Бәхтизин Альберт Рәүеф улы

Бәхтизин Альберт Рәүеф улы (25 март 1975 йыл) — Рәсәй ғалимы, социаль-иҡтисади процестарының математик һәм компьютер моделләштереү өлкәһендә белгес, Рәсәй фәндәр академияһы Үҙәк иҡтисад-математика институты (РФА ҮИМИ) директоры. Иҡтисад фәндәр докторы, РФА мөхбир ағзаһы (2016).

Альберт Рәүеф улы Бахтизин
Тыуған көнө

25 март 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (49 йәш)

Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

математик моделләштереү,
компьютер моделләштереү

Эшләгән урыны

РФА ҮИМИ, ДГФАУ, МДУ, Төньяҡ-Көнбайыш идара институты, Закон сығарыу һәм сағыштырмалы хоҡуҡ фәне институты

Ғилми дәрәжәһе

иҡтисад фәндәре докторы (2008)

Ғилми исеме

профессор
РФА профессоры (2015)
РФА мөхбир корресподенты (2016)

Ғилми етәксеһе

В. Л. Макаров, Р. И. Ниғмәтулин

Награда һәм премиялары

Л.В. Канторович исемендәге премияһы лауреаты (2020)

Тышҡы рәсемдәр
А. Р. Бәхтизин фотоһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Альберт Рәүеф улы Бахтизин 1975 йылдың 25 мартында тыуған. Ғәмәли математика һөнәре буйынса Башҡорт дәүләт университетын тамамлай[1].

2003 йылда Бәхтизин «„Рәсәй: Үҙәк — Федераль округтары“ иҫәпләү моделе, төбәк-ара иҡтисади мөнәсәбәттәр» кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай (ғилми етәкселәре В. Л. Макаров һәм Р. И. Ниғмәтулин). 2008 йылда «Агент-ориентирланған моделдәр ҡулланыу менән дөйөм иҡтисад тигеҙлеген моделләштереүең гибрид ысулдары» докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, ғилми консультанты — В. Л. Макаров. Иҡтисади-математика моделләштереү өлкәһендә һөҙөмтәләр сифатында Рәсәй фәндәр академияһының эшмәкәрләге отчётында Бәхтизиндың ике эше лә телгә алына[2].

2002 йылдан алып РФА ҮИМИ лабораторияһының мөдире вазифаһында эшләй.

2007 йылдан алып Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ҡарамағындағы Закон сығарыу һәм сағыштырмалы хоҡуҡ фәне институтында баш ғилми хеҙмәткәре була.

2010 йылда Альберт Бахтизин М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында иҡтисад анализының математика ысулдары кафедраһында профессор вазифаһына лайыҡ була. Шул уҡ йылдан башлап РАНХиГС Төньяҡ-көнбайыш идара институтында ҡалалар һәм агломерациялар стратегияларын моделләштереү лабораторияһының мөдире.

2015 йылда Альберт Бәхтизинға РФА профессоры ғилми исеменә лайыҡ була[3].

2016 йылдың 28 октябрендә йәмғиәт фәндәре бүлеге буйынса РФА мөхбир ағзаһы булып һайлана.

2017 йылдың декабренән алып Альберт Бәхтизин РФА үҙәк иҡтисади-математика институтының директоры вазифаһын башҡара. 2018 йылдан алып институттың тулы хоҡуҡлы директоры була.

Ғилми эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Альберт Бәхтизин – социаль-иҡтисади процестарҙы математик һәм компьютер моделләштереүҙәр өлкәһендә белгес.

Агент-ориентирланған һәм CGE моделдәрен төҙөү һәм апробацияһына бағышланған 100-ҙән ашыу ғилми эштәр авторы. Бахтизин ҡатнашлығында Рәсәйҙең социаль-иҡтисади системаһының агент-ориентирланған моделе эшләй башлай [4].

Уҡытыу хеҙмәткәрлеген дә алып бара: Мәскәү дәүләт университетында «Дөйөм тигеҙлектең иҫәпләү моделдәре» һәм ГАУГН-да «Агент-ориентирланған моделдәр» курстарын уҡый.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Л. В. Конторович исемендәге премия (В. Л. Макаров һәм Е. Д. Сушко менән бергә, 2020 йыл өсөн) – «Йәмғиәт фәндәрендә суперкомпьютер технологиялары» ғилми эштәр циклы өсөн [5]
  • Овсиевич исемендәге премия (өсөнсө премия, 2005 йыл өсөн) – Рәсәй иҡтисады өсөн дөйөм иҡтисади тигеҙлегенең иҫәпләү моделдәренең серияһын төҙөү эштәре өсөн [6]
  • Н. П. Федоренко фонды премияһы (2003)
  • Йәш ғалимдар өсөн Рәсәй фәндәр академияһы миҙалы (2005)
  • «РФА иң яҡшы иктисадсылары» программаһы буйынса тыуған ил фәненә булышлыҡ итеү фонды премияһы (2006)
  • Академик Ж. Алфёров фонды премияһы (2006)
  • Кондратьев миҙалы – Йәмғиәт фәндәрен үҫтереүгә өлөш индергән өсөн (2010)
  • Рәсәй гуманитар ғилми фондының грамотаһы – «Гуманитар фәнде үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн» (2014)
  • РФА ҮИМИ грамотаһы – «2014 йылдың иң яҡшы эше өсөн»
  • Йәш Рәсәй ғалимдарының – фәндәр докторҙарының ғилми тикшеренеүҙәренә дәүләт кимәлендә ярҙам итеү буйынса РФ Президенты конкурстарының еңеүсеһе

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Бәхтизин Альберт Рәүеф улы 2020 йыл 1 март архивланған. РАНХиГС Төньяҡ-көнбайыш идара институты
  2. Бахтизин Альберт Рауфович. cemi.rssi.ru. Дата обращения: 23 октябрь 2017.
  3. Постановления Президиума РАН о присвоении звания «Профессор РАН» (см. № 275). Дата обращения: 28 октябрь 2017.
  4. Альберт Рауфович Бахтизин (краткая информация). Информпортал профессоров РАН. Дата обращения: 28 октябрь 2017.
  5. Альберт Бахтизин избран членом-корреспондентом РАН. sziu.ranepa.ru. Дата обращения: 23 октябрь 2017.
  6. Премия имени Овсиевича. emi.nw.ru. Дата обращения: 23 октябрь 2017. Архивировано из оригинала 29 октябрь 2016 года. 2016 йыл 29 октябрь архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә