Йосопов Вәли Йосоп улы

«егерме биш меңсе», хужалыҡ эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

Йосопов Вәли Йосоп улы (18961962) — «егерме биш меңсе» (двадцатипятитысячник), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

Йосопов Вәли Йосоп улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 15 октябрь 1896({{padleft:1896|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Оло Иҫәнгилде, Ҡолой ауыл биләмәһе, Арғаяш районы, СССР
Вафат булған көнө 13 сентябрь 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (65 йәш)
Вафат булған урыны Ҡалмаҡҡол, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө совхоз
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Йосопов Вәли Йосоп улы 1896 йылдың 15 октябрендә Рәсәй империяһы Ырымбур губернаһы (хәҙер — Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) Иҫәнгилде ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс һәм тулы булмаған урта белемде тыуған ауылында алған.

1928 йылдан бирле Башҡортостан АССР-ының Мәсәғүт кантоны Ҡалмаҡол улусы территорияһында йәшәй.

Өфөлә Ауыл хужалығы мәктәбен тамамлай. Башҡортостан «егерме биш меңселәре» хәрәкәтенә ҡушылып, 1934 йылда Ҡыйғы районы Торналы ауылы совхозы (хәҙер — Салауат районы биләмәләрендә) бүлексәһенә идарасы (управляющий) итеп ебәрелә.

«Торналы» совхозы 1931 йылда барлыҡҡа килә. Яңы ойошторолған совхозға эшсе көстәр яҡын тирәләгәе ауылдарҙан, хатта республиканың башҡа райондарынан да килә. Мал һәм техниканы ла райондың башҡа хужалыҡтарынан йыялар[1].

«Торналы» совхозында эшләп йөрөгәндә, Нәсибаш ауылы ҡыҙы Сәрүәр Закир ҡыҙына (1907—2007) өйләнә. 1938 йылда Ләлә исемле ҡыҙҙары тыуа.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Вәли Йосоп улына 45 йәш була.

1942 йылдың 10 октябрендә Малаяҙ район хәрби комиссариаты уны Ҡыҙыл Армия сафына саҡыра. 31-се гвардия уҡсылар дивизияһы 97-се гвардия уҡсылар полкы яугире Вәли Йосоп улы Йосопов фронттың алғы һыҙығында батырҙарса алыша.


1943 йылдың февралендә дивизия Жиздра ҡалаһы янында һөжүм һуғыштары алып бара. 1943 йылдың 12 июненән 6 сентябргә тиклем Орёл йүнәлешендә хәрәкәт итә.

1943 йылдың 18 ноябренә Великие Луки ҡалаһы районында, һуңынан 1944 йылдың 10 февраленә тиклем Витебск ҡалаһы, мартта Идрица йүнәлешендә һуғыша.

Соединение частары 210 километрҙы марш менән үтә һәм 1944 йылдың 23 июнендә Витебск ҡалаһын яулай, дивизия «Витебская» тип йөрөтөлә башлай. Днепр йылғаһы ҡушылдығы Березина һәм Неман йылғаларын аша сығып, Алитус ҡалаһын ала. Неманды кискән өсөн дивизия II дәрәжә Суворов ордены менән бүләкләнә.

1944 йылдың 6 авгусында Вильнюс һөжүм операцияһы өсөн 31-се гвардия уҡсылар дивизияһы Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була.

1944 йылдың 17 октябренә дивизия СССР-Германия дәүләт сиген аша сыға. 13 көн эсендә 335 км юл үтә һәм 600-ҙән ашыу тораҡ пунктын азат итә. Көнсығыш Пруссияла алып барылған хәл иткес алыштар өсөн 1944 йылдың 14 ноябрендә Ленин ордены менән бүләкләнә.

1945 йылдың 30 мартына дивизия Кёнигсберг ҡалаһына яҡынлаша. 1945 йылдың 6-9 апрелендә Кёнигсбергты, 25 апрелендә Пиллау ҡалаһын яулай, һәм Еңеүҙе тантана итә[2].

Балтик диңгеҙендәге Земланд ярымутрауы ҡала-ҡәлғәһе, иң һуңғы ҙур немец порты һәм хәрби-диңгеҙ базаһы Пиллау ҡәлғәһен алғаны өсөн һәр яугиргә бирелә торған Юғары Баш командующий Советтар Союзы Маршалы И. В. Сталиндың Рәхмәт хаты һаҡлана Йосопов Вәли Йосоп улы ғаиләһендә.

Был еңеү уңайынан Мәскәү 224 орудиенан 20 артиллерия залпы бирә[3].[4].

1945 йылдың 21 апрелендә Вәли Йосоп улы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[5].

Ҡатыны Йосопова Сәрүәр апай ҙа 1947 йылдың 1 февралендә «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалына лайыҡ була.

Вәли Йосоп улы Йосопов 1962 йылдың 13 сентябрендә Салауат районы Ҡалмаҡол ауылында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • 1945 — «Батырлыҡ өсөн» миҙалы
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

• Реквизиты документа: ЦАМО. Фонд 33. Опись 687572. Единица хранения 1890

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://ok.ru/yazgiyurt/topic/64647475765254 О Язги-Юрте
  2. 328-я (31-я гвардейская) Витебская стрелковая дивизия. samsv.narod.ru
  3. https://pamyat-naroda.ru/warunit/31%20%D0%B3%D0%B2.%20%D1%81%D0%B4/ 2021 йыл 20 ғинуар архивланған.
  4. https://www.rkkawwii.ru/division/31gvsdf1
  5. Реквизиты документа: ЦАМО. Фонд 33. Опись 687572. Единица хранения 1890