Вәли (исем)
Вәли— башҡорт ир-ат исеме, төрки телле илдәрҙә йыш осрай.
Этимологияһы
үҙгәртергәВәли исеме башҡорт теенә ғәрәп теленән килеп ингән. Хужа, эйә; яҡын кеше, туған; яҡлаусы; изге (ир-ат исемдәре ялғауы) тигән мәғәнәләрҙе аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәНәбиуллин Вәли Ғәбей улы (3 апрель 1914 йыл — 25 декабрь 1982 йыл) — СССР-ҙың дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1939—1947 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы, 1951—1962 йылдарҙа Министрҙар Советы Рәйесе. СССР-ҙың 4-се һәм 5-се саҡырылыш Юғары Советы, БАССР-ҙың 1‑се, 3-сө, 4-се, 6-сы һәм 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин (1957), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1966) ордены кавалеры.
Псәнчин Вәли Шәғәли улы (22 апрель 1930 йыл — 30 май 2013 йыл) — тел белгесе, педагог‑методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты, (1965). Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1991), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1991), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2005).
Вәлиев Лек Вәли улы (19 апрель 1935 йыл — 23 март 1992 йыл) — режиссёр. 1965—1969 һәм 1981—1987 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссёры, 1971—1981 йылдарҙа — баш режиссёры; бер үк ваҡытта 1965 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы, 1972—1985 һәм 1989—1992 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1966 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың (1978) һәм Башҡорт АССР-ының (1972) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1983).
Сураков (Сурапов) Вәли Мансур улы (рус. Сурак(п)ов Вали Мансурович 1906 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовойы.
Аҙнасурин Вәли Латип улы (рус. Азнасурин Валий Латыпович; 1900 — ?) — 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкының музыка взводы музыканты булып хеҙмәт итә. Гвардия өлкән сержанты.
Айытбаев Вәли Мөхәммәт улы (рус. Аитбаев Вали Мухаметович; 1908 йыл — 22 июль 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкында пулемётсы булып хеҙмәт итә. Ҡыҙылармеец. Рядовой.
Орхан Вәли Ҡаныҡ (13 апрель 1914 йыл — 1950 йыл) — күренекле төрөк шағиры.
Сәғиҙуллин Вәли Мәхмүт улы (1922 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы разведчигы, гвардия рядовойы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1944).
Йосопов Вәли Йосоп улы (1896 йыл — 1962 йыл) — «егерме биш меңсе» (двадцатипятитысячник), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.
Шәйхисламов Вәли Шәйхислам улы (1903 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы
Бикташев Вәли Миниғалим улы (1 май 1917—2012 й.) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, «Дахау» фашист концлагеры тотҡоно. Беренсе һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы» билдәһе менән бүләкләнгән. 4 китап, шул иҫәптән «Беҙ үлемдән өлкән» документаль повесы авторы. Ибраһимов исемендәге премия лауреаты (2003).
Ахундов Вәли Йосоп улы (1 [14] май 1916 — 22 август 1986) — әзербайжан совет партия-дәүләт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Әзеррбайжан һаулыҡ һаҡлау министры (1954—1958), Әзеррбайжан ССР-ы Миниcтрҙар советы рәйесе (1954—1958), Әзеррбайжан коммунистар партияһы ҮК беренсе секретары (1959—1969), Әзербайжан ССР фәндәр академияһы вице-президенты (1969—1972). Медицина фәндәре докторы.
Фамилияларҙа
үҙгәртергәВәлиев Ғәйфулла Хәмит улы (1930 йыл — 1982 йыл) — яҙыусы.
Вәлиев Дамир Жәүәт улы (1940 йыл — 2002 йыл) — башҡорт философы, йәмәғәт эшмәкәре, философия фәндәре докторы (1984), профессор.
Вәлиев Камил Абдрахман улы (йырсы) (1930 йыл — 2016 йыл) — Башҡортостандың халыҡ артисы (1987).
Вәлиев Камил Абдрахман улы (физик) (1934 йыл) — башҡорт ғалимы.
Вәлиев Мәсәлим Мөшәрәп улы (1888 йыл — 1956 йыл) — композитор, дирижёр, башҡорт профессионал музыка сәнғәтенә нигеҙ һалыусы.
Вәлиев Рәфғәт Әхтәм улы (1911 йыл — 1993 йыл) — совет хәрби начальнигы һәм ғалим-баллистик, генерал-майор.
Вәлиев Шамил Зөфәр улы (6 февраль 1951 йыл) — иҡтисад фәндәре докторы, профессор.
Вәлиев Рәфис Шәмсиәхмәт улы (23 март 1942 йыл) — Краснокама районы педагогы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Вәлиев Әкрәм Мөхәррәм улы (1908 йыл — 1963 йыл) — шағир, балалар яҙыусыһы, тәржемәсе.
Вәлиев Ярулла Носратулла улы (192 йыл — 1981 йыл) — яҙыусы, БАССР-ҙың атҡазҙнған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981).
Вәлиева Аида Фәрит ҡыҙы (4 май 1960 йыл) — техник фәндәре докторы, профессор.
Вәлиева Баныу Нурғәли ҡыҙы (1914 йыл — 2003 йыл) — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы.
Вәлиева Зилә Рәхимйән ҡыҙы (15 октябрь 1952 йыл) — Татарстандың дәүләт һәм мәҙәниәт эшмәкәре.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәВәли (вазифа) (рус. Вали, ғәр. وزير) — ислам илдәре хакимиәттәрендәге вазифа, ил бүленешендәге провинция әмире йәки башҡа административ берәмеккә тура килә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 25 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |