Гамарник Ян Борисович

Гамарник Ян Борисович (партия ҡушаматы — иптәш Ян[3], — Яков Цудикович Гамарник[4], (14 июнь 1894 йыл — 31 май 1937 йыл) — СССР-ҙың хәрби етәксеһе, партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1-се ранг армия комиссары. «Тухачевскийҙың эше» буйынса ҡулға алыу алдынан үҙ-үҙен атып үлтерә.

Гамарник Ян Борисович
рус. Яковъ Цудиковичъ Гамарникъ
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған ваҡыттағы исеме укр. Яков Цудикович Гамарник
рус. Яков Цудикович Гамарник
Тыуған көнө 2 (14) июнь 1894
Тыуған урыны Житомир, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 31 май 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[1] (42 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР[1]
Үлем төрө Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу
Үлем сәбәбе пуля (снаряд ярсығы) яраһы[d]
Хәләл ефете Julia Annenkova[d][2]
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән, хәрби хеҙмәткәр
Биләгән вазифаһы Киев ҡала башлығы[d]
Уҡыу йорто И. И. Мечников исемендәге Санкт-Петербург дәүләт медицина академияһы
Юридический факультет Киевского национального университета имени Тараса Шевченко[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы РКП(б)-ның X съезы[d], РКП(б)-ның XI съезы[d] һәм ВКП(б)-ның XVII съезы[d]
Хәрби звание Армейский комиссар 1-го ранга[d]
Командалыҡ иткән Политическое управление Красной армии[d]
Ғәскәр төрө Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты, СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты[d] һәм Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены
 Гамарник Ян Борисович Викимилектә

1955 йылдың 7 октябрендә КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Партия контроле комитеты ҡарарына ярашлы партияла тергеҙелә.

Бала һәм үҫмер сағы үҙгәртергә

Ян Борисович Гамарник 1894 йылдың 2 июнендә Житомирҙа йәһүд ғаиләһендә тыуған.

А. П. Ровянков исемендәге Одесса ирҙәр гимназияһында белем ала, 15 йылдан алып репетиторлыҡ менән шөғөлләнә. О17 йәшендә марксизм меннән ҡыҙыҡһына башлай.

1913 йылда гимназияны көмөш миҙалға тамамлай һәм Киев губернаһындағы Малин ҡалаһына күсенә һәм бында репетитор булып эш хаҡын ала. 1914 Петербург психоневрологик институтына уҡырға инә, әммә буласаҡ һөнәре уны мауыҡтырмағанға күрә ул Киев университетының юридик факультетында уҡырға инә[5]. Украинала йәшерен большевистик подпольеһы етәкселәре Н. А. Скрипник һәм В. С. Косиор менән таныша, улар йоғонтоһонда 1916 йылда РСДРП(б) ағзаһы булып китә. Киевтағы «Арсенал» заводында пропагандалау эшен алып бара.

Партия карьераһы үҙгәртергә

1917 йылғы Февраль революцияһынан һуң Гамарник . РСДРП(б)-ның Киев комитетын етәкләй.

Октябрь революцияһынан һуң Петроградта 1917 йылдың 31 октябрендә Киев большевиктары менән бергә ҡулға алына.

1918 йылдың ғинуарында эшселәр ихтилалы менән етәкселек буйынса Киев ревком ағзаһы итеп һайлана, аҙаҡтан Украинала йәшерен партия эшендә була. Йәй 1918 йылдың йәйендә Мәскәүгә бара, Ленин В. И. меннән таныша һәм Украина КП(б) Үҙәк комитеты составына һайлана. Һул эсерҙар фетнәһен баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1918 йылда Киев Советы рәйесе урынбаҫары итеп һайлана.

1919 йылдың майында Одесса партия губкомы рәйесе[5].

1919 йылдың авгусында Гамарник 12-се армия Көньяҡ ғәскәрҙәре төркөмө янындағы Революцион хәрби советы ағзаһы итеп һайлана. 1920 йылдың февралендә[5], — башҡа мәғлүмәттәр буйынса — апрелендә, — Гамарник Киев партия губкомы рәйесе булып эшләй, 1920 йылдың 18 октябренән Киев губерна революцион комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнә, ә 1921 йылдың 25 апреленән[6] — Киев губерна башҡарма комитеты рәйесе.

