Вәлиев Ярулла Носратулла улы
Вәлиев Ярулла Носратулла улы (10 март 1921 йыл — 6 ғинуар 1981 йыл) — башҡорт журналисы, яҙыусы. 1966 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1942 йылдан — КПСС ағзаһы. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981).
Ярулла Вәлиев | |
Псевдонимдары: |
Яр. Вәлиев |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: | |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: |
Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы, журналист |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Дебют: |
«Үҙ кеше» (1963) |
Биографияһы
үҙгәртергәЯрулла Носратулла улы Вәлиев 1921 йылдың 10 мартында Өфө губернаһы Өфө өйәҙе [1] Бикмырҙа ауылында тыуған.
Үҙ ауылында башланғыс, күрше Үктәйҙә ете йыллыҡ мәктәпте тамалағандан һуң Өфө ҡалаһындағы Баһау Нуриманов исемендәге педагогия рабфагында уҡый.
1940 йылда Өфөләге уҡытыусылар белемен камиллашырыу институты ҡарамағындағы педагогик курстарҙы тамамлай.
1940 йылдан Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбендә уҡытыусы, һуңынан РОНО-ла инспектор булып эшләй.
1941 йылда «Еңеү юлында» (хәҙерге «Таң») гәзитендә тәүҙә яуаплы сәркәтип (секретарь) була, ә 1942 йылдан яуаплы редактор вазифаһын тапшыралар.
1944 йылда ВКП(б)-ның Бөрйән районы комитетының бүлек мөдире итеп тәғәйенләнә.
1946 йылда ВКП(б)-ың Башҡорт өлкә комитеты ҡарамағындағы бер йыллыҡ партия мәктәбендә белем ала. Шул уҡ йылда ситтән тороп К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтты тамамлай.
1946—1947 йылдарҙа «Большевик» (хәҙерге «Йүрүҙәнь») гәзитендә яуаплы редактор була.
1947 йылдан «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзитендә бүлек мөдире һәм әҙәби хеҙмәткәр вазифаһын алып бара. 1949 йылда «Ҡыҙыл таң» гәзитендә эшләй.
1950—1954 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзите хеҙмәткәре була.
1955 йылда « Ленин юлы» (ныне «Туймазинский вестник») гәзитендә бүлек мөдире, ә 1956 йылдан «Нефтяник Башкирии» гәзите хеҙмәткәре була.
1957 йылда Мәскәүҙә КПСС Үҙәк Комитеты янындағы Юғары партия мәктәбен тамамлай.
1957—1960 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзите хеҙмәткәре була.
1960—1965 йылдарҙа «Һәнәк» журналында бүлек мөдире, ә 1966—1975 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзитендә бүлек мөдире вазифаһын башҡара.
Ижади эшмәкәрлеге
үҙгәртергәЯрулла Вәлиев күп прозаиктар кеүек әҙәбиәткә шиғырҙар яҙып аяҡ баҫа.
1938—1941 йылдар арауығында республика ваҡытлы матбуғатында уның исем-шәрифтәре менән баҫылған шиғырҙарын йыш осратырға була.
1947 йылдан журналистикаға ныҡлап тотона. 1963 йылда Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Үҙебеҙҙең кеше» исемле тәүге хикәйәләр йыйынтығы, 1965 йылда «Хәйерле иртә, Исмәғил!» повесы айырым баҫма булып сыға.
Әҫәр әҙәбиәт һөйөүселәр, бигерәк тә мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
1970 йылда — «Бөркөттәр оя ташламай» романы, ә 1976 йылда «Һин минең берҙән берем» повесы донъя күрә. Әҙип әҫәрҙәренең төп геройҙары — ергә ереккән хеҙмәтсәндәр.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәХәйерле иртә, Исмәғил!: повесть / Я. Вәлиев. — Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1991. — 152 б.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- башҡа сығанаҡтар
- Вәлиев Ярулла Носрат (Носратулла) улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Романов В. Его Исеме и книги не забыты (К 95-летию со дня рождения писателя Яруллы Валеева). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 10 март[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы
- ↑ Его Исеме и книги не забыты (К 95-летию со дня рождения писателя Яруллы Валеева). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 март 2016)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 март 2018)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 март 2018)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.{ (Тикшерелеү көнө: 6 март 2018)
- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 март 2018)