Ярымутрау — бер яҡтан материкка йәки утрауға тоташҡан, ҡалған яғы һыу менән уратып алынған ҡоро ер өлөшө. Ҙур булмаған ярымутрауҙы морон тип атайҙар. Күп осраҡта ярымутрау материк менән бер бөтөндө тәшкил итә.

Хорватияла ярымутрау

Уртауҙан айырмалы булараҡ, ярымутрау майҙаны шартлы рәүештә билдәләнә. Иң ҙур Ғәрәп ярымутрауының майҙаны 3 млн км²[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Аравийский полуостров — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә

Һылтанмалар

үҙгәртергә