1923 йылдың июленән — Приморье губерна башҡарма комитеты рәйесе, 1924 йылдың июненән —Алыҫ көнсығыш революцион комитеты, ә 1926 йылдың мартынан — Алыҫ Көнсығыш край башҡарма комитеты рәйесе.

1927—1928 йылдарҙа Алыҫ Көнсығыш край башҡарма комитеты рәйесе. Алыҫ Көнсығышта сәнәғәт менән күп шөғөлләнә, уның ҡатнашлығында край иҡтисады күтәрелешенең 10-йыллыҡ планы әҙерләнә һәм ғәмәлгә ашырыла.

1928 йылдың февраленән 1929 йылдың октябренә тиклем Белоруссия КА(б) Үҙәк комитетының беренсе секретарь. Коллективлаштырыу сәйәсәтен хуплай[5].

РККА-ла үҙгәртергә

 
Гамарник моряктар парадын ҡабул итә, (фотомонтаж) 1933 йыл

1929—1937 йылдарҙа РККА сәйәси идаралығы начальнигы, бер үк ваҡытта «Ҡыҙыл йондоҙ» гәзитенең яуаплы мөхәррире[5]. Гамарник аша Оборона наркоматы етәкселеге һәм дәүләт хәүефһеҙлеге органдары араһында бәйләнештәр ашырыла.

1930—1934 йылдарҙа — СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы наркомы Ворошиловтың хәрби һәм диңгеҙ эштәре буйынса 1-се урынбаҫары һәм СССР революцион хәрби советы рәйесе урынбаҫары. Ҡыҙыл Армияһының техник реконструкцияһы буйынса Тухачевскийға төрлө яҡлап теләктәшлек белдерәРККА-ның һуғышҡа һәләтлеген күтәреүҙә ҙур роль уйнай.

1929 йылда Үҙәк Комитеттың ноябрь пленумында Гамарник Сталинға "уң оппоозиицияһын" тар-мар итеүҙә теләктәшлек белдерә:

«Беҙҙең көрәшкә ҡамасаулаған, аяҡ аҫтында буталған, ысынында синфи дошманды яҡлаған кешеләр беҙҙең Политбюрола булыуына беҙ риза була алмайбыҙ».

Һүҙ Н. И. Бухарин, А. И. Рыков, М. П. Томский тураһында бара.

1934—1937 йылдарҙа — СССР Оборона наркомының беренсе урынбаҫары. Тухачевскийҙы яҡлап сығыш яһай һәм Сталинға үҙ фекерен еткерә[7].

1935 йылдың 20 ноябрендә Гамарник беренсе булып Ҡыҙыл Армияла хәрби-сәйәси составының 1-се ранг армия комиссары званиеһына лайыҡ була, был звание 1-се ранг командармы званиеһына тап килә.

1937 йылдың 13 мартында РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советы эргәһендәге СССР Оборона халыҡ комиссариаты вәкиле итеп тәғәйенләнә.

10—17 партия съездары делегаты. ВКП(б) Үҙәк комитетына ағзалыҡҡа кандидат (1925—1927), ВКП(б) Үҙәк комитеты ағзаһы (1927—1937)[5]. Үҙәк Комитетының ойоштороу комитеты ағзаһы (1929—1937). Бөтә Рәсәй башҡарма комитеты һәм СССР Үҙәк башҡарма комитеты ағзаһы.

Үҙ-үҙенә ҡул һалыу үҙгәртергә

1937 йылдың 20 майында Гамарникты РККА сәйәси идаралығы начальнигы вазифаһынан бушаталар һәм Урта Азия хәрби округы Хәрби советы ағзаһы вазифаһына тиклем төшөрәләр.

1937 йылдың 30 майында ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһыкиләһе ҡарар ҡабул итә: «Хәрби-фашистик заговорҙа ҡатнашҡан өсөн партиянан сығарылған Якир менән тығыҙ төркөм бәйләнешендә булған хеҙмәткәрҙәр булараҡ иптәш Гамарник һәм иптәш Аронштамды Оборона наркоматындағы эшенән ситләтергә һәм Хәрби совет составынан сығарырға»[8].

31 майҙа Оборона халыҡ комиссары К. Е. Ворошилов РККА-ның етәкселек составы буйынса эштәр идаралығы начальнигы А. С. Булинға һәм Оборона наркоматы эштәре идарасыһы И. В. Смородиновҡа ауырыу сәбәпле (диабет) үҙ фатирында булған Гамарникка Политбюро ҡарарҙарын еткерергә. Шулай уҡ улар Гамарникка Оборона комиссарының РККА сафтарынан сығарыу тураһындағы бойороҡты иғлан итәләр. Уларҙың сығып китеүе менән, ҡотолғоһоҙ ҡулға алыу алдынан, Гамарник үҙ-үҙен атып үлтерә[8].

1 июндә «Правда» гәзите һәм башҡа совет баҫмалары ҡыҫҡа хәбәр баҫтырып сығара: "Элекке үҙәк комитеты ағзаһы, ВКП(б) Үҙәк Комитетының элекке ағзаһы Я. Б. Гамарник, советтарға ҡаршы элементтар менән бәйләнештәрҙә буталып, һәм, күрәһең, фашлауҙан хәүефләнеп, 31 майҙа үҙ-үҙенә ҡул һалған ".1937 йылдың 11 июнендә Тухачевский эше буйынса хөкөм ҡарарында уның исемен телгә ала[8].

Үлгәндән һуң Гамарник"халыҡ дошманы" тип иғлан ителә, «сит илдәрҙең береһе менән дәүләткә ҡаршы бәйләнештәрҙә», шпионажда һәм ҡоротҡос эш алып барыуҙа уның ҡатнашлығы раҫлана.

Тухачевскийҙың эше буйынса фигуранттары араһынан Гамарникка күрһәтмәләрҙе күбеһе бирә. Иона Якир башта , Гамарник хәрби заговорға теләктәшлек кенә белдерә ине, тип күрһәтә. артабан үҙенең күрһәтмәләрен үҙгәртә һәм 1936 йылдан алып Гамарникка «ҡоротҡос эш» буйынса мәғлүмәттәр еткереп торған, ти, ә тегеһе уға Алыҫ Көнсығышта һуғышҡа һәләтлекте кәметеү буйынса эше тураһында хәбәр иткән, йәнәһе. тухачевский үҙе, Гамарник 1934 йылдан алып хәрби заговор үҙәгендә торған һәм Алыҫ көнсығышта ҡортоҡос эш алып барған, тип күрһәтә. Иероним Уборевич, Гамарник «Тухачевский заговоры» составына ингәндер, тигән фараз менән сикләнә. Витовт Путна, Борис Фельдман һәм Август Корк Гамарниктың заговорҙа ҡатнашыуын инҡар итәләр[9].

Реабилитациялау үҙгәртергә

 
СССР-ҙың почта маркаһы, 1964 йыл
 
Хабаровскиҙа Гамарник урамы

1955 йылда Гамарник И. М. һәм Ян Борисовичты ике апаһы — К. Б. Богомолова-Гамарник һәм Ф. Б. Гамарник — СССР прокуратураһына ялыуҙар йүнәлтәләр, унда улар Я. Б. Гамарникка ҡаршы ғәйепләүҙәр нигеҙһеҙ тип билдәләйҙәр. 1955 йылдың 6 авгусында СССР Генераль Прокуроры Руденко мөрәжәғәте буйынса КПСС Үҙәк комитеты Президиумы Я. Б. Гамарникка ҡаршы ғәйепләүҙәрҙе нигеҙһеҙ тип таный[10]. 1965 йылдың 7 октябрендә КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Партия контроле комитеты Гамарникты партияла тергеҙә[11].

Наградалары үҙгәртергә

  • Ленин ордены (22.02.1933[12]) — СССР оборона һәләтен нығытыу буйынса ҙур эштәр өсөн.
  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены (20.02.1928[13]) — РККА-ның 10-йыллығына бәйле етәкселектәге ҡаҙаныштары һәм граждандар һуығының ауыр йылдарында хәрби операцияларҙа шәхсән ҡатнашҡан өсөн.

Ғаиләһе үҙгәртергә

  • Ҡатыны — Блюма Савельевна Авербух-Гамарник (1892—1941), 1917 йылдан большевик, Одесса подпольеһында эшләй. Ҡыҙыл профессура институтын тамамлай, «СССР-ҙа Граждандар һуғышы тарихы» китабын нәшер иткән нәшриәттә редактор-кәңәшсе булып эшләй. 1937 йылда ҡулға алына һәм 8 йылға (һуңынан тағы 10 йылға) төрмәгә хөкөм ителә, 1941 йылда атып үлтерелә (рәсми мәғлүмәттәр буйынса, лагерҙа 1943 йылда вафат була).
    • Ҡыҙы — Виктория Яновна Кочнева (1924—2002). Атаһы үлгәндән һуң балалар йортонда тәрбиәләнә. Һуғыштан һуң репрессияға дусар ителә. Инженер,СССР нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте министрлығында пенсияға тиклем эшләй. Ире — РККА офицеры, ғаиләһендә өс ҡыҙ тыуа.
  • Ҡатынының һеңлеһе — Маня Шейваховна Авербух — йәһүд шағиры Хаим Иосифович Бяликтың ҡатыны.
  • Апаһы — Гамарник Фаина Борисовна (1899—1990)[14], Кремлдә Санитар идаралығы табибы була. Сталин Надежда Аллилуеваның кәүҙәһен тап иткәс, уны саҡырталар. Һуңынан репрессиялана, Карлагта 24 йыл ғүмерен уҙғара. Ваганьков зыяратында ерләнә (колумбарий).
  • Һеңлеһе Клара Борисовна Богомолова-Гамарник (1905—1978 йылдан һуң), 1929 йылдан ВКП (б) ағзаһы. 192-се йылдарҙа Киев ҡала КК-РКИ-ҙа эшләй, 1930-сы йылдарҙа КПСС-тың мәскәү ҡала комитетында, Мәскәү өлкәһе прокуратураһында. Хаҡлы ялда Совет ҡатындары комитетында эшләй.

Ҡыҙыҡлы факттар үҙгәртергә

Тарихсы Анатолий Шикман Гамарникка шундай ҡылыҡһырлама бирә:

Намыҫлы кеше булараҡ Г., үҙе хыялланған дәүләтте төҙөмәүен ихлас күңелдән аңлап етмәй. Бының тхаҡта уның хәйләһеҙ хикәйәйе бәйән тә: : "Миңә Киевтан мәскәүгә йыл һайын атайым килә һәм минең иҫке күн итектәремде һорай, ә мин бирмәйем. Таныш эшселәре әлеге итектәрҙә күрерҙәр ҙә: «Улы армияла хеҙмәт итә һәм урлаша, ҡайҙан бабай бындай итектәрҙе алһын» тиерҙәр[15].

Хәтер үҙгәртергә

  • 1964 йылдың 1 июнендә Хабаровскиҙа Батарейная урамы Гамарник урамы тип үҙгәртелә[16]
  • 1964 йылда Гамарникка арналған СССР почта маркаһы сығарыла.
  • Владивосток ҡалаһында Гамарник урамы бар.
  • Минск ҡалаһында Гамарник урамы бар.
  • 1934 йылдан алып 1937 йылға тиклем Приморье крайында тимер юлы станцияһы һәм ҡала Гамарник исемен йөрөткән (хәҙер Партизанск)[17].
  • Харьков ҡалаһында 2015 йылға тиклем Гамарник урамы, тыҡрығы була, ә 1936 йылдың 20 сентябренән 1937 йылдың 22 июненә тиклем Квитки-Основьяненко урамы Гамарник тыҡрығы исемен йөрөтә.
  • Житомир ҡалаһында Николай Сциборский урамы элек гамарник исемен йөрөткән. Был урамда гамарник тыуған йорт та бар.
  • Донецк ҡалаһының Киев районында гамарник урамы бар.
  • Кривой Рог ҡалаһында Сечевая урамы гамарник исемен йөрөткән.
  • Одессала Семинарская урамы Гамарник урамы тип атала.
  • Амурҙағы Комсомольск гҡааһында Гамарник урамы бар.
  • Севастополдә Гамарник урамы бар.
  • Алматыла Гамарник урамы бар.
  • Ян Гамарник исеме 1964 йылда төҙөлгән нефть ташыусы судно- бункерсыға бирелә (Петрокрепость)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Гамарник Ян Борисович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Dictionary of Women Worldwide (ингл.): 25,000 Women Through the Ages / A. Commire, D. KlezmerDetroit: Gale, Yorkin Publications, 2006. — 2572 p. — ISBN 978-0-7876-7585-1
  3. Протокол заседания пленума Киевского горсовета от 11 января 1922 года
  4. Я. Б. Гамарник на AZ Library
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 Гамарник, Ян Борисович // Вавилон — «Гражданская война в Северной Америке» / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1979. — С. 470. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 2).
  6. Салий, 2008
  7. Гамарник Ян Борисович (1894—1937). Электронная библиотека Украины. Дата обращения: 9 сентябрь 2012. Архивировано 17 октябрь 2012 года. 2016 йыл 4 март архивланған.
  8. 8,0 8,1 8,2 Известия ЦК КПСС // 1989 — № 4 — С. 52.
  9. Записка Генерального прокурора СССР в ЦК КПСС // Известия ЦК КПСС / 1989 — № 4 — С.68-69
  10. Известия ЦК КПСС // 1989 — № 4 — С.68
  11. Известия ЦК КПСС // 1989 — № 4 — С.73
  12. «Тихоокеанская звезда», 4 марта 1933 года
  13. Приказ революционного военного совета Союза Советских Социалистических Республик по личному составу армии № 103. 23 февраля 1928 года. Москва. — М.: Центральная Типография НКВМ, 1928. — 1 с. — 400 экз.
  14. Где дремлют мёртвые. Дата обращения: 4 сентябрь 2012.
  15. Шикман А. П. Деятели отечественной истории. Биографический словарь-справочник. — Москва : АСТ-ЛТД, 1997. — Т. 1, С. 191. — ISBN 5-15-000087-6
  16. Постановление Хабаровского горисполкома № 290 от 01.06.64.
  17. Постановление ЦИК Союза СССР от 07.09.1934 г.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Отчет Дальне-Восточного краевого исполнительного комитета за 1925-26 год. Под ред. М. П. Копытина, П. Е. Терлецкого. Второму краевому съезду Советов Р. К. К. и Кр. депутатов. /т. Гамарнику/. — Хабаровск: Книжное дело, 1927. — 500 с., ил.
  • Григорян А. М., Мильбах В. С., Чернавский А. Н. Политические репрессии командно-начальствующего состава, 1937—1938 гг. Ленинградский военный округ. — СПб.: Издательство Санкт-Петербургского университета, 2013. — 423 с. — ISBN 978-5-288-05282-8.
  • Светланин А. В. [Лихачев Н. В.] Дальневосточный заговор. — Frankfurt/Main: Посев, 1953. — 138 с.
  • Лазарев С. Е. Социокультурный состав советской военной элиты 1931—1938 гг. и её оценки в прессе русского зарубежья. — Воронеж: Воронежский ЦНТИ — филиал ФГБУ «РЭА» Минэнерго России, 2012. — 312 с. — 100 экз. — ISBN 978-5-4218-0102-3.
  • Салехов Н. И. Ян Борисович Гамарник (очерк о жизни и деятельности). — М.: Политиздат, 1964. — 80 с.
  • Гамарник, Ян Борисович // Вавилон — «Гражданская война в Северной Америке» / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1979. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 2).
  • Сувениров О. Ф. Трагедия РККА 1937—1938. — М.: ТЕРРА, 1998. — 528 с. — ISBN 5-300-02220-9.
  • Черушев Н. С. 1937 год: элита Красной Армии на Голгофе. — М.: Вече, 2003. — 560 с. — (Военные тайны XX века). — 5000 экз. — ISBN 5-94538-305-8.
  • Якупов Н. М. Трагедия полководцев. — М.: Мысль, 1992. — С. 282—310. — 349 с. — 20 000 экз. — ISBN 5-244-00525-1.
  • Ян Гамарник. Воспоминания друзей и соратников / сост. Л. В. Богомолова-Гамарник, Е. М. Борисов, В. Я. Кочнева, Г. С. Пуле. Литературная обработка М. А. Жохова. — М.: Воениздат, 1978. — 191 с.
  • Салій І. М. Обличчя столиці в долях її керівників / Іван Салій; [ред. В. Ковалинський]. — Київ : Довіра, 2008. — С. 4849. (укр.)
  • Дубинина Н. И. Дальний Восток Яна Гамарника [Пудиковича]. Документально-историческое повествование. — Хабаровск : КГУП Хабаровская краевая типография, 2011. — 432 с.
  • Рачков И. Из воспоминаний о Я. Б. Гамарнике. // «Военно-исторический журнал». — 1964. — № 5. — С.62—70.