Деггендорф юғары техник мәктәбе

Деггендорф юғары техник мәктәбе (нем. Technische Hochschule Deggendorf) — Баварияның Деггендорф ҡалаһындағы юғары техник мәктәбе. 1994 йылда Деггендорф ғәмәли фәндәр университеты тип нигеҙ һалына. 2013 йылдың 1 октябренән алып хәҙерге исемен йөрөтә. Халыҡ-ара бизнес-етәксе, медиатехнологиялар өлкәһендә белгестәр әҙерләй, бер үк ваҡытта студенттарҙың ғәмәли әҙерлек кимәлен күтәреүгә айырым иғтибар бүлә.

Деггендорф юғары техник мәктәбе
Нигеҙләү датаһы 1994[1]
Логотип
Рәсем
Менеджер/директор Петер Шпербер[d]
Дәүләт  Германия
Административ-территориаль берәмек Деггендорф һәм Пфаркирхен[d]
Ойошма ағзаһы Verein zur Förderung eines Deutschen Forschungsnetzes[d][2], Конференция ректоров университетов Германии[d][3], German University Sports Federation[d][4], Европа университеттары ассоциацияһы[d][5] һәм Informationsdienst Wissenschaft[d][6]
Уҡыусылар һаны 5760
Хеҙмәткәрҙәр 452 кеше (2014)
Рәсми сайт th-deg.de
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 5740 ± 9[7]
Карта
 Деггендорф юғары техник мәктәбе Викимилектә

Немец техник юғары уҡыу йорттары араһында Деггендорф юғары мәктәбе рэнкинг процесында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә.

«Karriere» бизнес журналы:

Германияның икенсе иң яҡшы ғәмәли фәндәр университеты.

  • Бизнес-етәкселек итеү
  • Инжиниринг

Рэнкинг немец юғары уҡыу йорттарын үҫтереү үҙәге булып тора(Centrum für Hochschulentwicklung (CHE))

Был йүнәлештәге юғары һөҙөмтәләре:

  • Гражданлыҡ төҙөлөшө
  • Бизнес-етәкселек итеү
  • Электротехника һәм информацион технологиялар
  • Машиналар төҙөү
  • Бизнестә мәғлүмәт технологиялары

Хеҙмәткәр-маркетингтың эшсе төркөмө (Der Arbeitskreis Personalmarketing (dapm))

Рәнкингта Германияның 100-ҙән ашыу бакалавриаттар әҙерләүсе университеты ҡатнаша. Был программа студенттарҙың практик һәм социаль ғәмәли белеме кимәле һәм шулай уҡ уларҙың халыҡ-ара йүнәлтелешле итеп әҙерләнеүе кретерийҙары буйынса алып барыла. Деггендорф юғары техник мәктәбенең «Халыҡ-ара менеджмент» программаһы мөмкин булған өс йондоҙҙоң өсәүһенә лә лайыҡ була һәм Германияның иң яҡшы бакалавриат программаһы тип таныла.

Халыҡ-ара йүнәлтелеше

үҙгәртергә
 
Деггендорф юғары техник мәктәбе

Университеттың төп маҡсаты булып башҡа илдәрҙең университеттары менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү тора. Әлеге мәлдә 50-нән ашыу илдәрҙең студенттары университетта белем ала. Деггендорф юғары техник мәктәбе түбәндәге илдәрҙең универститеттары менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәре урынлаштырған: Австралия, Австрия, Бельгия, Бразилия, Бөйөк Британия, Венгрия, Гонконг, Греция, Дания, Ирландия, Испания, Италия, Кипр, Ҡытай, Көньяҡ Корея, Латвия, Мексика, Нидерланды, Норвегия, Польша, Португалия, Румыния, Словакия, АҠШ, Төркиә, Финляндия, Франция, Чехия, Швеция илдәре менән.

Бакалавр/диплом программаһы

үҙгәртергә
  • Бизнес-етәкселек итеү
  • Халыҡ-ара менеджмент
  • Бизнестә мәғлүмәт технологиялары
  • Гражданлыҡ төҙөлөшө
  • Электротехника һәм информацион технологиялар
  • Медиатехнологиялар
  • Машиналар төҙөү
  • Механотроника

Магистр-программа

үҙгәртергә
  • Бизнес менән етәкселек итеү магистры— һаулыҡ һаҡлау өлкәһе менеджменты.
  • Бизнес менән етәкселек итеү магистры — менеджмент
  • Бизнес менән етәкселек итеү магистры — ойошма һәм персонал үҫтереү
  • Бизнес менән етәкселек итеү магистры — эшҡыуарлыҡты нигеҙләү һәм үҫтереү
  • Бизнес менән етәкселек итеү магистры — IT Менеджменты һәм мәғлүмәт системалары

Тикшеренеү эше

үҙгәртергә
  • 1: оптик технологиялар, and engineering measurement production
  • 2: информатика, коммуникациялар һәм медиа
  • 3: микроэлектроника, микросистемотехника
  • 4: сеймал
  • 5: тирә-яҡ мөхит
  • 6: электронлы бизнес, онлайн белем биреү
  • 7: стратегия, контроль, үҫеш һәм ойоштороу

Уңайлыҡтар

үҙгәртергә
 
Деггендорф юғары техник мәктәбенең кампусы

Юғары уҡыу йорто студенттары өсөн бөтә шарттар булдырылған:

  • Карьера үҙәге
  • Халыҡ-ара үҙәк
  • Лингвистик үҙәк
  • Китапхана
  • Компьютер ҡорамалдары
  • Студенттарҙы хеҙмәтләндереү
  • Спорт

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. ROR Data — v1.19 — 2023. — doi:10.5281/ZENODO.7644942
  2. https://www.dfn.de/verein/mv/mitglieder/
  3. https://www.hrk.de/mitglieder/mitgliedshochschulen/fachhochschulen/
  4. https://www.adh.de/ueber-uns/mitgliedshochschulen.html
  5. https://eua.eu/about/member-directory.html
  6. https://idw-online.de/de/institution1904
  7. Интерфейс программирования приложения YouTube