Ихтиләф
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ихтиләф (ғәр. اختلاف — фекер айырмалығы; рус. Ихтиля́ф) — ислам фәнни-дини фекер айырмалығы, ижмәнең киреһе.
Ҡөрьән һәм Сөннәттең мәғәнәһе асыҡ һәм уларға ҡарата бер нисә фекер йөрөтөп булмай торған тәғлимәт нигеҙҙәренә ҡарата ихтиләф тыйыла. Исламдың төп сығанаҡтары Аллаһтың аныҡ һәм асыҡ билдәләре буйынса ихтиләфкә төшкән йәмәғәттәрҙе әленән-әле ғәйепләп сыға. Ислам практик һәм хоҡуҡи характерҙағы ҡайһы бер икенсе дәрәжәләге мәсьәләләр буйынса, шулай уҡ кәләмдең аныҡ аңлатмаһы булмағанда, тәү сығанаҡтарҙың положениелары был мәсьәләләргә ҡарата аныҡ аңлатма бирмәүе йәки төрлөсә аңланыуы мөмкин икән, ихтиләф барлығын таный[1]
Фекер айырмалығы һәм ҡапма-ҡаршылыҡ
үҙгәртергәӘбү әл-Бәҡи әл-Кәфәви (ғәр. أبو_البقاء_الكفوي) «Көллиәт» китабында фекер айырмалығы (ихтиләф) һәм ҡапма-ҡаршылыҡ (хилаф) араһындағы айырманы аңлата:
1) Фекер айырмалығы — әгәр ҙә юлдары төрлө, мәгәр маҡсаты бер булһа; әгәр юл да, маҡсат та айырыла икән, был ҡапма-ҡаршылыҡ (хилаф).
2) Фекер айырмалығы — иҫбатлауға нигеҙләнгән, ә ҡапма-ҡаршылыҡ — иҫбатлауға нигеҙләнмәгән нәмә.
3) Фекер айырмалығы — шәфҡәтлелек эҙемтәһе, ә ҡапма — ҡаршылыҡ — яңылыҡтар (бидғәт) эҙемтәһе .
4) Әгәр ҡаҙый ҡапма-ҡаршылыҡ нигеҙендә (хилаф) ҡарар сығара икән, ошо уҡ мәсьәлә башҡа судья алдында ҡуйылғанда, ул был ҡарарҙы юҡҡа сығара ала, сөнки бындай мәсьәләләрҙә ҡапма-ҡаршылыҡ күҙәтелә һәм ижихад булыуы мөмкин түгел, шулай уҡ был Ҡөрьәнгә лә, Сөннәткә лә, ижмәгә лә ҡаршы килә. [1]
Ҡөрьәндә
үҙгәртергәУлар Ҡөрьән тураһында уйлап ҡарамайҙармы икән ни? Әгәр ул Аллаһынан түгел, башҡанан булһа, улар унда күп ҡаршылыҡтар табыр ине. |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Али-заде, А. А. [143-144 Ихтиляф] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Адаб аль-ихтиляф (Этика разногласий) . AZAN.RU (13 июнь 2016). Дата обращения: 10 ноябрь 2022. Архивировано 10 ноябрь 2022 года.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |