Богомолец Александр Александрович

Богомолец Александр Александрович (укр. Олександр Олександрович Богомолець; 24 май 1881 йыл — 19 июль 1946 йыл) — украин совет патофизиологы һәм йәмәғәт эшмәкәре, Украина фәндәр академияһының 7-се президенты (19301946), (1932 йылдан) СССР Фәндәр академияһының (1942 йылдың 6 майынан 1945 йылдың 23 майына тиклем) һәм СССР Медицина фәндәре академияһы вице-президенты (1944) академигы. Беренсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1941). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1944).

Богомолец Александр Александрович
укр. Богомолець Олександр Олександрович
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of Russia.svg Рәсәй республикаһы
Flag of the Ukrainian State.svg Украинская Народная Республика[d]
Flag of the Ukrainian State.svg Украинская держава[d]
Flag of the Ukrainian Soviet Socialist Republic (1919-1929).svg Украина Совет Социалистик Республикаһы
Flag of the Soviet Union (1924–1955).svg СССР
Тыуған көнө 12 (24) май 1881
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Киевская губерния[d], Киев[1]
Вафат булған көнө 19 июль 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[1][2] (65 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Киев
Ерләнгән урыны Киев
Атаһы Богомолец, Александр Михайлович[d]
Әсәһе Богомолец, София Николаевна[d]
Хәләл ефете Ольга Георгиевна Богомолец[d]
Балалары Богомолец, Олег Александрович[d]
Һөнәр төрө табип, университет уҡытыусыһы, писатель-документалист, сәйәсмән
Эшмәкәрлек төрө Патологик физиология[d] һәм онкология[d]
Эш биреүсе Одесский национальный университет имени И. И. Мечникова[d]
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы Украинаның Милли фәндәр академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһы[d] һәм СССР Фәндәр академияһы[d]
Уҡыу йорто Одесский национальный университет имени И. И. Мечникова[d]
Ғилми исеме список действительных членов АН СССР[d] һәм профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Владимир Васильевич Воронин[d]
Аспиранттар Исидор Абрамович Ойвин[d] һәм Ростислав Евгеньевич Кавецкий[d]
Уҡыусылар Исидор Абрамович Ойвин[d] һәм Ростислав Евгеньевич Кавецкий[d]
Кемдә уҡыған Подвысоцкий, Владимир Валерьянович[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталинская премия Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Заслуженный деятель науки и техники Украины «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы
Commons-logo.svg Богомолец Александр Александрович Викимилектә

Рәсәй һәм Украина патофизиология, эндокринология һәм геронтология мәктәптәренә нигеҙ һалыусы. Рәсәйҙә һәм Украинала тәүге медицина профилле ғилми-тикшеренеү учреждениеларын ойоштороусы.

Тәүге йылдары. Фәнни карьераһының башыҮҙгәртергә

Александр Александрович Богомолец 1881 йылдың 24 майында Киевта тыуған. Атаһы — Александр Михайлович Богомолец, земство табибы, народоволецтар менән хеҙмәттәшлек итә, ҡулға алына. Әсәһе — София Николаевна Присецкая (18561892) Көньяҡ-Урыҫ эшселәр союзы ағзаһы була. 1881 йылдың ғинуарында ҡулға алына, 10 йыл каторгаға хөкөм ителә.

Александр Богомолец Киевта Лукьянов төрмәһе лазаретында тыуа, сабый саҡтан Полтавщинала ҡартатаһында тәрбиәләнә.

 
Саша Богомолец әсәһе менән осрашыу өсөн Себергә сәфәре алдынан атаһы менән. Киев, 1890—1891 йылдар

Һуңғараҡ атаһы Александр Михайлович улын Нежин ҡалаһына алып китә, әсәһен Саша Богомолецҡа 1891 йылда ғына күрергә насип була, атаһы Лев Николаевич Толстой ярҙамында Себерҙә ҡатынын күреү өсөн рөхсәт ала. Тиҙҙән әсәһе туберкулездан вафат була. Себергә барып ҡайтҡандан һуң Саша Богомолец та, әсәһенән туберкулез йоҡтороп, ауырый.

Башланғыс белемде өйҙә ала, артабан, Себерҙән йөрөп ҡайтҡандан һуң, 1892 йылда кенәз Безбородьконың тарих-филология институтына уҡырға инә. Бала саҡтан уҡырға ярата, яҡшы уҡый.

1894 йылда атаһы менән бергә Кишинёвҡа күсә. Кишинев гимназияһында уҡыуын дауам итә, әммә өлкән курста гимназиянан ҡыуыла. Ҙур ҡыйынлыҡтар менән 1-се Киев ирҙәр гимназияһына урынлаша, әлеге гимназияны ул отличие менән 1900 йылда тамамлай. Киев университетының юридик факултетына уҡырға инә, әммә тиҙ арала юриспруденцияға ҡыҙыҡһыныуын юғалта һәм медицина факультетына күсә. 1901 йылда, профессор В. В. Подвысоцкий артынан, Новороссийск университетына күсә.

