Ҡанаҡай II торағы
Ҡанаҡай II торағы — Башҡортостандың Ишембай районындағы Ҡанаҡай ауылынан 1,5 км төньяҡтараҡ, Һәләүек йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан боронғо тораҡ. 1950 йылдар башында Көньяҡ Урал археология экспедицияһы ғалимдары тарафынан асылған.
Ҡанаҡай II торағы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Тораҡ тураһында мәғлүмәттәр
үҙгәртергә1951—1955 йылдарҙа Ағиҙелдең урта ағымында уң яҡ ярында эшләгән Көньяҡ Урал археология экспедицияһының разведка отряды тарафынан асылған. Разведка отрядтары Стәрлетамаҡ ҡалаһына яҡын биләмәләрҙе, Йомағужа ауылы янында һ.б.ерҙәрҙә эшләй.
Ҡанаҡай II торағы (боронғо кешеләр йәшәгән урын) Ишембай районы Ҡанаҡай ауылынан 1,5 км төньяҡтараҡ, Һәләүек йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан.
Табылдыҡтар соҡорҙоң текә ярында 12-15 м тирәһе ерҙә ярҙы киҫеп үткән йырында табыла.
Текә яр ҡатламдары стратиграфияһы: 0-10-40 см- ҡомло һоро гумус; уның аҫтында 40-120 см- ҡара тупраҡ; 120 см-балсыҡ. Ер аҫтында ҡалған ҡара тупраҡта бик күп һөйәктәр, яндырылған балсыҡ киҫәктәре ята. Тораҡ урынында б.э. II меңйыллығы башында кешеләр йәшәгән тип иҫәпләнә.
Стәрлетамаҡ янындағы Ҡанаҡай ауылы янында һауыт-һаба ватыҡтары табыла. Ике һауыттың фрагменттары Һәләүек йылғаһының төп ярында, хәҙерге Ишембай районы Ҡанаҡай ауылынан көньяҡ-көнсығыштараҡ 2 км алыҫлыҡта табыла. Был боронғо әйберҙәр табылған урындың майҙаны ҙур түгел (2 кв. м), шуға күрә был урында ла тораҡ булғандыр тип фаразлап булмай. Ҡалын ситле һауыттар ҡом һәм ташлы балсыҡтан әүәләнгән, муйынынан түбән төшкән ерҙә киртләс бар, һауыт муйынының аҫҡы өлөшө төртөп биҙәлгән. Табылдыҡлар араһында балсыҡ һауыт төбөнөң фрагменты бар. Шундай ук формалағы керамика, әмма күпкә нескәрәк, Ҡанаҡай янындағы балсыҡ һауыт ватыҡтарынан 10 км көнбайыштараҡ ятҡан боронғо Торатау торағында ла табылған.
Тимер быуатына ҡараған ҡомартҡылар был тирәлә Ағиҙелдең уң яҡ ҡушылдыҡтарының төп ярында, йәки Ағиҙелдең иҫке аралының (юлының) бейек ярында табыла.
Археолог В. Д. Викторова хеҙмәтенән
үҙгәртергәКөньяк Башҡортостанда тимер быуат һәйкәлдәренең археологик картаһына материалдар
Көньяҡ Башҡортостан территорияһында тимер быуат ҡомартҡылары аҙ өйрәнелгән. П. А. Смирновтың «Башкортстанда тимер дәүере» хеҙмәтендә был районға ҡағылышлы өс кенә ҡомартҡы тураһында яҙылған: 1934 йылда П. А. Дмитриев тарафынан ҡаҙылған 3-се ҡурған, III—IX быуаттарға ҡарағана Левашевка ҡәберлеге (1957, 46-49 б.) һәм Стәрлетамаҡ янындағы күсмә халыҡ ҡәберлеге (1957, 71 б.). Был ҡомартҡыларға 1953 йылда (1958) К. В. Сальников тикшергән Сәлих кургандарын да өҫтәргә кәрәк. Разведка маршруты 1934 йылда П. А. Дмитриев һәм К. В. Сальников тикшергән райондарҙан, Ағиҙел йылғаһының уң яры һәм уның ҡушылдыктары буйынса, район үҙәге Йомағужаға тиклем (һүрәт- 65) үтә. Был ҡомартҡыларҙың тасуирламаһы бары тик өлөшләтә генә (Сальников, 1958) баҫтырыла. Был эштә шулай уҡ Стәрлетамаҡ музейы (Ишембай ауылы янында һәм Шәкетау янында 1960—1961 йылдарҙа табылған ҡәберлектәрҙәге ҡәберҙәр) материалдары файҙаланылды
Көньяҡ Башҡортстанда тимер дәүерендәге ҡомартҡылар йыш ҡына Ағиҙелдең ҡушылдығы, йәки уның иҫке аралдарының бейек ярҙарында урынлашҡан.[1]
МАТЕРИАЛЫ К АРХЕОЛОГИЧЕСКОЙ КАРТЕ ПАМЯТНИКОВ ЭПОХИ ЖЕЛЕЗА В ЮЖНОЙ БАШКИРИИ На территории Южной Бакширии памятники эпохи железа были •изучены слабо. В работе А. П. Смирнова «Железный век Башкирии» опубликованы только три памятника, относящиеся к этому району: курган № 3 у хутора Каш кара, раскопанный П. А. Дмитриевым в 1934 г., Левашовский могильник V III—IX вв (1957, стр. 46—49) и кочевническое погребение близ Стерлитамака (1957, стр. 71). К этим памятникам следует добавить и Салиховские курганы, исследованные К. В. 'Сальниковым в 1953 г. (1958). В настоящую публикацию включены памятники эпохи железа, обнаруженные разведочными отрядами Южно-Уральской археологической экспедиции1 в 1951—55 гг. Маршрут разведки проходил от районов, обследованных в 1934 году П. А. Дмитриевым и К. В. Сальниковым, по правому берегу р. Белой и ее притокам, вверх по течению до районного’центра Юмагузино (рис- 65). Описание этих памятников было опубликовано’лишь частично (Сальников, 1958). В настоящей работе использованы также материалы Стерлитамакского музея (погребения из могильников близ г. Ишимбая и с горы Шах-Тау2, обнаруженные в 1960—61 гг.). Памятники эпохи железа в Южной Башкирии чаще всего располагались на высоких коренных берегах притока р. Белой или ее стариц>
Һылтанмалар
үҙгәртергәВ. Д. Викторова. Материалы к археологической карте железного века в Южной Башкирии Викторова Валентина Дометьяновна
ЭТНОСЫ И КУЛЬТУРЫ УРАЛО – ПОВОЛЖЬЯ:ИСТОРИЯ И СОВРЕМЕННОСТЬ
Русланов Е. В. БЕРЕГОВСКИЙ АРХЕОЛОГИЧЕСКИЙ МИКРОРАЙОН В СИСТЕМЕ ДРЕВНОСТЕЙ ЮЖНОГО УРАЛА