Вәлиев Лек Вәли улы (19 апрель 1935 йыл — 23 март 1992 йыл) — режиссёр. 1965—1969 һәм 1981—1987 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссёры, 1971—1981 йылдарҙа — баш режиссёры; бер үк ваҡытта 1965 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы, 1972—1985 һәм 1989—1992 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1966 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың (1978) һәм Башҡорт АССР-ының (1972) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1983).

Вәлиев Лек Вәли улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 19 апрель 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Раевка
Вафат булған көнө 23 март 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (56 йәш)
Һөнәр төрө режиссёр, юғары мәктәп уҡытыусыһы, драматург
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре

БиографияһыҮҙгәртергә

Лек Вәли улы Вәлиев 1935 йылдың 19 апрелендә Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Раевка ҡасабаһында тыуған. 1959 йылда Мәскәү ер төҙөү инженерҙары институтын, 1965 йылда Ленинград театр, музыка һәм кинематография институтын тамамлай. Салауат драма театры сәхнәһендә В. Сәйфуллин һәм Л. Елшанкиндың «Умырзая» драмаһы буйынса спектаклен (1964) ҡуя, был уның беренсе эше була. 1968 йылдан — Салауат театрының баш режиссеры.

19651987 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия дәүләт драма театрында эшләй. Академтеатрҙа уның беренсе эше — Сыңғыҙ Айтматов «Әсә яланы» («Материнское поле») әҫәре буйынса спектакль. 1971—1981 йылдарҙа — ошо театрҙың баш режиссеры. 1987—1990 йылдарҙа — Сибай дәүләт драмы театрында режиссер. 1990—1992 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры режиссеры.

Төрлө сәхнәләрҙә М. Кәрим, Н. Нәжми, Н. Асанбаев, И. Йомағолов, М. Буранғолов, Х. Ибраһимов, И. Абдуллин, М. Садиҡова пьесалары буйынса 50-нән ашыу спектаклдәр ҡуя. Шулай уҡ А. Н. Островский, М. Горький, Л. Пиранделло, М. Ғафури, У. Сароян, Н. Хикмәт, С. Айтматов әҫәрҙәре буйынса постановкалар ҡуя[1].

Лек Вәлиевтың «Нәркәс» (И. Йомағолов), «Салауат» (М. Кәрим), «Тиле йәшлек» (И. Абдуллин), «Онотолған» (Н. Хикмәт), «Лиола» (Л.Пиранделло), «Аҙаҡҡылар» (М. Горький), «Утлы өйөрмә» (Ә. Мирзаһитов) һәм башҡа спектаклдәре нескә лиризм, фәлсәфәлек менән һуғарылған, геройҙарҙың характерҙарына тәрән инеү уның режиссерлыҡ үҙәнсәлеге булып тора[1].

Л. Вәлиевтың художестволы алымы Н. Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша» документтарға нигеҙләнгән драмаһы буйынса спектаклендә айырыуса ныҡ сағылдырыла. Спектакль Яҡын Көнсығыш илдәрендә беренсе совет дипломатының батырлығына һәм СССР-ҙың 60 йыллығына бағышлана һәм ул дәүерҙә республиканың мәҙәни тормошонда һәм шулай уҡ башҡа илдәрҙә мөһим ваҡиға булып ҡабул ителә[2].

Лек Вәли улы республика режиссура мәҙәниәтенең иң күренекле вәкилдәренең береһе була. Үҙенең художество оҫталығы арҡаһында милли театрға үҙенә башҡа интонация биреүгә һәләтле булған. Уның ижадында башҡорт театр сәнғәтенең милли характерының мөһим дәүмәлдәре кәүҙәлендерелгән. М. Буранғоловтың "Башҡорт туйы"н (Сибай башҡорт театры) иҫкә төшөрөү етә. Лек Валиевтың спектаклдәрендәге геройҙар өсөн әһәмиәтле булған кешелек абруйы, намыҫ, дуҫлыҡ, тоғролоҡ мәсьәләләре — уның үҙе өсөн дә бик мөһим була. Ул үҙенсәлекле һәләткә эйә, үҙенә иғтибарҙы йәлеп итә, башҡалар араһында күренеп тора, үҙенә бер төрлө, матур һәм көслө була[2].

ӘҫәрҙәреҮҙгәртергә

«Париж егете Әлфәнис» (1986, Сибай драма театры постановкаһы), «Бездна, или Черемуховые холода» (1988, Салауат драма театры постановкаһы) пьесаларҙың авторы[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә

ХәтерҮҙгәртергә

  • Өфөлә Лек Вәлиев йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[1].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә