Ҡырғыҙ Совет Социалистик Республикаһы

Ҡырғыҙ Совет Социалистик Республикаһы (ҡырғ. Кыргыз Советтик Социалисттик Республикасы) йәки Ҡырғыҙ ССР-ы (ҡырғ. Кыргыз ССР) — Советтар Союзы составындағы 1936 йылдың 5 декабренән 1991 йылдың 31 авгусына тиклем союздаш республика.

Ҡырғыҙ Совет Социалистик Республикаһы
ҡырғ. Кыргыз Советтик Социалисттик Республикасы
Ҡырғыҙстан флагы (1952—1992) Ҡырғыҙстан гербы (1937—1994)
Ҡырғыҙстан флагы
(1952—1992)
Ҡырғыҙстан гербы
(1937—1994)

Девиз: «Бөтә илдәрҙең пролетарийҙары, берләшегеҙ! (Бардык өлкөлөрдүн пролетарлары, бириккиле!)»

Гимн: «Ҡырғыҙстан гимны»
ҡырғ. Кыргыз ССРнин Мамлекеттик Гимни

 
 
Баш ҡала

Фрунзе

Эре ҡалалары

Фрунзе
Ош
Джалал-Абад
Пржевальск

Телдәр

ҡырғыҙ
рус

Аҡса берәмеге

СССР һумы

Майҙаны

198,5 мең км² (СССР-ҙа етенсе)

Халҡы

4 257 мең кеше (СССР-ҙа унынсы)

Идара итеү формаһы

Совет республикаһы

Часовые пояса

+6

Интернет-домен

.su

Телефонный код

+7

Награды

Ленин ордены  — 1957 Ленин ордены  — 1963 Октябрь Революцияһы ордены — 1974 Халыҡтар Дуҫлығы ордены  — 1972

Дәүләт башлыҡтары
Ҡырғыҙстан Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары
 • 1937 — 1938

Аммосов Максим Кирович

Ҡырғыҙ ССР-ы Президенты
 • 1990—1991

Аҡаев Асҡар Аҡаевич[1]

 Ҡырғыҙ Совет Социалистик Республикаһы Викимилектә

Дөйөм мәғлүмәттәр үҙгәртергә

Урта Азия совет республикаларының милли-территориаль бүленешенә ярашлы, 1924 йылдың 14 октябрендә Ҡара-Ҡырғыҙ автономиялы өлкәһе ойошторола (1925 йылдың 25 майынан РСФСР составындағы автономиялы өлкә — Ҡырғыҙ автономиялы өлкәһе тип үҙгәртелә). 1926 йылдың 1 февралендә Ҡырғыҙ АССР-ы, ә 1936 йылдың 5 декабрендә Ҡырғыҙ Совет Социалистик Республикаһы итеп үҙгәртелә.

Союздаш республикалар араһынан Ҡырғыҙ ССР-ы майҙаны буйынса етенсе була. Территорияһының майҙаны — 198,5 мең км².

Баш ҡалаһы — Фрунзе (хәҙерге Бишкәк).

1991 йылдың 5 февралендә Ҡырғыҙ ССР-ы Юғары Советы Ҡырғыҙ ССР-ының Конституцияһы (Төп законы) тексында «Ҡырғыҙ Совет Социалистик Республикаһы» һәм «Ҡырғыҙ ССР-ы» һүҙҙәрен «Ҡырғыҙстан Республикаһы» һүҙҙәренә алмаштыра[2]. Был ҡарар СССР Конституцияһының 71-се статьяһына тап килмәй.

1991 йылдың авгусында Аҡаев Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетын (ГКЧП) бер һүҙһеҙ ғәйепләй һәм демократик лидер булараҡ билдәлелек ала.

1991 йылдың 31 авгусында Ҡырғыҙ ССР-ы Юғары Советы Ҡырғыҙ Республикаһының дәүләт бойондороҡһоҙлоғо тураһында декларация ҡабул итә[3].

Ҡырғыҙ Республикаһы (Ҡырғыҙ ССР-ы) 1991 йылдың 26 декабрендә СССР тарҡалғанға тиклем формаль рәүештә уның составында була, сөнки 1990 йылдың 3 апрелендәге «Союз республикаһын СССР составынан сығарыу менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү тәртибе тураһында» СССР Законында ҡаралған процедуралар үтәлмәй ҡала.

Етәкселек үҙгәртергә

Ойошторолғандан алып бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителгәнгә тиклем юғары етәкселекте КПСС составындағы Ҡырғыҙстан Коммунистар партияһы тормошҡа ашыра. Ҡырғыҙстан Коммунистар партияһының юғары органы булып Үҙәк Комитет (ҮК) тора, ә уның беренсе секретары республиканың ғәмәлдәге етәксеһе була.

Ҡырғыҙстан Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретарҙары үҙгәртергә

Үҙгәртеп ҡороу осоронда, республика менән етәкселек итеүҙе партия структураларынан парламент структураларына яйлап күсереү маҡсатында, партияның Үҙәк Комитетының беренсе секретары Абсамат Масалиев Ҡырғыҙ ССР-ы Юғары Советы рәйесе итеп һайлана.

Ҡырғыҙ ССР-ының Үҙәк башҡарма комитеты рәйестәре үҙгәртергә

РСФСР составында Ҡырғыҙ автономияһы ойошторолғандан алып (Ҡара-Ҡырғыҙ автономиялы өлкәһе (1924—1925), Ҡырғыҙ автономиялы өлкәһе (1925—1926), Ҡырғыҙ АССР-ы (1926—1926)) Үҙәк башҡарма комитет рәйестәре уның рәсми юғары етәкселәре булып тора. Асылда, был вазифа 1936 йылдың 5 декабрендә СССР-ҙың яңы Конституцияһын ҡабул итеү һөҙөмтәһендә индерелгән Юғары Совет Президиумы рәйесе вазифаһына тап килә. Ләкин СССР-ҙа ла, Ҡырғыҙ ССР-ында ла элекке власть органдары 1938 йылға тиклем (юғары советтарҙың яңы составы формалаша) элекке власть органдары эшләүен дауам итә. Ҡырғыҙ ССР -ының вәкәләттәре яңы власть органына 1938 йылдың 18 июлендә тапшырыла.

  • Абдулҡадир Ураҙбәков (5 декабрь 1936 — 16 сентябрь 1937)
  • Михаил Иванович Ус (1937 йылдың 16 сентябре) — 4 октябрь 1937)
  • Мәрйәм Туғамбаева (1937 йылдың 4 октябре) — 4 ноябрь 1937)
  • Солтанҡул Шамурзин (1937 йылдың 4 ноябре) — 16 декабрь 1937)
  • Соколов Иван Федорович (16 декабрь 1937 йыл) — 15 февраль 1938)
  • Морат Сәлихов (1938 йылдың 15 феврале) — 15 май 1938)
  • Аманҡолова Кәлимә вазифа башҡарыусы (1938 йылдың 15 майы) — 18 июль 1938)

Ҡырғыҙ ССР-ы Юғары Советы Президиумы рәйестәре үҙгәртергә

Ҡырғыҙ ССР-ының юғары закондар сығарыу органы булып бер палаталы Юғары Совет тора, уның депутаттары, Ҡырғыҙстан Компартияһы етәкселеге тарафынан мотлаҡ хуплау тапҡандан һуң, альтернативаһыҙ нигеҙҙә 4 йылға һайлана (1979 йылдан — алып 5 йылға). Юғары Советтың даими эшләүсе орган булмай, уның депутаттары йылына 2-3 тапҡыр бер нисә көнлөк сессияға йыйыла. Көндәлек административ эштәрҙе алып барыу өсөн Юғары Совет даими эшләүсе Президиум һайлай, ул республика башлығының коллектив башлығы функцияларын номиналь рәүештә үтәй.

  • Толубаев Асаналы (19 июль 1938 — 22 март 1943)
  • Тоҡобаев Молдогазы (22 март 1943 — 14 ноябрь 1945)
  • Ҡолатов Турабай Ҡолат улы (14 ноябрь 1945 — 25 август 1978)
  • Ибраһимов Солтан Ибраһим улы (1978 йылдың 25 авгусы — 1978 йылдың 22 декабре)
  • Бусс Андрей Андреевич (1978 йылдың 22 декабре — 1979 йылдың 10 июне) (вазифа башҡарыусы)
  • Арстанбек Дөйшәев Дөйшәй улы(10 ғинуар 1979 — 14 ғинуар 1981)
  • Ҡошоев Темирбәк Ҡодайбиргән улы (14 ғинуар 1981 — 8 август 1987)
  • Аҡматов Таштанбәк Дөйшәй улы (8 август 1987 — 10 апрель 1990)

1990—1994 йылдарҙа Ҡырғыҙ ССР-ы Юғары Советы рәйестәре. үҙгәртергә

1990 йылдың апреленә тиклем Юғары Совет рәйесе ултырыштарҙа алып барыусы вазифаларын ғына башҡара. 1990 йылдың 10 апрелендә Ҡырғыҙ ССР-ы Юғары Советы Президиумы тарҡатыла һәм уның вәкәләттәре Юғары Совет Рәйесенә тапшырыла, был уны республиканың иң юғары вазифалы кешеһе итә. Әммә 1990 йылдың 27 октябрендә Ҡырғыҙстан ССР-ының президенты вазифаһы индерелә[4], бынан һуң Юғары Совет рәйесенең функциялары йәнә алып барыусы бурыстары менән сикләнә.

  • Мәсәлиев Абсамат Мәсәли улы (1990 йылдың 10 апреле — 1990 йылдың 10 декабре)
  • Шәримҡолов Медетҡан Шәримҡол улы (11 декабрь 1990 — 13 сентябрь 1994)

Ҡырғыҙ ССР-ы халыҡ комиссарҙары Советы рәйестәре үҙгәртергә

Ҡырғыҙ халыҡ комиссарҙары Советы РСФСР составында ҡырғыҙ автономияһы ойошторолғандан алып республика хөкүмәте вәкәләттәрен үтәй. 5 декабрҙә Ҡырғыҙ АССР-ы СССР-ҙың союздаш республикаһы статусын ала һәм РСФСР составынан сығарыла. Шуның менән бергә бынан алда ойошторолған республика башҡарма власть органдары үҙ эшен дауам итә.

  • Иҫәкәев Баялы Дикамбай улы (1933 йыл 27 сентябрь — 8 сентябрь 1937 йыл)
  • Сәлихов Морат (1937 йылдың 8 сентябре — 1938 йылдың 15 феврале)
  • Әбүзәров Исмәғил (1938 йылдың 15 феврале — 1938 йылдың 27 апреле) (вазифа башҡарыусы)
  • Ребров Иван (1938 йылдың 27 апреле — 19 июле) (вазифа башҡарыусы).
  • Кулатов Турабай Кулат улы (1938 йыл 20 июль — 1945 йыл 14 ноябрь)
  • Раззаков, Исхаҡ Разҙаҡ улы

1946 йылдың 15 мартында Ҡырғыҙ ССР-ының халыҡ комиссарҙары Советы Ҡырғыҙ ССР-ы Министрҙар Советына алмаштырыла.

Ҡырғыҙ ССР-ы Министрҙар Советы рәйестәре үҙгәртергә

Юғары Совет республика хөкүмәтен ойоштора, Ҡырғыҙ ССР-ы закондарын ҡабул итә.

  • Раззаков Исхаҡ Разҙаҡ улы (1946 йыл 15 март — 1950 йыл 10 июль)
  • Һөйәрҡолов Абды Һөйәрҡол улы (1950 йыл 10 июль — 1958 йыл 6 март)
  • Дикамбаев Казы Дикамбай улы (1958 йыл 6 март — 1961 йыл 10 майы)
  • Мәмбәтов Болот Мәмбәт улы (1961 йыл 10 май — 1968 йыл 23 ғинуар)
  • Һөйөмбаев Әхмәтбәк Суттобай улы (1968 йыл 23 ғинуар — 1978 йыл 22 декабрь)
  • Ибраимов Солтан Ибраһим улы (1978 йыл 22 декабрь — 1980 йыл 4 декабрь)
  • Ходос Пётр Михайлович (1980 йыл 4 декабрь — 1981 йыл 14 ғинуар)
  • Дөйшәев Арстанбәк Дөйшәй улы (1981 йыл 14 ғинуар — 1986)
  • Йомағолов Апас Йомағол улы (1986—1991 йыл 21 ғинуар)

Административ бүленеш үҙгәртергә

Ҡырғыҙ ССР-ы ойошторолған мәлдә уның территорияһы райондарға бүленә. 1938 йылдың 11 мартында райондар 4 округҡа берләштерелә: Джалал-Абад, Ысыҡкүл, Ош һәм Тянь-Шан. Райондарҙың бер өлөшө туранан-тура республика буйһоноуында ҡала. 1939 йылдың 21 ноябрендә округтар өлкә итеп үҙгәртелә, ә республика буйһоноуындағы райондар Фрунзе өлкәһенә берләштерелә. Һөҙөмтәлә Ҡырғыҙ ССР-ында 5 өлкә була:

1944 йылда Талас өлкәһе ойошторола. 1956 йылда бөтөрөлә. Уның артынан 1959 йылда Джалал-Абад, Ысыҡкүл һәм Фрунзе өлкәләре бөтөрөләләр. 1962 йылда Тянь-Шан өлкәһе бөтөрөлгәндән һуң, Ҡырғыҙстанда Ош өлкәһе генә ҡала. Республиканың ҡалған территорияһы республика ҡарамағындағы райондарға бүленә. 1970 йылда Ысыҡкүл һәм Нарын (элек Тянь-Шан) өлкәләре, ә 1980 йылда — Талас өлкәһе тергеҙелә. 1988 йылда Нарын һәм Талас өлкәләре ҡабаттан бөтөрөлә, әммә 1990 йылда тергеҙелә. Шул ваҡытта Джалал-Абад һәм Чуй (элекке Фрунзе) өлкәләре тергеҙелә[5].

Иҡтисады үҙгәртергә

Халҡы үҙгәртергә

Төп халыҡ — ҡырғыҙҙар (1970 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса 1284 мең кеше[6]). 1970 йылда республикала, башлыса Төньяҡ һәм Көнсығыш Ҡырғыҙстан ерҙәрендә һәм ҡалаларҙа, урыҫтар (855 000 кеше[7]) һәм украиндар (120 000 кеше[8]) йәшәй. Бүтән милләттәр: үзбәктәр (332 000), немецтар (89 мең[9]), татарҙар (68 мең), уйғырҙар (24 мең), ҡаҙаҡтар (21 мең), тажиктар (21 мең), башҡалар.

Ҡырғыҙҙар, республиканың ҡайһы бер территорияларында сағыштырмаса әҙселекте тәшкил итһәләр ҙә, бөтә йәшәү дәүерендә республикала күпселекте тәшкил итә.

Халыҡ 1926[10] 1939[11] 1959[12] 1970[13] 1979[14] 1989[15]
Бөтәһе 516 395 1 458 213 2 065 837 2 932 805 3 522 832 4 257 755
Ҡырғыҙҙар 66,8 % 51,7 % 40,5 % 43,8 % 47,9 % 52,4 %
Урыҫтар 11,3 % 20,8 % 30,2 % 29,2 % 25,9 % 21,5 %
Үзбәктәр 11,2 % 10,4 % 10,6 % 11,3 % 12,1 % 12,9 %
Украиндар 6,2 % 9,4 % 6,6 % 4,1 % 3,1 % 2,5 %
Немецтар 1,9 % 3,1 % 2,9 % 2,4 %
Татарҙар 1,4 % 2,7 % 2,3 % 2,0 % 1,6 %
Ҡаҙаҡтар 1,6 %
Чечендар 1,2 %

Мәғариф һәм фән үҙгәртергә

1990 йылда республикала 9 юғары уҡыу йорто була, уларҙа 58,8 мең талип уҡый[16]

1954—1993 йылдарҙа Ҡырғыҙ ССР-ының Фәндәр академияһы һәм уның ғилми стационарҙары, мәҫәлән, Тянь-Шан физика-география станцияһы эшләй[17].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. После распада СССР остался в должности.
  2. Закон КР от 5 февраля 1991 года № 386-XII «О внесении изменений и дополнений в Конституцию (Основной закон) Республики Кыргызстан». Дата обращения: 22 июль 2015. Архивировано 23 июнь 2015 года.
  3. Декларация РК от 31 августа 1991 года № 578-XII «О государственной независимости Республики Кыргызстан». Дата обращения: 22 июль 2015. Архивировано 2 апрель 2015 года.
  4. Закон КР от 24 октября 1990 года № 222-XII "Об учреждении поста Президента Киргизской ССР и внесении изменений и дополнений в Конституцию (Основной Закон) Киргизской ССР". cbd.minjust.gov.kg. Дата обращения: 1 апрель 2019. Архивировано 1 апрель 2019 года.
  5. Киргизская Советская Социалистическая Республика / Б. О. Орузбаева. — Фрунзе: Гл. ред. Киргизской Советской Энциклопедии, 1982. — С. 29—30. — 488 с. — 45 000 экз.
  6. Демоскоп Weekly - Приложение. Справочник статистических показателей. www.demoscope.ru. Дата обращения: 2 апрель 2019. Архивировано 2 апрель 2019 года.
  7. Демоскоп Weekly - Приложение. Справочник статистических показателей. www.demoscope.ru. Дата обращения: 2 апрель 2019. Архивировано 2 апрель 2019 года.
  8. Демоскоп Weekly - Приложение. Справочник статистических показателей. www.demoscope.ru. Дата обращения: 2 апрель 2019. Архивировано 2 апрель 2019 года.
  9. Демоскоп Weekly - Приложение. Справочник статистических показателей. www.demoscope.ru. Дата обращения: 2 апрель 2019. Архивировано 2 апрель 2019 года.
  10. Перепись-1926. Дата обращения: 6 август 2012. Архивировано 4 март 2016 года.
  11. Перепись-1939. Дата обращения: 6 август 2012. Архивировано 10 ноябрь 2011 года.
  12. Перепись-1959. Дата обращения: 6 август 2012. Архивировано 4 март 2016 года.
  13. Перепись-1970. Дата обращения: 6 август 2012. Архивировано 4 июнь 2011 года.
  14. Перепись-1979. Дата обращения: 6 август 2012. Архивировано 4 июнь 2011 года.
  15. Перепись-1989. Дата обращения: 6 август 2012. Архивировано 7 ғинуар 2012 года.
  16. Абакирова Г. Б. Интеграционные процессы в вузах Кыргызстана // Евразийская интеграция: экономика, право, политика. — 2012. — № 12. — Стр. 132—137
  17. Забиров Р. Д. [Ред.] Тянь-Шанская физико-географическая станция и исследование высокогорной Киргизии: [Материалы всесоюзн. конф., сент. 1978]. Фрунзе: Илим, 1980. 199 с.

Һылтанмалар үҙгәртергә