Вьетнам

Көньяҡ-Көнсығыш Азиялағы дәүләт, Һиндҡытай ярымутрауында урынлашҡан

Вьетнам (вьетн. Việt Nam), тулы рәсми формаһы — Вьетнам Социалистик Республикаһы (СВР)[6] |Cộng Hòa Xã Hội Chủ Nghĩa Việt Nam|共和社會主義越南|конг хоа са хой тю нгиа еле беҙгә иҫә}} — Көньяҡ-Көнсығыш Азиялағы дәүләт, Һиндҡытай ярымутрауында урынлашҡан. Көнбайышта Лаос һәм Камбоджа, төньяҡта — Ҡытай менән сиктәш, көнсығыш һәм көньяҡта Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе менән уратып алынған.

Вьетнам Социалистик Республикаһы
Cộng hòa Xã hội chủ nghĩa Việt Nam
Вьетнамдың гербы
Флаг {{{Герб урынына}}}
Девиз: «Ðộc lập, tự do, hạnh phúc
(Бойондороҡһоҙлоҡ, ирек, бәхет)»
Гимн: «Tiến Quân Ca»

Үҙаллылыҡ датаһы 2 сентябрь 1945 (иғлан ителә)
21 июль 1954 (таныла) ( Франция)
Рәсми тел вьетнам
Баш ҡала Ханой
Эре ҡалалар Хошимин, Ханой
Идара итеү төрө бер партиялы парламент республикаһы
Президент
Вице-президент
Премьер-министр
Милли йыйылыш рәйесе
Чан Дай Куанг
Данг Тхи Нгок Тхинь
Нгуен Суан Фук


Нгуен Тхи Ким Нган
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
66
331 210[1] км²
1,3
Халыҡ
• Һаны (2013)
• Халыҡ тығыҙлығы

92 477 857[2] чел. (13)
273 [1] чел./км² (30)
ЭТП
  • Бөтәһе (2010)
  • Бер кешегә

276,6 млрд[1] долл. (42)
3100[1] долл.
КПҮИ (2014)  0,666[3] (уртаса) (116 урын)
Валюта вьетнам донгы (VND)
Интернет-домен .vn
Код ISO VN
МОК коды VIE
Телефон коды +84[4]
Сәғәт бүлкәте UTC+7

Исем этимологияһы

үҙгәртергә

Илдең исеме (越南) ике һүҙҙән тора: «Việt» — вьет төп милләттең атамаһы, ә «Nam» — көньяҡ[7], «көньяҡ вьеттары», ҡытай телендәге «Юэнань» һүҙенән алынған, юэ — ҡытайҙарҙа вьеттарҙың атамаһы, ә «нань» — көньяҡ.

«Вьетнам» исемен беренсе тапҡыр XVI быуатта шағир Нгуен Бинь Кхием ҡуллана, ул «Пророчества Чанг Чиня» исемле китабында «Вьетнам ойошторола» тип яҙып сығара.

1804—1813 йылдарҙа император Зя Лонг «Вьетнам» һүҙен рәсми документтарҙа ҡуллана. Шулай ҙа 1945 йылға тиклем был ер «Аннам» тип атала, император Бао Дай рәсми рәүештә үҙгәрткәс кенә, Вьетнам тип атала башлай.

Тәүге осор

үҙгәртергә

Беҙҙең эраға тиклем I йөҙ йыллыҡта хәҙерге көньяҡ Ҡытай һәм төньяҡ Вьетнам территорияһында боронғо вьеттарҙың бер нисә дәүләте була.

Шуларҙың иң билдәлеләре төньяҡта урынлашҡан Нго (ҡыт."У") һәм Вьет (ҡыт."Юэ") батшалыҡтары, улар беҙҙең эраға тиклем VII быуатта Янцзы йылғаһы уйһыулыҡтарында барлыҡҡа килгән[8].

Боронғо Вьет (Юэ) халҡы дөгө үҫтереп көн күрә. Беҙҙең эраға тиклем VII—III быуаттарҙа Янцзы һәм Ҡыҙыл йылға араһындағы ерҙәрҙә 5 дәүләт барлыҡҡа килә: Ҡыҙыл йылға буйында Ванланг дәүләте, унда әлеге вьеттарҙың ата-бабалары — лаквьеттар йәшәй, унан көнсығышҡа табан — Тэйау (Намкыонг), Намвьет, Манвьет, Донгвьет дәүләттәре. Һуңыраҡ Тэйау Ванлангты яулай, уртаҡ Аулаҡ дәүләте барлыҡҡа килә. Был илдәрҙә мәҙәниәт кимәле байтаҡ юғары була, төньяҡ батшалыҡтар ҡытай мәҙәниәтен көньяҡтағылар менән сағыштырғанда тиҙерәк үҙләштерә бара. Аулак һәм Намвьет Циньск империяһы менән һуғыш алып баралар. Намвьет яулап алына. Цинь империяһы ҡолатылғас, Намвьет менән Аулаҡ бер дәүләткә берләшәләр. Был уртаҡ Намвьет дәүләте беҙҙең эраға тиклем II быуатта иң ҡеүәтле дәүләттәрҙең береһе була, унан тик Хань империяһы ғына көслөрәк була[8].

Әммә беҙҙең эраға тиклем II быуат аҙағында ил хань императорҙарының ҡул аҫтына эләгә. «Апалы-һеңлеле ихтилалдары» (Чынгтар) ваҡытлыса бойондороҡһоҙлоҡ яулап алырға ярҙам итә[9], ләкин, ҡытай хакимлығы IX быуатҡа тиклем дауам итә[10]. Шуға ҡарамаҫтан, лаквьеттар үҙ автономияларын һаҡлайҙар[9], илбаҫарҙар менән көрәште туҡтатмайҙар[10].

Ошо йылдарҙа илдә Индия монахтары таратҡан буддизм урын ала[11].

541 йылда көньяҡ ҡытай дәүләте Лян вьетнам элитаһын нығыраҡ буйһондорорға теләй, быға ҡаршы Ли Бон тигән ҙур чиновник ихтилал күтәрә. Бер нисә еңеүҙән һуң ул император тип иғлан ителә, Ранних Ли (541—603) династияһы унан башлана. Ләкин ҡытайҙарҙың яңынан яу менән килгән саҡтарында Ли Бон үлтерелә. Илде Чиеу Куанг Фук етәкләй, 551 йылда ул интервенттарҙы ҡыуып сығара. Шул ваҡыттан илдә үҙ-ара һуғыш башлана, дәүләт икегә бүленә: көнбайыш Чиеу Куанг Фук ҡулында була, көнсығышты Ли Бондың алыҫ туғаны — Ли Фат Ты етәкләй[12].

602 йылда Ҡытайҙы берләштергән Суй империяһы вьет дәүләтенә ҡаршы һуғыш аса. 603 йылда вьет ғәскәрҙәре еңелә, ил Суй хакимлығын танырға мәжбүр була[13].

Урта быуат

үҙгәртергә
 
Вьетнам территорияһының формалашыуы

880 йылда ҡытай ғәскәрҙәре илдең көньяғын ташлап сығалар[13]. 939 йылда Нго Кюйен ҡытайлыларҙы еңә, ул Нго династияһына нигеҙ һала, улар 961 йылда тиклем идара итә. 968 йылда Динь Бо Линь был территорияны Дайковьет — Бөйөк боронғо Вьет исеме аҫтында берләштерә[14].

XIII быуаттың икенсе яртыһында ил Көньяҡ-Көнсығыш Азияның башҡа дәүләттәре менән бергә монголдарҙың яуы аҫтына эләгә. 1285 йылда Хубилай хандың улы Туған вьеттарҙың дәүләтенә баҫып инә, шул уҡ ваҡытта диңгеҙҙән монгол-ҡытай десанты Ҡыҙыл йылғаһының ярына аяҡ баҫа. Ләкин илбаҫарҙарҙың көстәре Као йылғаһы буйында тар-мар ителә. Ҡытайға кире ғәскәрҙең бары тик ундан бер өлөшө ҡайта. Һуңғы еңеү Батьданг йылғаһында була. Монголдарҙың флоты вьеттарҙың джонкалары артынан ҡыуа һәм йылға төбөнә алдан ҡағып ҡуйылған осло ағас олондарына барып төртөлә . Монголдарҙың кәмәләренә янған факелдар һәм уҡтар яуа[15].

1407 йылда илде ҡабат ҡытайҙар яулап ала. Ҡытайҙарға ҡаршы феодал Ле Лой баш күтәрә, 1427 йылда ул еңә һәм үҙен яңы император итеп иғлан итә. Ул башлаған Һуңғы Ле династияһы XVIII быуат аҙағында булған тэйшондар ихтилалына тиклем ил менән идара итә[16].[17]

XV быуаттың икенсе яртыһында Вьетнам күрше Тямпаны һәм Лансангтың көнсығыш райондарын баҫып ала. Буддизмдан халыҡ элекке ышаныуҙарына ҡайта, шулай уҡ конфуцианлыҡ тарала[18].

XVI быуатта илдә кризис башлана: һуғыш, ҙур идара аппараты крәҫтиәндәрҙе ярлыландыра. Хөкүмәттең ауыл хужалығын үҫтереүҙе уйламауы ла халыҡтың асыуын килтерә[19].

Яңы ваҡыт

үҙгәртергә

Кризис Тэйшндар ихтилалына килтерә, ул 1773—1802 йылдарҙа бара. Утыҙ йыл барған граждандар һуғышы баш күтәреүселәрҙең еңелеүе менән тамамлана. Тәхеткә үҙен Зя Лонг тип атаған[21] император менеп ултыра. Вьетнам конфуциан принциптарына нигеҙләнгән бер дәүләткә берләшә[22]. XIX быуат башында Вьетнам Камбоджи өсөн Сиам менән бик оҙаҡ көрәшә[23].

1858 йылда Вьетнамға Франция баҫҡынсылары ябырыла [24]. 1862 йылда баҫып алынған 3 көнсығыш провинцияһынан Француз Кохинхинаһы тигән колония ойошторола, уға 1867 йылда тағы 3 көнбайыш провинцияһы өҫтәлә — шул рәүешле француз йоғонтоһо аҫтында бөтә көньяҡ Вьетнам булып сыға. 1873 йылда француздар Төньяҡ һәм Үҙәк Вьетнамға һөжүм итә. 1882 йылда Ханой алына. Тулыһынса колониаль режим 1885 йылда хакимлыҡ итә башлай.

1887—1940: Колониаль осор

үҙгәртергә
 
Вьетнам француз ҡоллоғонда

Лаос һәм Камбоджа менән бергә Вьетнам Франция Индокитайының составына инә.

1930 йылда Һиндҡытай Коммунистар партияһы (КПИК лидеры — Хо Ши Мин) етәкселегендә илде азат итеү өсөн милли хәрәкәт башлана.

1940—1946: Вьетнам Икенсе донъя һуғышы йылдары. Япон оккупацияһы

үҙгәртергә

Икенсе донъя һуғышы йылдарында Вьетнамды япондар баҫып ала. Һуғыш аҙағында япондар үҙ ғәскәрҙәрен сығарырға мәжбүр була, көстәре Япония һәм Маньчжурияның оборонаһына кәрәк була. Вьетнам менән идара итеүҙе марионетка Бао Дайға ҡалдыралар.

 
Хо Ши Мин 1946 йылда

Коммунистар 1945 йылдың 13 авгусында Танчаола уҙған II партия конференцияһында ихтилал күтәреү тураһында ҡарар ҡабул итеп, Хо Ши Мин етәкселегендә Ваҡытлы хөкүмәт һайлайҙар. Август революцияһы 19 августа Ханойҙа, 23 августа Хюэла, 25 августа Сайгонда еңә. 30 августа Бао Дай тәхеттән баш тартыуы тураһында иғлан итә. 1945 йылдың 2 сентябрендә 500-меңлек митингта Ханойҙа Хо Ши Мин үҙаллылыҡ Декларацияһын иғлан итә һәм бөтөн донъяға яңы дәүләт — Вьетнам Демократик Республикаһы (ДРВ) тураһында хәбәр итә [27][28].

Ләкин 1945-46 йылдар ДРВ өсөн уңышлы булмай. уны бер яҡтан ҡытай, икенсе яҡтан Англия баҫып ала. Англия шулай уҡ француз ғәскәрҙәренә Вьетнамға ҡайтырға ярҙам итә[29]. КПИК подпольела[20] эшен дауам итә[31].

1946—1954: Вьетнам Беренсе Индокитай һуғышы йылдарында

үҙгәртергә

 
Вьетнам халыҡ армияһы батальоны парады, Ханой 14 июль 1951 йыл

1946 йылдың 18—19 декабрендә КПИК Ванфук ултырышында бөтә ил буйынса "Ҡаршы тороу һуғыш"ын башларға ҡарар ҡабул итә. 19 декабрҙә башланған яуҙар оҙаҡҡа һуҙылған партизан һуғышына әйләнә. [29][34]

 
Вьетнам территорияһының формалашыуы
 
Француз авиацияһының F8F Биркэт самолеты Вьетминға напалм ташлай (ноябрь, 1953 йыл)

 
Вьетминь һалдаттары еңеү парадында, Ханой, 9 октябрь 1954 йыл

Ниһайәт, 1954 йылдың июлендә Женева конференцияһы килешеүе төҙөлә. Был килешеү Вьетнамдың суверенитетын һәм үҙаллылығын башҡа илдәрҙең таныуын аңлата [43][29][21].

