе сығанаҡтар буйынса 10 октябрҙә[4]) Бишкәк ҡалаһында вафат була. Ала-Арча зыяратында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Ҡырғыҙ ССР-ының атҡаҙанған артисы (1939)
- Ҡырғыҙ ССР-ының халыҡ артисы (1942)
- СССР-ҙың халыҡ артисы (1958)
- Ленин ордены (1946)
- Октябрь Революцияһы ордены (1977)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1939)
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1988)
- Ике «Почет Билдәһе» ордены (1951, 1963)
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1979)
- «Ҡырғыҙ ССР-ы халыҡ мәғарифы отличнигы» билдәһе (1977)
- СССР Юғары Советының һәм Ҡырғыҙ ССР-ының Почет грамоталары
- Бөтә Союз драма һәм музыка театрҙары, ансамблдәр һәм хорҙар фестивале лауреаты (1957).
Хәтер
үҙгәртергә- Бишкәк торлаҡ массивындағы урамдарҙың береһенә С. Кийизбаева исеме бирелгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ А. Г. Кузнецов сайра киизбаева — страница 6 . Дата обращения: 17 май 2013. Архивировано 6 октябрь 2014 года. 2014 йыл 6 октябрь архивланған.
- ↑ Кыргызский национальный академический театр оперы и балет . Дата обращения: 17 май 2013. Архивировано 20 октябрь 2013 года. 2013 йыл 20 октябрь архивланған.
- ↑ КИИЗБАЕВА в энциклопедии музыки . Дата обращения: 17 май 2013. Архивировано 6 октябрь 2014 года.
- ↑ Кийизбаева, Сайра — Wikipedia