Викидатала элемент юҡ

Ислам — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.

Этимологияһы үҙгәртергә

Ислам исеме ғәрәпсәнән мосолман тигәнде аңлата. Дин атамаһы.[1]

Билдәле кешеләр үҙгәртергә

Әхтәмов Ислам Әхтәм улы (28 июнь 1921 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, майор, Ҡыҙыл Байраҡ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.

Ғәзиев Ислам Гәрәй улы (30 сентябрь 1929 йыл) — хеҙмәт ветераны. 1954—1977 йылдарҙа «Востокпроводмеханизация» тресының экскаватор машинисы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975). СССР-ҙың газ сәнәғәте отличнигы (1974).

Илсебәков Ислам Шәйхетдин улы (башҡа сығанаҡтарҙа Ильчиваков Исмагил Шаймуратович тип күрһәтелгән) (1918 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия рядовойы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 60-сы кавалерия полкы яугиры.

Фамилияла үҙгәртергә

Исламов Динис Фәтхи улы (15 декабрь 1921 йыл — 14 апрель 1973 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм прозаик. Ике Ҡыҙыл Байраҡ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. 1965 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Исламова Фәһимә Ғәббәс ҡыҙы (19 декабрь 1925 йыл) — Башҡортостандың мәғариф эшмәкәре, уҡытыусы-методист, педагогия фәндәре кандидаты. Милләте — башҡорт.

Исламов Илдар Лоҡман улы (29 ғинуар 1957 йыл) — педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе, йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы (1995), мәғариф ветераны.

Исламова София Ғиззәт ҡыҙы (26 июль 1948(19480726)) — СССР һәм Рәсәй зоотехнигы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2004), биология фәндәре кандидаты (1993), профессор. Башҡортостан Республикаһының фән эшмәкәре (2011), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005), Хеҙмәт ветераны (2003).

Исламов Мырҙағол Буранғол улы (27 ноябрь 1909 йыл — 1 ноябрь 1974 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы.

Ауылдар үҙгәртергә

Ислам (Баймаҡ районы) (рус. Исламово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Ислам (ғәр. الإسلام‎ — Аллаһҡа бирелеү, тоғролоҡ) — донъя диндәренең береһе; донъялағы киң таралыу алған диндәрҙең береһе. Мөхәммәт Пәйғәмбәр аша нигеҙләнгән дин Мөхәммәт Пәйғәмбәргә (570—632) ебәрелгән Ҡөрьән китабында ҡанунлаштырылған мосолман дине. Аллаһы тәғәләнең һуңғы Пәйғәмбәре Мөхәммәт Пәйғәмбәр аша кешеләргә ебәргән һуңғы илаһи дине.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