Вьетнам Икенсе Һиндҡытай һуғышы йылдарында

үҙгәртергә
 
Вьетнам бүленеүе

Ләкин АҠШҡа был оҡшамай, ул коммунизмдың Көньяҡ-Көнсығыш Азияла таралыуын теләмәй.

1965 йылда АҠШ систематик рәүештә ДРВ-ны бомбардировкалай башлай. Вьетнам һуғышы башлана. Партизандарҙың көньяҡта алып барған һуғышы һәм СССР ярҙамында илдең авианалеттарға ҡаршы тороуы америкалылар араһында ҙур юғалтыуҙарға килтерә. Вашингтон 1973 йылда Париж тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуя. Килешеү буйынса, америка ғәскәрҙәре Вьетнамдан сығып китергә тейеш була. 1975 йылдың 30 апрелендә Сайгон да бирелә.

1976 йылдың 2 июлендә Вьетнамдың Төньяғы менән Көньяғы Вьетнам Социалистик Республикаһына берләшә. 1976-сы йылда Вьетнам Социалистик Республикаһының (СРВ) яңы конституцияһы ҡабул ителә, Сайгон Хошимин тип атала башлай.

Заманса тарихы

үҙгәртергә
 
Ханой урамдары

1978 йылдың декабрь айында вьетнам ғәскәрҙәре Ҡытай агрессияһына яуап итеп, Камбоджоға керәләр һәм Пол Пот режимын бәреп төшөрәләр. Һөҙөмтәлә КНР менән 1979 йылдың яҙында ҡытай-вьетнам һуғышы башлана. Уның барышында СРВ армияһы ҡытай ғәскәрҙәрен туҡтата ала. СССР дипломатияһы КНР-ҙы һуғыштан баш тартырға мәжбүр итә.

Ҡытай һәм СРВ мөнәсәбәттәре тулыһынса 1991 йылда ғына тергеҙелә[22].

1986 йылда СССР-ға эйәреп, Вьетнам "яңырыу сәйәсәте"н тормошҡа ашыра башлай.

1992 йылда яңы Конституция ҡабул ителә.

Вьетнам — Көньяҡ-Көнсығыш Азия дәүләттәре Ассоциацияһының (АСЕАН) тулы хоҡуҡлы ағзаһы. АҠШ менән дипломатик мөнәсәбәттәре бар. СССР (Россия Федерацияһы) менән дипломатик мөнәсәбәттәр 1950 йылдың 30 ғинуарында урынлаштырыла.

Вьетнам 58 өлкәгә бүленгән. Биш ҡала: Ханой, Хошимин, Хайфон, Дананг һәм Кантхо[23].

 
Вьетнамдың административ берәмектәре
 
Вьетнамдың физик картаһы

Башҡортостан менән бәйләнештәре

үҙгәртергә
  • 2017 йылдың 10 ғинуарынан 14-нә тиклем Башҡортостан делегацияһының Социалистик Вьетнам Республикаһында рәсми сәфәр менән булды. Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкләгән делегация составына, рәсми шәхестәрҙән тыш, Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәре, эшҡыуарҙар инде. Улар Вьетнамдың эре ҡалары — Ханойҙа, Хошиминда, Вунгтауҙа булды, бер төркөм министрлыҡ, ведомство етәкселәре, эшлекле һәм ғилми даирә вәкилдәре менән осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәр үткәрҙе. Башҡортостан делегацияһын Вьетнам Президенты Чан Дай Куанг ҡабул итте[24].

12 ғинуарҙа Башҡортостан Хөкүмәте һәм Вьетнамдың Бариа-Вунгтау провинцияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө[25].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 CIA — The World Factbook 2020 йыл 17 май архивланған.
  2. Census.gov. Country Rank. Countries and Areas Ranked by Population: 2013. U.S. Department of Commerce (2013). Дата обращения: 9 май 2013. Архивировано 9 май 2013 года.
  3. Human Development Report 2014. United Nations Development Programme (2014). Дата обращения: 21 март 2016.
  4. Телефонные коды городов Вьетнама
  5. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/asia
  6. Государства и территории мира. Справочные сведения // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 15. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
  7. Вьетнам. Справочник. М.: Наука, 1993
  8. 8,0 8,1 Мосяков, Тюрин, 2004, с. 10
  9. 9,0 9,1 Мосяков, Тюрин, 2004, с. 11
  10. 10,0 10,1 Мосяков, Тюрин, 2004, с. 23
  11. Мосяков, Тюрин, 2004, с. 11—12
  12. Мосяков, Тюрин, 2004, с. 24—25
  13. 13,0 13,1 Организация управления на окраинах китайской империи на примере вьетских земель крайнего Юга. Деопик Д. В. 1970 2013 йыл 14 октябрь архивланған.
  14. Мосяков, Тюрин, 2004, с. 25
  15. Мосяков, Тюрин, 2004, с. 37—38
  16. Мосяков, Тюрин, 2004, с. 39—40
  17. Мосяков, Тюрин, 2004, с. 50
  18. Мосяков, Тюрин, 2004, с. 50—51
  19. Мосяков, Тюрин, 2004, с. 50—53
  20. Thông cáo Đảng Cộng sản Đông Dương tự ý giải tán, ngày 11-11-1945 2011 йыл 29 сентябрь архивланған. (вьетн.
  21. Война Сопротивления вьетнамского народа 1945-54 — статья из Большой советской энциклопедии (2-е издание).
  22. China-Vietnam Relations 2010 йыл 6 май архивланған.
  23. Национальные парламенты мира, 2005, с. 259
  24. Вьетнам Президенты Башҡортостан делегацияһын ҡабул итте  , 2017, 11 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 11 ғинуар 2017)
  25. Вьетнамда Башҡортостан Хөкүмәте һәм Бариа-Вунгтау провинцияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө  , 2017, 12 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2017)
  • Вьетнам // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Вьетнам. Справочник. М.: Наука, 1993.
  • Дэвидсон, Филипп Б. Война во Вьетнаме (1946—1975 гг.) = Vietnam At War. The History 1946-1975. — М.: Изографус : Эксмо, 2002. — 814 с. — ISBN 5-94661-047-3.
  • Западова Е. А. Об изучении Вьетнама в России //Письменные памятники и проблемы истории культуры народов Востока. XXII годичная научная сессия ЛО ИВ АН СССР. Ч.I. М., 1989. С.117-123
  • Ильинский М.М. Индокитай. Пепел Четырех войн (1939—1979 гг.). — М.: Вече, 2000. — 512 с. — (Военные тайны XX века). — ISBN 5-7838-0657-9.
  • Искусство Вьетнама / М. Б. Кохан. — М.: Гос. музей искусства народов Востока; ВРИБ «Союзрекламкультура», 1991.
  • История Востока: в 6 т. Т.6. Восток в новейший период (1945—2000 гг.) / отв. ред.: В. Я. Белокреницкий, В. В. Наумкин. — М.: Восточная литература РАН, 2008. — P. 1095. — ISBN 978-5-02-036371-7.
  • История Вьетнама / пер. с вьет. И. Д. Бакшт и В. И. Мещерякова, авт. предисл. Г. М. Маслов. — М.: Наука. Главная редакция восточной литературы, 1991. — 363 с. — ISBN 5-02-017089-5.
  • Мосяков Д. В., Тюрин В. А. История Юго-Восточной Азии. — М.: Восточный университет, 2004. — 497 с. — ISBN 5-98196-021-3.
  • Национальные парламенты мира : энцикл. справ. / А. Х. Саидов; Рос. акад. наук, Институт государства и права РАН. — М.: Волтерс Клувер, 2005. — 720 с. — ISBN 9785466000429.
  • Нгуен Фи Хоань. Искусство Вьетнама. Очерки истории изобразительного искусства / под ред. Д. В. Деопика. — М.: Прогресс, 1982.
  • Новакова, Оксана Владимировна. Крест и Дракон. У истоков вьетнамской католической церкви (XVI—XVII века). — М.: ИД «Ключ», ИСАА МГУ, 2012.
  • Правовые системы стран мира. Энциклопедический справочник / Отв. ред. — д. ю. н., проф. А. Я. Сухарев. — 2-е изд., изм. и доп. — Издательство НОРМА, 2001. — 840 с. — ISBN 5-89123-527-7.
  • Советская историческая энциклопедия: в 16 т. / гл. ред. Е. М. Жуков. — М.: Сов. Энциклопедия, 1963. — Т. 3: Вашингтон — Вячко.
  • Советская историческая энциклопедия: в 16 т. / гл. ред. Е. М. Жуков. — М.: Сов. Энциклопедия, 1967. — Т. 10: Нахимсон — Пергам.
  • Windrow, Martin. The French Indochina War 1946-1954. — Osprey Publishing, 1998. — 48 p. — ISBN 978-1855327894.

Һылтанмалар

үҙгәртергә