Тәңреселек
тәңреселек йәки тәңризм — неологизм, евразия далаларының Төрки-Монгол күскенселәренең исламға[1] һәм буддасылыҡҡа тиклем йәшәгән осоронда аилаһилаштырылған күк йөҙө — Тәңре культы булған төшөнсә, шулай уҡ Морат-Аджи[2][3] кеүек фольк-тарих эшмәкәрҙәре хуплаған яңы мәжүсилектәге заманса йүнәлештәренең береһе. Ҡаҙаҡ әҙәбиәтендә «тәңризм» термины ҡабул ителгән (С. Аҡатай).
Тәңреселек | |
Кем хөрмәтенә аталған | Тәңре |
---|---|
Рәсми дине | list of Tengrist states and dynasties[d] |
Өлөшләтә тура килә | новое религиозное движение[d] һәм неоязычество[d] |
Тәңреселек Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәҠайһы бер тикшеренеүселәр (А. Кодар), тәңреселектә ике модус: халыҡсан һәм император модусы булған тип фаразлана. Әгәр Күк йөҙө культы менән бәйле халыҡ ышаныуҙары быуаттар төпкөлөнә барып тоташһа, Төрки ҡағанаты дәүерендә монотеистик империя стадияһы формалашҡан[4].
Космологияһы
үҙгәртергәН. Г. Әйүпов тәңреселектең хөрәфәти текстары булмаған һәм ул ауыҙ-тел традицияларына нигеҙләнгән тип иҫәпләй. Тәңреселектә, Тәңренән тыш, ер алиһәһе Һомай культы, шулай уҡ ер аҫты донъяһы хакимы мөгөҙлө ҡарт Ирлек тураһында билдәле булған.
Культы
үҙгәртергәӘйүпов тәңреселектең «институциональ түгел», ә донъяға ҡараш характерын һыҙыҡ өҫтөнә ала, һәм уның сығанаҡ принциптары түбәндәгеләр ти:
- Шәхсиәтһеҙ Тәңре кеүек хоҙайҙы, "атеистик монотеизм"ды таныу (А. Кодар).
- Тәбиғәт-әсә культы (Һомай, Этуген).
- Тормош көсөнә ышаныу (Ҡот). Был принциптан йыш ҡына «власты изгеләштереү» килеп сыға.
- Үҙҙәренең тоҡомдарына күренмәй генә ярҙам итеүсе вафат булған ата-бабаларға (онгон, әрүәх) хөрмәт.
Хәҙерге ҡараш
үҙгәртергәЛ. Н. Гумилёв фараздарында Тәңре культы
үҙгәртергәЛ. Н. Гумилев «Боронғо төркиҙәр» китабында «Күк культы — Тәңре — шулай уҡ орхон яҙмаларында
ла теркәлгән»[5]. тип күрһәтә. Үҙенең башҡа «Каспий тирәләй мең йыллыҡ. Евразия ойкуменаһының 1500 йыл эсендәген тарихи-этнологик тикшереү — б. э. т. III быуатынан б. э . XII быуатына тиклем» тип аталған башҡа бер эшендә ул шулай уҡ «Тәңрене — Зәңгәр күк йөҙөн хөрмәтләү» ҡыпсаҡтар өсөн «тәүтормош дине» һәм «бөтә евразия далаларында»[6] дөйөм тип атай һәм «Уйлап сығарылған батшалыҡты эҙләү („Иоанн пресвитер дәүләте“ тураһында легенда)» китабында, тип һыҙыҡ өҫтөнә монгол дәүерендә Сыңғыҙ дәүерендәге монголдар нигеҙендә Мәңгелек күкте хөрмәтләү[7] хөрмәтләү ятҡан монотеистик дин тотҡан, тип һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Яңы тәңреселек
үҙгәртергә1990 йылдарҙа бик күп Тәңрегә табыныусылар табыла. Тәңреселек себер интеллигенцияһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра[8]. 1990 йылдар дауамында тәңреселек декларациялары ҡаҙаҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, бер ваҡыт президент Акаев та тәңреселек менән ҡыҙыҡһыныуын күрһәтте), башҡорттарҙа, ҡумыҡтарҙа яңғыраны, был хәрәкәткә ҡайһы берҙә хәҙерге алтай борханистары ла инергә ынтылалар[9]. Әлеге ваҡытта ислам динен тотҡан ҡайһы бер төрки халыҡ вәкилдәре тәңреселекте «үҙҙәренең сығанаҡ» һәм «традицион дине» тип ҡабул итә, уларҙа Тәңре Аллаһ синонимы ғына түгел, әммә төрки халыҡтарының коллектив рухы сағылышын аңлата[10][11]. Шулай, дин өйрәнеүселәр һәм социологтар А. В. Щипков һәм С. Б. Филатов башҡорт фольклорын, ундағы "эпик һәм фольклор сюжеттарҙа юғары мәжүси аллаһы Тәңре образы Алла образы менән ҡушылған"ын әйтеп биреп, «мәжүсилек тәңреселек традицияһының тере йөрөтөүсеһе» тип билдәләне. Бынан тыш Щипков һәм Филатов «башҡорттарҙың хәҙерге заман яңырыу идеологияһында» тәңреселек ниндәй урын биләй тигән һорауға интервью ваҡытында, Филатов һәм Щипков билдәләүенсә, «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге йәмәғәт ойошмаһы лидеры М. Ҡолшәрипов һәм Д. Ж. Вәлиев ҡәтғи рәүештә «тәңреселек ойоштороусы милли дин сифатында бер ниндәй ҙә перспективаға эйә түгел, мәжүси ҡатлам — бары тик халыҡ художество мәҙәниәте һәм көнкүреше өлкәһе, бары шундай сифатта ғына БХҮ уны хуплай» тинеләр. Вәлиев, хатта, айырып, «милли мәҙәниәт ярсыҡтары тормошто матурлап биҙәп күрһәтә һәм милли мәҙәниәтте нығыта» тип билдәләне. Шуға ҡарамаҫтан Щипков һәм Филатов Ҡолшәрипов һәм Вәлиевтең ышандырыуҙарына икеләнеп ҡарауын белдерә, йәғни «1994-1995 йылдарҙа башҡорт художество интеллигенцияһы араһынан бер нисә кеше — шағир Әхмәр Үтәбаев һәм һәм рәссам Фәрит Ерғәлиев» — асыҡтан-асыҡ ислам менән өҙөүҙәрен һәм тәңреселеккә китеүен белдергән. Ике тикшеренеүсе лә, 1995 йылдың июнендә ҡоролтайы үткәрелгән ваҡытта, «аҡ ҡар төҫөндәге сәйер кейем кейгән» бер кеше, трибунаға күтәрелеп, исламдан баш тартыуын белдерҙе һәм, «башҡорт халҡын ата — бабаларыбыҙ дине — тәңреселеккә кире ҡайтырға саҡырҙы». Шулай уҡ тикшеренеүселәр башҡорт халҡының килеп сығышының фән танымаған иран теорияһын өйрәнеүсе автор С. А. Ғәлләмовтың «Бөйөк Һәүбән. Башҡорд-инглиз телдәренең һәм мифологияһының тарихи тамырҙары» атамаһы менән сыҡҡан китабына иғтибар итәләр, һәм унда «лингвистик һәм мифологик анализға таянып, башҡорттарҙың диненең нигеҙен зороастризм һәм тәңреселек тәшкил иткән, тиелә, һәм шуның менән тәүге тәңреселек диненең тарихи беренселеге һәм ысынлығы раҫлана» тиҙәр.
Археолог, этнолог һәм антрополог В. А. Шнирельман, хәҙерге заман мосолман донъяһында христиандар араһында барлыҡҡа килгән яңы мәжүсилек хәрәкәттәренән аҙыраҡ булыуына ҡарамаҫтан, шул уҡ ваҡытта «төрки халыҡтар араһында ла ҡайһы бер урындарҙа берҙәм ысын төрки динен — тәңреселекте „тергеҙеү“ ынтылыштары күҙәтелә» тип билдәләне. Быға миҫал сифатында ул 1997 йылдың көҙөндә Ҡаҙан ҡалаһында Татар йәмәғәт үҙәгенең элекке лидеры З. Х. Әһлиуллин етәкләгән тәңреселек хәрәкәте барлыҡҡа килеүен әйтеп үтә. Шнирельман «бындай хәрәкәттең етди перспективалары булыуында» шикләнә, сөнки «төрки ареалында яңы мәжүсилек тенденциялары көсһөҙлөгөнөң аңлайышлы сәбәптәренең береһе булып шундай факт тора, унда православиеның урыҫлаштырыу тенденцияларына ҡаршы тороу өсөн яңы дин төҙөү ихтыяжы юҡ», сөнки «унда был функцияны үҙ өҫтөнә исламуңышлы йөкләй» тигән фекер әйткән. Бынан тыш ул татарҙарҙың килеп сығыуы фаразында «исламды маргинализациялауҙы һәм „булғар“ донъяға ҡарашының тәңреселек нигеҙен һыҙыҡ өҫтөнә алыу» ынтылышын күрә, һәм шулай уҡ, «урыҫ неомәжүсиләренең һәм күрше иҙел буйы халыҡтарының неомәжүсилек хәрәкәттәре эстафетаһын күтәреп алып, ул үҙенең тарафдаштарына неомәжүсилек төшөнсәләрен һеңдерергә маташа» ти, Татарстандағы булғарлыҡ (неоваис) хәрәкәте лидеры, «Болғар әл-Йәҙит» ҡазан мәҙәни-тарихи клубы рәйесе Ф. Г-Х. Нуретдинов эшмәкәрлегенә иғтибар итеп. Шулай уҡ Шнирельман Нуретдинов «сатрашты „тәңре билдәһе“ тип иғлан итә» тип яҙа.
Ҡалмыҡстандағы тәңреселек идеологтарының береһе Б. А. Захаров тәңреселек буддизм менән тығыҙ бәйләнгән тип иҫәпләй: «ҡалмыҡтарҙың күпселеге бер үк ваҡытта буддист та, тәңрегә табыныусы ла булып тора».
Тарихи сығанаҡтарҙа раҫлауҙар булмаһа ла, неомәжүсилеккә хас, тәңреселек бик күп мең йылдар элек барлыҡҡа килгән, йәки бөтөн билдәле булған тарихи белемгә һәм фәнни күҙаллауҙарға ҡаршы килеүсе донъялағы иң боронғо дин[12], булған тигән белдереүҙәр популяр була бара (Р. Н. Безертинов)[13].
тәңреселек неомәжүси фолк-хисторийында Тәңре культы түбәндәгесә күҙ алдына килә: Тәңре хоҙайға, ҡулдарҙы юғарыға күтәреп табынғандар, һәм ергә эйелеп рәхмәт белдергәндәр. Донъяның изге яғы тип төньяҡ (яҡуттарҙа — көнсығыш) һаналған. Тәңрегә бағышланған байрам июль уртаһында (башҡорт һабантуйы һәм яҡуттарҙың Ыһыах байрамы шуның яңғырашы булып тора) билдәләнгән, дөйөм халыҡ байрамы булған, асыҡ һауала ут яғыу һәм ҡорбан салыу менән оҙатылған. Ритуал атҡарыу урынын һайлағанда, ҡайындар үҫкән ҡалҡыу урынға өҫтөнлөк бирелгән. Байрам барышында Тәңренән уңыш һәм сәләмәтлек һорағандар, доғалар «алғыш» тигән һүҙ менән аталған. Байрам ярыш-бәйгеләр (уҡтан атыш) һәм һый (ҡымыҙ бик баһалы булған) менән тамамланған[14]. Неомәжүсилек рухында тәңреселектең «экологик этика»һы барлығы тураһында ла белдерәләр (К. Боконбаев)[15].
тәңреселеккә хас әүҙемлек, ныҡышмалылыҡ, бер-береңә ярҙамсыл булыу кеүек һыҙаттар һыҙыҡ өҫтөнә алына[16]: «Тәңре ярҙам ғына итмәй, әммә әүҙемлек тә талап итә» (Р. Н. Безертинов).
тәңреселектең неомәжүсилек символдары христианство һәм ислам (бигерәк тә уның суфыйсылыҡ фаразы) кеүек монотеистик диндәр менән оҡшаш булыуы мөмкин[17]. Ҡайһы берҙә Тәңре Алла Атай һм Алла менән тиңләштерелә, йәндең үлемһеҙлеге мөмкин тиелә. Ҡырғыҙстандың һәм Ҡаҙағстандың уҡыу әҙәбиәтендә тәңреселек милли һәм дөйөм төрки йолалары менән тығыҙ бәйләнештә бирелгән.
Сығанаҡтарҙа мәғлүмәт етерлек булмаһа ла, фолк-тарих эшмәкәре М. Аджи яҡтары тигеҙ сатраш («аджи») тәңреселектең төп символы булып тора һәм IV быуатта христиандар тарафынан төрөктәрҙән үҙләштерелгән тип раҫлай[18]. тәңреселек неомәжүсилеге яҡлыларының икенсе фаразы буйынса, тәңреселектең символы булып, палеолитик петроглифтарға барып тоташыусы «шанырак» соляр билдәһе (түңәрәк эсендәге тигеҙ яҡлы сатраш) тора, һәм ул тағы ла тәгәрмәс һәм дөңгөрҙө аңлата[19]. Шулай уҡ Тәңре һүҙен руник яҙыу ҙа символ булып тора.
2003 йылда в Бишкәктә тәңреселек буйынса конференция үтә. 2014 йылда А. Усупбаев етәкселегендәге инициатив төркөм тәңреселекте Ҡырғыҙстандың дине тип танытыу ниәтен белдерә.
2004 йылдан Болгарияла «Тәңре яугирҙары» тигән хәрәкәт бар[20], һәм, IX быуатта христианлыҡты ҡабул иткәнгә тиклем, тәңреселек болғарҙарҙың ысын дине булған тип ҡабул итә һәм уны тергеҙеүҙе үҙенең маҡсаты итеп ҡуйған.
тәңреселек Яҡутстанда неомәжүсилек хәрәкәтен аяҡҡа баҫтырыуға йоғонто яһаған, һәм унда уны етәкләгән филология фәндәре кандидаты Л. А. Афанасьев яңыртылған тәңреселек диненә өйрәтеүсе «Айыы» («Творение») китабын яҙған. Шул уҡ ваҡытта Афанасьев, яҡуттар, ерҙәге иң боронғо динде, тәңреселекте, саф көйөнсә һаҡлап ҡала алған һайланған халыҡ тигәнгә ышана. Бынан тыш Яҡутстанда тәңреселек үҙенән үҙе төрки донъяны яҡуттар (саха) менән бәйләүсе бер быуын тип ҡарала.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Коскелло, 2009, с. 320320
- ↑ Термин «фолк-хистори» по отношению к сочинениям Аджиева применяется в следующих работах:
- ↑ Колодяжный И. Разоблачение фолк-хистори 2012 йыл 15 апрель архивланған. // Литературная Россия, № 11. — 17 марта 2006 года.
- ↑ Кодар А. А. Тенгрианство в контексте монотеизма // Информационный гуманитарный портал «Знание. Понимание. Умение». № 1(2). 2008
- ↑ Глава VII. Религия тюркютов // Гумилёв Л. Н. Древние тюрки. — М.: Наука, 1967. — 504 с.
- ↑ Глава VII На излёте, 62. Опыт осмысления // Гумилёв Л. Н. Тысячелетие вокруг Каспия. Историко-этнологическое исследование ойкумены Евразии за 1500 лет — с III в. до н.э. по XII в. н.э.. — М.: Айрис-Пресс, 2014. — 384 с. — (БИиК Собрание сочинений Л. Н. Гумилёва). — ISBN 5-7836-0508-5.
- ↑ Глава XII. Двуединый // Гумилёв Л. Н. Поиски вымышленного царства (Легенда о «государстве пресвитера Иоанна»). — М.: ГРВЛ, 1970. — 432 с.
- ↑ Харитонова, 2004, с. 1515
- ↑ Мороз, 2004
- ↑ Шабданова А. В Кыргызстане тенгрианство просят признать религией // Вечерний Бишкек, 11.04.2014
- ↑ Атабек А. Тэнгрианство как национальная идея // Газета «Безнен юл». № 1. 2006
- ↑ Тенгрианство — самая древняя религия 2018 йыл 21 февраль архивланған.
- ↑ Безертинов Р. Н. Древнетюркское мировоззрение «тэнгрианство» 2018 йыл 5 март архивланған.
- ↑ Древнетюркское мировоззрение «Тэнгрианство», Гл.3 2018 йыл 24 февраль архивланған.
- ↑ Боконбаев К. Тенгрианство как экологическая этика 2014 йыл 14 май архивланған.
- ↑ Захаров Б. А. О тенгрианстве — исконной религии ойратов 2013 йыл 25 декабрь архивланған.
- ↑ Абаев Н. В., Фельдман В. Р., Хертек Л. К. «Тэнгрианство» и «Ак Чаяан» как духовно-культурная основа кочевнической цивилизации тюрко-монгольских народов Саяно-Алтая и Центральной Азии 2015 йыл 4 октябрь архивланған. // Социальные процессы в современной Западной Сибири: сборник научных трудов. — Горно-Алтайск: РИО ГАГУ, 2002
- ↑ Тенгри-хан и названный сын его Христос
- ↑ Шанырак, как главный символ тенгрианства
- ↑ Движение «Воини на Тангра»
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- урыҫ телендә
- Аюпов Н. Г. Тенгрианство как религиозная система / автореферат дис. ... кандидата философских наук : 09.00.06. — Алматы: АГУ имени Абая, 1996. — 30 с.
- Аюпов Н. Г. Тенгрианство как открытое мировоззрение. Монография. — Алматы: КазНПУ имени Абая: Издательство «КИЕ», 2012. — 256 с. — 500 экз. — ISBN 978-601-254-587-8.
- Здоровец Я. И., Мухин А. А. Конфессии и секты в России: религиозная, политическая и экономическая деятельность. — М.: Центр политической информации, 2005. — 201 с.
- Коскелло А. С. Современные языческие религии Евразии: крайности глобализма и антиглобализма // Религия и глобализация на просторах Евразии / Под ред. А. В. Малашенко и С. Б. Филатова. — 2-е изд. — М.: РОССПЭН, Московский Центр Карнеги, 2009. — С. 295–329. — 341 с. — ISBN 978-5-8243-1153-2.
- Кокумбаева Б. Д. Культурология тенгрианского искусства: учебное пособие. — Павлодар: Научно-издательский центр ПГПИ, 2012. — 156 с. — 100 экз. — ISBN 978-601-267-143-8.
- Мальцев В. А. Романтики арийского евразийства // НГ-Религии. — 21.01.2015. Архивировано из первоисточника 15 июнь 2016.
- Мороз Е. Л. От иудаизма к тенгрианству. Ещё раз о духовных поисках современных крымчаков и крымских караимов» // Народ книги в мире книги. — 2004. — № 52. — С. 1–6.
- Мороз Е. Л. Неоязычество в России // Цена ненависти. Национализм в России и противодействие расистским преступлениям: (сборник статей) / Сост. А. М. Верховский. — М.: Центр «Сова», 2005. — С. 196—225. — 256 с. — 1000 экз. — ISBN 5-98418-005-7.
- Мухаметшин Р. М. Ислам в общественной и политической жизни Татар и Татарстана в XX веке. — М.: Татарское книжное издательство, 2005. — 246 с.
- Серенко А. Чингисхана привлекли к партстроительству // Независимая газета. — 13.11.2014. Архивировано из первоисточника 14 март 2017.
- Сулейманов Р. Р. КАРТ-БЛАНШ. Ваххабитский интернационал: сегодня Сирия, завтра Россия // Независимая газета. — 22.05.2013. Архивировано из первоисточника 13 декабрь 2015.
- Филатов С. Б. Религия и общество в Башкортостане // Религия и общество: Очерки религиозной жизни современной России / Отв. ред. и сост. С. Б. Филатов. — М.; СПб.: Летний сад, 2002. — С. 114—134. — 488 с. — 2000 экз. — ISBN 5-94381-058-7.
- Халипаева И. А. Мифология и тенгрианская религия древних тюрков // Научный вестник столицы. — 2012. — № 10-11.
- Харитонова В. И. Религиозный фактор в современной жизни народов севера и Сибири. — М.: ИЭА РАН, 2004. — 39 с. — (Исследования по прикладной и неотложной этнологии. Вып. 167).
- Шнирельман В. А. Неоязычество и национализм. Восточноевропейский ареал. — М.: ИЭА РАН, 1998a. — 25 с. — (Исследования по прикладной и неотложной этнологии. № 114).
- Шнирельман В. А. От конфессионального к этническому: булгарская идея в национальном самосознании казанских татар в XX веке // Вестник Евразии. — 1998b. — № 1-2. — С. 131—152. — ISSN 1727-1770.
- Шнирельман В. А. Назад к язычеству? Триумфальное шествие неоязычества по просторам Евразии // Неоязычество на просторах Евразии / Сост. сб. В. А. Шнирельман. — М.: ББИ святого апостола Андрея, 2001. — С. 130—169. — 177 с. — ISBN 5-89647-050-9.
- Щипков А. В. Во что верит Россия. Религиозные процессы в постперестроечной России. Курс лекций. — СПб.: РХГИ, 1998. — 297 с. — ISBN 5-888-031-6.
- Щипков А. В. Соборный двор: Публицист. ст.: 1991—2001 / Предисл. Л. Н. Митрохина. — М.: Медиасоюз, 2003. — 319 с. — ISBN 5-901-683-64-1.
- башҡа телдәрҙә
- Bruno J. Richtsfeld Rezente ostmongolische Schöpfungs-, Ursprungs- und Weltkatastrophenerzählungen und ihre innerasiatischen Motiv- und Sujetparallelen // Münchner Beiträge zur Völkerkunde. Jahrbuch des Staatlichen Museums für Völkerkunde München. — 2004. — № 9. — С. 225—274.