Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы

(Бөтә Рәсәй ойоштороу йыйылышы битенән йүнәлтелде)

Ойоштороу йыйылышы — Рәсәйҙәге 1917 йылдың ноябрендә һайланған һәм 1918 йылдың ғинуарында Рәсәйҙең дәүләт ҡоролошон билдәләү өсөн саҡырылған вәкиллекле орган.

Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы
Дәүләт  Рәсәй демократик федератив республикаһы[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1918
 Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы Викимилектә

Алпауыт ерҙәрен национализациялай, солох килешеүен төҙөүгә өндәй, Рәсәйҙе федератив демократик республика итеп иғлан итә һәм шуның менән идара итеүҙең монархия формаһынан баш тарта (1917 йылдың сентябрендә Ваҡытлы хөкүмәт Рәсәйҙе республика тип иғлан итеүенә ҡарамаҫтан). Йыйылыш эшсе һәм крәҫтиән депутаттарының советтарына дәүләт власын биргән хеҙмәтсән һәм иҙелгән халыҡтың хоҡуҡтары Декларацияһын тикшереүҙән баш тарта.

1918 йылдың 6 ғинуарҙа Бөтә Рәсәй Башҡарма Комитеты (ВЦИК) Ойоштороу йыйылышын тарата, актты Эшсе һәм крәҫтиән депутаттары Советының Бөтә Рәсәй III Съезы 18 ғинуарҙа раҫлай.

Һайлауҙар

үҙгәртергә

Ойоштороу йыйылышын үткәреү Ваҡытлы хөкүмәттең тәү сираттағы бурыстарының береһе була, әммә ул әкрен ҡыбырлай: башта һайлауҙар 17 сентябргә тәғәйенләнә, шунан 12-14 ноябренә күсерелә, ә Йыйылыш 28 ноябргә саҡырылған була. Ысынында һайлауҙар тейешле срокта 79 округтарҙың 39 округында ғына үткәрелә. Ҡайһы бер урындарҙа һайлауҙар ноябрь аҙағында — декабрь башында, ә бер нисә алыҫ округтарҙа — 1918 йылдың башында үткәрелә[1]. 1917 йылдың октябрендә Ваҡытлы хөкүмәт Ойоштороу йыйылышы мәсьәләһе бөтә партиялар өсөн өҫтөнлөклө була. Большевиктар, халыҡтың ризаһыҙлығынан ҡурҡып[2] Ваҡытлы хөкүмәт билдәләгән Ойоштороу йыйылышына һайлауҙарҙы тиҙләтәләр. 1917 йылдың 27 октябрендә Халыҡ Комиссарҙары Советтары итеп тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул итә һәм Ойоштороу йыйылышын тәғәйенләнгән ваҡытта — 1917 йылдың 12 ноябрендә йыйылышты үткәреү тураһында В. И. Ленин ҡултамғаһы ҡуйылған ҡарарҙы нәшер итә.

26 ноябрҙәге Совнарком ҡарарына ярашлы Ойоштороу йыйылышын асыу өсөн кворум билдәләнә: Учредителдәр йыйылышын асыу өсөн «Петроградҡа 400-ҙән ашыу кеше» килергә тейеш була.

Ричард Пайпс билдәләүенсә, большевиктар Ойоштороу йыйылышына һайлауҙар ойоштороу буйынса Комиссияны контролдә тота алмай; Комиссия Октябрь ихтилалын законһыҙ тип иҫәпләй һәм большевистик Совнаркомдың власын танымауын белдерә.

Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына кандидат исемлеген әҙерләү ваҡытына тарҡалыш барлыҡҡа килә — партияның һул ҡанаты айырыла һәм һул социалист-революционерҙар (интернационалистар) партияһын булдырыуын иғлан итә, әммә айырым исемлек күрһәтергә өлгәрмәй. Шуға күрә В. И. Ленин етәкселегендә РСДРП(б)-ның бер нисә ағзаһы һайлауҙарҙы күсерергә тәҡдим яһай, әммә Ваҡытлы Хөкүмәт был тәҡдимде кире ҡаға.

 
Дзюбинский В. И. — Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышын саҡырыу буйынса кәңәшмә секретарының урынбаҫары
 
РСДРП(б) ағзалары исемлеге менән һайлау бюллетене

Һайлауҙа ҡатнашыусыларҙың 50 % -тан кәмерәк ҡатнаша. Барыһы 715 депутат һайлана, уларҙан уң эсерҙар һәм центристар — 370, 175 — большевиктар, 40 — һул эсерҙар, 17 — кадеттар, 15 — меньшевиктар, 2 — энестар һәм 86 — милли төркөм депутаттары (эсерҙар 51,7 %, большевитар — 24,5 %, һул эсерҙар — 5,6 %, кадеттар — 2,4 %, меньшевиктар — 2,1 %) мандат ала. Меньшевиктар, барыһы 3 % тауыш йыйып, һайлауҙа емергес еңелеүгә тарыйҙар (күпселек өлөшө Кавказ аръяғынан).

Һайлау һөҙөмтәләре төрлө төбәктәрҙә ҡырҡа айырыла: мәҫәлән, Петроградта һайлауҙарҙа яҡынса 930 мең кеше ҡатнашһа, уларҙың большевиктар өсөн бирелгән тауыштары 45 %, кадеттар өсөн — 27 %, эсерҙар өсөн — 17 % тәшкил итә[3]. Мәскәүҙә большевиктар 48 %, Төньяҡ фронтта — 56 %, Көнбайышта — 67 %; Балтик флотында — 58,2 %, Төньяҡ-Көнбайыш райондарының 20 округында һәм Үҙәк сәнәғәт райондарҙа — дөйөм алғанда, 53,1 % тауыш алалар[4]. Шулай итеп, большевиктар иң күп тауышты Петроградта, Мәскәүҙә, эре сәнәғәт ҡалаларында, Төньяҡ һәм Көнбайыш фронттарында, шулай уҡ Балтик флотында йыялар. Шул уҡ ваҡытта эсерҙар сәнәғәт үҫешмәгән райондарҙа һәм көньяҡ фронттарҙа алдынғы урында була.

Башҡортостандан депутаттарҙың ҡатнашыуы

үҙгәртергә

Башҡорт мәркәз шураһы башҡорттарҙан Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына депутатлыҡҡа кандидаттарҙың һайлау алды кампанияһын ойоштора. 1917 йылдың 25—29 авгусында Өфөлә уҙған II Бөтә башҡорт ҡоролтайында Өфө, Пермь, Һамар һәм Ырымбур губерналары башҡорттарынан Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына депутатлыҡҡа кандидаттар исемлеге раҫлана[5].

Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына һайлауҙар 1917 йылдың 12—14 ноябрендә Өфө һайлау округында һәм 26—28 ноябрҙә Ырымбур һайлау округында үтә[5].

Өфө һайлау округында 13 депутат һайлана:

  • А. И. Бриллиантов, Н. К. Осинцев, В. Е. Трутовский, В. А. Филатов, И. З. Штейнберг (Социал-революционерҙар партияһы һәм Өфө губерна крәҫтиән депутаттары советы; тауыштарҙың 34 %‑ы),
  • Ғ. Ғ. Ибраһимов, Ғ. В. Ильясов, Ә. М. Мөхәмәтдинов, Ш. Сөнчәләй һәм М. Ғ. Әхмәров (Өфө губерна крәҫтиән депутаттары советы, Өфө губерна мосолман милли советының һул фракцияһы, татар социал-революционерҙарҙың Өфө губерна ойошмаһы һәм Өфө мосолман хәрби шураһы; 32 %),
  • Ә. Ә. Вәлидов һәм Ғ. Ғ. Ҡыуатов (Башҡорт мәркәз шураһының Өфө губерна секретариаты (федералист башҡорттар); 14 %),
  • Ғ. Х. Тереғолов (Өфө губерна мосолман милли советы; 9 %)[5].

Ырымбур һайлау округында 11 депутат һайлана:

Ойоштороу йыйылышының ултырышы 1918 йылдың 5—6 ғинуарында Петроградта Таврия һарайында үтә; 410 депутат (шул иҫәптән Бриллиантов, Ибраһимов, Ильясов, Манатов, Сөнчәләй, Трутовский һәм Штейнберг) ҡатнаша[6].

Ойоштороу йыйылышына һайлауҙар уның составы башлыса эсерҙарҙан тороуын күрһәтә. Бынан тыш, Йыйылыш составына А. Ф. Керенский һымаҡ сәйәсмәндәр, атамандар А.И.Дутов һәм А. М. Каледин, хәрби эштәре буйынса украин генераль секретары Петлюра (ҡара Ойоштороу йыйылышы ағзалары исемлеге) инә. Большевиктарҙың радикаль үҙгәрештәргә ниәтләнгән курсы хәүеф аҫтында ҡала. Бынан тыш, эсерҙар «еңеүгә тиклем» һуғышты дауам итеү яҡлы булғанға күрә икеләнгән матростар һәм һалдаттар Йыйылышты таратыуҙы хуп күрә.

Большевиктар һәм һул эсерҙар коалицияһы йыйылышты «контрреволюцион» тип иҫәпләй һәм таратырға ҡарар сығара. Ленин дә Йыйылышҡа ҡырҡа ҡаршы була, Н. Н. Суханов раҫлауынса, ул уны «либераль хыял» тип иҫәпләй.

Ойоштороу йыйылышын үткәреү буйынса РСДРП(б) етәкселеге төрлө фекерҙә була: Үҙәк Комитеттың ағзалары Л. Б. Каменев, А. И. Рыков, В. П. Милютин йыйылыш буйынса ыңғай позицияһын белдерәләр, милләттәр буйынса комиссар И. В. Сталин Йыйылыштың үткәреү срогын күсерергә тәҡдим итә, сит ил эштәре буйынса комиссар Л. Д. Троцкий һәм Ойоштороу йыйылышының большевиктар фракцияһы рәйестәше Н. И. Бухарин француз революцияһы ваҡиғалары менән сағыштырып, большевиктар һәм һул эсерҙарҙан торған «революцион конвент (ойошма)» саҡырырға тәҡдим яһайҙар. Ошо уҡ ҡарашты һул эсер М. А. Натансон да хуплап сыға.

1917 йылдың 23 ноябрендә Сталин һәм Петровский етәкселегендә большевиктар Ойоштороу йыйылышына һайлауҙар буйынса эште атҡарып сыҡҡан комиссияны үҙ контроле аҫтына алалар һәм М. С. Урицкийҙы комиссияның яңы комиссары итеп тәғәйенләйҙәр. 26 ноябрҙә Совнарком рәйесе Ленин «Ойоштороу йыйылышы асылыуға» декретына ҡул ҡуя, уны асыу өсөн 400 кешелек кворум талап ителә һәм, декретҡа ярашлы, уны асыу хоҡуғы Совнарком вәкиленә, йәғни, большевикка бирелергә тейеш була.

28 ноябргә 300-гә яҡын депутат һайланған була, 173 кеше — теркәлгән, ә Петроградҡа 50 депутат ҡына килгән була[7].

28 ноябрҙә Петроградта 60 делегат йыйыла, башлыса Йыйылыштың эшен башларға ниәт итеүсе уң эсерҙар. Кисен Синод бүлмәләрендә большевиктарға дошмандарса мөнәсәбәттә булған юғары дәүләт учреждениелары чиновниктарының йыйылышы үтә. Ойоштороу йыйылышы тураһында докладтар уҡыла. Бәхәсләшеү ваҡытында бинаға Хәрби-революцион комитетының вәкилдәре һәм ҡыҙылгвардиясылар килеп инә, улар барыһын да ҡулға алалар, тентеү ойошторалар һәм бер нисә партия менән Смольныйға килтерәләр[8]. Ҡайһы бер ҡулға алынғандар 1917 йылдың декабрь аҙағына тиклем Пересыльный төрмәһендә тотола, ә 1918 йылдың 1 майында бөтәһе лә азат ителә (амнистия).

Шул уҡ көндө, 28 ноябрҙә, Совнарком рәйесе Ленин «Революцияға ҡаршы Граждан һуғышы юлбашсыларын ҡулға алыу тураһында» декретын баҫтырып сығара һәм кадеттар партияһын законһыҙ тип иғлан итә. Сталин был ҡарарға ризалығын белдерә, һул эсерҙар, дөйөм алғанда, ризалыҡ белдерһәләр ҙә, большевиктар бындай ҡарарҙы үҙаллы ҡабул итеүенә ҡәнәғәтһеҙлек белдерәләр. Һул эсер И. З. Штейнберг ҡырҡа ҡаршы позицияһын белдерә, ул кадеттарҙы «контреволюционерҙар» тип атауға ҡарамаҫтан, был осраҡта тотошлай партияны ҡулға алыуға ҡаршы сығыш яһай. «Речь» кадет гәзите ябыла, әммә ике аҙнанан «Наш век» исеме аҫтында ҡабаттан сыға башлай.

29 ноябрҙә большевиктар Совнаркомы Ойоштороу йыйылышының «шәхси кәңәшмәләрен» тыя. Шул уҡ ваҡытта уң эсерҙар «Ойоштороу йыйылышын яҡлау союзы»н булдыралар.

Дөйөм алғанда, партия эсендәге бәхәстәр Лениндың еңеүе менән тамамлана. 11 декабрҙә Ойоштороу йыйылышының большевиктар фракцияһы бюроһын ҡабаттан һайлап ҡуйыуға өлгәшә. 1917 йылдың 12 декабрендә Ленин «Ойоштороу йыйылышы тураһында тезистар» төҙөй.

«…16. Учредительное собрание, созываемое по спискам партий, существовавших до пролетарски-крестьянской революции, в обстановке господства буржуазии, неминуемо приходит в столкновение с волей и интересами трудящихся и эксплуатируемых классов, начавших 25 октября социалистическую революцию против буржуазии. Естественно, что интересы этой революции стоят выше формальных прав Учредительного собрания, даже если бы эти формальные права не были подорваны отсутствием в законе об Учредительном собрании признания права народа на перевыборы своих депутатов в любое время.

17. Всякая попытка, прямая или косвенная, рассматривать вопрос об Учредительном собрании с формальной юридической стороны, в рамках обычной буржуазной демократии, вне учета классовой борьбы и гражданской войны является изменой делу пролетариата и переходом на точку зрения буржуазии»[9], ә «Учредителдәр йыйылышына бөтә власть» лозунгы «калединсылар» лозунгы тип иғлан ителә. 22 декабрҙә Зиновьев, был лозунг аҫтында «Советтарҙы долой» лозунгыһы йәшеренгән, тип белдерә.

20 декабрҙә Совнарком Йыйылышты 5 ғинуарҙа асыу тураһында ҡарар ҡабул итә. 22 декабрҙә Бөтә Рәсәй Башҡарма Комитеты (ВЦИК) Совнаркомдың ҡарарын раҫлай.

1918 йылдың 1 ғинуарында Ленинды беренсе тапҡыр үлтерергә маташалар, һөжүм ваҡытында Фриц Паттен яралана. Бер нисә йылдан эмиграцияла көн иткән кенәз И. Д. Шаховской һөжүмдең ойоштороусыһы булыуын һәм ошо маҡсатҡа ярты миллион аҡса бүлгәне тураһында иғлан итә[10]. Тикшеренеүсе Ричард Пайпс күрһәтеүенсә, һөжүмдә Ваҡытлы хөкүмәттең элекке министрҙарының береһе кадет Н. В. Некрасов булған, әммә ғәфү ителгән һәм һуңынан большевиктар яғына Голговский фамилияһы аҫтында күсә.

Социалист- революционерҙар партияһы (ПСР) 1918 йылдың 3 ғинуарында үткәрелгән Үҙәк комитетының ултырышында Ойоштороу йыйылышы асылған көндө ҡораллы баш күтәреүҙе ойоштороуҙы «ваҡытһыҙ һәм ышанысһыҙ эш» тип кире ҡаға[11].

Л. Д. Троцкий һуңынан эсер депутаттары тураһында мыҫҡыллап түбәндәгесә әйтә:

уның ҡарауы, улар беренсе ултырыштың ритуалына ентекләп әҙерләгәндәр. Улар үҙҙәре менән май шәм алып килгәндәр, большевиктар утты һүндереү осрағына, һәм бик күп бутербродтар, әгәр ашарға бирмәләһәр. Шулай, демократия диктатура менән алышҡа бутербродтар һәм шәмдәр менән ҡоралланып килде.

 
Фотола: 1918 йылдың 5 ғинуарында Петроградта Ойоштороу йыйылышын яҡлап ойошторолған демонстрация

Шингаревтың һәм Кокошкиндың үлтерелеүе

үҙгәртергә

Йыйылыш саҡырылышы алдында Конституцион-демократик партияһының (Халыҡ азатлығы партияһы) лидерҙарының береһе һәм Учредителдәр йыйылышы депутаты Шингаревты большевиктар 28 ноябрҙә (Ойоштороу йыйылышы асыла торған көндө) ҡулға алалар, 5 (18) ғинуарҙа Петропавловский ҡәлғәһендә тотҡонда тотола. 6 (19) ғинуарҙа Мариин төрмә дауаханаһына күсерелә, 7 (20) ғинуар төнөндә уны матростар үлтерә. Шулай уҡ кадеттарҙың тағы бер лидеры — Кокошкин да үлтерелә.

Демонстрацияны ҡыуыу

үҙгәртергә

5 (18) ғинуарындағы «Правда» гәзитендә Петроград Ғәҙәттән тыш комиссияһының (ЧК) етәксеһе М. Урицкий ҡултамғаһы менән Петроградта, Таврия һарайы тирәһендә, митингылар һәм демострациялар тыйылыуы тураһында ҡарар сыға[12]. Уң эсерҙарҙың ҡорал менән баш күтәрергә ниәтләүе тураһында билдәле була. Эсерҙар Измайлов бронепоезы ярҙамында Семенов һәм Преображен полктарын алып сығарға уйлайҙары[13]. Шулай уҡ «аманат сифатында» Ленин һәм Троцкийҙы сафтан сығарыу әҙерләнә[14]. Уң эсерҙарҙың Үҙәк комитеты 3 ғинуарҙа ғына был пландарҙан баш тарта.

Бонч-Бруевич раҫлауынса, манифестанттарҙы ҡыуыу инструкцияһында түбәндәгеләр яҙыла: «Ҡоралһыҙҙарҙы кире ҡайтарырға. Дошман ниәтен күрһәткән ҡораллы кешеләрҙе яҡын ебәрмәҫкә, таралырға һәм ҡарауылға тейешле бойороҡтарҙы үтәүҙә мәшәҡәтләмәҫкә тип өндәргә. Бойороҡто үтәмәгән осраҡта — ҡоралһыҙландырырға һәм ҡулға алырға. Ҡораллы ҡаршылыҡҡа аяуһыҙ ҡораллы яуап бирергә. Демонстрацияла ниндәй ҙә булһа эшселәрҙең килеп сығыуы менән уларҙы, һуңғы сиккә тиклем, үҙ иптәштәренә һәм халыҡ власына ҡаршы торған аҙашҡан кешеләр тип аңлатырға». Бер үк ваҡытта большевик агитаторҙары бик кәрәкле мөһим заводтарҙа (Обухов, Балтик һәм башҡалар) эшселәрҙең ярҙамына таянырға өмөт итәләр, әммә уңышҡа ирешмәйҙәр. Эшселәр урталыҡты һаҡлайҙар.

Латыш уҡсылары һәм Литва лейб-гвардия полкының тыл частары менән берлектә большевиктар Таврия һарайына яҡын ерҙәрҙе уратып алалар. Йыйылыш яҡлылары демонстрациялар менән яуап бирәләр; һәр төрлө мәғлүмәттәр буйынса манифестацияларҙа 10 меңдән 100 меңгә тиклем кеше ҡатнаша. Уларҙы ҡыуып ебәрәләр. Рәсми рәүештә 21 кеше һәләк булыуы тураһында яҙылып сыға (ВЦИК яңылыҡтары, 1918 йылдың 6 ғинуары), йөҙҙәрсә кеше яралана. Һәләк булғандар араһында эсерҙар Е. С. Горбачевская, Г. И. Логвинов һәм А. Ефимов. Ҡорбандар бер нисә көндән Преображенск зыяраттарында ерләнә.

5 ғинуарҙа Мәскәүҙә Ойоштороу йыйылышын яҡлап ойошторолған демонстрация таратыла. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса (ВЦИК яңылыҡтары, 1918 йылдың 11 ғинуары.) һәләк булғандарҙың һаны 50-нән ашыу, яраланғандар — 200-ҙән ашыу[15]. Атыш көн дауамында бара. Дорогомилов Советы бинаһы шартлатыла, Дорогомилов районының Ҡыҙыл гвардия штабы начальнигы П. Г. Тяпкин һәм бер нисә ҡыҙылгвардиясылар һәләк була.

 
Берҙән-бер ултырыш фотоһүрәте

Берҙән-бер ултырыш

үҙгәртергә

Ойоштороу йыйылышының ултырышы 1918 йылдың 5 (18) ғинуарында Таврия һарайында Петроградта үтә. Ултырышта 410 депутат була; күпселек эсер-центристар яғында була, большевиктар һәм һул эсерҙар 155 мандатҡа (38,5 %) эйә булалар. Ултырышты Бөтә Рәсәй Башҡарма Комитетының (ВЦИК) ҡушыуы буйынса уның рәйесе Я. М. Свердлов аса һәм В. И. Ленин тарафынан әҙерләнгән «Хеҙмәтсән һәм иҙелгән халыҡтың хоҡуҡтары Декларацияһы» проектын ҡабул итергә саҡыра, проекттың 1-се пункты Рәсәйҙе «Эшсе һәм крәҫтиән депутаттарының Советтары Республикаһы» тип иғлан итә[16]. Декларация Эшсе һәм һалдат депутаттары Советтарының II Съезы резолюцияһын ҡабатлай (аграр реформа тураһында, эшсе контроле һә солох буйынса). Әммә Йыйылыш большевистик Декларацияһы буйынса хатта бәхәсләшеүҙән дә баш тарта (237 тауыш 146 тауышҡа ҡаршы).

Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышының Рәйесе итеп Виктор Михайлович Чернов һайлана, уның өсөн 244 тауыш бирелә. Икенсе претендент һул эсерҙар партияһы лидеры Мария Александровна Спиридонова була, уны большевиктар яҡлай (153 тауыш).

Большевик Скворцов-Степанов аша Ленин «Интернационал»ды йырларға тәҡдим итә һәм Йыйылышта ҡатнашҡан бөтә социалистар, большевиктарҙан алып уларға ҡәтғи оппозицияла торған уң эсерҙарға тиклем, йырҙы башҡаралар.

Ултырыштың икенсе өлөшөндә, төнгө сәғәт өсөнсөлә, Эшсе һәм һалдат депутаттары советының II‑се Бөтә Рәсәй съезы декреттарын һәм хеҙмәтсән һәм эксплуатацияланыусы халыҡ хоҡуҡтары декларацияһын таныуҙан баш тартҡандан һуң большевиктар ултырышты ташлап сығалар.

Спустившись с помоста, я пошёл посмотреть, что делается на хорах… Отдельные группы продолжают «митинговать», спорить. Кое-кто из депутатов пытается убедить солдат в правоте собрания и преступности большевиков. Проносится: «И Ленину пуля, если обманет!»[17]

Большевиктарҙың артынан, таңғы сәғәт дүрттә, Йыйылышты һул эсерҙары фракцияһы ташлап сығып китә. Һул эсерҙар үҙҙәренең вәкиле Карелин аша белдерә: «Ойоштороу йыйылышы бер нисек тә хеҙмәтсән массаларҙың кәйефе һәм ихтыяры сағылышы була алмай…… Беҙ китәбеҙ… Беҙҙең көстәрҙе, беҙҙең энергияны совет учреждениеларына, Үҙәк башҡарма комитетына еткерер өсөн китәбеҙ».

Легитимлығын юғалтҡан Йыйылыштың ҡалған депутаттары эсерҙарҙың лидеры Виктор Чернов етәкселегендә эште дауам итәләр һәм ҡабалан рәүештә түбәндәге документтарҙы ҡабул итеү өсөн тауыштарын бирәләр:

  • Ер тураһында закон, ер бөтә халыҡ милке тип иғлан ителә, Совнарком ҡабул иткән «Ер тураһында Декрет»ты ҡабатлай; (законда «Рәсәй Республикаһы» тигән термин ҡулланыла (Ваҡытлы Хөкүмәттең 1917 йылдың 1 (14) сентябрендәге Рәсәйҙе республика итеп иғлан иткән ҡарары раҫлана);
  • Союздаш державаларға мөрәжәғәт (Беренсе донъя һуғышын туҡтатыу һәм тыныслыҡ т‑да һөйләшеүҙәр башлау тураһында тәҡдим);
  • Рәсәй Демократик Федератив Республикаһын иғлан итеү тураһында ҡарар[18]; быға тиклем ике көн алда ВЦИК Рәсәй Совет Республикаһын совет милли республикалары федерацияһы тип иғлан итә[19]).

Фекер алышыуҙарҙа Бунаков И. И., Бухарин Н. И., Дыбенко П. Е., Ельяшевич А.Б, Ефремов Л. А., Зензинов В. М., Карелин В. А., Лордкипанидзе И. Н., Мамкин И.В, Павлов В. Е., Раскольников Ф.Ф, Свердлов Я. М., Северов-Одоевский А. С., Скворцов И. И., Стрельцов И. В., Тимофеев Е. М., Чернов В. М., Шевцов С. П., Штейнберг И. З., Церетели И. Г. сығыш яһайҙар.

Ойоштороу йыйылышын таратыу

үҙгәртергә
 
Учредителдәр йыйылышын ҡыуған Ҡыҙыл гвардия отряды матростары

Ленин йыйылышты ҡапыл ғына таратмаҫҡа, ултырыш тамамланғандан һуң Таврия һарайын ябырға һәм киләһе көндө унда бер кемде лә индермәҫкә бойора. Ултырыш бик оҙаҡҡа һуҙыла, таңға тиклем. 6 (19) ғинуарҙа, таңғы бишенселә, һаҡсыларҙың начальнигы анархист А. Железняков рәйеслекте башҡарған эсер Черновҡа «ҡарауыл арыны» тип ултырышты яба. 6 ғинуарҙа дүрт сәғәт ҡырҡ минутта, шул уҡ көндө киске сәғәт биштә йыйылырға һөйләшеп, делегаттар тарала.

Шул уҡ көндө, 6 ғинуарҙа, Таврия һарайының ишектәре бикле булып сыға. Ингән ерҙә пулеметтар һәм ике еңел артиллерия орудиелары менән ҡараул тора. Һаҡсылар ултырыштың булмаясағын еткерәләр. 9 ғинуарҙа ВЦИК-тың Ойоштороу йыйылышы тарҡатылыуы тураһындағы (6 ғинуарҙа уҡ ҡабул ителгән) декреты баҫылып сыға[20].

1918 йылдың 6 ғинуарында «Правда» гәзите иғлан итә:

Прислужники банкиров, капиталистов и помещиков, союзники Каледина, Дутова, холопы Американского доллара, убийцы из-за угла правые эсеры требуют в учр. собрании всей власти себе и своим хозяевам — врагам народа.

На словах будто бы присоединяясь к народным требованиям: земли, мира и контроля, на деле пытаются захлестнуть петлю на шее социалистической власти и революции.

Но рабочие, крестьяне и солдаты не попадутся на приманку лживых слов злейших врагов социализма, во имя социалистической революции и социалистической советской республики они сметут всех её явных и скрытых убийц.

18 ғинуарҙа Совнарком ғәмәлдә булған закондарҙан Ойоштороу йыйылышына ҡағылышы булған бөтә һылтанмаларҙы бөтөрөүҙе тәҡдим иткән декретты ҡабул итә. 18 (31) ғинуарҙа Советтарҙың бөтә Рәсәй III Съезы Ойоштороу йыйылышын таратыу тураһында декретты хуплай һәм закондар йыйынтығынан уның ваҡытлы характерына күрһәтмәләрҙе бөтөрөү тураһында ҡарар сығара («Ойоштороу йыйылышын саҡырғанға тиклем»).

Бухариндың хәтирәләренән: «Ойоштороу йыйылышын таратҡан төндө Владимир Ильич мине үҙенә саҡырып алды… Иртәнсәккә ҡарай Ильич Учредилканы ҡыуыу тураһында һөйләгәндәрҙән берәй нәмәне ҡабатларға үтенде һәм ҡапыл көлөп ебәрҙе. Ул бик оҙаҡ көлдө, үҙ алдына һөйләүсенең һүҙҙәрен ҡабатлай-ҡабатлай, көлдө лә көлдө. Күңелле, ихлас итеп, илағансы. Шарҡылдап көлдө»[21].

Эҙемтәләре

үҙгәртергә

Ойоштороу йыйылышын яҡлау Аҡ хәрәкәттең лозунгыларының береһе була.

1918 йылдың йәйенә баш күтәргән Чехословак корпусының ярҙамында Волга буйы һәм Себерҙең бик ҙур территорияларында бер нисә эсер һәм эсерҙарға яҡын хөкүмәттәр төҙөлә, улар Эшсе һәм һалдат депутаттарын Cоветтарының II съезы булдырған власҡа ҡаршы ҡораллы көрәш башлайҙар. Виктор Чернов етәкселегендәге Ойоштороу йыйылышының бер нисә ағзаһы Һамарға күсәләр, унда улар Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитетын (Комуч) төҙөйҙәр, депутаттарҙың икенсе өлөшө комитетты Омскиҙа булдыра. 1918 йылдың сентябрендә Дәүләт кәңәшмәһендә Өфөлә Комуч, Ваҡытлы Себер һәм башҡа төбәк хөкүмәттәре берләшәләр, уң эсер Н. Д. Авксентьев етәкселегендәге ваҡытлы Бөтә Рәсәй Директорияһын һайлайҙар. Директория Рәсәйҙә Учредителдәр йыйылышын тергеҙеүҙе бурыстарының береһе итеп иғлан итә.

Ҡыҙыл армияның 1918 йылдың август — сентябрендәге һөжүме Директорияны Омскиға күсенергә мәжбүр итә; әммә уның депутаттарҙы йыйыу һәм Учредителдәр йыйылышын асыу тураһында иғлан итеү ынтылышы ҡайһы бер сәйәси партияларын ҡәнәғәтләндермәй. 1918 йылдың 18 ноябрендә Омск хәрбиләре Директорияны ҡолата; Рәсәйҙең Юғары хакимы итеп иғлан ителгән адмирал А. В. Колчак большевизмды ҡыйратыу — уның төп маҡсаты һәм артабан ул саҡырасаҡ Ойоштороу Милли йыйылыш бөтөнләй башҡа йыйылыш буласаҡ тип белдерә[22].

Ойоштороу йыйылышы ағзалары съезы 1918 йылдың октябрь айынан алып Екатеринбургта урынлаша һәм түңкәрелешкә ҡырҡа ҡаршы булыуын еткерергә тырыша, һөҙөмтәлә Черновты һәм Ойоштороу йыйылышының башҡа әүҙем ағзаларын ҡулға алыу тураһында фарман бирелә. Екатеринбургтан ҡыуылған депутаттар Өфөлә йыйыла, бында улар Колчакка ҡаршы агитация алып барырға маташалар. 1918 йылдың 30 ноябрендә Колчак Ойоштороу йыйылышының элекке ағзаларын хәрби хөкөмгә тарттырырға бойора — «ихтилал ойошторорға маташыу һәм ғәскәрҙәр араһында емергес агитация алып барғандары өсөн». 2 декабрҙә полковник Круглевский етәкселегендә махсус отряд Учредителдәр йыйылышы ағзалары съезының бер өлөшөн (25 кеше) ҡулға ала, улар тауар вагондарында Омскиға килтерелә һәм төрмәгә ябыла. Уңышһыҙ ҡасыуҙан һуң, 1918 йылдың 22 декабрендә, уларҙың күбеһе атып үлтерелә.

XXI быуат башында Ойоштороу йыйылышына ҡарата мөнәсәбәт

үҙгәртергә

2011 йылда «Яблоко» партияһының етәксеһе Григорий Явлинский «Ложь и легитимность» мәҡәләһе менән сығыш яһай, мәҡәләлә ул Рәсәйҙәге дәүләт власын легитимһыҙ тип атай, ә проблеманың сиселешен Ойоштороу йыйылышын саҡырыуҙа күрә[23][24].

2015 йылда активист Владимир Шпиталев Рәсәй Федерацияһының Генераль прокуроры Юрий Чайка исеменә 1918 йылда Ойоштороуйыйылышының таратылыуының законлығын тикшереүен талап итеп, ғариза яҙа. Шул уҡ йылдың июнь айында Шпиталев «Ҡайтарығыҙ Ойоштороу йыйылышын» плакаты менән Ҡыҙыл майҙанға бер кешелек пикетҡа (одиночный пикет) сыға. Уны тоталар һәм полиция бүлегенә алып баралар. Суд сентябргә тәғәйенләнә, әммә Шпиталев августа уҡ Рәсәйҙән сығып китә. Интернеттағы ҡайһы бер яҙыуҙары өсөн уны экстремизм менән көрәш Үҙәге эҙәрлекләй башлай. 2016 йылда Шпиталев Чехияла йәшәргә рөхсәт ала (политубежище)[25].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://elibrary.ru/item.asp?id=28380891 Корольков О. П. ВЫБОРЫ В УЧРЕДИТЕЛЬНОЕ СОБРАНИЕ В ПСКОВСКОЙ ГУБЕРНИИ (1917 Г.)
  2. Троцкий Л. К истории русской революции. — М. Политиздат. 1990
  3. Энциклопедия Санкт-Петербурга 2015 йыл 28 апрель архивланған.
  4. Всероссийское учредительное собрание // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Ҡасимов С. Ф. Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «БЭ» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  6. /index.php/component/content/article/8-statya/2624-b-t-r-s-j-ojoshtorou-jyjylysh
  7. https://elibrary.ru/item.asp?id=28380891
  8. Соколов А. В. Государство и Православная церковь в России, февраль 1917 — январь 1918 гг. Диссертация на соискание ученой степени доктора исторических наук. — СПб, 2014. — С. 526 Режим доступа: https://disser.spbu.ru/disser/dissertatsii-dopushchennye-k-zashchite-i-svedeniya-o-zashchite/details/12/483.html
  9. «Правда» № 213, 26 (13) декабря 1917. • Печатается по тексту Полного собрания сочинений В. И. Ленина, изд. 5, т. 35, стр. 162—166
  10. Аргументы и факты № 11 (47) от 03.06.2004. На мушке — вечно живой. Дата обращения: 27 ғинуар 2011. Архивировано 23 август 2011 года. 2015 йыл 28 апрель архивланған.
  11. Ерофеев Н. Д. Уход с политической арены эсеров 2012 йыл 11 ғинуар архивланған.
  12. «Правда», № 203 от 12 декабря 1917 г.
  13. Ю. Г. Фельштинский. Большевики и левые эсеры. Октябрь 1917 — июль 1918
  14. Соколов Б. Защита Всероссийского Учредительного собрания // Архив русской революции. — М., 1992.
  15. Партия социалистов — революционеров после Октябрьского переворота 1917 года. Документы из Архива ПСР. Amsterdam. 1989. С. 16-17.
  16. Всероссийское Учредительное собрание в документах и материалах(недоступная ссылка)
  17. Учредительное собрание и российская действительность. Рождение Конституанты. Дата обращения: 12 ғинуар 2011. Архивировано 23 август 2011 года.
  18. ЗАКОНЫ И ПОСТАНОВЛЕНИЯ, ИЗДАННЫЕ ОТ ИМЕНИ УЧРЕДИТЕЛЬНОГО СОБРАНИЯ — Страница 6
  19. Декларация прав трудящегося и эксплуатируемого народа
  20. О роспуске Учредительного Собрания: Декрет о роспуске Учредительног Собрания, принятый в заседании Центр. Исп. К-та 6 января 1918 года. Распубликовано в № 5 Газеты Временного Рабочего и Крестьянского Правительства от 9 января 1918 года. // Собрание узаконений и распоряжений рабочего и крестьянского правительства 1918 г. № 15 ст. 216
  21. Сталин и Замятин / Сталин и писатели Книга третья. Дата обращения: 9 март 2013. Архивировано 10 март 2013 года.
  22. Г. Иоффе. Между двумя караулами. Литературная газета. 2003, N 14
  23. Г. Явлинский «Ложь и легитимность» // Радио Свобода, 6.4.2011
  24. Эксперты — о «Лжи и легитимности» // Радио Свобода, 7.4.2011
  25. Эмигрант с белой карточкой // Радио Свобода, 16.4.2016

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә