Мирзоева Мария Моисеевна

Мирзоева Мария Моисеевна (17 август [29] август 1896, Тифлис — 15 март 1982, Мәскәү) — йырсы, пианист һәм вокал педагогы.

Мирзоева Мария Моисеевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 29 август 1896({{padleft:1896|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Тбилиси, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1982
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө музыка педагогы, пианист
Музыка ҡоралы фортепиано
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы үҙгәртергә

1916 йылда Мәскәү консерваторияһын фортепьяно класы буйынса (Э. Э. Фрей класы) алтын миҙал менән тамамлай. Йыр буйынса С. Г. Рубинштейнда, һуңыраҡ Варвара Михайловна Зарудная-Иванова (1917) (Камилл Эверарди вокал мәктәбе) менән шөғөлләнә. Композитор А. Т. Гречанинов менән концерттар ҡуя. 1928 йылда Францияла Парижда йырсы булараҡ сығыш яһай. 1931—1941 йылдарҙа камерный йырсы А. Л. Доливо — Мазетти уҡыусыһы менән концерт бирә. 1932 йылдан Мәскәү консерваторияһында яңғыҙ йырлау уҡытыусыһы булып эшләй.

1940 йылда Мәскәү консерваторияһы профессоры булып китә. Уның уҡыусылары араһында — К. Г. Кадинская (Мәскәү консерваторияһында вокал дәрестәре бирә), П. А. Ульянова, Л. Т. Златова, М. С. Алексеева (Мәскәү консерваторияһында вокал уҡытыусыһы), В. А. Волкова һәм башҡа күптәр. М. М. Мирзоева үҙенең дәрестәрендә уҡыусыларын профессор Г. П. Гандольфиҙың вокал мәктәбе менән танышытыра (1907 йылда Рәсәйгә килгән).

М. М. Мирзоева редакцияһында «Избранные арии Генделя» (1961), «Избранные песни Шуберта» (1961), «Народные песни» йыйынтығы (1964), «Арии зарубежных композиторов» йыйынтығы (1970) һәм башҡалар баҫылып сыға.

Бүләктәре үҙгәртергә

- ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (28.12.1946, 14.10.1966)

Әҫәрҙәре үҙгәртергә

- Выпуск 2 «Вопросы вокальной педагогики» Издательство Музыка, 1964 год. (статьи: Анализ исполняемого вокального произведения; Вокализы)

- Выпуск 7 «Вопросы вокальной педагогики» Издательство Музыка, 1984 год. (статья: А. Л. Доливо — певец и педагог).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Музыкальная энциклопедия, том 3. Издательство «Советская Энциклопедия», Москва, 1976
  • А. С. Яковлева «В классе М. М. Мирзоевой». Выпуск 7 «Вопросы вокальной педагогики» Издательство Музыка, 1984 год.