Беренсе ғилми хеҙмәте — «К вопросу о строении и микрофизиологии бруннеровых желез» — 1902 йылда нәшер итә. Университетты тамамлаған ваҡытына А. Богомолец 5 ғилми хеҙмәт авторы була.

 
Александр Богомолец 26 йәшендә. 1907 йыл.

Университетта ул эндокринология, нервы системаһы темалары менән мауығып китә. Сәйәси сәбәптәр буйынса бер нисә тапҡыр ҡыл өҫтөндә була. Уҡыуҙағы өҙөклөктәренә ҡарамаҫтан, 1907 йылда отличие менән университетты тамамлай, шул уҡ йылда Новороссийск университетының дөйөм патология кафедраһында эштә ҡалдырыла.

Александр Богомолец профессор Владимир Воронин етәкселегендә 1909 йылда Санкт-Петербург император хәрби-медицина академияһында «К вопросу о микроскопическом строении и физиологическом значении надпочечных желез в здоровом и больном организме» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Уның оппоненты билдәле рәсәй физиологы, академик Павлов Иван Петрович була. Ул йәш ғалимдың хеҙмәтенә ҙур баһа бирә. 28 йәшлек Александр Богомолец Рәсәй медицинаһында иң йәш ғалим булып таныла.

Шул уҡ йылда Александр Богомолец Новороссийск университетының медицина факультетындағы дөйөм патология кафедраһы приват-доценты итеп һайлана.

«Һарытау» осороҮҙгәртергә

Һарытауҙа Александр Богомолец һәм уның уҡыусылары медицина фәненең яңы тармағына — патофизиологияға нигеҙ һалалар..

Кафедра өсөн А. Богомолец үҙ аҡсаһына коралмалар һатып ала, ошо уҡ ваҡытта ул уҡытыусы булып эшләй башлай, уның лекцияларын студенттар йотлоғоп тыңлай.

Александр Богомолец Һарытау ҡалаһында ветеринария институттарында патология микробиология һәм дөйөм патология кафедраларын ойоштора. Һуңыраҡ Һарытауҙа махсус бактериологик институт асыу мәсьәләһен күтәрә.

Йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша: 1914 йылда 18 профессор менән берлектә университет диуарҙары артында ҡалған ҡатын-ҡыҙ яҙмышы буйынса мөрәжәғәткә ҡул ҡуя.

1917 йылда Һарытау юғары ҡатын-ҡыҙҙар курсын етәкләй, уны ойоштороуҙа ҙур әүҙемлек күрһәтә.

Лекциялар уҡыу менән бер рәттән ауырыуҙарҙы ҡабул итә, Беренсе донъя һуғышы йылдарында эпидемиологик тикшеренеүҙәр үткәрә. Тәүгеләрҙән булып алларгия һәм иммунитеттың араһындағы бәйләнешкә иғтибар итә.

Октябрь революцияын бөтә күңеле менән ихлас ҡабул итә.

1918 йылдың октябрендә Рәсәйҙә тәүге медицина профиле ғилми-тикшеренеү учреждениеһын асыуға өлгәшә («Микроб»). Петербургта тағун, холера, себер язваһына ҡаршы ҡулланылған ҡоролмалар һәм препараттар Һарытауға күсерелә.

1919 йылда Һарытау губерна һаулыҡ һаҡлау эпидемиологик бүлегенең өлкән эпидиомологы итеп тәғәйенләнә һәм сабыртмалы тиф буйынса комиссияға индерелә. Шулай уҡ Ҡыҙыл армияның Көньяҡ-көнсығыш фронты санитар бүлегенең эпидимиолог-кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнә Һарытау эвакопункты менән етәкселек итә, илдә тәүге тимер юлы клиник-диагностиклау лабораторияһын ойоштора.

Александр Богомолец Һарытауҙа донъя күләмендә беренсе дәреслек өҫтөндә эшләй башлай һәм ғүмеренең аҙағынаса уны дауам итә. 1921 йылда баҫтырылып сыҡҡан «Патологик физиологияның ҡыҫҡаса курсы» биш томға тиклем еткерелә. Әлеге хеҙмәте өсөн А. А. Богомолец Сталин премияһына лайыҡ була (1941).

1923 йылда Александр Богомолец Һарытауҙа СССР тәүге күсмә малярияға ҡаршы лаборатория булдыра.

«Мәскәү» осороҮҙгәртергә

 
А. А. Богомолец йәшәгән йорттағы мемориаль таҡтаташ (Сивцев вражек, 4 йорт)

1925 йылда профессор Богомолец Икенсе Мәскәү университетында медицина факультетының патофизиология кафедраһы мөдире итеп тәғәйенләнә.

1926 йылдан — Коммунистар академияһы ҡарамағындағы Юғары нервы эшмәкәрлеге институтында эксперименталь патология бүлеген ойоштора һәм етәкләй.

Александр Богомолец донъяла тәүге гемотология һәм ҡан ҡойоу институты булдырыуҙа ҡатнаша, уны, беренсе директоры А. А. Богдановтың вафатынан һуң, етәкләй. Богомолец етәкселегендәге унда хәҙерге ваҡытта ла үҙгәрешһеҙ ҡуллаылған донорлыҡ ҡанын консервациялау уникаль методикаһы эшләнә. Шул саҡта уҡ Александр Богомолец һәм уның уҡыусылары беренсе төркөм ҡанының универсаль донор үҙенсәлеген раҫлайҙар. Әлеге институт менән 1931 йылға тиклем етәкселек итә.

Александр Богомолец Мәскәүҙә Функциональ диагностикалау һәм эксперименталь терапия институтын булдырыуҙа ҡатнаша.

Мәскәүҙә ул «Эндокринология кризисы» (1927), «Үлем йомағы» (1927) «Конституция һәм диатездар тураһындағы тәғлимәткә инеш һүҙ» (1928), «Вегетатив алмашыныу үҙәктәре тураһында» (1928), «Артериаль гипертония. Патогенез очергы» (1929) хеҙмәттәрен яҙа һәм «Патологик физиология» дәреслеген ҡабаттан эшкәртә һәм тулыландыра (өсөнсө баҫма, 1929).

УССР фәндәр академияһы президентыҮҙгәртергә

 
Патофизиология буйынса дәреслектең украин редакцияһы. Милли медицина тарихы музейы, Киев

1930 йылда А. А. Богомолец УССР Фәндәр академияһы президенты итеп һайлана һәм уҡыусыларының бер төркөмө менән Киевҡа күсә, унда УССР Һаулыҡ һаҡлау наркоматының Эксперименталь биология һәм патология институтын һәм Физиология институтын ойоштора. Ғалим вафат булғандан һуң ике институт та УССР Фәндәр академияһының Физиология институтына берләштерелә (1953).

1932 йылдан алып — СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы. 1937 йылда СССР Юғары советының 1-се саҡырылыш депутаты итеп һайлана.

1941 йылда Александр Богомолец Киев ҡартайыуға ҡаршы көрәш диспансеры ойоштора. Һуңыраҡ уның нигеҙендә Геронтология институты булдырыла.

Александр Богомолец Киев ҡалаһын СССР-ҙың иң абруйлы ғилми үҙәгенә әүерелдерә.

Сталин репрессиялары йылдарында Александр Богомолец бик күп украин ғалимдарын эҙәрлекләүҙән һаҡлап алып ҡала.

Бөйөк Ватан һуғышы башында УССР Фәндәр академияһы менән бергә Өфөгә эвакуациялана. Һуғыш ихтыяждары өсөн украин фәнен яңынан ҡороп үҙгәртеп, оборона сәнәғәте үҫешендә бик ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшә. Өфөлә трофик язваларҙы һәм атыу ҡоралы яраларын дауалау өсөн сыворотка сығарыуҙы ойоштора.

1942 йылдан — СССР Фәндәр академияһы вице-президенты. 1941—1943 йылдарҙа Өфөлә Башҡорт дәүләт медицина институтында уҡыта. 1942 йылдың октябрендә И. В. Сталин ҡарарына ярашлы, атом проектында ҡатнаша[3].

1944 йылдың яҙында Александр Богомолец Киевҡа әйләнеп ҡайта һәм УССР Фәндәр академияһын терегеү менән шөғөлләнә.

Ғүмеренең һуңғы йылдарыҮҙгәртергә

Көсөргәнешле эш академик Александр Богомолетың сәләмәтлеген ҡаҡшата. Элекке туберкулез ауырыуы фонында пневмоторакс барлыҡҡа килә.

1946 йылдың июлендә пневмоторакс ҡабатлана. 1946 йылдың 17 июлендә академик үҙенең улына һуңғы васятнамәләрен яҙҙырта, ә 19 июлдә, 22 сәғәттә 15 минутта, вафат була.

Уҡыусылары менән бергә ултыртҡан паркта ерләнгән.

ХәтерҮҙгәртергә

 
А. А. БогомолецСССР почта маркаһында

А. А. Богомолец исеме менән аталған:

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә

СығанаҡтарҮҙгәртергә

  • Богомолец А. А. Основные направления моих работ. — АП, 1947, № 3.
  • Богомолец А. А. Продление жизни. — Киев, АН УССР, 1940
  • Виленский Ю. «Неизвестный Богомолец». — «Зеркало недели», № 14\1999 г.
  • Кавецкий Р. Е. Послесловие // Богомолец А. А. Избранные труды, т. 3. — К., 1958
  • Кот С. Кучерук О. «Національний пантеон». «Зовнішні справи», № 9, 2007 р. — С. 50-52
  • Мартич Ю. Олександр Богомолець. — К., 1951
  • Нічик В. М. Філософські основи наукових праць О. О. Богомольця. — К., 1958
  • Сиротинин Н. Н. Академик Александр Александрович Богомолец. — Киев, 1957 г.
  • Хурса В. Славетні у гоголівському краї. — Полтава, 2009

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Герои труда. Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә