Бәхти
Бәхти — башҡорт ир-ат исеме.
Бәхти |
Этимология
үҙгәртергәБәхти ғәрәп телендә бәхетле тигән мәғәнә белдерә [1]
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәҒайсин Бәхти (Бәхтиғәни) Миңлейәр улы (24 ғинуар 1930 йыл — 5 октябрь 1991 йыл) — музыкант-аккордеонсы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1986), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1962) артисы.
Фамилия
үҙгәртергәБәхтизин Рәмил Нәзиф улы (30 март 1955 йыл) — ғалим-математик, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Фәндәр Академияһы академигы (2016), Физика-математика фәндәре докторы (1992), профессор (1994). 2014—2019 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры[1]. Башҡортостан Республикаһының 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2018). Башҡортостан вуздарының ректорҙар советы рәйесе (2018). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001), Рәсәй Федерацияһы газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (1998) һәм почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2010). Башҡортостан комсомолының фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (1986). Вьетнамдың (2016) һәм Таджикстан Республикаһының (2016) Дуҫлыҡ ордендары кавалеры.
Бәхтиева Алһыу Исмәғил ҡыҙы (26 июль 1970 йыл) — театр актёры, йырсы. 1993 йылдан Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры, 2000 йылдан — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2004). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021)[1].
Бәхтизин Альберт Рәүеф улы (25 март 1975 йыл) — Рәсәй ғалимы, социаль-иҡтисади процестарының математик һәм компьютер моделләштереү өлкәһендә белгес, Рәсәй фәндәр академияһы Үҙәк иҡтисад-математика институты (РФА ҮИМИ) директоры. Иҡтисад фәндәр докторы, РФА мөхбир ағзаһы (2016).
Бәхтизин Әхтәм Мөсәлим улы (21 ғинуар 1897 йыл[1] — 16 август 1943 йыл) — беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында, 1921—1922 йылдарҙа Урта Азияла баҫмасыларҙы юҡ итеүҙә, Хәсән күле буйындағы 1938 йылғы совет‑япон ҡораллы конфликтында, 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған хәрби хеҙмәткәр. Полковник (1939). 1‑се, 2‑се, 3‑сө һәм 4‑се дәрәжә Изге Георгий тәреләре, ике Ҡыҙыл Байраҡ (1918, 1940) һәм 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943) ордендары кавалеры.
Бәхтизин Нәзиф Раян улы (31 декабрь 1927 йыл — 21 октябрь 2007 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, юғары мәктәп эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1991), профессор (1978). Үҫемлекселек белгесе, агроэколог, Башҡортостанда ауыл хужалығы фәнен ойоштороусы. СССР юғары мәктәбе отличнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970). Бәхтизин Рәсәйҙә беренселәрҙән булып ауыл хужалығы культураларын программалаштырып үҫтереү алымын эшләй башлай. Башҡортостан Республикаһында агрономия фәнни мәктәбен булдыра. Игенселек һәм баҫыу культуралары селекцияһы ғилми-тикшеренеү институты янында Селекция үҙәген ойоштороусы(1984). Башҡортостандың күп томлыҡ энциклопедияһы редакция коллегияһы һәм редакция советы ағзаһы (Бәхтизин тәүге ике томында 20-нән ашыу мәҡәлә баҫтыра).
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |