И. И. Мечников исемендәге Санкт-Петербург дәүләт медицина академияһы
И. И. Мечников исемендәге Санкт-Петербург дәүләт медицина академияһы — рус. Санкт-Петербургская государственная медицинская академия имени И. И. Мечникова — Санкт-Петербургта 1907 йылда нигеҙләнгән юғары уҡыу йорто[3] , ул 2011 йылда Санкт-Петербург медицина дипломдан һуң белем биреү академияһы менән берләшеү нигеҙендә яңы юғары уҡыу йорто — И. И. Мечников исемендәге Төньяҡ-Көнбайыш дәүләт медицина университеты булдырылғанға тиклем эшләп килгән.
И. И. Мечников исемендәге Санкт-Петербург дәүләт медицина академияһы | |
Рәсми атамаһы | Ленинградский санитарно-гигиенический медицинский институт, 2-й Ленинградский медицинский институт, Государственный институт медицинских знаний, медицинский факультет 2-го Петроградского университета, медицинский факультет Психоневрологического института, Северо-Западный государственный медицинский университет им. И.И. Мечникова[1], Санкт-Петербургская государственная медицинская академия им. И.И.Мечникова (СПбГМА)[2], Ленінградскі санітарна-гігіенічны медыцынскі інстытут, 2-і Ленінградскі медыцынскі інстытут, Дзяржаўны інстытут медыцынскіх ведаў, медыцынскі факультэт 2-га Петраградскага ўніверсітэта, медыцынскі факультэт Псіханеўралагічнага інстытута һәм Санкт-Пецярбургская дзяржаўная медыцынская акадэмія імя І. І. Мечнікава |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург |
Алмаштырылған | И. И. Мечников исемендәге Төньяҡ-Көнбайыш дәүләт медицина университеты |
Рәсми сайт | szgmu.ru |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Санкт-Петербургской медицинской академии[d] |
И. И. Мечников исемендәге Санкт-Петербург дәүләт медицина академияһы Викимилектә |
Тулы атамаһы: «И. И. Мечников исемендәге Санкт-Петербург дәүләт медицина академияһы» дәүләт бюджет юғары һөнәри белем биреү учреждениеһы.
Тарихы
үҙгәртергә1920 йылда Петроград дәүләт университетының 1907 йылда В. М. Бехтерев ойошторған Психоневрология институтының белем биреү подразделениеһы булараҡ танытҡан 2-се медицина факультеты үҙ аллы вузға үҙгәртелә — Дәүләт медицина белемдәре институты (ДМБИ) булып китә.
Институттың беренсе ректоры Людвиг Мартынович Пуусепп була[4] 1930 йылда институт 2-се Ленинград медицина институты (2-се ЛМИ) тип үҙгәртелә, һуңғараҡ унда санитария-гигиена факультеты ойошторола. 1930 йылда 2-се ЛМИ менән медицина юғары уҡыу йорто — И. И. Мечников исемендәге хәстәхана берләшә.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында институтта 2222-се госпиталь эшләй, уҡытыу һәм фронт өсөн табиптар әҙерләп сығарыу дауам итә.
1947 йылда институт яңынан Ленинград санитария-гигиена медицина институты итеп үҙгәртелә (ЛСГМИ, көнкүрештә «Сангиг»).
1994 йылда институт академия статусы ала.
1995 йылда академияға ғалимдың 150 йыллығы айҡанлы И. И. Мечников исеме бирелә .
2011 йылда академия йәшәүҙән туҡтай, яңы барлыҡҡа килгән И. И. Мечников исемендәге Төньяҡ-Көнбайыш дәүләт медицина университетының ҡушма өлөшө булып китә.
Таратылыу
үҙгәртергәҺаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының 2011 йылдың 23 июндәге 609-сы бойороғона ярашлы, академияны Медицина дипломдан һуң белем биреү академияһы (МАПО) менән ҡушҡандан һуң, И. Мечников исемендәге Төньяҡ-Көнбайыш дәүләт медицина университеты итеп үҙгәртеп ҡорола. Бер академиянан берләшкән учреждениеға — Нобель лауреаты Илья Ильич Мечниковтың исеме, икенсеһенә — ректор күсә.
2011 йылдың 6 июлендә берләштерелгән ректорҙар советында Төньяҡ-Көнбайыш дәүләт медицина университеты ректор вазифаһын башҡарыусы итеп хәҙер инде элекке МАПО-нан Отари Гивиевич Хурцилава[5] тәғәйенләнә (1950 йылғы). И. И. Мечников исемендәге Санкт-Петербург дәүләт медицина академияһы ябылып бөткәнсегә тиклем һуңғы ректоры вазифаһын башҡарыусы итеп профессор Александр Михайлович Лила (1960 йылғы) ҡуйыла.
Һәйкәлдәр һәм биналар
үҙгәртергәБиналарҙың күп өлөшө 1910-дан 1917 йылға тиклем арауыҡты үҙ эсенә ала. Бөйөк Петр госпитале биналары комплексы 1910—1914 йылдарҙа барлыҡҡа килә, уның архитекторҙары Л. А. Ильин, А. И. Клейн, А. В. Розенберг. Академияның төп клиник базаһы булып Санкт-Петербургҡа нигеҙ һалыныуға 200 йыл тулыуға айҡанлы төҙөлгән 2000 койкалыҡ Бөйөк Петр исемендәге госпиталь тора. Ул 50 бинанан торған һәм майҙаны 35 000 квадрат метрлыҡ парк биләмәһендә урынлашҡан архитектура-тарихи комплекс [6].
Университет территорияһында И. И. Мечников һәйкәле (1936 йылдың 30 июнендә асылған, скульпторы Л. В. Шервуд) һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған студенттарға һәм хеҙмәткәрҙәренә һәйкәл ҡуйылған (1985 йылда асылған, архитекторы Я. Н. Лукин, скульпторы Н. А. Алиев) .[7]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://szgmu.ru/rus/s/17/o_szgmu.html
- ↑ https://szgmu.ru/rus/s/1/
- ↑ Санкт-Петербургская государственная медицинская академия им. И. И. Мечникова
- ↑ Пуусепп Людвиг Мартынович .
- ↑ Две академии станут одним университетом . Дата обращения: 1 ғинуар 2012. Архивировано из оригинала 23 ноябрь 2012 года. 2012 йыл 23 ноябрь архивланған.
- ↑ История Санкт-Петербургской государственной медицинской академии имени И. И. Мечникова
- ↑ Памятник преподавателям и студентам Ленинградского санитарно-гигиенического медицинского института
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Грекова Т. И., Голиков Ю. П. Медицинский Петербург. Очерки, адресованные врачам и их пациентам
- Грекова Т. И. Санкт-Петербургской государственной медицинской академии им. И. И. Мечникова 90 лет. СПб., 1997.
- Грекова Т. И. Санкт-Петербургская государственная медицинская академия имени И. И. Мечникова 2020 йыл 26 ғинуар архивланған. в Энциклопедии Санкт-Петербурга
Һылтанмалар
үҙгәртергә- szgmu.ru Официальный сайт СЗГМУ им. И. И. Мечникова
- Цыганкова М. Минздрав превратил академии в университет // Фонтанка.ру, 19.07.2911
- Слияние СПбГМА им И. И. Мечникова и СПбМАПО. Официальные документы.(недоступная ссылка)