Тухачевскийҙың эше

Тухачевскийҙың эше, йәки «советтарға ҡаршы троцкистар хәрби ойошмаһы» — юғары совет хәрби начальниктарын власты баҫып алыу маҡсатында хәрби заговор ойоштороу буйынса уйлап сығарылған эш. РККА-лағы массауи репрессияларҙың башы булып тора.

Тухачевскийҙың эше
Суд Специальное судебное присутствие Верховного Суда СССР[d]
Судья Блюхер Василий Константинович һәм Будённый Семён Михайлович

Эш буйынса СССР-ҙың Юғары Суды Махсус суд присутствиеһының ябыҡ ултырышы 1937 йылдың 11 июнендә уҙғарыла. Бөтә ғәйепләнеүселәр ғәйепле тип таныла һәм хөкөм сығарылғандан һуң кисекмәҫтән (Я. Б. Гамарник ҡулға алыу алдынан үҙ-үҙен атып үлтерә) атып үлтереләләр. 1957 йылда барыһы ла үлгәндән һуң енәйәт составы булмау сәбәпле реабилитациялана.

Фигуранттар

үҙгәртергә

Эш буйынса ғәйепләнеүселәр:

  • Советтар Союзы Маршалы М. Н. Тухачевский — СССР Оборона наркомының элекке 1-се урынбаҫары, ҡулға алыу ваҡытында — Волга буйы хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы;;
  • 1-се рангтағы командармдар:
    • И. Э. Якир — Киев Хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы;
    • И. П. Уборевич — Белоруссия Хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы;
  • А . И. Корк — 2-се рангтағы командарм, Фрунзе исемендәге Хәрби академияһы начальнигы;
  • комкорҙар:
    • Р. П. Эйдеман — Осоавиахимдың Үҙәк советы рәйесе;
    • В. К. Путна — Бөйөк Британияла СССР илселеге ҡарамағындағы хәрби атташе;
    • Б М. Фельдман — РККА-ның командирҙар һәм етәкселәр составы буйынса идаралыҡ начальнигы;
    • В. М. Примаков — Ленинград Хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы урынбаҫары;
  • Я. Б. Гамарник — 1-се рангтағы армия комиссары, СССР-ҙың оборона наркомының беренсе урынбаҫары, РККА-ның Сәйәси идаралығы начальнигы.

Ғәйепләү версияһы

үҙгәртергә

Ғәйепләү формулировкаһы

үҙгәртергә
 
Маршал Тухачевскийҙың 1937 йылдың 26 майындағы хәрби-троцкист заговорын етәкләүе тураһында күрһәтмәһе. Ҡағыҙ битендә һорғолт таптар бар, уларҙы һуңғараҡ суд-медицина экспертизаһы ҡан таптары тип таба[1].

1937 йылдың 9 июнендәге ғәйепләү хөкөмөнә ярашлы, бөтә ғәйепләнеүселәр Троцкий, уның улы Л. Седов, шулай уҡ 1937 йылдың ғинуарында хөкөм ителгән Г. Пятаков һәм Л. Серебряков, ул ваҡытҡа инде ҡулға алынған Н. Бухарин һәм А. Рыков, шулай уҡ Германия Генштабы менән бәйле булған советтарға ҡаршы хәрби ойошмаһы ағзалары була.

Ойошманың маҡсаты — СССР-ҙа мәжбүри рәүештә власты баҫып алыу тип иғлан ителә.

Ғәйепләүҙәр исемлеге:

  • 1932—1935 йылдарҙа герман Генштабы вәкилдәренә йәшерен хәрби мәғлүмәттәрҙе тапшырыу;
  • 1935 йылда герман һәм поляк армиялары һөжүменең төп йүнәлештәрендә Ҡыҙыл Армияны ҡыйратыу буйынса ентекле планды төҙөү;
  • ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Политбюро ағзаларына һәм совет хөкүмәтенә ҡаршы террористик акттар әҙерләү ;
  • «Кремлде хәрби баҫып алыу» буйынса һәм ВКП(б)-ның Үҙәк Комитетының һәм совет хөкүмәте етәкселәрен ҡулға алыу планын әҙерләү.

Ҡайһы бер тикшеренеүселәр (мәҫәлән, Елена Прудникова һәм Александр Колпакиди) ғәйепләүҙең ҡапма-ҡаршылығына иғтибар итә һәм процестың ысынбарлыҡтағы сәбәбе власты баҫып алыу буйынса заговор түгел, ә уларҙың Германия файҙаһына шпионлыҡ итеү, РККА -лағы хәрби иптәштәре алдында ғәйепләнеүселәрҙе яманатлы итеп күрһәтеү, тип һанайҙар[2]. Атап әйткәндә, Тухачевский шпионлыҡ итеүҙә үҙ ғәйебен танымай[3].

Судҡа тиклем бер аҙна элек, 1937 йылдың 2 июнендә, СССР Оборона наркоматы ҡарамағындағы Хәрби Советының киңәйтелгән ултырышы үткәрелә. Сараның мөһимлеге тураһында ҡатнашыусыларҙың һаны белгертә: Хәрби Советы ағзаларынан тыш ултырышҡа 116 кеше саҡырыла. Хөкүмәт позицияһын аңлатыу буйынса армия йәмәғәтселеге алдында Сталин сығыш яһай:

Сталин: Иптәштәр, Совет власына ҡаршы хәрби-сәйәси заговорҙың булыуында, иманым камил, хәҙер бер кем дә шикләнмәй. Ысынбарлыҡ, енәйәтселәрҙең үҙҙәренең күрһәтмәләре һәм урындарҙа эшләгән иптәштәрҙең күҙәтеүҙәре, улар шул тиклем күп, һис шикһеҙ бында Совет власына ҡаршы Германия фашистары тарафынан дәртләндерелгән һәм финансланған хәрби-сәйәси заговоры ғәмәлдә булған[4].

Үҙ сығышында Сталин шулай уҡ Тухачевскийҙың төркөмөн Испаниялағы хәрби фетнә менән сағыштыра.

Алдан тикшереү һәм суд

үҙгәртергә

1929—1934 уйылдарҙа РККА-ла Тухачевский етәкселегендәге оппозицион ҡараштар барлыҡҡа килеүе тураһында мәғлүмәт генерал Зайончковскийҙың ҡыҙынан килгән була, 1932 йылда — «Сюрприз» йәшерен атамаһы аҫтындағы агент (Адольф Хайровский), 1932—1934 йылдарҙа — агент Илиничтан, 1933—1936 йылдарҙа — агент Венеранан[5], әммә әлеге мәғлүмәт1937 йылдың ғинуарында А. Х. Артузовтың ҡулхатынан һуң ғына билдәлелек ала[6].

Эш буйынса беренсе фигуранттар — В. Путна һәм В. Примаков— башҡа эш менән бәйле ҡулға алыналар. Советтарға ҡаршы берләшкән троцкист-зиновьвсылар үҙәге эше буйынса улар суд процесында (1936 йылдың 21-23 авгусында) армия «хәрби троцкистар ойошмаһында» ҡатнашыусылар тип иғлан ителә[комм. 1]. Шуға ҡарамаҫтан 1937 йылдың майына тиклем ҡулға алынған Путна һәм Примаков тикшереү ваҡытында бер ниндәй ҙә яңы исем асмайҙар. Шулай уҡ элегерәк фашлау менән кемгә булһа ла ҡаршы сығырға ризалашҡан К. Б. Радек 1937 йылдың 24 авгусындағы суд ултырышында Тухачевскийҙың оппозиция менән бәйләнештә булыуын инҡар итә[7].

Ошонан сығып, СССР Оборона наркомы К. Е. Ворошилов 1937 йылдың 23 февралендәге ВКП-ның Үҙәк Комитеты Пленумы ултырышында ҡатнашыусыларҙы РККА-ла бер ниндәй оппозиция булмауында ышандырырға тырыша:

…Армияла хәҙерге мәлдә ул тик күп дошман фашланманы. Ҡыҙыл Армияһында дошмандар, ғөмүмән, бик күп түгеллегенә өмөтләнеп — бәхеткә, тип әйтәм. Шулай булырға тейеш тә, сөнки армияға партия үҙенең иң яҡшы кадрҙарын йүнәлтә; илебеҙ иң һау һәм ныҡ кешеләрен бирә.

Ғинуар аҙағында А. Х. Артузовтың "Сюрприз"дың 1932 йылғы хәбәрҙәре тураһында[8] яҙмалары килә[9]. 1937 йылдың 11 мартында Урал Хәрби округы командующийы комкор И. И. Гарькавый ҡулға алына һәм күрһәтмәләр бирә башлай. Ошо уҡ тирәлә, 12 апрелдә, чекистар япон дипломатик почтаһын асып ҡараған саҡта Польшалағы Японияның хәрби атташеһының Тухачевский менән «бәйләнеш» урынлаштырыуы тураһындағы мәғлүмәткә юлыға[10].

15 апрелдә Фельдман Мәскәү хәрби округы командующийы ярҙамсыһы итеп күсерелә. 22 апрелдә Политбюро Тухачевскийҙың сит илгә сығыуын тотҡарлай. 22 апрелдән алып 27 апрелгә тиклем Тухачевский төркөмө өҫтөнән ҡайһы бер күрһәтмәләрҙе ҡулға алынған НКВД етәкселәре М. И. Гай, Г. Е. Прокофьев, З. И. Волович, Р. А. Петерсон бирәләр (судта уларҙың күрһәтмәләре файҙаланылмай). Ғәйепләнеүселәрҙең ҡулға алыу һәм тикшереү менән бәйле бөтә ваҡиғалар (яңы хеҙмәт урындарына күсеү, ҡулға алыуҙар, таныу күрһәтмәләре һәм Гамарниктың үҙ-үҙен үлтереүе) 2 — 31 майҙа була. Ә 2 июндә Сталин Хәрби Советының киңәйтелгән ултырышта сығыш яһай.

1937 йылдың 7 июнендә СССР Оборона наркоматының «НКВД тарафынан РККА-ла хыянатсыл контрреволюцион хәрби-фашистик ойошмаһын асыу сәбәпле армияға мөрәжәғәтнамәһе» исеме аҫтында 072-се һанлы бойороғо сыға[11].

«Тухачевскийҙың эше» тәнҡитселәре судтың һәм хөкөмдө бойомға ашырыуҙың тиҙ арала үткәрелеүенә иғтибар итәләр — тикшереү ике ай дауамында бара, ғәйепләү хөкөмө раҫланғандан һуң ике көндән суд ултырышы үткәрелә һәм бер көн эсендә тамамлана, хөкөм ҡарары сығарғандан бер нисә сәғәттән һуң ғәйепләнеүселәр атып үлтерелә. Ошо уҡ ваҡытта суд ултырышы ябыҡ рәүештә үткәрелә, хөкөм ителеүселәр яҡлау хоҡуғынан һәм хөкөм ҡарарына ялыу биреүҙән дә мәхрүм ителәләр. 1937 йылдың 11 июнендәге суд ҡарары тулыһынса хөкөм ителеүселәрҙең таныу күрһәтмәләренә нигеҙләнә.

Бынан тыш, ҡарарҙа бик күп һанлы эске ҡапма-ҡаршылыҡтар, бигерәк тә енәйәт мотивтары буйынса, иғтибарҙы йәлеп итә. Суд ҡарарынан аныҡланмай: хәрби диктатор булырға ынтылған Тухачевскийҙың «бонопартистик» амбициялары төп мотив булғанмы; йәки ВКП(б)-ла троцкист-зиновьевсы-бухаринсылар оппозицияһының власҡа килеү маҡсатында заговор барлыҡҡа килгәнме; йәки заговор СССР-ға ҡарата дошмандарса ҡарашта булған сит илдәр тарафынан ойошторолғанмы, шулай булһа, ҡайһы илдәр тарафынан (Польша, Германия һәм Япония)? Бөтә ошо факторҙар бер үк ваҡытта тап килеүе шик тыуҙыра.

Суд процесының ошо етешһеҙлектәре күп кенә күҙәтеүселәрҙә һәм артабанғы тикшеренеүселәрҙә хөкөмдөң нигеҙлелегендә шик тыуҙыра, күрһәтмәләрҙең законһыҙ алыу ысулдарында йәки уларҙы оҫта уйлап сығарыуҙа шөбһәләнергә мәжбүр итә.

Тикшеренеүсе Ю. Н. Жуков эштең яһалма арттырылыуын, күҙ уңында тотолған «заговор» менән уртаҡ бер нәмәһе лә булмаған бик күп кешеләрҙең йәлеп ителеүен билдәләп үтә. Тарихсы фекеренсә, былар барыһы ла Ежовтың һәм уға яҡын кешеләрҙең карьеристик амбицияларынан килеп сыҡҡан.

…Лубянкала ултырған, полковниктан алып һәм юғарыраҡ званиеларға тиклем, бөтә булған хәрбиҙәрҙең эштәрен, алдан тағылған ғәйепләүҙерҙе үҙгәртеп, бер ергә тупларға кәрәк була. В. М. Примаков һәм В. К. Путна 1935 йылдың авгусында уҡ үҙҙәрен «троцкистар-зиновьевсылар ойошмаһының хәрби төркөмө» ҡатнашыусылары итеп танығандарын; М. И. Гай, Г. Е. Прокофьев һәм З. И. Волович 1937 йылдың апрелендә биргән Ягода һәм М. Н. Тухачевский, А. И. Корк, Б. М. Шапошников һәм башҡалар менән бәйләнештәре тураһында күрһәтмәләрен; А. С. Енукидзе һәм Р. А. Петерсон түңкәрелеш ойоштороуын һәм уның менән етәкселек итеүҙе үҙ өҫтөнә алғандарын оноторға кәрәк була. Һәм ҡулға алынғандарҙы ғына түгел, «танырға» мәжбүри ителәсәк потенциаль ҡорбандары өсөн дә уртаҡ булған нәмәне табырға кәрәк була. РККА-ла 1918 йылдын алып 1924 йылға тиклем, Л. Д. Троцкий Республика Реввоенсоветы рәйесе һәм хәрби һәм диңгеҙ эштәре буйынса наркомы булған саҡта, хеҙмәт итеү улар өсөн шулай уҡ уртаҡ була… Хатта Евдокимов һәм Пятаков август һәм ғинуар «Мәскәү» процестарында юғары язаға хөкөм ителеүе лә Ежов өсөн уларҙың Тухачевский менән, ә тегеһенең — Троцкий менән - «бәйләнештәре» тураһында һөйләй. Ошондай сылбырҙы теләһә ниндәй оҙонлоҡта төҙөп була ине.</ref>

Сталиндың позицияһын яҡлаған публицистар (мәҫәлән, Е. А. Прудникова) эште ашыҡтырыуҙы хәрбиҙәрҙең заговоры ысынлап та ғәмәлдә булғанлығы һәм хөкүмәт өсөн реаль ҡурҡыныс тыуҙырғаны менән аңлатып була, тип һанайҙар (әйтергә кәрәк, аналог булараҡ 1944 йылғы Гитлерға ҡаршы заговорға һылтаналар)[12].

Яҡлау версияһы

үҙгәртергә

Ғәйепләнеүселәр К. Е. Ворошиловтың оборона наркомы вазифаһындағы эшмәкәрлеген кире яҡтан баһалаған юғары совет хәрби начальниктары төркөмөнә ҡарай. Уларҙың фекеренсә, СССР-ҙың ҙур һуғышҡа әҙерләнеү шарттарында Ворошиловтың компетентһыҙлығы Ҡыҙыл Армияһының техник һәм структура үҙгәртеп ҡороуына кире йоғонто яһай[комм. 2].

Ошондай уҡ эш ОГПУ тарафынан 1930 йылда тикшерелә башлай: Тухачевский етәкселегендә эре хәрби начальниктар төркөмө власты баҫып алыуға һәм Сталинды үлтереүгә әҙерлек алып бара, тип раҫлана (күрһәтмәләр ҡулға алынған Хәрби академияһы уҡытыусылары Н. Е. Какуриндан һәм И. А. Троицкийҙан алына). Әммә Сталин ул ваҡытта эште туҡтата. Шул уҡ йылдың октябрендә Тухачевский һәм Какурин менән Троицкийҙың күҙгә-күҙ осрашыуы ойошторола; Тухачевский ғәйепһеҙ булып таныла[13].

Немец версияһы

үҙгәртергә

Шелленбергтың хәтерләүенсә, 1937 йылдың башынан аҡ гвардия генералы Скоблин аша III Рейх «полиция хәүефһеҙлеге» шефы Гейдрих ҡулдарына бер нисә документ килеп эләгә, әлеге документтарҙан юғары офицерҙар араһында Сталинға оппозицияла тороусылар булыуы асыҡлана. Гейдрих, Германия Сит ил министрлығы ҡарамағындағы разведка бюроһы етәксеһе Курт Янкеның Скоблин ике яҡлы уйын алып барыу ихтималлығы тураһында иҫкәртеүенә ҡарамаҫтан (Скоблиндың ҡатыны йырсы Надежда Плевицкая ГПУ менән бәйләнештә булыуы билделе була), вермахт һәм РККА генералитеттары араһында мөмкин булған бәйләнештәрҙе тикшереп ҡарарға була. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Гитлер Германияла вермахтың һәм РККА-ның бәйләнештәрен фашламаҫҡа була, ә вермахт етәкселеге һәм РККА араһында килешеү булыуында ышандырыр өсөн, бер нисә ҡағыҙ өҫтәп, документтарҙы СССР-ға тапшыра. Факттарҙың дөрөҫлөгөндә ышандырыу маҡсатында вермахт архивына һәм хәрби разведкаһы идаралығына төнгө һөжүм ойошторола. Вермахт һәм РККА араһында бәйләнештәрҙең барлығын иҫбатлаусы дәлилдәр табыла, әммә улар етди кимәлдә булмай. Шулай итеп, Скоблиндың ҡағыҙҙары һәм вермахт архивынан урланған документтар Сталинды РККА-ла фашистик заговор ғәмәлдә булыуын, уның маҡсаты түңкәрелеш һәм Сталиндың үҙен үлтереү һәм Мәскәүҙә герман режимын урынлаштырыу булыуында ышандырырға тейеш була. Һөйләшеүҙәрҙә Чехословакия президенты Бенеш аралашсы була, ул үҙ ҡулы менән Сталинға хат яҙа. Мәскәүҙә был аҙымға бик тиҙ яуап бирәләр һәм туранан-тура Берлиндағы илселек аша эшләргә тәҡдим итәләр. Немецтарҙы аптыратып, Сталин документтар өсөн түләргә ризалаша. Гейдрих алтын менән 3 миллион һорай. 1937 йылдың май башында Мәскәүҙән ебәрелгән махсус илсе, Гейдрих талап иткән миллиондарҙы түләгәндән һуң, документтарҙы СССР-ға сығара[14]. Совет разведчигы Л. Трепперҙың мәғлүмәттәренә ярашлы, был документтар фальсификацияланған[15].

Германия ҡорос магнаты Фриц Тиссен ике хәрби етәксенең (Тухачевский һәм Фрич) эшмәкәрлеген үҙ-ара бәйләй : «Фрич гел Рәсәй менән союз булдырыу идеяһы яҡлы була, әлбиттә, коммунистик Рәсәй менән түгел. Фрич һәм урыҫ генералиссимусы араһында бәйләнеш булдырыу өсөн маташыуҙар була. Икеһе лә үҙ илдәрендә диктатураны ҡолатырға ынтыла»[16]. Икенсе донъя һуғышы буйынса инглиз тарихсыһы Джон Эриксон (John Erickson) Тухачевскийҙың немецтар менән хыянатсыл бәйләнешен раҫлаған факттарҙың юҡлығын билдәләй, әммә Германия сит ил эштәре министрлығынан Тухачевскийҙың Германия генералитеты менән рәсми рәүештә аралышыуын дәлилләгән документтарҙың ғәмәлдә булыуын таный[17]. Үҙенең хәрби хеҙмәте буйынса Тухачевский 1922—1933 йылдар осоронда СССР һәм Германия араһындағы хәрби хеҙмәттәшлектә ҡатнаша һәм 1932 йылда Германияла үткәрелгән ҙур маневрҙарҙа була.

Альтернатив версия

1936—1937 йылдың ҡышында НКВД-ның ике яҡлы агенты аҡ генерал Скоблин Гейдрихҡа Тухачевский Сталинды ҡолатыу маҡсатында заговор әҙерләй, тип хәбәр итә. Быға бер ниндәй ҙә дәлилдәр булмағанға күрә Гейдрих, Гиммлер һәм гестапо хужаһы Мюллер менән һөйләшкәндән һуң, дәлилдәрҙе «уйлап сығара» башлай. Бының өсөн Мюллер концлагерҙан ялған документтар эшләү тәжрибәһе булған бер нисә енәйәтсене Гейдрихтың ҡарамағына бирә һәм махсус ойошторолған ҙур булмаған лабораторияла маршал Тухачевскийҙың ҡулхаттары һәм ҡултамғалары менән ике досье әҙерләнә. Ҡултамғалар төп нөсхәлә була, документтарҙағы даталар ғына 1935, 1936 йылдарға үҙгәртелә. Бер досье туранан-тура Мәскәүгә ебәрелә, ә икенсеһе, дөрөҫлөккә ышандырыр өсөн, Париждағы чех хәрби атташеһы аша Чехословакия президенты Э. Бенешҡа тапшырыла. Артабан Бенеш әлеге досьены «үҙ теләге менән» Сталинға ебәрә (1954 йылда Парижда мемуарҙарында яҙыуынса). Нығыраҡ ышандырыу өсөн досьеның береһенә Гитлерҙың ҡулдан яҙылған бойороғон һалалар, унда Тухачевский менән һүҙ ҡуйышыу өсөн бәйләнешкә инә алған немец генералдары артынан күҙәтеү булдырырға, тип яҙыла[18].

Тикшереү һәм суд

үҙгәртергә

1936 йылдың авгусында В. Примаков һәм В. путна ҡулға алыналар, ҡалғандар — 1937 йылдың майында. Я. Б Гамарник ҡулға алыу алдынан үҙ-үҙенә ҡул һала.

Тикшереү бер ай тирәһе бара. Протоколдар мөхәррирләү өсөн шәхсән Сталинға ебәрелә[1][19][20].

11 июндә эш 1934 йылдың 1 декабрендәге СССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары Советының һәм Үҙәк башҡарма комитетының ҡарары урындаштырған тәртибендә 11 июндә яҡлаусынан һәм хөкөм буйынса ялыу биреү хоҡуҡтарынан мәхрүм итеү шарттарында ябыҡ ултырышта ҡарала.

Хөкөм ҡарары СССР Юғары Судының Махсус суд присутствиеһы тарафынан сығарыла, суд составында армвоенюрист В. В. Ульрих, маршалдар В. К. Блюхер, С. М. Буденный, командардҙр Я. И. Алкснис, Б. М. Шапошников, И. П. Белов, П. Е. Дыбенко һәм Н. Д. Каширин, комдив Е. В. Горячев булалар. Улар араһынан биш кеше (Ульрих, Буденный, Горячевтан башҡа) һуңынан үҙҙәр репрессия ҡорбандары була һәм 1938 йыл дауамында атып үлтереләләр.

Бөтә ғәйепләнеүселәр атып үлетереүгә хөкөм ителә, мөлкәттәре тартып алына, хәрби званиеларынан мәхрүм ителәләр. Суд тамамланғас та, 1937 йылдың 12 июнгә ҡараған төндә, СССР Юғары Судының хәрби коллегияһы бинаһында уларҙы атып үлтерәләр[21] бинаһында. Атып үлтереү менән НКВД комендантыВ. М. Блохин етәкселек итә.

Замандаштар шаһитлығы

үҙгәртергә

1937 йылғы Киев округ партия конференцияһында беҙ, делегаттар, һәр ваҡыт шат күңелле И. Э. Якир президиум өҫтәле артында етди ҡиәфәттә һәм һытыҡ сырайлы ултырғанын күрҙек.

… бер нисә көндән беҙгә Якир «Тухачевскийҙың заговорсылар төркөмө»ндә ҡатнашыусы булараҡ ҡулға алынғаны билдәле булды. Минең өсөн был ҡот осҡос ҡайғы ине. Якирҙы мин шәхсән белә һәм ихтирам итә инем. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡайҙалыр күңел төбөндә, был хата, тикшерерҙәр ҙә сығарырҙар, тигән өмөт йәшәй ине. Әммә был хаҡта үҙ-ара бик яҡын кешеләр генә һөйләште.
(Армия генералы, Советтар Союзы Геройы А. В. Горбатов«Так было»)

Һөҙөмтәләре

үҙгәртергә

Тухачевскийҙың эше РККА-лағы киң масштаблы репрессияларҙың башы булып тора. Әлеге репрессиялар барышында «махсус присутствиеһы» ағзалары ла һәләк була (Ульрих, Шапошников һәм Буденныйҙан башҡалары). Шулай уҡ Горячев репрессияланып өлгөрмәй, 1938 йылдың декабрендә вафат була (үҙ-үҙенә ҡул һалыу версияһы ла бар)[22][23].

Эш киң халыҡ-ара реакцияһын тыуҙыра. Мәҫәлән, немец журналы «Верфронт» 1937 йылда яҙа[24]::

Судтан һуң …Сталин РККА-ның иң яҡшы һигеҙ командирын атып үлтерергә ҡуша. Ҡыҙыл Армияһы командованиеһының ҡыҫҡа үҙгәртеп ҡороу осоро ошолай тамамлана <…>. Хәрби квалификация сәйәсәткә һәм большевистик системаһының хәүефһеҙлегенә ҡорбанға килтерелә.

«Тухачевскийҙың эше» НКВД-ға бөтә ил буйынса «заговорҙаҙы» фашлау буйынса киң вәкәләттәр биреү өсөн сәбәп була[25].

Реабилитациялау

үҙгәртергә

СССР-ҙың Юғары суды Хәрби Коллегияһының 1957 йылдың 31 ғинуарындағы билдәләмәһенә ярашлы (4н номер-0280/57-се һанлы) бөтә ғәйепләнеүселәр енәйәт составы булмауы сәбәпле аҡланалар һәм реабилитациялана. Яңы ҡарар нигеҙендә хөкөм ителеүселәрҙең таныу күрһәтмәләре язалауҙар, туҡмауҙар ҡулланыу аша алыныуы тураһында мәғлүмәттәр ята[26][27]. Билдәләмәлә, атап әйткәндә, былай тиелә: «СССР-ҙың Юғары Судының Хәрби коллегияһы, эш материалдарын ҡарағандан һәм өҫтәмә тикшереү үткәргәндән һуң ,советтарға ҡаршы эшмәкәрлектә ғәйепләү буйынса Тухачевскийға, Коркка, Якирға һәм башҡаларға ҡарата енәйәт эше фальсификацияланған»[27].

Эште тикшереү өсөн КПСС Үҙәк Комитеты Президиум ағзаһы, Партия контроле комиссияһы рәйесе Н. М. шверник етәкселегендә комиссия ойоштора. Комиссия составына шулай уҡ А. Н. Шелепин һәм В. Е. Семичастный инәләр. улар икеһе лә комиссия эше ваҡытында СССР-ҙың дәүләт именлеге комитеты рәйесе вазифаһын биләйҙәр. 1964 йылда комиссия үҙ эшенең һөҙөмтәләрен КПСС Үҙәк Комитетының беренсе секретары Н. С. Хрущевҡа йүнәлтә[26]. Комиссия һығымтаһында ғәйепләнеүселәр «СССР Конституцияһын боҙоп, енәйәт һәм енәйәт-процессуаль закондары талаптарын инҡар итеп, прокурорҙың санкцияһы йәки суд ҡарары булмайынса, Сталиндың һәм Ежовтың туранан-тура башбаштаҡлығы буйынса» ҡулға алынғандар һәм « ғәйепләнеүселәрҙең кемеһе булһа ла дәүләт енәйәтен башҡарыуын раҫлаған объектив дәлилдәр юҡ. Был енәйәттәрҙә ғәйепләүҙәр уйлап сығарылған һәм ҡулға алынғандарға НКВД хеҙмәткәрҙәре тарафынан тикшереү үткәргәндә енәйәтсел ысулдары аша тағылған ҡапма-ҡаршылыҡлы „таныу“ күрһәтмәләренә нигеҙләнгән», тип белдерелә[26].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Donald Rayfield «Stalin and his hangmen: the tyrant and those who killed for him» 2005 Random House, стр. 324 Русский перевод: Рейфилд Д. Р 35 СТАЛИН И ЕГО ПОДРУЧНЫЕ / Пер. с английского автора. — М.: Новое литературное обозрение, 2008. — 576 е. ил.
  2. Прудникова Е., Колпакиди А. Двойной заговор. Тайны сталинских репрессий. — М.: ЗАО «ОЛМА Медиа Групп», 2006. — С. 486—492. — 640 с. — (Загадки истории). — ISBN 5-373-00352-2.
  3. Там же. С. 498—499.
  4. Выступление И. В. Сталина на расширенном заседании Военного Совета при наркоме обороны 2 июня 1937 года (не правленная стенограмма)
  5. Прудникова Е., Колпакиди А. Указ. соч. — С. 398—404, 407
  6. Там же. С. 405.
  7. Прудникова Е., Колпакиди А. Указ. соч. — С. 451—452.
  8. Прудникова Е., Колпакиди А. Указ. соч. — С. 405.
  9. С 1931 по 1935 — начальник внешней разведки ОГПУ. Расстрелян в 1937 как немецкий шпион
  10. Там же. С. 408.
  11. Приказ НКО СССР № 072 «Обращение к армии по поводу раскрытия НКВД предательской контрреволюционной военно-фашистской организации в РККА» 2013 йыл 31 май архивланған.
  12. Прудникова Е., Колпакиди А. Указ. соч. — С. 523.
  13. Хлевнюк О. В. Политбюро. Механизмы политической власти в 30-е годы. Глава 1. Политбюро в 1930-м году. Завершение сталинизации
  14. Шелленберг, Мемуар В. — Мн.: Родиола плюс, 1998. — ISBN 985-448-006-2.
  15. Ҙур уйын. Нью-Йорк: House Publishing Liberty, 1989
  16. Deutschland in und Faschismus Kapitalismus (Gottingen, 1973), 95, n. 20., Thyssen Фрицтар, Paid Hitler I (New York, 1941), 163
  17. 1918-1941 Soviet The High Command Erickson John: A. Military-History 1918—1941 Political, ' s St Press Martin' (Macmillan), London, 1962
  18. П.Ф. де Вильмаре. Неприкасаемый. — Москва: РОССПЭН, 2014.
  19. С. Т. Минаков. «За отворотом маршальской шинели» Орёл, 1999 249—358 ISBN 5-87025-034-X
  20. Борис Соколов «Истреблённые маршалы», Смоленск, Русич, 2000, стр. 82-202
  21. Лев КОЛОННЫЙ . затылок атҡанын шунда, Үлгән булырға тейеш, унда музей
  22. ВОЕННАЯ ЛИТЕРАТУРА -[ Исследования ]- Черушев Н. С. 1937 год: Элита Красной Армии на голгофе
  23. О смерти комкора (версия родственников) 2013 йыл 8 октябрь архивланған.
  24. «Новое лицо Красной Армии», «Верфронт», 1937. ЦГСА ф.33987 оп. 3, д. 1080, л. 7
  25. Прудникова Е. Берия. Последний рыцарь Сталина. — СПб.: Издательский дом «Нева», 2005. — С. 107—109.
  26. 26,0 26,1 26,2 Комиссия белешмә кпсс үҙәк комитеты президиумы ТУРАҺЫНДА «ғәйепләп тикшереү, суд органдары партия һәм тағылма 1937 йылда ттары Тухачевский, Якир, Уборевич һәм башҡа хәрби эшмәкәре, тыуған иленә хыянат итеү, террорға һәм хәрби заговор» Баҫылып: Рәсәй хәрби архивтарға. 1993. В. 1. С 4-113; хәрби-тарихи архивынан. 1998. В. 2. С 3-81
  27. 27,0 27,1 «Известия ЦК КПСС», 1989 йыл, 4-се номер
Комментарийҙар
  1. (19 — 24 авг.) Первый открытый процесс в Москве — т. н. «процесс 16-ти» (в их числе видные большевики и соратники Ленина: Г. Е. Зиновьев и Л. Б. Каменев). Обвинённые в создании «террористического троцкистско-зиновьевского центра», все 16 подсудимых признаются в том, что поддерживали связь с Троцким, были соучастниками убийства С. М. Кирова, готовили заговор против Сталина и других руководителей. Они дают показания против Н. Бухарина, А. Рыкова и М. Томского. Все приговорены к смертной казни и расстреляны 25 августа. После смерти Сталина все обвиняемые посмертно реабилитированы в связи с отсутствием состава преступления
  2. Маршал Жуков рассказывал писателю Симонову: "Нужно сказать, что Ворошилов, тогдашний нарком, в этой роли был человеком малокомпетентным. Он так до конца и остался дилетантом в военных вопросах и никогда не знал их глубоко и серьёзно… А практически значительная часть работы в наркомате лежала в то время на Тухачевском, действительно являвшимся военным специалистом. У них бывали стычки с Ворошиловым и вообще существовали неприязненные отношения. Ворошилов очень не любил Тухачевского… Во время разработки устава помню такой эпизод… Тухачевский, как председатель комиссии по уставу, докладывал Ворошилову как наркому. Я присутствовал при этом. И Ворошилов по какому-то из пунктов… стал высказывать недовольство и предлагать что-то не шедшее к делу. Тухачевский, выслушав его, сказал своим обычным спокойным голосом: — Товарищ нарком, комиссия не может принять ваших поправок.
    — Почему? — спросил Ворошилов.
    — Потому что ваши поправки являются некомпетентными, товарищ нарком». (Симонов К. М. Глазами человека моего поколения.— М.: Изд-во АПН, 1989, с. 383)
  • Викторов Б. А. Без грифа «Секретно»: Записки военного прокурора. — М.: Юридическая литература, 1990. — 336 с. — (Возвращение к правде). — 200 000 экз. — ISBN 5-7260-0215-6.
  • Прудникова Е., Колпакиди А. «Двойной заговор. Тайны сталинских репрессий». — М.: ЗАО «ОЛМА Медиа Групп», 2006.
  • Лазарев С. Е. «Заговор» против Тухачевского // Военно-исторический архив. 2015. № 1 (181). С. 157—163.
  • Минаков С. Т. «Советская военная элита в политической борьбе 20-30-х годов»
  • Тухачевский М. Н. «Как мы предавали Сталина». — М.: «Алгоритм», 2013.
  • Лесков В. А. «Сталин и заговор Тухачевского». — М.: «Вече», 2003.
  • Соколов Б. В. «Михаил Тухачевский: жизнь и смерть Красного маршала» — Смоленск: «Русич», 1999.
  • Шило Н. И., Глушко А. В. «Маршал Тухачевский. Мозаика разбитого зеркала». — М.: «Центрполиграф», 2014.

Һылтанмалар

үҙгәртергә