Вәлиев Ғәйфулла Хәмит улы

Вәлиев Ғәйфулла Хәмит улы (6 ноябрь 1930 йыл — 1 август 1982 йыл) — башҡорт журналисы, партия хеҙмәткәре һәм яҙыусы, драматург. 1953 йылдан КПСС, 1957 йылдан СССР Журналистар һәм 1978 йылдан — СССР Яҙыусылар союздары ағзаһы. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980).

Ғәйфулла Вәлиев
Исеме:

Вәлиев Ғәйфулла Хәмит улы

Тыуған көнө:

6 ноябрь 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы , Красноусол районы,
Имәнлек ауыл[1]

Вафат булған көнө:

1 август 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (51 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

журналист, партия хеҙмәткәре, яҙыусы

Жанр:

Проза, публицистика, драматургия

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Дебют:

«Торналар төйәге» (1974)

БиографияһыҮҙгәртергә

Ғәйфулла Хәмит улы Вәлиев 1930 йылдың 6 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Красноусол[1] районы Имәнлек ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Иртә етем ҡала. Хеҙмәт эшмәкәрлеген колхозда башлай, аҙаҡтан төҙөлөштәрҙә эшләй.

1962 йылда Ленинградта юғары партия мәктәбен тамамлаған. 1957—58 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзитендә, 1963 йылдан алып «Һәнәк» журналының әҙәби хеҙмәткәре. 1964—65 йылдарҙа БАССР Министрҙар советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты мөхәррире, 1968 йылдан — баш мөхәррире. 1965—68 йылдарҙа КПСС‑тың Күгәрсен район комитеты секретары. «Торналар төйәге» исемле тәүге китабы 1974 йылда сыға. Уның әҫәрҙәренә сюжеттарҙың мауыҡтырғыс һәм оригиналь булыуы, хис-тойғолар байлығы хас. «Өстамаҡ» (1978), «Әсәйем фатихаһы» (1981) китаптарының геройҙары — ғәҙел, яратҡан эштәренә сикһеҙ бирелгән, ата-бабалар йолаларына тоғро кешеләр. Уның «Хыял ҡошом» пьесаһы Салауат башҡорт драма театры сәхнәһендә ҡуйылған.

ӘҫәрҙәреҮҙгәртергә

  • Бөҙрә тирәктәр: повестар һәм хикәйәләр. — Өфө, 2002.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәреҮҙгәртергә

  • БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980)

ХәтерҮҙгәртергә

  • Ғафури районы Йөҙимән ауылындағы мәктәпкә һәм урамға уның исеме бирелгән.

СығанаҡтарҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә