Бөйөк Сәлжүк империяһы

Бөйөк Сәлжүк империяһы йәки Бөйөк Сәлжүк дәүләте — Сәлжүкиҙәр династияһы башлығында уғыҙ-сәлжүктәрҙең Яҡын һәм Урта Көнсығыш илдәрен яулап алыуҙары һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән һәм 1037 йылдан 1194 йылға ҡәҙәр булған дәүләт.

Бөйөк Сәлжүк дәүләте
фарс. دولت سلجوقیان
Dawlat-i Salcūqiān

 
 
 
 
1037 — 1194
Баш ҡала

Нишапур (1037—1043)
Рей (1043—1051)
Исфаһан (1051—1118)
Хәмәдан (көнб.) (1118—1194)
Мерв (көнс.) (1118—1153)

Телдәр
Дин

ислам

Майҙаны

3 900 000 км²

Идара итеү формаһы

монархия

Династия

Сәлжүкиҙәр

Хәҙерге илдәр
Предшественники и преемники
 Бөйөк Сәлжүк империяһы Викимилектә

1038 йылдан 1055 йылға ҡәҙәр сәлжүктәр Хөрәсәнде, Хәрәзмды, Көнбайыш Иранды, Әзербайжанды һәм Ираҡты яулап алалар[6]. Ғәббәсиҙәр хәлифәһе Әл-Ҡайым Биамриллаһ сәлжүк Тогрул бәкте (1038—1063) солтан һәм «Көнсығыш һәм Көнбайыш батшаһы» итеп танырға мәжбүр була. Сәлжүк солтаны хәлифәнең наместнигы тип иҫәпләнә, ә хәлифә үҙе номиналь суверенитет һәм рухи авторитет һаҡлап ҡала. Рей ҡалаһы Тогрул бәк дәүләтенең баш ҡалаһы була.

Алып-Арыҫлан (1063—1072) һәм Малик шаһ I (1072—1092) дәүерендә сәлжүктәр Әрмәнстанды, барлыҡ тиерлек Кесе Азияны, һәм һуңынан — Сүриәне һәм Фәләстинде баҫып алалар. Грузия, Ширван һәм Мәүернаһрҙы яулағандан һуң, уларҙың хакимдары сәлжүк солтандарының вассалдары булып китә. Малик шаһ осоронда Бөйөк Сәлжүк империяһы үҙенең иң ҙур хәрби-сәйәси ҡеүәтенә эйә була[7].

XI быуат аҙағынан Сәлжүк империяһы бөлгөнлөккә төшә башлай. Бының төп сәбәптәре артабанғылар булған: тәүге тәре яуы, бының арҡаһында империя Грузияны, Ширванды, Кесе Азияның яр буйы өлөштәрен, Сүриәнең бер өлөшөн һәм Фәләстинде юғалта; феодаль тарҡаулыҡтың үҫеше һәм вассалдарының бойондороҡһоҙлоҡҡа ынтылышы. Тогрул бәк дәүерендә Сәлжүкиҙәр нәҫеле ағзалаларына киң уделдар бүленеп бирелә, ваҡыт үтеү менән уларҙың ҡайһылары ысынында айырым солтанлыҡтарға әүреләләр: Керман (1041—1187), Сүриә (1074—1117) һәм Конья (йәғни Рум) (1077—1307) солтанлыҡтары[7].

Солтандар аҡһөйәктәргә һәм яугирҙарға хәрби биләмәләр — иктаны таратҡандар, был солтанға власты үҙ ҡулында тоторға мөмкинлек биргән. XI быуат аҙағына ҡарай аҡһөйәктәргә яңы ерҙәр һәм хәрби табыштар килтергән ҙур яулап алыуҙар тамамлана, был илдәге сәйәси хәлде үҙгәртә. Башта аҡһөйәктәр үҙ биләмәләрен — мираҫ буйынса күскән милеккә, ә райәттәр өҫтөндәге үҙ властарын сикһеҙгә әйләндерергә ынтылған; ҙур ер хужалары ихтилал күтәреп бойондороҡһоҙлоҡ алалар (XII быуаттың 1-се яртыһында Хәрәзм). Был хәлдә солтан иран чиновник аҡһөйәктәрендә терәк эҙләй башлай, әммә был иҫке иран үҙәкләштерелгән сәйәсәт традицияһын тергеҙергә тырышыу уңышһыҙлыҡҡа юлыға[7].

Малик шаһ үлгәндән һуң Бөйөк Сәлжүк империяһы үҙ-ара низағтар менән ҡаплана; солтан тәхете Малик шаһтың бер улынан икенсе улына күсеп торған: Мәхмүт (1092—1094), Баркиярук (1094—1104), Малик шаһ II (1104—1105) һәм Мөхәмәткә (1105—1118) аҡһөйәктәр менән генә түгел, ә исмәғилиттар хәрәкәте менән дә көрәшергә тура килгән. 1118 йылда солтанлыҡ Мөхәмәттең улы — Мәхмүт һәм уның олатаһы — Әхмәт Санжар араһында бүленгән: тәүгеһенә баш ҡалаһы Хамаданда булған Ираҡ солтанлығы (Көнбайыш Иран, Ираҡ һәм Әзербайжан), ә икенсеһенә — баш ҡалаһы Мервта булған Хөрәсән, Хорезм һәм Мәүернаһр эләккән.

Урта Азияға ҡараҡытайҙар баҫып ингәс, Амударъянан көнсығышҡа һәм төньяҡҡа табан урынлашҡан Сәлжүк империяһының барлыҡ өлкәләре яулап алыусыларҙың ҡулына күсә. 1153 йылда Балх ҡалаһы тирәһендә күсмә тормош көткән уғыҙҙар баш күтәрә, уларға ҡаршы сыҡҡан Санжарҙың ғәскәрен тар-мар итеп уғыҙҙар солтандың үҙен әсиргә ала; артабан Балх ихтилалсылары Хөрәсәнде бөлгөнлөккә төшөрә. Хорезм шаһ Тәкәш Ираҡ солтанлығын яулап ала. Тарҡалған Сәлжүк империяһының һуңғы ҡалдығы — Конья солтанлығы XIV быуат башына ҡәҙәр йәшәп килә[7].

Бөйөк Сәлжүктәр

үҙгәртергә

Бөйөк Сәлжүктәр: Тогрул бәк (1038—1063), Алып-Арыҫлан (1063—1072), Малик шаһ I (1072—1092), Мәхмүт (1092—1094), Баркиярук (1094—1104), Малик шаһ II (1104—1105), Мөхәмәмт (1105—1118), Санжар (1118—1157)[8].

Исеме Хакимлыҡ итеү йылдары Иҫкәрмәләр
Тогрул бәк 1038—1063 Үҙенең ҡустыһы Чағры бәк менән бергә күсмә уғыҙҙарҙың (төркмәндәрҙең) сәлжүк берләшмәһен етәкләй. Башта Ҡараханлылар төрки дәүләтенең ғәскәрендә хеҙмәт итә, ул тар-мар ителгәс Хорезмда нығына. Унан 1028 йылда Мерв һәм Нишапурҙы яулап алырға маташа, бында 1038 йылда солтан булараҡ тәхеткә ултыра. Был осорға ҡарай уның дәүләте составына шулай уҡ Бохара, Балх һәм Ғазни керә. 1040 йылда Данданакан янындағы алышта Тогрул бәк солтан Мәсғүт Ғәзнәүиҙең ғәскәрен тар-мар итә; 1040 һәм 1055 йылдар араһында Хорезмды, Ирандың ҙур өлөшөн, Әзербайжанды, Ираҡтың бер өлөшөн яулап ала; 1049 йылда Әрмәнстанды баҫып ала башлай. 1055 йылда Бағдадты ала һәм 1058 йылға ҡәҙәр Ираҡ менән хакимлыҡ итә. Ғәббәсиҙәр хәлифәһе Әл-Ҡайым Биамриллаһ сәлжүк Тогрул бәккә — солтан, ә һуңынан «Көнсығыш һәм Көнбайыш батшаһы» титулын бирергә мәжбүр була.
Алып-Арыҫлан 1063—1072 Алып-Арыҫлан бик көслө һәм ҡыйыу кеше була. Ул шулай уҡ диндарлығы һәм намыҫлығы менән айырылып торған. Ул аскетик тормош көткән, уға ябай зауыҡ һәм ихласлыҡ хас булған. Үҙенең подданыйҙарына ҡарата оло миһырбанлығы һәм йомартлығы менән айырылып торған
Малик шаһ I 1072—1092 Үҙенең хакимлығы башында уҡ Малик шаһ олатаһы Кавурд ихтилалын баҫтыра һәм уны язаға тарттыра. Малик шаһ идара итеү осоронда Төньяҡ Сүриә һәм Фәләстиндең бер өлөшөн яулап алына. 1079 йылда Грузияға һәм Әрмәнстанға поход була. Хәрби эшмәкәрлектән тыш, Малик шаһ һуғыштарҙан һәм ихтилалдарҙан һуң емерелгән һәм зыян күргән подданыйҙары йәшәгән райондарҙы тергеҙеү менән дә шөғөлләнә. Солтандың һарайында сәнғәт һәм шиғриәт, шулай уҡ фән сәскә атҡан. Малик шаһ осоронда календарь үҙгәртелгән, Гератта, Бағдадта юғары мәктәптәр (мәҙрәсәләр) асылған, ғалимдарға һәр яҡтан ярҙам күрһәтелгән. Сөнни булараҡ солтандар шиғыйҙарҙы, айырым әйткәндә Хәсән ибн Сәббәхтың исмәғилиттарын, эҙәрлекләгәндәр. Малик шаһ Мерв ҡалаһында атаһы Алып-Арыҫлан ҡәбере янында ерләнә. Малик шаһ үлгәндән һуң уның улдары араһында власть өсөн көрәш башлана.
Мәхмүт I ибн Малик шаһ 1092—1094 Малик шаһ I вафат булғандан һуң империя бик тиҙ тарҡала башлай: Ҡылыс Арыҫлан I Конья солтанлығы, артабан Тутуштың Сүриә солтанлығы һәм Кирмән солтанлығы айырылып сыға. Хорезмда Ануштегинидтарҙың вассал династияһы бик етеҙ көсәйә бара, ә Хөрәсәндә Алып-Арыҫландың улы Арыҫлан-Аргун баш күтәрә. Империяның тарҡалыуы шарттарында Малик шаһтың тол ҡатыны Тархан-ҡатын власты үҙ ҡулында туплай һәм үҙенең 4 йәшлек улын Мәхмүт I солтан тип иғлан итә. Тархан-хатун Бағдадтан Исфаханға ҡайта, бында Малик шаһтың икенсе ҡатынан улы — 12 йәшлек Беркиярук була. Беркиярук Рей ҡалаһына күсә һәм бында солтан тип иғлан ителә. 1093 йылда Тархан-ҡатындың ғәскәре Баруджерд янындағы алышта еңелә, ә 1094 йылда тамам тар-мар ителә. Тиҙҙән Тархан-ҡатын үлә, һуңынан оспанан солтан Мәхмүттә вафат була.
Баркиярук ибн Малик шаһ 1094—1104
Малик шаһ II 1104—1105
Мөхәмәт ибн Малик шаһ 1105—1118 Ике туған ҡустыһы Малик шаһ II-нең вариҫы булараҡ Сәлжүк империяһының Бағдад тәхетенә ултыра. Номиналь рәүештә династия башлығы була, шулай ҙа Бөйөк Хөрәсәндә уның ҡустыһы Әхмәт Санжар үҙенең хакимлыҡ итеү осоронда ҙур власҡа эйә булған.
Әхмәт Санжар 1118—1157 Бөйөк Сәлжүктәр нәҫеленең һуңғы вәкиле, Малик шаһ I иң кесе улдарының береһе була. Санжар башҡа династия вәкилдәре Мәхмүт I, Баркиярук, Малик шаһ II һәм Мөхәмәт I ҡаршы мираҫ өсөн һуғыштарҙа ҡатнаша. 1097 йылдан Санжар Фарсы империяһының ҙур өлөшөнөң хакимы була, ә уның баш ҡалаһы Нишапурҙа урынлаша. Бер нисә хакимдар уға ҡаршы баш күтәрә, был Бөйөк Сәлжүк империяһының тарҡалыуына килтерә. 1118 йылда Санжарҙың һуңғы энеһе вафат булғандан һуң, Сәлжүкиҙәрҙең биләмәләре рәсми рәүештә бүленә. 1141 йылда ҡараҡытайҙарға ҡаршы поход ойоштора. 1153 йылда күсмә төркмәндәр тарафынан ҡулға алына һәм 1156 йылда ҡасҡанына тиклем әсирлектә була. 1157 йылда Санжар дизентериянан вафат була һәм Мерв ҡалаһында ерләнә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Introduction to Islamic Civilisation. — Cambridge University Press, 1976. — P. 82. — ISBN 0-521-20777-0.
  2. Black Edwin. Banking on Baghdad: Inside Iraq's 7,000-year History of War, Profit and Conflict. — John Wiley and Sons, 2004. — P. 38. — ISBN 0-471-67186-X.
  3. 3,0 3,1 3,2 C.E. Bosworth, "Turkish Expansion towards the west" in UNESCO History of Humanity, Volume IV, titled "From the Seventh to the Sixteenth Century", UNESCO Publishing / Routledge, p. 391: "While the Arabic language retained its primacy in such spheres as law, theology and science, the culture of the Seljuk court and secular literature within the sultanate became largely Persianized; this is seen in the early adoption of Persian epic names by the Seljuk rulers (Qubād, Kay Khusraw and so on) and in the use of Persian as a literary language (Turkish must have been essentially a vehicle for everyday speech at this time)."
  4. Stokes, 2008, p. 615
  5. Concise Encyclopedia of Languages of the World, Ed. Keith Brown, Sarah Ogilvie, (Elsevier Ltd., 2009), 1110; "Oghuz Turkic is first represented by Old Anatolian Turkish which was a subordinate written medium until the end of the Seljuk rule."
  6. Восток в средние века. III. Сельджукское завоевание и государства Сельджукидов
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 СИЭ, 1961—1976
  8. СИЭ, 1961—1976, Сельджукиды
  • Сельджукиды / Буниятов З. М. // Советская историческая энциклопедия : в 16 т. / под ред. Е. М. Жукова. — М. : Советская энциклопедия, 1969. — Т. 12 : Репарации — Славяне. — Стб. 720.
  • Сельджукское государство / Петрушевский И. П. // Советская историческая энциклопедия : в 16 т. / под ред. Е. М. Жукова. — М. : Советская энциклопедия, 1969. — Т. 12 : Репарации — Славяне. — Стб. 720—723.
  • Бартольд В. В. Туркестан в эпоху монгольского нашествия, Соч., т. 1. — М., 1963, гл. 2-3.
  • Гордлевский В. A. Государство Сельджукидов Малой Азии, «Тр. ИВАН», 1941, т. 39.
  • Заходер Б. Н. Хөрәсән и образование гос-ва Сельджуков, «ВИ», 1945, No 5-6
  • Якубовский А. Д. Сельджукское движение и туркмены в XI в., «ИАН СССР, отделение обществ. наук», 1937, No 4