Сәлжүкиҙәр

төрки династия, сығышы менән төркиә төркмәндәренең кынык ҡәбиләһенән

Сәлжүкиҙәр (төркм. Seljuklylar; перс. آل سلجوق Al-Saljuq e) — төрки династия, сығышы менән төркиә төркмәндәренең кынык ҡәбиләһенән сыҡҡан, XI— XIV быуаттарҙа Яҡын һәм Урта Көнсығышта, Әрмәнстанда, Анатолияла, Месопотамиянла, Сүриәлә, Фәләстин ҙур өлөшө һәм Иран менә байтаҡ илдәрҙә хакимлыҡ иткән. Династияға нигеҙ һалыусы: Тоғрул бәк.

Сәлжүкиҙәр
Нигеҙләү датаһы 1037
Хөрмәтенә аталған Сельджук[d]
Юрисдикция таралышы Бөйөк Сәлжүк империяһы
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Османдар[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1194
Commons-logo.svg Сәлжүкиҙәр Викимилектә

СығышыҮҙгәртергә

Сәлжүкиҙәрҙең килеп сығышының бер нисә фаразы бар.

В. В. Бартольд, мәғлүмәттәре буйынса, сәлжүкиҙәр уғыҙ (төркмән) кынык[1][2][3][4][5][6].>ҡәбиләһенән килеп сыҡҡан.

З. В. Туған һәм Д. М. Данлоп фекере буйынса, сәлжүк төркөмө хазар төркиҙәренән килеп сыҡҡан. Был фаразға ярашлы, берекмә башында торған династия уғыҙ ҡәбиләләре мөхитенән сыҡҡан[7][8][9][10].

Йөҙ йыл элек Э. Блоше һәм Н. Асим сәлжүктәр монгол сығышлы тип иҫәпләй торған булған. Уларҙың фекеренсә, нирун-монгол һалйот[11][12]ҡәбиләһенең сәлжүк төркөмөнән барлыҡҡа килгән. Сәлжүктәр, Н. Асим фекеренсә, христиан динен тотҡан кәрәйеттәр йәки наймандарҙан сыҡҡан. Бер фараз буйынса, был династияға Үҙәк Азия[9][10] төрки-монгол хакимдарының береһенә хеҙмәт иткән Сәлжүк (Салджик, Салчик) нигеҙ һалған.

Г. Вейль Сәлжүкиҙәр династияһына нигеҙ һалыусы тәүҙә Бәйгү исемле «ҡырғыҙ» хакимында хеҙмәттә торған[13]. Сәлжүктәрҙе «ҡырғыҙ далаларынан» сыҡҡан тип һанаусы К. Брокельман ошондай уҡ фекер яҡлы.[14][9][10].

Бөйөк Сәлжүк империяһыҮҙгәртергә

1038 йылдан 1055 йылға саҡлы сәлжүктәр менән яулап Хөрәсәнде, Хорезмды, Көнбайыш Иран һәм Ираҡты яулай. Ғәббәсиҙәр хәлифәһе әл-Ҡаим Тоғрулбәкте (1038—1063) солтан һәм «Көнбайыш һәм Көнсығыш батшаһы» тип танырға мәжбүр була. Сәлжүк солтаны хәлифәнең наместнигы була, ә хәлифә үҙе номиналь суверенитетын һәм рухи абруйын һаҡлаған. Тоғрулбәк дәүләтенең баш ҡалаһы Рей була.

Алып-Арыҫлан (1063—1072) һәм Мәлик шаһ (1072—1092) дәүерендә сәлжүктәр Әрмәнстанды, бөтә Кесе Азияны тиерлек, ә һуңынан — Сүриәне һәм Фәләстанды яулай. Грузия, Ширван һәм Мәүәрәннәһерҙе баҫып алғандан һуң, ундағы хакимдар сәлжүк солтаны вассалына әйләнә. Бөйөк Сәлжүк империяһы үҙенең хәрби-сәйәси ҡеүәтенә Мәлик шаһ осоронда өлгәшә[15].

Яңы ерҙәрҙе һәм халыҡтарҙы яулау төркиҙәр менән урындағы халыҡтың ҡатнаш никахтарына килтерә һәм, өҫтәүенә, иң юғары дәүләт кимәлендә шуға оҡшаш процестар бара. XII быуатҡа көнсығыш Анатолияның (өлөшләтә) сәлжүк хакимдарының күпселеге грек, грузин, әрмән тамырҙарына эйә була[16].

XI быуат аҙағынан Сәлжүк империяһының тарҡала башлай. Көрсөктөң төп сәбәптәре: беренсе тәре походы арҡаһында империя Грузияны, Ширван, Кесе Азияның яр буйы өлөшөн, Сүриә һәм Фәләстандың бер өлөшөн юғалта; феодаль тарҡаулыҡ һәм вассалдарҙың сепаратист ынтылыштары арта. Тоғрулбәк заманында Сәлжүкиҙәр ырыуына ҙур биләмә-уделдар бүлеп бирелә, ваҡыт үтеү менән уларҙың ҡайһы берҙәре ысынбарлыҡта үҙ аллы: Керман, 1041—1187; Сүриә, 1074—1117; Конья, йәки Румский, 1077—1307[15]солтанлыҡтарына әйләнгән.

Солтандар юғары ҡатламға һәм ябай яугирҙәргә хәрби лендар— икталар, таратҡан, һәм был солтан власын һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бирә. XI быуат аҙағында юғары ҡатламға яңы ерҙәр һәм хәрби табыш килтереү тамамлана, һәм был ил эсендә сәйәси хәл үҙгәреүгә килтерә. Юғары ҡатлам үҙ биләмәләрен хоҡуҡи яҡтан мираҫ итеп тапшырырлыҡ итергә, ә райяттар өҫтөнән үҙ власын— сикләнмәгәнгә әйләндерергә тырышҡан; эре лендар хөкөмдарҙары бойондороҡһоҙлоҡ яулау фетнәләрен күтәргән (XII быуаттың 1-се яртыһында Хорезм). Килеп тыуған хәлдә солтан көслө дәүләт аппаратын һәм көслө үҙәкләштерелгән власть теләгән иран чиновниктары юғары ҡатламында таяныс эҙләгән, әммә үҙәкләштерелгән сәйәсәт иҫке иран традицияһын тергеҙергә тырышыу уңышһыҙлыҡҡа тарый[15].

Мәлик шаһ вафатынан һуң, Бөйөк Сәлжүк империяһында үҙ-ара низағтар башлана; солтан тәхете бер-бер артлы Мәлик шаһтың бер улынан икенсеһенә күсә. Мәхмүткә (1092—1094), Бәркияруҡҡа (1094—1104), Мәлик шаһ II-гә (1104—1105) һәм Мөхәммәткә (1105—1118) юғары ҡатлам менән генә түгел, ә исмаилистар хәрәкәте менән көрәшергә тура килә. 1118 йылда солтанлыҡ Мөхәммәттең улы — Мәхмүт һәм һәм уның атаһының туғаны — Санжар араһында бүленә. Беренсеһенә баш ҡалаһы Хамадан булған Ираҡ солтанлығы (Көнбайыш Иран, Ираҡ һәм Әзербайжан), икенсеһенә баш ҡалаһы Мервта урынлашҡан Хөрәсән, Хорезм һәм Мәһәүәрәннәһер эләгә.

Урта Азияға ҡараҡытайҙар баҫып ингәндән һуң, Сәлжүк империяһы Амударъянан көнсығышта һәм төньяҡта урынлашҡан өлкәләрҙе юғалтҡан. 1153 йылда Балх ҡалаһы янында күсеп йөрөүсе уғыҙҙар баш күтәрә, үҙҙәренә ҡаршы сыҡҡан Санжар армияһын тар-мар итә һәм үҙен әсирлеккә ала; унан һуң балх уғыҙ Хөрәсәнде бөлгөнлөккә төшөрәләр. Хорезм шаһы Текештең яулап алыуҙары Ираҡ солтанлығын юҡ итә. Емерелгән империяның һуңғы ярсығы— Иконий Рум солтанлығы XIV быуат башына тиклем йәшәй[15].

Исеме Титулы Хакимлыҡ йылдары Иҫкәрмә
Тоҡаҡ Уғыҙ дәүләтенең сюбашы Сәлжүктең атаһы. Женд хөкөмдары ябғу Алиҙа, икенсе фараз буйынса, хазар ҡағанында хәрби хеҙмәттә торған. Тоҡаҡ, юғары ҡаған һәм уның ғаиләһе уғыҙҙар тарафынан үлтерелгәнсе һәм хазар дәүләте бөлгөнлөккә төшкәнсе, хазарҙарға хеҙмәт итеүе, һуңынан уғыҙҙар менән союз төҙөп, әһәмиәте буйынса икенсе кеше сифатында уғыҙ ябғуһына хеҙмәткә күсеүе ихтимал. Дөрөҫөрәге, 965 (йәки 969) йылда Хазарияны ҡушып, урындағы династия уның менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштырған һәм үҙҙәрен рус кенәзенең вассалы тип таныған бәшнәктәр тарафынан Дунай Болгарияһынан ҡайтыу менән Святослав Игоревичты үлтергәндән һәм Хазарияның вариҫы булып ҡалғандан һуң, көслөгә әйләнгән ҡыпсаҡ һәм бәшәнәктәрҙең баҫымы уны уғыҙҙар менән союзға этәргәндер.
Сәлжүк Уғыҙ дәүләтенең сюбашы,
ябғу
985— Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Сәлжүк хәрби карьераһын Хазар ҡағанлығы ғәскәрендә командир булып башлай. Һуңыраҡ X быуат уртаһында ҡаған власы йомшарыу сәбәпле, атаһы менән уғыҙҙарға хеҙмәткә күскән. 20 йәше лә тулмаҫ элек, ул уғыҙ ябғуһының сюбашы дәрәжәһенә лайыҡ була. Легенда буйынса, Сәлжүк йөҙөндә ҡурҡыныс көнәркәш күреп, ябғу ҡатыны ирен уны үлтерергә ҡотортҡан. Шундай һүҙҡуйыш тураһында белеп ҡалған Сәлжүк, үҙенең Ҡыныҡ ҡәбиләһенең кешеләрен йыйып, йөҙләгән һыбайлы менән, яңы көтөүлектәр эҙләү һылтауы менән уғыҙ иле Турандан Иранға күсенә. Риүәйәткә ярашлы, 107 йәшенә етеп, Жендта вафат була. Сәлжүктең биш улы: Тоғрулбәк, Сағрыбәк Дауыт, Алып-Арыҫлан. Артабан, Месопотамия, Ираҡ, Сүриә һәм Ирандың күп өлөшөн яулап алып, улар ҙур империя булдырған һәм XI б. алып XIV б. тиклем ошо ерҙәрҙә хакимлыҡ иткән Сәлжүкиҙәр династияһына нигеҙ һалған.
Исраил ибн Сәлжүк
(1032 й. вафат була)
ябғу —1029
Микаил ибн Сәлжүк
Муса ибн Сәлжүк ябғу —1056
Фарава дихканы 1036—1056
Йософ ибн Сәлжүк йинал
Юныс ибн Сәлжүк
Эрташ ибн Йософ ябғу 1029
Ибраһим ибн Йософ йинал —1056
Хәсән ибн Муса Герат әмире 1040—
ябғу 1056—
Ҡотолмош ибн Исраил мәлик 1055—1064
Сағрыбәк ибн Микаил Дихистан дихканы


шаһиншаһ
Мерв солтаны


Хөрәсән солтаны
1036—1037,
1039—1040
1037—1060
1037—1039,
1040—1055
1055—1060
Тоғролбәк
(990 й. тыуған)
Ниса дихканы


Нишапур солтаны
Хөрәсән солтаны
бөйөк солтан,
Мәшриҡ һәм Мәғриб мәлиге
1036—1037,
1040
1037—1040
1040—1055
1055—1063

көнсығыш Төркмәнстан һәм Иран биләмәләрен яулай. 1055 йылда Бағдадты яулай һәм 1058 йылға тиклем Ираҡ хакимы була. Ғәббәси хәлифәһе әл-Ҡаим Тоғролбәккә солтан, һуңғараҡ — «Көнсығыш һәм Көнбайыш батшаһы» титулын бирергә мәжбүр була.
Алып-Арыҫлан
(1030 й. тыуған)
бөйөк солтан,
Мәшриҡ һәм Мәғриб мәлиге
1063—1072 Алып-Арыҫлан командалығы аҫтында сәлжүктәр Византия империяһына һөжүм башлай.
Мәлик шаһ I
(1055 й. тыуған)
вәлиаһд (тәхет вариҫы)
бөйөк солтан,
Мәшриҡ һәм Мәғриб мәлиге
1066—1072
1072—1092

В правление Мәлик шаһ хакимлыҡ иткәндә сәлжүк дәүләте үҙенең юғары ҡөҙрәтенә эйә була. Мәлик шаһ I дәүерендә империя баш ҡалаһы Рейҙан Исфаханға күсерелә.
Әхмәд ибн Мәлик шаһ
(1077 й. тыуған)
мәлик әл-мөлөк, вәлиаһд 1087—1088
Бөркияруҡ ибн Мәлик шаһ (1080 й. тыуған) бөйөк солтан,
Мәшриҡ һәм Мәғриб мәлиге
1092—1104
Мәхмүд ибн Мәлик шаһ
(1088 й. тыуған)
бөйөк солтан,
Мәшриҡ һәм Мәғриб мәлиге
1092—1093
Исфахан солтаны 1093—1094
Мәлик шаһ ибн Бөркияруҡ
(1100 й. тыуған)
бөйөк солтан,
Мәшриҡ һәм Мәғриб мәлиге
1104—1105
Мөхәммәд ибн Мәлик шаһ
(1082 й. тыуған)
Арран әмире
вәлиаһд
Ираҡ солтаны
бөйөк солтан,
Мәшриҡ һәм Мәғриб мәлиге
1092—1104
1101—1104
1104—1105
1105—1118

Әхмәд Санжар
(1085—1157)
Хөрәсән әмире
Хөрәсән солтаны,
Мәшриҡ мәлиге,
бөйөк шаһиншаһ
бөйөк солтан,
Мәшриҡ һәм Мәғриб мәлиге
1097—1105

1105—1118


1118—1157

Тәүҙә — Бөйөк Хөрәсән солтаны, аҙаҡ, Мөхәммәд I вафат булғандан һуң, Сәлжүк империяһы биләмәләре уға мираҫ булып ҡала.

Ираҡ солтанлығыҮҙгәртергә

Исеме Титулы Хакимлыҡ йылдары Иҫкәрмә
Мөхәммәд ибн Мәлик шаһ Арран әмире 1092—1104 1082 й. тыуған
вәлиаһд 1101—1104
Ираҡ солтаны 1104—1105
бөйөк солтан, Мәшриҡ һәм Мәғриб мәлиге 1105—1118
Мәхмүд ибн Мөхәммәд вәлиаһд, Ираҡ солтаны 1118—1131
Дауыт ибн Мәхмүд Ираҡ солтаны 1131—1132
вәлиаһд 1133—1143
Тоғрол ибн Мөхәммәд Ираҡ солтаны 1132—1135
Мәсүд ибн Мөхәммәд Ираҡ солтаны, бөйөк шаһиншаһ 1135—1152
Мәлик шаһ ибн Мәхмүд Ираҡ солтаны 1152—1153 1160 й. вафат була
Мөхәммәд шаһ ибн Мәхмүд Ираҡ солтаны 1153—1159
Сөләймән шаһ ибн Мөхәммәд Ираҡ солтаны 1159—1161
Арыҫлан шаһ ибн Тоғрул вәлиаһд 1159—1161
Ираҡ солтаны 1161—1177
Тоғрол ибн Арыҫлан шаһ Ираҡ солтаны 1177—1194

Сүриә солтанлығыҮҙгәртергә

Исеме Титулы Хакимлыҡ йылдары Иҫкәрмә
Тутуш ибн Мөхәммәд Сүриә солтаны 1074—1095 1066 й. тыуған
Ридван ибн Тутуш Халеб солтаны 1095—1104
үҙәге Халебта урынлашҡан Сүриә солтаны 1104—1113
Дуҡаҡ ибн Тутуш Дамаск солтаны 1095—1104
Тутуш II ибн Дуҡаҡ Дамаск солтаны 1104—1104
Алып-Арыҫлан ибн Ридван үҙәге Халебта урынлашҡан Сүриә солтаны 1113—1114 1097 й. тыуған
Солтан шаһ ибн Ридван үҙәге Халебта урынлашҡан Сүриә солтаны 1114—1117
Ибраһим ибн Ридван үҙәге Халебта урынлашҡан Сүриә солтаны 1117—1118

Хөрәсән солтанлығыҮҙгәртергә

Исеме Титулы Хакимлыҡ йылдары Иҫкәрмә
Илйас ибн Дауыт Тохаристан әмире
Сөләймән ибн Дауыт вәлиаһд 1063
Балх әмире 1066—
Мәсүд ибн Эрташ Яғбу Бағшур әмире 1066—
Мәүдуд ибн Эрташ Яғбу Исфизар әмире 1066—
Арыҫлан Арғун ибн Мөхәммәд хорезмшаһ 1066—1072
Хамадан әмире 1072—1095
Хөрәсән солтаны 1095—1096
Бүре Барыҫ ибн Мөхәммәд Герат әмире 1072—1095
Тәкиш ибн Мөхәммәд Балх солтаны 1074—1085

Керман солтанлығыҮҙгәртергә

Исеме Титулы Хакимлыҡ йылдары Иҫкәрмә
Ҡауырдбәк ибн Дауыт Керман солтаны 1045—1073 Ҡауырд 1041 йылда Керман иран провинцияһын үҙенең хакимлығына ала. 1048 йылда, после устранения Буид Әбү Калижарҙы юҡ иткәндән һуң, ул был өлкәлә ысын мәғәнәһендә раҫлана. Ҡауырд провинцияның төп ҡалаһы Бардасирҙы ала, диңгеҙ яр буйын яуоап алғандан һуң, ул Оман хөкөмдары итеп таныла. 1067 йылда ул туғаны Алып-Арыҫланға ҡаршы сыға. Солтанлыҡта власты тартып алыу ынтылышы көтөлгән һөҙөмтә бирмәй һәм ул туғанының власына буйһоноп йәшәргә мәжбүр була. 1072 йылда Алып-Арыҫлан вафат була, һәм улы Мәлик шаһ I уның вариҫы булып ҡала. Ҡауырд, сәлжүиҙәр араһында иң өлкәне булараҡ, буйһоноп йәшәргә теләмәй һәм 1073 йылда яңы ихтилал башлай, тәхеткә ынтыла. 1073 йылдың яҙында ул Хамадандан йыраҡ түгел тар-мар ителә, туғанының улына әсирлеккә эләгә һәм язалап үлтерелә[17].
Кирман шаһ ибн Ҡауырдбәк Керман солтаны 1073 Ҡауырдтың вафатынан һуң, солтанлыҡтың хакимы була.
Хөсайен ибн Ҡауырдбәк Керман солтаны 1073—1074 Кирман шаһтың вафатынан һуң, солтанлыҡтың хакимы була.
Солтан шаһ ибн Ҡауырдбәк Керман солтаны 1074—1085 Хөсәйендең вафатынан һуң, солтанлыҡтың хакимы була. Ул тәхеткә ултырғандан һуң, Мәлик шаһ Кирманға ҡаршы яу аса, ләкин Солтан шаһ үҙенең Мәлик шаһҡа тулыһынса буйһоноуын иғлан итә һәм һөжүм туҡтатыла[17].
Туран шаһ I ибн Ҡауырдбәк Керман солтаны 1085—1097 Солтан шаһтың вафатынан һуң, солтанлыҡтың хакимы була.
Амиран шаһ ибн Ҡауырдбәк Керман солтаны 1097—1101 Туран шаһтың вафатынан һуң, солтанлыҡтың хакимы була.
Арыҫлан шаһ I ибн Кирман шаһ Керман солтаны 1101—1142 Амиран шаһтың вафатынан һуң, солтанлыҡтың хакимы була.
Мөхәммәд шах I ибн Арыҫлан шаһ Керман солтаны 1142—1156 Ҡанэскес тиран данына эйә була, әммә ул хакимлыҡ иткәндә ил сәскә атыуын дауам итә. Мөхәммәд I дин әһелдәрен ҡурсалаған, Бардасирҙа һәм Жируфтта мәҙрәсә, рабаттар, мәсеттәр һәм дауаханалар төҙөткән. Бардасирҙың йәмиғ мәсетендә 5 мең томды эсенә алған китапхана булдыра[17].
Тоғрул шаһ ибн Мөхәммәд шаһ Керман солтаны 1156—1167 Уның хакимлығы осоронда Хөрәсән солтанлығы тарҡала. Оҙаҡ йылдар арауығында был солтанлыҡ күскенселәр һөжүменән ҡаплап тора. Иранға уғыҙ ғәскәрҙәре һөжүм башлай. Тоғрул шаһ 1170 йылда Кирманда вафат була, сыуалыштар башлана, һәм күскенселәр Кирманды яулай[17].
Арыҫлан шаһ II ибн Тоғрул шаһ Керман солтаны 1167, 1168 Тоғрул шаһтың вафатынан һуң, солтанлыҡтың хакимы була.
Баһрам шаһ ибн Тоғрул шаһ Керман солтаны 1167—1168 Арыҫлан шаһ II вафатынан һуң, солтанлыҡтың хакимы була.
Туран шаһ II ибн Тоғрул шаһ Керман солтаны 1168—1174 Туран шаһ II осоронда уғыҙҙар бөтә илде талай[17].
Мөхәммәд шаһ II Керман солтаны 1174—1187 Мөхәммәд II хакимлығы осоронда Кирман уғыҙ әмире Мәлик Динар хакимлығына күсә [17].
Мөбәрәк солтан Керман солтаны 1187 Мөхәммәд шаһ II вафатынан һуң, солтанлыҡтың хакимы була.

Рум солтанлығыҮҙгәртергә

Конья солтанлығы төрөк-сәлжүктәрҙең Кесе Азияла (ғәрәп һәм фарсы авторҙарында — Рум) XI—XIII быуаттарҙа яулап алыуҙары һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. 1090-сы йылдарға сәлжүктәр Кесе Азиялағы византия ҡалаларын яулап, Дарданелл һәм Босфор боғаҙҙарына етә.

1070-се йылдарҙа сәлжүк хәрби түрәһе Сөләймән ибн Ҡотолмош, Мәлик шаһ I солтандың ике туғаны көнбайыш Анатолияла хаким була. 1075 йылда ул византия ҡалалары Никеяны (Изник) һәм Никомедияны (Измит) яулай. Ике йыл үтеүгә ул үҙәге Никея булған бойондороҡһоҙ Сәлжүк дәүләте барлыҡҡа килеүен иғлан итә.

1086 йылда Антиохияла сәлжүк Сүриә хакимы Тутуш I Сөләймәнде үлтерә, һәм уның улы Ҡылыс-Арыҫланды төрмәгә яба. Мәлик шаһ үлгәндән һуң (1092) Ҡылыс-Арыҫлан атаһының азат ителә һәм кисекмәҫтән үҙ биләмәләрендә раҫлана. Ахыр сиктә ул Беренсе тәре походында еңелә һәм үҙәк Анатолияның көньяғына сигенә, унда баш ҡалаһы Конья булған үҙ дәүләтен тергеҙә. 1107 йылда Мосулды яулай, ләкин шул йылда Мәлик шаһтың улы Мәхмәт Тэпэр менән көрәшеп һәләк була. 1096 йылда тәре йөрөтөүселәр һәм византийлылар Никеяны алғандан һуң, баш ҡала Конья (Иконий) ҡалаһына күсерелә.

Шул уҡ ваҡытта рум сәлжүге Мәлик-шаһ Конья баҫып ала. 1116 йылда Ҡылыс-Арыҫлан улы— Мәсүд I — ҡала алыу менән ярҙамға Данишмәнлеләр ярҙамы менән ҡаланы ала. Мәсүдтең вафатына яҡынлашҡан дәүерҙә 1156 йылда үҙәк Анатолия менән солтанлыҡ идара итә. Мәсүд улы Ҡылыс- Арыҫлан II, һуңғы Дәнишмәндидтәрҙән Сивас һәм Малатья янындағы территорияларҙы баҫып ала (1174). 1176 йылғы Мириокефаль янындағы алышта Ҡылыс-Арыҫлан II Мануил I Комнин етәкселегендәге византия ғәскәрен еңә, шуның менән төбәктәге византия власына төп удар яһай. 1190 йылда Конья ҡалаһын Өсөнсө Тәре походында ҡатнашыусылар ваҡытлыса баҫып алыуға ҡарамаҫтан, солтанлыҡ тиҙ арала үҙ власын тиҙ кире ҡайтара һәм туплай.

Бөйөк Сәлжүк империяһының һуңғы солтаны Тоғрол III 1194 йылда үлгәндән һуң, рум солтандары династияның хакимлыҡ итеүсе берҙән-бер вәкилдәре була. Византия көсһөҙләнгәндән һуң, 1204 йылда төрөктәр тарафынан Атталия (1207) һәм Синоп (1214) ҡалалары баҫып алына. Кей-Хосров I 1205 йылда тәре йөрөтөүселәрҙән Коньяны тартып ала. Уның осоронда һәм ике вариҫы, Кей-Кавус I һәм Кей-Кубад I ваҡытында Анатоляла сәлжүктәрҙең власы үҙенең иң бейек үҫешенә етә. Кей-Хосровтың иң мөһим ҡаҙанышы булып баҫып булмай Attalia (Анталья) гаванын урта диңгеҙ яр буйҙарында н 1207 йылда. Ул уны кейеп-яһала һәм i синоп кавус баҫып күпмелер ваҡыт үҙен вассалдар трапезунд империяһы (1214). Ул шулай уҡ әрмән Киликияһын ҡоллоҡҡа дусар итә, әммә 1218 йылда әл-Камилдан алынған Алеппо ҡалаһын тапшырырға мәжбүр була. Кей-Кубад I 1221 йылдан алып 1225 йылға тиклем Урта диңгеҙ буйындағы ерҙәрҙе яулауын дауам итә. 1220-се йылдарҙа ул Ҡара диңгеҙ аша экспедиция ғәскәрҙәрен Ҡырымға ебәрә. Көнсығышта ул Мәнгжүктәрҙе еңә һәм Артукидтарға баҫым яһай башлай.

1307 йылда солтанлыҡ ваҡ кенәзлекләргә тарҡала. Уларҙың береһе — хәрби ҡаҙаныштары өсөн бирелгән лендан башланған Ғосман I бейлеге, — быуат башында барлыҡҡа килгән Ғосман дәүләтенең башланғысы була.

Исеме Титулы Хакимлыҡ

йылдары
Иҫкәрмә
Сөләймән ибн Ҡотолмош Рум солтаны 1077—1086
Әбүлҡасим Рум солтаны 1086—1092 узурпатор
Ҡылыс-Арыҫлан I Рум солтаны 1092—1107
Мәлик шаһ I Рум солтаны 1107—1116
Мәсүд I Рум солтаны 1116—1156
Ҡылыс-Арыҫлан II Рум солтаны 1156—1188
Руҡн әд-дин Сөләймән шаһ Тоҡат мәлиге 1188—1196
Рум солтаны 1196—1204
Бөрҡыйаруҡ шаһ ибн Ҡылыс-Арыҫлан Никсар мәлиге 1188—
Тоғрул ша ибн Ҡылыс-Арыҫлан Эрзурум мәлиге 1188—1225
Солтан-шаһ ибн Ҡылыс-Арыҫлан Кайсери мәлиге 1188—
Мәлик ша ибн Ҡылыс-Арыҫлан Сивас мәлиге 1188—
Ҡайсар шаһ ибн Ҡылыс-Арыҫлан Малатья мәлиге 1188—
Санжар шаһ ибн Ҡылыс-Арыҫлан Эрегли мәлиге 1188—
Арыҫлан шаһ ибн Ҡылыс-Арыҫлан Нигде мәлиге 1188—
Низам әд-Дуния Арғун шаһ ибн Ҡылыс-Арыҫлан Амасья мәлиге 1188—
Муһйи әд-Дуния Арғун шаһ ибн Ҡылыс-Арыҫлан Анкара мәлиге 1188—1202
Кей-Хосров I Конья мәлиге 1188—1192,

1196—1205
Рум солтаны 1192—1196,

1205—1210
Ҡылыс-Арыҫлан III Рум солтаны 1204—1205
Кей-Кавус I Рум солтаны 1210—1219
Кей-Кубад I Токат мәлиге 1205—
Анкара мәлиге —1212
Рум солтаны 1219—1236
Жахан шаһ ибн Тоғрул шаһ Эрзурум мәлиге 1225—1230
Кей-Хосров II Рум солтаны 1236—1245
Ҡылыс-Арыҫлан IV Рум солтаны 1245—1249,

1249—1265
Кей-Хосров III Рум солтаны 1265—1283
Мәсүд II Рум солтаны 1283—1284,

1284—1293,

1294—1300,

1302—1304
Кей-Кубад III Рум солтаны 1284,

1293—1294,

1300—1302,

1304—1307
Мәсүд III Рум солтаны 1307—1308

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Concise Britannica Online Seljuq Dynasty 2007 йылдың 14 ғинуар көнөнҙә архивланған. article
  2. Merriam-Webster Online — Definition of Seljuk
  3. The History of the Seljuq Turks: From the Jami Al-Tawarikh (LINK)
  4. Shaw, Stanford. History of the Ottoman Empire and Modern Turkey (LINK)
  5. Golden, Peter B. (1992). An Introduction to the History of the Turkic People. Otto Harrassowitz, Wiesbaden. p. 209.
  6. Wink, Andre, Al Hind: the Making of the Indo-Islamic World Brill Academic Publishers, Jan 1, 1996, ISBN 90-04-09249-8. p. 9.
  7. Тоgan Z. V. Umumi turk tarihine giris. — Istanbul, 1946.
  8. Dunlоp D. M. The History of the Jewish Khazars. — Princeton, 1954 (Princeton Oriental Series, vol. 16). — P. 258—259.
  9. 9,0 9,1 9,2 Агаджанов С. Г. Очерки истории огузов и туркмен Средней Азии IX—XIII вв — Рипол Классик. — Б. 42. — ISBN 9785517609939.
  10. 10,0 10,1 10,2 Агаджанов С. Г. Некоторые проблемы истории огузских племен Средней Азии // Тюркологический сборник. — Москва: Наука, 1970. — С. 192—207.
  11. Вlосhеt E. Introduction a l’histoire des Mongols de Fadl Allah Rashid ed-Din, Leyden — London, 1910. — P. 303.
  12. Asim N. Turk tarihi. — Istanbul. — P. 244—245.
  13. Weil G. Geschichte der islamischen Volker von Muhammed bis zu Zeit des Sultan Selim. — Stuttgart, 1866. — P. 266.
  14. Brockelmann C. History of Islamic Peoples. — London, 1949. — P. 171.
  15. 15,0 15,1 15,2 15,3 СИЭ, 1961—1976
  16. R. Bedrosian Armenia during the Seljuk and Mongol Periods in: The Armenian People from Ancient to Modern Times Vol.1. ed. Richard G. Hovannisian, New York, 1997. С. 241—271

  17. 17,0 17,1 17,2 17,3 17,4 17,5 Рыжов, 2004

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Монархи. Мусульманский Восток VII-XV
  • Сельджукское государство // Советская историческая энциклопедия : в 16 т. / под ред. Е. М. Жукова. — М. : Советская энциклопедия, 1961—1976.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә