Янбаева Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы
Янбаева Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы (16 октябрь 1953 йыл) — башҡорт журналисы һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1981 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (2006) һәм Рәми Ғарипов исемендәге (2012) премиялар лауреаты. Бөтә донъя башҡорттары (III, IV) Ҡоролтайы (Конгресы) делегаты, башҡарма комитеты кәңәшмәһе ағзаһы һәм башҡарма комитет рәйесе урынбаҫары булды. 2019 йылдан Өфө башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2019).
Гөлфиә Янбаева | |
![]() | |
Исеме: |
Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева |
---|---|
Тыуған көнө: |
16 октябрь 1953 (69 йәш) |
Тыуған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
журналистика |
Ижад йылдары: |
1976 — |
Йүнәлеше: | |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Премиялары: |
Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2006), Рәми Ғарипов исемендәге премия. |
Наградалары: |
«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме (1997), «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» отличие билдәһе (2012)[2] |
Республика баш ҡалаһында башҡорт телендә баҫтырылған «Киске Өфө» ижтимағи-сәйәси-мәҙәни гәзитенә нигеҙ һалыусы (2002) һәм баҫманың баш мөхәррире (2002 йылдың ноябрь айынан).
БиографияһыҮҙгәртергә
Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева Башҡорт АССР-ының Маҡар районы Маҡар районы[3] Ҡанаҡай ауылында 1953 йылдың 16 октябрендә тыуған.
1977 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.
1976 йылдан «Башҡортостан ҡыҙы» журналында эшләй башлай. 1980 йылдан «Совет Башҡортостаны» гәзите хеҙмәткәре, 1995—1998 йылдарҙа һәм 2002 йылдың февраленән октябренә тиклем «Башҡортостан» гәзитенең бүлек мөдире булып эшләй.
2002 йылдың ноябрь айынан баш ҡаланың башҡорт телендә сыҡҡан «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире[4].
Йәмәғәт эшмәкәрлегеҮҙгәртергә
- Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы (Конгрессы) башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары
- Республика «Ағинәй» ҡоро етәксеһе[5].
- 20198 йылдың 14 майынан Өфө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет рәйесе[6].
Ижади эшмәкәрлегеҮҙгәртергә
Гөлфиә Янбаева «Йөрәккә уйылған ғәм» исемле китап авторы. Был китап 2006 йылда баҫылап сыҡҡан һәм шул уҡ йылда Башҡортостан Республикаһының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына лайыҡ булған[7].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997)
- Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2006)
- Рәми Ғарипов исемендәге премия.
- «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» отличие билдәһе (2012)[8]
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы
- ↑ glavarb.ru/rus/dokumenti/spisok%2030.12.doc
- ↑ хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы
- ↑ Киске Уфа 2016 йылдың 9 апрель көнөндә архивланған. // Башкирская энциклопедия 2020 йылдың 22 ғинуар көнөндә архивланған.. — Уфа: НИК «Башкирская энциклопедия», 2013.
- ↑ В Уфимской городской башкирской гимназии № 20 состоялся Курултай башкир Советского района
- ↑ Өфө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайын Гөлфиә Янбаева етәкләй (Тикшерелеү көнө: 14 май 2019)
- ↑ Профессионализм и яркий талант в одном человеке 2015 йылдың 8 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ glavarb.ru/rus/dokumenti/spisok%2030.12.doc
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Янбаева Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 14 май 2019)