Волга буйы Болғары

(Волга Болғары битенән йүнәлтелде)

Волга буйы Болғары (Волга-Кама Болғары) — Урта Волга буйында һәм Түбәнге Кама янында X—XIII быуаттарҙа булған тарихи дәүләт.

Волга буйы Болғары

 
 
IX быуат — XIII быуат
Баш ҡала

Болғар (IX—X бб.), Сыуар (X б.)
Биләр (X быуаттың 2-се сиреге — 1236 йыл)

Телдәр

болғар теле

Дин

тәңрелек,
ислам (922 йылдан)

Халҡы

болғарҙар, есегелдәр, бәшнәктәр, сыуаздар, башхарттар, мадъяр-төркиҙәр, баранжарлар, уғыҙҙар һ. б.

 Волга буйы Болғары Викимилектә

Бөйөк Болғар тарҡалғандан һуң, Түбәнге Волга һәм Дон буйҙарынан Волга буйы Болғары территорияһына бер нисә тулҡын менән (VII быуаттың икенсе яртыһынан алып һәм һуңыраҡ) болғарҙар[1] һәм башҡа төрки телле ҡәбиләләр, шулай уҡ Кама буйы фин-уғырҙары һәм башҡалар килеп төпләнгән[2].

965 йылға тиклем Волга буйы Болғары Хазар ҡағанатына буйһонған. Х быуат башында батша Алмыш болғар ҡәбиләләрен берләштерә башлаған. IX—X быуаттарҙағы яҙма сығанаҡтарға ярашлы был ҡәбиләләр араһында болғарҙар, есегелдәр, бәшнәктәр, сыуаштар (сыуаз), башҡорттар (башхарт), мадъяр-төркиҙәр, баранжарлар, уғыҙҙар һ. б. телгә алына. Болғар төркөмөнә өс ҡәбилә (берсула, есегел, болғар) ингән[2].

 
1237 йылда Волга буйы Болғары һәм уның күршеләре.

Хазар ҡағанаты менән көрәштә батша Алмыш, Бағдад хәлифәлегенә номиналь рәүештә буйһоноп, уға таянған. Бағдад хәлифәһе Болғарға илселек ебәрә, һәм 922 йылда Алмыш хан ислам динен дәүләт дине тип иғлан итә. Илселек составында ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн Фаҙлан да була[3].

Х быуат башында Болғар, Сыуар, Ноҡрат, Йүкәтау, Биләр, Һамар һ. б. ҡалалар барлыҡҡа килә[4]. Археологик һәм яҙма мәғлүмәттәргә ярашлы, Волга буйы Болғарында 150 ҡала һәм 800-ҙән ашыу торама пункт иҫәпләнгән[5].

X—XII быуаттарҙа урыҫ кенәздәре Болғарға яу менән барып торған. Урыҫ хакимдарының дәүләткә даими ҡурҡыныс янауы арҡаһында Х быуаттың икенсе сирегендә Волга буйы Болғарының баш ҡалаһы Кама аръяғының үҙәк өлөшөнә — Биләр ҡалаһына күскән[2]. 985 йылда болғар хакимы киев кенәзе Владимир I менән солох килешеүен төҙөй[6].

1220—1240 йылдарҙағы ҡаты алыштарҙан һуң Волга буйы Болғарын монгол-татарҙар баҫып ала. Болғар, бер ни тиклем автономияһын һаҡлап, Жуси улусы (Алтын Урҙа) составына инә. Уның тәүге баш ҡалаһы итеп XIII быуатта Болғар билдәләнә. Ҡала бер үк ваҡытта яңы монгол дәүләтенең сәйәси, сауҙа һәм һөнәрселек үҙәге лә булып. Артабан Болғар мәҙәниәте Алтын Урҙа мәҙәниәтенең мөһим өлөшөнә әйләнә. Болғар кенәздәре үҙ биләмәләрен башлыса Вятка һәм Кама йылғалары буйлап киңәйтә. XIII быуаттың 2-се яртыһында — XIV быуатта төп халҡы Кама аръяғынан Кама алдына күсә. Болғария эсендә Ҡазан, Болғар, Йүкәтау һ. б. кенәзлектәр айырылып сыға. Волга Болғарының иҡстисади һәм сәйәси күтәрелеше Алтын Урҙа хандарының яуҙары, эске низағтар, урыҫ кенәздәренең яуҙары (1360 йылдан алып), Аҡһаҡ Тимерҙең ябырылыуы (1390-сы йй. уртаһы, Ҡондорса буйындағы яу), ушкуйниктар һөжүмдәренән туҡталып ҡала. 1438 йылда Волга буйы Болғарының территорияһында Ҡазан ханлығы барлыҡҡа килә[2].

Волга буйы Болғары халыҡтары һәм ҡәбиләләре араһында баранжар, барсил (берсула), башхарт (башкарт), болғар, буртас, бүләр, бәшнәк, есегел, шулай уҡ мадъяр-төркиҙәр, савир, сыуаз, фин-уғырҙар һәм уғыҙҙар булған. Болғар төркөмөнә өс ҡәбилә (берсула, есегел, болғар) ингән[2]. X—XII быуаттарҙа әҙәби болғар теле формалаша[5]. Социаль ҡоролоштоң юғары ҡатламы — кенәздәрҙән (бәк) — айырым ерҙәр һәм ҡалаларҙың хакимдәренән, хәрби аҡһөйәктәрҙән (сура) һәм мосолман руханиҙарынан, ә илдең төп халҡы башлыса дәүләт ҡаҙнаһына һалым түләүсе ирекле ауыл общинниктарынан һәм ҡала кешеләренән (һөнәрселәр, сауҙагәрҙәр һ. б.) торған[6].

Исламдың Волга-Урал төбәгенә үтеп инеүе Урта Азия илдәре менән сауҙа-иҡтисади бәйләнештәре урынлаштырылыуға бәйле. Тәүге мосолман общиналары Болғарҙа, Биләрҙә һәм башҡа эре ҡалаларҙа барлыҡа килгән. Х быуаттың беренсе сирегенән ислам дине Волга буйы Болғарының дәүләт дине булып китә. Ислам дине болғар йәмғиәтенең рухи мәҙәниәтенә ҙур йоғонто яһай, эре ҡалаларҙа мәҙрәсәләр һәм мәктәптәр асылыуына, фән үҫешенә булышлыҡ итә[6].

X—XII быуаттарҙа әҙәби болғар теле формалаша[5].

Хужалығы

үҙгәртергә

Ҡыуғын малсылыҡ менән шөғөлләнгән болғарҙар Х быуатҡа ҡарай ултыраҡ тормошҡа күсә. Һабан игенселеге (арпа, бойҙай, тары һ. б. сәскәндәр) һәм ярым күсмә һәм ултыраҡ малсылыҡ (башлыса йылҡы үрсеткәндәр) хужалыҡтың итеүҙең төп төрө булған. Тағы ла балыҡсылыҡ, солоҡсолоҡ һәм һунарсылыҡ үҫеш алған. Балсыҡтан, ағастан һәм һөйәктән төрлө әйберҙәр яһау, шулай уҡ тимерселек, зәгәрлек һәм быяла эшләү таралыу ала[5].

Волга буйы Болғары географик яҡтан уңайлы урында урынлашҡан, уның ерҙәре аша Көнсығыш һәм Төньяҡ Европаны Шәреҡ менән бәйләүсе мөһим һыу юлдары үткән. X—XI быуаттарҙа Волга һәм Кама йылғалары буйында болғар сауҙа-һәнәрселек ҡала-факториялар селтәре барлыҡҡа килә. Волга буйы Болғары Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге, Византия империяһы, Боронғо Рус дәүләте, Көнсығыш Европаның төньяғы, Урал Һәм Көнбайыш Себер халыҡтары менән сауҙа иткән[2]. Илдән башлыса ҡиммәтле тире, иген, күн, бал һәм балауыҙ сығарылған, илгә тәмләткестәр, зиннәтле әйберҙәр, ҡорал, көмөш (IX—X бб.), гәүһәр, ебәк һ. б. индерелгән. Сауҙа һалымы дәүләт ҡаҙнаһының иң мөһим керем статьяларының береһе булып торған[6].

Мәҙәниәт

үҙгәртергә
 
Болғар эпитафияһы

Орхон-Йәнәсәй ҡомартҡыларынан башланған ҡәбер таштарындағы шиғри яҙмалар традицияһы болғар осоронда дауам итә. Ташта уйылған болғар эпиграфия ҡомартҡылары ғәрәп яҙыуының куфи йәки ҫөлөҫ почеркында яҙылған. Хәҙерге ваҡытта төрлө һаҡланыу кимәле менән яҡынса 400 болғар эпиграфия ҡомартҡылары (фрагменттар менән бергә) һаҡланып ҡалған[7]. «Болғар хандарының исемлеге» – болғар яҙыуының иң боронғо ҡомартҡыһы тип иҫәпләнә, ул хронология һәм генеалогия буйынса мәғлүмәттәрҙән тора[8].

Волга буйы Болғары осоронда Урал‑Волга буйы халыҡтарының күп яҡлы һәм тотороҡло бәйләнештәре һәм үҙ‑ара йоғонтоһо төрки телендә ижад ителгән берҙәм боронғо болғар әҙәбиәтен барлыҡҡа килтерә[9][10]. Болғар яҙыусылары араһынан Борханетдин Ибраһим әл‑Болғари, Хәмид ибн Иҙрис (XII б. 1-се яртыһы) һәм башҡаларҙың исемдәре билдәле. Сөләймән бин Дауыт әл-Саҡсиниҙың «Заһрут әл-риня» тигән әҫәренең ҡулъяҙмаһы хәҙерге заманға тиклем һаҡланған. Тажетдин ибн Юныс әл-Болғари фармакология буйынса «Әт-Тирйәк әл-Кәбир» (XII—XIII бб. араһы) китабын ижад итә. Шулай уҡ Хажиәхмәт әл-Болғариҙың «Әл-Джами», «Әт-Тәриҡәт» һәм «Әл-Фәүәүид» тигән хеҙмәттәре лә Шәреҡтә киң таралыу ала[11].

XIII башында шағир Ҡол Ғәли болғар осоро әҙәбиәтенең классик өлгөһө булып торған «Ҡиссаи Йософ» әҫәрен ижад итә. Башҡорт сығышлы тарихсы, ҡазый Яҡуп ибн Ноғман әл-Болғариҙың (1165 й. үлгән) «Тәуарихи Болғарийа» тарихи-әҙәби әҫәре уның замандаштары булған әл-Гарнати, Казвини һәм башҡа ғәрәп ғалимдарына билдәле булған[12][13].

Хакимдары

үҙгәртергә

Болғар хакимдарын «илтәбәр», ә Х быуат уртаһынан — «әмир» тип атағандар. Улар үҙҙәренең тәңкәләрен һуғып сығарғандар. X—XI быуаттарҙағы Волга буйы Болғары хакимдары араһынан Шилки, Алмыш, Микаил ибн Йәғәфәр, Микаил ибн Әхмәт, Абдаллаһ ибн Микаил, Микаил ибн Әхмәт, Талип ибн Әхмәт, Мөъмин ибн Әхмәт, Мөъмин ибн әл-Хәсән, Ғабдрахман ибн Мөъмин, Абу Исхаҡ Ибраһим ибн Мөхәммәт билдәле булған[6].

Волга буйы Болғары һәм башҡорттар

үҙгәртергә

X—XIII быуаттарҙа Башҡортостандың көнбайыш өлөшө Волга буйы Болғары составында була, болғар ҡәбиләләре башҡорттарҙың этногенезында әүҙем ҡатнаша. Башҡорт теле вокализмы болғар теленең төп вариҫы булып торған сыуаш теленең һуҙынҡылар системаһына бик яҡын. Болғар ҡәбиләләре менән сауҙа-иҡтисади, мәҙәни һәм хәрби бәйләнештәр була. Волга буйы Болғары башҡорттарҙың үҫешенә этномәҙәни йоғонто яһай[5].

Ибн Фаҙлан мәғлүмәттәренә ярашлы, 921—922 йылдарҙа башҡорт ерҙәре менә Волга буйы Болғары араһындағы сик Оло Сәрәмсән (рус. Большой Черемшан) буйынса үткән. XII быуаттағы ғәрәп географы Иҙриси хәбәр итеүенсә, болғар ҡәбиләләре башҡорттарҙың Ҡараҡыя, Ҡазира (Ҡастра, Ҡастр) һәм Мазира (Масра, Мастр) ҡалаларына йыш ҡына һөжүм иткән[14].

1229 йылдың яҙында монгол-татарҙарҙың 30 меңлек ғәскәре Көнбайышҡа йүнәлгән һәм көҙгә ҡарай Яйыҡ һәм Волга буйы далаларына килеп еткән. Бында улар башҡорттар һәм уларҙың союздашы болғарҙарҙың ҡаты ҡаршылығына осрай. 1232 йылда монгол-татарҙар Волга буйы Болғарының баш ҡалаһы Биләрҙе яулап алырға ниәтләй, әммә Оло Сәрәмсән һәм Ҡондорса йылғалары буйҙарындағы төп оборона һыҙығында туҡтатыла[15]. Шулай ҙа артабанғы яуҙарҙа монгол-татар илбаҫарҙары башҡорттарҙы һәм болғарҙарҙы яулап алырға ирешә. Рәшит әт-Дин буйынса, 1236 йылдың көҙөндә монгол-татарҙар «бүләр һәм башгирдтарға ҡаршы яу асып, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, бик ҙур көс түкмәйенсә, яулап ала», Бүләр һәм Башгирд илдәре яулап алынһа ла, уларҙың халҡы йәнә баш күтәрә[16].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Иванов В. А. Болғарҙар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Кокорина Н. А., Кузьминых С. В. Булгария Волжско-Камская // Большая российская энциклопедия. Т. 4: Большой Кавказ — Великий канал. — М.: «Большая Российская энциклопедия», 2006. — 752 с. — ISBN 5-85270-333-8.
  3. Иванов В. А., Илъясов Б. С. Ибн Фаҙлан // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Димитриев В. Д. Волжская Болгария.// Чувашская энциклопедия [Электронный ресурс] / Чуваш. гос. ин-т гуманитар. наук, Чуваш. кн. изд-во. — Чебоксары, 2009.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Мәжитов Н. А. Волга буйы Болғары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 Измайлов И. Л. Булгария Волжско-Камская // Татарская энциклопедия: В 6 т. — Т. 1: А—В / Гл. ред. М. Х. Хасанов, отв. ред. Г. С. Сабирзянов. — Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 2002. — 672 с. — ISBN 5-85247-035-Х.
  7. Хузангай А. П. Болгарские эпиграфические памятники.// Чувашская энциклопедия [Электронный ресурс] / Чуваш. гос. ин-т гуманитар. наук, Чуваш. кн. изд-во. — Чебоксары, 2009.
  8. Хузангай А. П., Погодин Е. П. Именник болгарских ханов.// Чувашская энциклопедия [Электронный ресурс] / Чуваш. гос. ин-т гуманитар. наук, Чуваш. кн. изд-во. — Чебоксары, 2009.
  9. Байымов Р. Н., Хөсәйенов Ғ. Б. Башҡорт әҙәбиәте // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  10. Родионов В. Г. Литературы народов Урало-Поволжского региона.// Чувашская энциклопедия [Электронный ресурс] / Чуваш. гос. ин-т гуманитар. наук, Чуваш. кн. изд-во. — Чебоксары, 2009.
  11. Родионов В. Г. Булгарская литература.// Чувашская энциклопедия [Электронный ресурс] / Чуваш. гос. ин-т гуманитар. наук, Чуваш. кн. изд-во. — Чебоксары, 2009.
  12. Идельбаев М. Х. Якуб ибн Нугман // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  13. История башкирского народа, 2012, с. 107
  14. История Башкортостана. Ч. 1. С древнейших времён до 1917 г. / Учебник для 8—9 кл. — Под ред. И. Г. Акманова. — Уфа: Китап, 1996. — С. 27. — 240 с. — ISBN 5-295-01918-7.
  15. Гагин И. А. Политические и культурные связи Волжской Булгарии и Восточной Руси перед татаро-монгольским нашествием. 2013 йыл 3 ноябрь архивланған.
  16. Антонов И. В. Башкиры и Башкортостан в письменных источниках ХIII—XIV вв // Ватандаш. — 2010. — № 1. — ISSN 1683-3554.
  • Валеева Д. К. Искусство волжских болгар. — Казань, 1983.
  • Валеев Р. М. Волжская Болгария: торговля и денежно-весовые системы IX — начала XIII века. — Казань, 1995.
  • История башкирского народа: в 7 т. / гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2012. — Т. II. — 400 с. — ISBN 978-5-91608-100-8.
  • Казаков Е. П. Булгарское село Х-XIII веков низовий Камы. — Казань, 1991.
  • Казаков Е. П. Культура ранней Волжской Болгарии (этапы этнокультурной истории). — М., 1992.
  • Кокорина Н. А. Керамика Волжской Булгарии второй половины XI — начала XV века Казань, 2002.
  • Кокорина Н. А., Кузьминых С. В. Булгария Волжско-Камская // Большая российская энциклопедия. Т. 4: Большой Кавказ — Великий канал. — М.: «Большая Российская энциклопедия», 2006. — 752 с. — ISBN 5-85270-333-8.
  • Мажитов Н. А., Султанова А. Н. История Башкортостана. Древность. Средневековье. — Уфа, 2009.
  • Полубояринова М. Д. Русь и Волжская Болгария в Х—XV века. — М., 1993.
  • Смирнов А. И. Волжские булгары. — М., 1951.
  • Хакимзянов Ф. С. Эпиграфические памятники Волжской Болгарии и их язык. — М., 1987.
  • Халикова Е. А. Мусульманские некрополи Волжской Булгарии Х — начала XIII веков. — Казань, 1986.
  • Хлебникова Т. А. Керамика памятников Волжской Болгарии. — М., 1984.
  • Хузин Ф. Ш. Булгарский город в Х — начале XIII века. — Казань, 2001.
  • Фахрутдинов Р. Г. Археологические памятники Волжско-Камской Булгарии и ее территория. — Казань, 1975.

Һылтанмалар

үҙгәртергә