Әхтәмов Ислам Әхтәм улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, майор, Ҡыҙыл Байраҡ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм бик күп миҙалдар кавал

Әхтәмов Ислам Әхтәм улы (28 июнь 1921 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, майор, Ҡыҙыл Байраҡ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры[1][2].

Әхтәмов Ислам Әхтәм улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 28 июнь 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (103 йәш)
Тыуған урыны Урмияҙ, Асҡын районы, СССР
Хәрби звание Майор
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Берлинды алған өсөн» миҙалы "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Ислам Әхтәм улы Әхтәмов 1921 йылдың 28 июнендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы Урмияҙ ауылында тыуған[1][2]. Ҡыҙыл Армия сафына 1939 йылдың 15 октябрендә Асҡын район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1]. Хабаровск пехота училищеһын тамамлай һәм 1940 йылдың 15 октябрендә кесе лейтенант званиеһында армияла хеҙмәт юлын башлай[1][3]. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 7-се гвардия кавалерия корпусының 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 313-сө гвардия кавалерия полкында хеҙмәт итә[1][2].

Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн 1942 йылдың 31 июлендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә (Батырлыҡ күрһәткән көндәре: 06.07.1942)[2]. Шулай уҡ II дәрәжә Ватан һуғышы орденына лайыҡ була (йылы күрһәтелмәгән). Орден менән Наградлау ҡағыҙында уның батырлығы тураһында ошондай юлдар яҙылған:

  Немец илбаҫарҙары менән һуғышта үҙен ҡаҡшамаҫ, ҡыйыу итеп күрһәтте. Мендзыже́ц ҡалаһын азат иткәндә, иптәш Әхтәмов разведчиктар төркөмө менән һуғыш барышында тимер юл разъезына үтеп инә һәм тимер юлды шартлата. Ошоноң менән ул дошманға тимер юл буйлап сигенеү юлын бикләй. Дошман станцияла һуғыш припастары һәм мөлкәт менән 6 эшелонын ҡалдыра.Әхтәмов эскадрон менән Конты Гоздьевские районында дошманды эҙләүҙе дөрөҫ ойоштора һәм 3 әсирҙе (тел) эләктерә. Улар кәрәкле мөһим мәғлүмәт бирәләр [2].  

Әхтәмов Ислам Әхтәм улы кесе лейтенанттан майор дәрәжәһенә тиклем күтәрелә һәм «Хәрби хеҙмәттәре өсөн», «Берлинды алған өсөн», «Варшаваны азат иткән өсөн», «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары һәм 1985 йылда I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1942),
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены,
  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы,
  • «Берлинды алған өсөн» миҙалы,
  • «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы,
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы,
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә