Ҡанаҡай (Ишембай районы)
Ҡанаҡай (рус. Канакаево) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 776 кеше[1]. Ишәй ауыл советы составына инё. Почта индексы — 453235, ОКАТО коды — 80231835008.
Ауыл | |
Ҡанаҡай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Атамаһы
үҙгәртергәАуылдың атамаһы улус старшинаһы Ҡанаҡай Кинйәғолов исеме буйынса. 1811 йылда тәүге күскенсенең улы Алсынбай Ҡанаҡаев йәшәгән була әле.
Тарихы
үҙгәртергәҠанаҡай 1757 йылдан билдәле, шулай уҡ Шипай исеме аҫтында теркәлгән. Нуғай юлының Тәлтим-Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ҡанаҡай, Әхмәр ауылы кеүек, Илсектимер түбәһе составына ингән. Һуңыраҡ Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе составына инә. 1795 йылда 14 йортта 65 кеше, 1865 йылда 60 йортта 373 кеше йәшәгән. XIX быуатта 27 ихатала 309 кеше йәшәй. Тәүге күскенселәр малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, тәгәрмәстәр, туғын, сана яһау менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған.
XIX быуаттың икенсе яртыһында Ҡанаҡайға, фараз ителеүенсә, XIX быуат башында нигеҙ һалынған Йәлембәт ауылы ҡушыла. 1906 йылда мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 2008 йылға тиклем ауыл бөтөрөлгән Әхмәр ауыл Советы составына инә[2].
Хәҙерге осор
үҙгәртергәҠанаҡай Ишәй ауыл Советына ҡарай ҡарай. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[3].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 778 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 768 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 988 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 761 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 774 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 776 | 365 | 411 | 47,0 | 53,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Халҡы ауыл барлыҡҡа килгәндән алып күпселек башҡорттар, юрматы ырыуы[4].
Урамдары
үҙгәртергәУрам исеме[5]:
Географик урыны
үҙгәртергәҺәләүек йылғаһы буйында урынлашҡан.
Алыҫлығы:[6]
- Район үҙәгенә тиклем (Ишембай): 30 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Әхмәр): 4 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Стәрлетамаҡ ): 25 км
Тарихи урындары
үҙгәртергәҠанаҡай II торағы- тимер дәүере ҡомартҡыһы. Башҡортостандың Ишембай районындағы Ҡанаҡай ауылынан 1,5 км төньяҡтараҡ, Һәләүек йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан боронғо тораҡ. 1950 йылдар башында Көньяҡ Урал археология экспедицияһы ғалимдары тарафынан асылған.
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергә- Биғолов Минеғол Солтан улы (20.10.1928—6.01.1973), ташсы, «Башнефтезаводстрой» тресының элекке комплекслы төҙөүселәр бригадаһы етәксеһе. СССР-ҙың етенсе саҡырылыш, Башҡорт АССР-ының алтынсы саҡырылыш Юғары Советтары депутаты, КПСС-тың XXII съезы делегаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958).
- Яҡуп Ҡолмой (7.09.1918—11.10.1994), башҡорт совет шағиры, журналист. 1940 йылдан — КПСС, 1944 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙниәт хеҙмәткәре (1978) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1988).
- Абайҙуллин Ишморат Ғәйфулла улы (рус. Абайдуллин Ишмурат Гайфуллович; 21 май 1955 йыл — 2001 йыл) — Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты (1991—1995), Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (1995—1999) [7]. Милләте - башҡорт.
- Янбаева Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы (16 октябрь 1953 йыл) — башҡорт журналисы һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1981 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (2006) һәм Рәми Ғарипов исемендәге (2012) премиялар лауреаты. Бөтә донъя башҡорттары (III, IV) Ҡоролтайы (Конгресы) делегаты, башҡарма комитеты кәңәшмәһе ағзаһы һәм башҡарма комитет рәйесе урынбаҫары.
- Хәсәнов Миңләхмәт Гәрәй улы (1923—1989), хужалыҡ эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ишембай районы «Коммунизм» колхозының элекке рәйесе. Ике Ленин, Октябрь революцияһы, II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Ҡанаҡай ауылынан.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Закон Республики Башкортостан «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населенных пунктов» (Принят Государственным Собранием — Курултаем Республики Башкортостан 18 ноября 2008 года)
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
- Ҡанаҡай (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- вконтакте сайтында Канакай - Шипай
- Альфия КУЛЬМУХАМЕТОВА. О чём расскажет шежере?//«Республика Башкортостан», 2007, № 156 2014 йыл 31 май архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Закон Республики Башкортостан «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населенных пунктов» (Принят Государственным Собранием — Курултаем Республики Башкортостан 18 ноября 2008 года)
- ↑ Ҡанаҡай (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Альфия КУЛЬМУХАМЕТОВА. О чём расскажет шежере?//«Республика Башкортостан», 2007, № 156 2014 йыл 31 май архивланған.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Ҡанаҡай ауылы
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Абайдуллин Ишмурат Гайфуллович
Сығанаҡтар
үҙгәртергә