Ишем (мәғәнәләр)
Ишем - күп мәғәнәле һүҙ, ул исем-фамилияларҙа ла, топонимикала ла, гидронимдарҙа осрай.
Ишем | |
Файл KML | Q26704105? |
---|
Исемдәрҙә
үҙгәртергәИшем - дуҫым, иптәшем тигәнде аңлата тигән шәрехләү бирелә "Башҡорт исемдәре" тигән китапта [1]
- Ишембай - дуҫтарға бай. Хәҙерге заманда Ишембаев фамилиялары осрай
- Ишембәт - ишем+бәт(өммәт, халыҡ)
- Ишемғол - ишем+ҡол
- Ишемғужа - ишем+ғужа (хужа)
- Ишемйәр - иш+йәр
- Ишмәкәй - Иш(е)мәкәй - исемдең иркәләтеп әйтелеүе.
Персоналийҙар
үҙгәртергә- Баһуманов Аҫылғужа Ишемғужа улы -(20 октябрь 1945 йыл — 25 февраль 2005 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, шағир, журналист һәм тәржемәсе.
- Ишембай Аҡбирҙин - (1770—1831) — Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярында Ишембай ауылына нигеҙ һалыусы (беренсе тапҡыр 1815 йылда теркәлгән).
- Ишембаев Ринат Сәхиулла улы - (1976 йылдың 5 авгусында тыуған, Ишембай, БАССР) — Рәсәй шашкасыһы, судья. Халыҡ‑ара шашка уйындары буйынса халыҡ‑ара мастер (2001).
- Булат Ишемғол - (Ғабдрахман Закир улы Ғабдрахманов; 16 февраль 1900 йыл — 10 июль 1938 йыл) — комсомол, партия һәм матбуғат эшмәкәре, яҙыусы һәм журналист.
- Ишемғолов Марат Баязит улы - (29 август 1948 йыл — 24 сентябрь 2013 йыл) — хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, 2001—2013 йылдарҙа Ауырғазы районы хакимиәте башлығы.
- Ишемғолов Әмир Миңләхмәт улы - (22 май 1960 йыл) — ғалим-зоотехник, умартасылыҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре.
- Ишембаева Хәжәр Сәғит ҡыҙы - (8 март 1908 йыл — 18 октябрь 1991 йыл) — I Бөтә Союз колхозсы-ударниктар съезы делегаты (1933)
- Ишемйәрова Лилиә Рауил ҡыҙы - (1976 йыл, 19 июль) - Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы
Топонимикала
үҙгәртергәҠала-ауылдар
үҙгәртергә- Ишем (Ишембай районы) - (рус. Ишимово) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл.
- Ишем (Мишкә районы) - (рус. Ишимово) — Башҡортостандың Мишкә районындағы ауыл.
- Ишем (Пермь крайы) - (Түбәнауыл, Төбәнауыл, Баҡсауыл рус. Ишимово) — Пермь крайының Барҙы районындағы башҡорт ауылы, Березники ауыл биләмәһенә керә.
- Ишем (Төмән өлкәһе) - (рус. Иши́м) — Рәсәйҙең Төмән өлкәһендәге ҡала, Ишем районының административ үҙәге.
Йылғалар
үҙгәртергә- Ишем (йылға) - (рус. Иши́м, ҡаҙ. Есіл) — Ҡаҙағстандағы һәм Рәсәй Федерацияһындағы йылға, Иртыштың һул яғынан ҡойған, иң оҙон ҡушылдығы.
Сығанаҡ
үҙгәртергә- Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 54-се бит
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 54-се бит
Оҡшаш исемле мәҡәләләр. Әгәр Һеҙ бында Википедияның башҡа бер мәҡәләһенән килһәгеҙ, зинһар мәҡәләгә кире ҡайтығыҙ һәм һылтанманы мәҡәләгә дөрөҫ күсерлек итеп төҙәтегеҙ. |