Аҡбирҙин Ишембай (17701831) — Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярында Ишембай ауылына нигеҙ һалыусы (беренсе тапҡыр 1815 йылда теркәлгән). Ауыл 1940 йылда ҡала итеп үҙгәртелә. Исеме Ишембай Аҡбирҙин хөрмәтенә Ишембай тип аталған.

Ишембай Аҡбирҙин
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1770
Тыуған урыны Өфө провинцияһы, Оренбургская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1831
Вафат булған урыны Иҫке Ишембай
Стәрлетамаҡ өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы

Әлеге ваҡытта ауыл — Ишембай ҡалаһының Иҫке Ишембай биҫтәһе.

Биографияһы

үҙгәртергә

Ишембай Аҡбирҙин юрматы ырыуынан булған.

Уның атаһы — Аҡбирҙе. Был хаҡта нәҫелдәре шәжәрәһенән билдәле:

  • XXVI дәрәжә

796 :728 Аҡбирҙе

  • XXVII дәрәжә

810 : 796 Ишембай.[1]

 
Ишембай Аҡбирҙин һәм уның 8 улы 1834 йылдағы ревизия яҙмаһында теркәлгән.

Ишембай Аҡбирҙин ике ҡыҙ һәм һигеҙ ул атаһы: Мөхәмәтйән (17971834), Сәлимйән (1806 йылғы), Исмәғил (1815 йылдан), Вильдан (1808 йылғы), Әйүп (йәки Әюп[2]) (1813 йылғы), Яҡуп (1818 й. т.) Исхаҡ (1828 йыл), Мөхәмәтғәле (1828 йыл тыуған). А. З. Әсфәндиәров, Башҡортостан тарихсыһы, былай тип яҙа:

Ишембай Аҡбирҙин һәм уның балалары хәлле крәҫтиәндәр, йорт һәм кантон идараһы түрәләре булалар. Бер хужалыҡтан торған ауыл властың бөтә атрибуттарына эйә була — ауыл башлығы, административ-полиция бурыстары йөкмәтелгән йорт десятнигы.

http://ufagen.ru/places/ishimbayskiy/ishimbay.html

Урындағы фольклорҙа Ишем-бабай (Ишем олатай) булараҡ билдәле[3].

Уның исеме «Ишембай икмәк комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Ишем олатай» сауҙа маркаһы итеп ҡулланыла[4],[5].

Башҡорт халыҡ үҙәге «Юрматы» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе һәм депутат Рәхимов М. Ғ. Ишембай ҡалаһы урамдарының береһен уның исеме менән атарға тәҡдим итә[6].

Миниғәлей Яҡуповтың «Йөҙ башы, ауыл, Ишембай ҡалаһы» китабы (2005)[7] Ишембай Аҡбирҙингә арналған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башкирские родословные /Сост., предисл., поясн. к пер. на рус. яз., послесл. и указ. Р. М. Булгакова, М. Х. Надергулова; науч. рук. Р. Г. Кузеев.-Уфа: Китап, 2002. Выпуск 1: Издание на русском языке. Стр.92-93.
  2. Война 1812 года. | Генеалогия и архивы
  3. Потомок называет Ишим карт (дед Ишим в переводе)http://www.tatforum.info/forum/lofiversion/index.php/t3182-50.html(недоступная ссылка)
  4. KB: 29/01/2006 | Башкортостан: хлебопеки из глубинки дошли до фокаччи и круассанов(недоступная ссылка)
  5. KB: 29/01/2006 | Башкортостан: хлебопеки из глубинки дошли до фокаччи и круассанов(недоступная ссылка)
  6. Мухаметов Данияр Газизович | Официальный информационный портал Международного Союза общественных объединений «Всемирный курултай (конгресс) башкир»(недоступная ссылка)
  7. Зал славы — 3 " Ишимбай в сети