Вьетнам һуғышы
Вьетнам һуғышы (вьетн. Chiến tranh Việt Nam, ингл. Vietnam War) — XX быуаттың икенсе яртыһындағы иң ҙур һуғыштарҙың береһе, ул Вьетнам, тағы ла АҠШ һәм СССР, тарихында һәм мәҙәниәтендә мөһим эҙ ҡалдырған.
Вьетнам һуғышы | |||
Төп конфликт: Икенсе Һиндҡытай һуғышы | |||
Дата | |||
---|---|---|---|
Урыны | |||
Нәтижә |
Төньяҡ Вьетнамдың хәрби һәм сәйәси еңеүе[2] | ||
Үҙгәрештәр |
Вьетнамдың ҡушылыуы | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
Командирҙар | |||
Ҡаршы тороусы көстәр | |||
| |||
Юғалтыуҙар | |||
| |||
| |||
Вьетнам һуғышы Викимилектә | |||
Һуғыш Көньяҡ Вьетнамда граждандар һуғышы рәүешендә башланған. Артабан уға Вьетнам Демократик Республикаһы (Төньяҡ Вьетнам) йәлеп ителгән. Һуңыраҡ Көньяҡ Вьетнамға АҠШ һәм уның союздаштары — Көньяҡ-Көнсығыш Азия Килешеү Ойошмаһы хәрби блогы (СЕАТО), ә Төньяҡ Вьетнамға — СССР һәм ҠХР ярҙам иткәндәр. Ваҡиғалар үҫеше барышында был конфликт Лаоста һәм Камбоджала барған граждандар һуғыштары менән тығыҙ бәйләнә. 1950-се йылдарҙан алып 1975 йылға тиклем Көньяҡ-Көнсығыш Азияла барған бөтә һуғыш хәрәкәттәре Икенсе Һиндҡытай һуғышы исеме аҫтында билдәле.
Һуғышты бер нисә осорға бүлергә була:
- Көньяҡ Вьетнамда партизандар һуғышы (1957 — март 1965).
- АҠШтың тулы масштабтағы хәрби тығылыуы (март 1965—1973).
- Һуғыштың һуңғы этабы (1973—1975).
Һуғыш тарихы
үҙгәртергәШарттары
үҙгәртергәВьетнам XIX быуаттың икенсе яртыһынан алып Францияның колониаль империяһы составына инә. Беренсе донъя һуғышынан һуң, илдә милли үҙбилдәленешкә ынтылыш үҫә, Вьетнамдың бойондороҡһоҙлығы өсөн көрәшкән йәшерен түңәрәктәр барлыҡҡа килә, бер нисә ҡораллы ихтилалдар була. 1941 йылда Ҡытайҙың территорияһында Вьетнамдың бойондороҡһоҙлығы өсөн Лига (Вьетминь) — хәрби-сәйәси ойошма төҙөлә, уға француз колониаль администрацияһына ҡаршы булған бөтә көстәрҙә инә. Артабан был хәрәкәттә төп рольде коммунизм ҡараштары яҡлылар башҡарғандар, уларҙың етәксеһе Хо Ши Мин була.
Икенсе донъя һуғышы ваҡытында француз администрацияһы Япония менән килешәләр: уның буйынса Францияның колониаль административ аппараты һаҡлана, ә япондарға Вьетнамдың стратегик ресурстары менән ҡулланырға рөхсәт бирелә. Был килшешеү 1944 йылға тиклем үҙ көсөнә эйә була, шул йылды Япония ҡорал менән француз колонияларын тулыһынса баҫып ала. 1945 йылдың сентяберендә Япония капитуляциялана. Ваҡытлыса хөкүмәтһеҙ осорҙо файҙаланып, Во Нгуен Зяп башлығындағы ҡораллы көстәр ярҙамында Вьетминь Ханой һәм башҡа эре ҡалаларҙы баҫып алалар. 1945 йылдың 2 сентяберендә Хо Ши Мин бөтә вьетнам территорияһында бойондороҡһоҙ Вьетнам Демократик Республикаһы барлыҡҡа килеүе тураһында иғлан итә.
Ләкин Франция үҙенең колонияһын юғалтыуын таныуҙан баш тартҡан. Ул Һиндҡытайға экспедицион корпус ебәрә, һәм уның ярҙамында Вьетнамдың көньяҡ өлөшөндә кире колониаль администрация контролен ҡайтарыуға өлгәшә. Һуңынан Вьетминь һәм Франция араһында һөйләшеүҙәр башлана, әммә уларҙы ике яҡта башлыса үҙенең хәрби көстө артабанда үҫтерер өсөн файҙаланғандар. Вьетнам Демократик Республикаһы барлыҡҡа килеү механизмы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыуға ирешеүгә ҡарамаҫтан, 1946 йылдың декаберендә Франция Вьетнамда колониаль һуғыш (Беренсе Һиндҡытай һуғышы) аса. Әммә партизандар хәрәкәтен француз армияһы еңә алмай. 1950 йылдан алып АҠШ француз ғәскәрҙәренә хәрби ярҙам күрһәтә башлағандар. Артабанғы дүрт йыл дауамында (1950—1954) АҠШтың хәрби ярҙамы 3 миллиард долларға еткән[1]. 1950 йылдан алып Вьетминьға Ҡытай Халыҡ Республикаһы ярҙам итә башлай. 1954 йылға ҡарай хәлдәр француз көстәренә ғәмәлдә өмөтһөҙ булған. Вьетнамға ҡаршы һуғыш Францияның үҙендә бик популярһыҙ булған. Был ваҡытҡа ҡарай һуғышҡа киткән сығымдарҙың 80 % АҠШ ҡаплап торған[1]. Дьенбьенф янындағы ҡаты алышта Франция ауыр еңелеү кисергәндән, 1954 йылдың июлендә Женевала уҙған конференцияла һигеҙ йыл буйы дауам иткән һуғыш бөтөүе тураһында килешеү төҙөлә.
Вьетнамды бүлеү һәм һуғыш башланыуы
үҙгәртергәЖенева килешеүҙәренә ярашлы, Вьетнамдың территорияһы ваҡытлыса 17-й параллель (демилитариязациялау зонаһы — ДМЗ) менән ике өлөшкә бүленгән. Төньяҡ Вьетнам территорияһы Вьетминь контроле аҫтына бирелә һәм Вьетнам Демократик Республикаһы составына инә. Көньяҡ Вьетнамда француздар менән билдәләнгән төбәк администрацияһы идаралыҡ иткән, сөнки килешеүҙәрҙән алда Франция Вьетнамдың бойондороҡһоҙлығын формаль танып өлгөрә һәм унда власта француздар яҡлы император Бао Дай була. 1956 йылдың уртаһына тиклем үткәрелергә тейеш булған дөйөм һайлауҙарынан һуң илдең ҡушылыуы планлаштырылған.
Был осорҙа вьетнам эштәрендә АҠШтың роле бик етеҙ үҫкән. Ҡытайҙа коммунистар еңгәндән һуң, Вьетнамдағы ваҡиғаларҙы АҠШ администрацияһы коммунистик экспанцияның бер өлөшө тип һанаған һәм шуға ла Францияға ҙур хәрби ярҙам күрһәткән. Женева килешеүҙәренән һуң, АҠШ үҙенең ставкаһын Көньяҡ Вьетнамдың премьер-министры Нго Динь Зьемға ҡуялар. 1955 йылдың 16 июлендә Нго Динь Зьем Женева килешеүҙәрен Көньяҡ Вьетнам үтәмәйәсәген, һәм тағы ла дөйөм һайлауҙар булмауын һәм бында антикоммунистик дәүләт урынлашыуын белдерә[11]. Шул уҡ йылдың октяберендә ул референдум үткәрә, унда Көньяҡ Вьетнамға монархия булып ҡалырғамы әллә республикаға әүерелгәме тигән һорау ҡуйылған. Зьем рефендум иғәнәләре буйынса монархияның бөтөүе тураһында һәм үҙен «Вьетнам Республикаһының» тәүге президенты тип иғлан итә.
Нго Динь Зьем күп кенә мөһим дәүләт ҡарарҙарын бер үҙе ҡабул иткән. Дәүләт вазифаларына ул үҙенең туғандарын (мәҫәлән, уның ҡустыһы Нго Динь Ню — йәшерен полицияның башлығы) йәки уға тоғро булған кешеләрҙе ҡуйған. Зьемдың иң тупаҫ хаталарының береһе булып ауылдарҙың үҙидараларын бөтөрөүе була, сөнки был быуаттар буйы дауам ителгән вьетнам йолаларын боҙған. Бындай сәйәсәт төбәк халҡы араһында протест тыуҙырған, һәм Зьемдың хөкүмәте популярлығын юғалтҡан.
Һуғыштың тәүге осоро
үҙгәртергәИлдең ҡушылыуы буйынса Женева килешеүҙәренең шарттары өҙөлгәс һәм башҡаса тыныс юлдар булмағанлыҡтан, тик 1959 йылдың башында ғына төньяҡ коммунистар Зьемға ҡаршы булған көстәргә ярҙам итеүҙе һайлайҙар. Һәм йылдың уртаһынан алып көньяҡҡа «хәрби кәңәшселәрҙе» ебәрә башлайҙар, улар башлыса ошо яҡта тыуып теләһә ниндәй сәбәп менән төньяҡ өлөшөнә барып эләккәндәр булған. Тәүге осорҙа кешеләрҙе һәм ҡоралды ДМЗ һыҙығыы аша үткәргәндәр, ләкин аҙағыраҡ Лаоста коммунистарҙың хәрби уныштарынан һуң транзит уның территорияһа аша башҡарылған. Шулай итеп «Хо Ши Мин һуҡмағы» барлыҡҡа килгән, ул ДМЗ һыҙығын уратып Лаос һәм аҙыраҡ Камбоджа территорияһы аша Көньяҡҡа Вьетнамға йүнәлгән.
1960 йылдың декаберендә Зьемға ҡаршы булған бөтә төркөмдәр Көньяҡ Вьетнамды Азат итеү Милли Фронтына (КВАМФ) берләшәләр, ул Көнбайыш дәүләттәрҙә Вьетконг исеме аҫтында билдәле булған. Төньяҡ Вьетнам ярҙамында партизандар бик уңышлы һөжүм иткәндәр, һәм АҠШ үҙенең хәрби ярҙамын үҫтерергә мәжбүр була. 1961 йылдың декаберендә АҠШ үҙенең тәүге хәрби көстәренең частарын — ике вертолёт ротаһын ебәрә. Туҡтауһыҙ хәрби кәңәшселәр күбәйтелә. Был осорҙа Көньяҡ Вьетнамдағы һуғыш әле йәмғиәт иғтибарын йәлеп итмәй ҡала, әммә америка президенты Джон Кеннеди администрацияһы Көньяҡ-Көнсығыш Азиялағы «коммунистар агрессияһы» менән көрәшендә бөтә ҡыйыулығын һәм АҠШтың үҙенең создаштарына ярҙам итергә әҙер булыуын совет етәксеһе Никита Хрущёвҡа күрһәтергә тырышҡан. Ҙурайып барған конфликт Һыуыҡ һуғыштың «эҫе нөктәләренең» береһе булып киткән.
1963 йылдың ғинуарында Апбак янындағы алышта партизандар тәүге тапҡыр хөкүмәт көстәрен еңергә өлгшәләр. Буддист кризисынан һуң Зьем режимының урыны тағы ла тотороҡһоҙораҡ булған. Вьетнам халҡының төп өлөшө буддистар, ә Нго Динь Зьем һәм уның янындағы кешеләр — христиан-католиктар булғандар. Күп кенә ҡалала буддист болалары уҙған, бер нисә монах үҙ-үҙҙәрен яҡҡандар, былар бөтәһе лә Европала һәм АҠШта ҙур резонанс тыуҙыра. Америка вәкилдәре дәүләт түңкәрелеше әҙерләгән Көньяҡ Вьетнам генералдары менән бәйләнешкә инәләр. 1963 йылдың 1 нояберендә Зьем үҙенең власын юғалта һәм иртәһенә ҡустыһы менән үлтерелгән.
Зьемды алыштырған хәрби хунта сәйәси тотороҡһоҙ була. Артабанғы йыл ярым буйы Көньяҡ Вьетнамдың баш ҡалаһы Сайгонда[12] бер нисә ай һайын сираттағы түңкәрелеш булып торған. Көньяҡ Вьетнамдың армияһы сәйәси көрәшкә йәлеп ителә, был Көньяҡ Вьетнамды Азат итеү Милли Фронтының партизандарына яңы территорияларҙы баҫып алырға мөмкинлек тыуҙыра.
Көньяҡ Вьетнамда АҠШтың ғәскәрҙәрен рәсми индерер алдынан уларҙың һаны[13]:
- 1959 йыл — 760
- 1960 йыл — 900
- 1961 йыл — 3205
- 1962 йыл — 11300
- 1963 йыл — 16300
- 1964 йыл — 23300
Көньяҡ Вьетнамға һуғыштың беренсе этабында Төньяҡ Вьетнамдан күсерелгән хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең һаны[14]:
- 1959 йыл — 569
- 1960 йыл — 876
- 1961 йыл — 3400
- 1962 йыл — 4601
- 1963 йыл — 6997
- 1964 йыл — 7970
АҠШтың тулы масштаблы һуғышҡа әҙерләнеүе (1964—1965)
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 The Vietnam War
- ↑ «The Republic of Vietnam, whose forces had been soundly defeated in 55 days, ceased to be a sovereign nation and the two Vietnams were reunited under Communist control.» James Willbanks. Vietnam War Almanac (Facts On File). Infobase Publishing, 2009, p. viii.
- ↑ Larsen, Stanley R. and Collins, James L. Jr. Vietnam Studies: Allied Participation in Vietnam. Washington, DC: Department of the Army, 1985. p. 167. Spain sent a medical team to Co Gong Province in 1965.
- ↑ http://www.svet.czsk.net/clanky/svet/koreapokusy.html czech
- ↑ http://www.e-polis.cz/mezinarodni-vztahy/322-bilateralni-vztahy-ceske-republiky-a-vietnamske-socialisticke-republiky.html czech
- ↑ The Cuban Military Under Castro, 1989. Page 76
- ↑ Cuba in the World, 1979. Page 66
- ↑ Foreign Affairs in the 1960s and 1970s . Library of Congress (1992). — «Throughout the 1960s and 1970s, Bulgaria gave official military support to many national liberation causes, most notably in the Democratic Republic of Vietnam, (North Vietnam)...» Архивировано 9 ноябрь 2012 года.
- ↑ Wiesner, Louis, Victims and Survivors: Displaced Persons and Other War Victims in Viet-Nam, 1954-1975 (Greenwood Press, 1988), стр. 318—319.
- ↑ KOREA military army official statistics, AUG 28, 2005 2011 йыл 22 июль архивланған.
- ↑ Chapman, Jessica (September 2006). «Staging Democracy: South Vietnam's 1955 Referendum to Depose Bao Dai». Diplomatic History 30 (4): 671–703. DOI:10.1111/j.1467-7709.2006.00573.x.
- ↑ Хәҙерге Хошимин ҡалаһы.
- ↑ Vietnam War Allied Troop Levels 1960-73
- ↑ William Turley. The Second Indochina War. Rowman & Littlefield Publishers, Inc., 2009. Appendix A. Annual Troop Movement from North to South
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Дэвидсон Ф. Война во Вьетнаме (1946—1975) = Vietnam at War: The History 1946-1975. — М.: Изографус, Эксмо, 2002.
- Гордиенко А. Н. Войны второй половины XX века. — Мн.,: «Современная литература», 1999. — ISBN 985-437-507-2.
- Stanley Karnow. Vietnam: A History. — Penguin, 1997. — ISBN 0140265473.
- Andrew Krepinevich Jr. The Army and Vietnam. — The Johns Hopkins University Press, 1988. — ISBN 0801836573.
- Guenter Lewy. America in Vietnam. — Oxford University Press, 1980. — ISBN 0195027329.
- Michael Lind. Vietnam: The Necessary War. — Free Press, 2002. — ISBN 0684870274.
- Lewis Sorley. A Better War. — Harvest Books, 2007. — ISBN 0156013096.
- Shelby L. Stanton. The Rise and Fall of an American Army. — Novato, CA: Presidio Press, 1985. — ISBN 0-89141-232-8.
- Harry Summers. On Strategy: A Critical Analysis of the Vietnam War. — Presidio Press, 1995. — ISBN 0891415637.
- Marilyn Young. Vietnam Wars 1945-1990. — Harper Perennial, 1991. — ISBN 0060921072.
- The Measure of Agression = A Documentation of the Communist Effort to Subvert South Vietnam. — Saigon, 1966.
- Mitchell K. Hall: The Vietnam War (Seminar Studies in History). Longman, 2007, ISBN 978-1-4058-2470-5.
- Jonathan Neale: Der Amerikanische Krieg. Vietnam 1960–1975. Atlantik-Verlag, Bremen 2004, ISBN 3-926529-17-2.
- Marilyn B. Young, Robert Buzzanco: A Companion to the Vietnam War. Blackwell, 2002, ISBN 0-631-21013-X.
- George C. Herring: America's Longest War: The United States and Vietnam, 1950–1975. 4. Auflage. Dushkin/Mcgraw-Hill, 2001, ISBN 0-07-253618-7.
- Robert D. Schulzinger: A Time for War: The United States and Vietnam, 1941–1975. Oxford University Press, Neuauflage 1999, ISBN 0-19-512501-0.
- Paul Elliott: Vietnam – Conflict & Controversy. 1998, ISBN 1-85409-320-7.
- Stanley Karnow: Vietnam, a history. Penguin Books, New York 1997, ISBN 0-670-74604-5.
- Robert S. McNamara, Brian VanDeMark: Vietnam. Das Trauma einer Weltmacht. Spiegel-Buchverlag, Hamburg 1995, ISBN 3-455-11139-4.
- Guenter Lewy: America in Vietnam. Oxford University Press, 1978, ISBN 0-19-502732-9.
- Lien-Hang T. Nguyen: Hanoi's War: An International History of the War for Peace in Vietnam. University of North Carolina Press, Chapel Hill 2012, ISBN 978-0-8078-3551-7.
- Cheng Guan Ang: The Vietnam War from the Other Side: The Vietnamese Communists' Perspective. Routledge Curzon, 2002, ISBN 0-7007-1615-7.
- George J. Veith: Black April: The Fall of South Vietnam, 1973–75. Encounter Books, New York 2011, ISBN 978-1-59403-572-2.
- Shelby L. Stanton, William C. Westmoreland (Hrsg.): Vietnam Order of Battle: A Complete Illustrated Reference to US Army Combat and Support Forces in Vietnam, 1961–1973. Stackpole, 2003, ISBN 0-8117-0071-2.
- Tim Page: Ein anderes Vietnam. Bilder des Krieges von der anderen Seite. National Geographic, Hamburg 2002, ISBN 3-934385-65-6.
- Gabriel Kolko: Anatomy of a War. Vietnam, the United States and the Modern Historical Experience. (1987) 2001, ISBN 1-84212-286-X.
- Walter L. Hixson (Hrsg.): The Vietnam War: The Diplomacy of War. Routledge Chapman & Hall, 2000, ISBN 0815335342 (Buchauszug online)
- Fredrik Logevall: Choosing War: The Lost Chance for Peace and the Escalation of War in Vietnam. University of California Press, Berkeley 1999, ISBN 0-520-21511-7.
- John Prados: The Blood Road: The Ho Chi Minh Trail and the Vietnam War. John Wiley & Sons, New York 1998, ISBN 0-471-25465-7.
- Gabriel Kolko: Vietnam: Anatomy of a Peace. 1997, ISBN 0-415-15990-3.
- Ronald Spector: After Tet: The Bloodiest Year in Vietnam. The Free Press, New York 1993, ISBN 0-02-930380-X.
- Ken Wachsberger, Sanford Berman: Voices from the Underground: Insider histories of the Vietnam era underground press. Mica Press, 1993, ISBN 1-879461-03-X.
- Neil Sheehan: Die große Lüge. John Paul Vann und Amerika in Vietnam. Europaverlag, Wien/Zürich 1992, ISBN 3-203-51149-5.
- William Appleman Williams: America in Vietnam: A Documentary History. 1989, ISBN 0-385-19752-7.
- Terrence Maitland: Raising the Stakes. Boston Publishing Company, Boston 1982, ISBN 0-201-11262-0.
- Dan Oberdorfer: Tet! The Turning Point in the Vietnam War. The Johns Hopkins University Press, Baltimore 1971, ISBN 0-8018-6703-7.
- Nick Turse: Kill Anything That Moves: The Real American War in Vietnam. Metropolitan Books, New York 2013, ISBN 978-0-8050-8691-1.
- David Zierler: Inventing Ecocide: Agent Orange, Antiwar Protest, and Environmental Destruction in Vietnam. Proquest, 2011, ISBN 978-1-243-97298-9.
- Bernd Greiner: Krieg ohne Fronten. Die USA in Vietnam. Hamburger Edition, Hamburg 2007, ISBN 978-3-936096-80-4.
- Peter Jaeggi: Als mein Kind geboren wurde, war ich sehr traurig. Spätfolgen des Chemiewaffen-Einsatzes im Vietnamkrieg. Lenos-Verlag, Basel 2000, ISBN 3-85787-298-5.
- David Fulghum, Terrence Maitland: South Vietnam On Trial: Mid-1970 to 1972. Boston Publishing Company, Boston 1984, ISBN 0-939526-10-7.
- Warren Hinckle, Steven Chain, David Goldstein (Mithrsg.): Guerillakrieg in USA. Deutsche Verlags-Anstalt, Stuttgart 1971, ISBN 3-421-01592-9.
- Bao Ninh: Die Leiden des Krieges: Roman. Mitteldeutscher Verlag, 2014, ISBN 3954623390 (englisches Original: The Sorrow of War, 2012)
- Christian G. Appy: Vietnam: The Definitive Oral History, Told from All Sides. Neuauflage, Ebury, 2008, ISBN 978-0-09-191012-9.
- Michael Zeitlin, Paul Budra: Soldier Talk: The Vietnam War in Oral Narrative. Indiana University Press, 2004, ISBN 9780253344335
- Harold G. Moore, Joseph L. Galloway: We Were Soldiers Once…And Young. 2002, ISBN 0-06-050698-9.
- Kevin Hillstrom, Laurie Collier Hillstrom: Vietnam War: Biographies. U.X.L. Vietnam War Reference Library, Cengage Gale, 2000, ISBN 0-7876-4884-1.
- Philip Caputo: Stosstrupp durch die grüne Hölle, Gustav Lübbe Verlag, Bergisch Gladbach 1989, ISBN 3-404-11360-8.
- Oriana Fallaci: Wir, Engel und Bestien. Ein Bericht aus dem Vietnamkrieg. (1970) dtv, München 1988, ISBN 3-423-10259-4.
- Michael Herr: An die Hölle verraten ›Dispatches‹, Rogner & Bernhard, München 1979, ISBN 3-8077-0101-X.
- Andreas Margara: Der Amerikanische Krieg. Erinnerungskultur in Vietnam. Berlin 2012, ISBN 978-3-940132-48-2.
- Michael Hunt: A Vietnam War Reader: American and Vietnamese Perspectives. Penguin, 2010, ISBN 978-0-14-104702-7.
- Gary R. Hess: Vietnam: Explaining America's lost War. John Wiley and Sons, 2008, ISBN 978-1-4051-2527-7.
- Philip D. Beidler: Late thoughts on an old war: the legacy of Vietnam. University of Georgia Press, Athens 2004, ISBN 0-8203-2589-9.
- Mark Taylor: The Vietnam War in History, Literature and Film. Edinburgh University Press, 2003, ISBN 0-7486-1533-4.
- Jayne Werner, Luu-Doan Huynh (Hrsg.): The Vietnam War: Vietnamese and American Perspectives. M. E. Sharpe, 1997, ISBN 1-56324-131-5.
- Mark Heberle (Hrsg.): Thirty years after: new essays on Vietnam war literature, film, and art. Cambridge Scholars, 2009, ISBN 978-1-4438-0123-2.
- Lee Andresen: Battle Notes: Music of the Vietnam War. Savage Press, 2003, ISBN 1-886028-60-5.
- Nora M. Alter: Vietnam Protest Theatre: The Television War on Stage. Indiana University Press, 1996, ISBN 0-253-33032-7.
- Linda Michaud, Gene Dittmar: From Hanoi to Hollywood. The Vietnam War in American Film. Rutgers University Press, 1990, ISBN 0-8135-1587-4.
- Peter Weiss: Viet Nam Diskurs. Suhrkamp, Berlin 1968
- dazu Hyeong Shik Kim: Peter Weiss' "Viet Nam Diskurs": Möglichkeiten und Formen eines Engagements für die Dritte Welt. Peter Lang, 1992, ISBN 3-631-44879-1.
- Lucy R. Lippard (Hrsg.): A different war: Vietnam in art. Whatcom Museum of History and Art, 1990, ISBN 0-941104-43-5.
Һылтанмалар
үҙгәртергәВьетнам һуғышы Викимилектә | |
Вьетнам һуғышы Викияңылыҡтарҙа |
- История вьетнамской войны на coldwar.ru
- Вьетнамская или Вторая Индокитайская война 2014 йыл 31 март архивланған. на сайте «Новости Вьетнама»
- Война во Вьетнаме 2014 йыл 31 март архивланған. // журнал «Дилетант», 07 февраля 2013
- Ильинский М. М. Индокитай: Пепел четырёх войн (1939—1979 гг.)
- Межрегиональная общественная организация ветеранов войны во Вьетнаме
- Фотохроника Вьетнамской войны
- Мейсон Роберт. Цыпленок и ястреб (воспоминания вертолётчика 1-й кавалерийской дивизии)
- Официальные военные кампании Вооружённых сил США во Вьетнаме (инг.)
- Подборка электронных книг о различных аспектах действий Армии США во Вьетнаме 2012 йыл 2 декабрь архивланған. (инг.)