Сабыртмалы тиф
Сабыртмалы тиф — эпидемик сабыртмалы тиф, кешенең киҫкен инфекцион ауырыуы. Rickettsia Prowazekii тыуҙыра. Беренсел һәм рецидив (Брилл ауырыуы) сабыртмалы тифтан айырыла.
Сабыртмалы тиф | |
| |
МКБ-10 |
A75. |
---|---|
OMIM |
104300 |
DiseasesDB |
32208 |
MedlinePlus |
001350 |
MeSH |
D014438 |
Сабыртмалы тиф Викимилектә | |
Ауырыу барышының осорҙары
үҙгәртергәБашланғыс (4—5 көн), көсәйеү (4—12 көн), һауыға башлау (2—4 аҙна). Сабыртмалы тиф йөрөтөүселәрҙең (кейем һәм баш беттәре)эсәктәренән сыҡҡан бүлендектең кеше тәнен тырнағанда уның лайлалы тиресәһенә эләгеүенән йоға. Тыуҙырыусылар ҡан тамырҙарының эндотелиаль күҙәнәктәрен (некроз, тромбоз үҫешә), нервы (менингоэнцефалит) һәм йөрәк‑ҡан тамырҙары системаларын зарарлай. Инкубация осоро 6—21 көн дауам итә.
Төп билдәләре
үҙгәртергәТән темпкратураһының 39—40°С тиклем күтәрелеүе, тән тиреһенә розеолёз-петехиаль сабыртма таралыуы, көслө баш ауыртыу, психомотор ҡуҙғыу һ.б. Диагностика өсөн клиник-эпидемиологик һәм лаборатория (серологик) тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз (антибактериаль, кардиотроп, седатив һ.б. препараттар).
Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр
үҙгәртергәПневмония, тромбоэмболия, миокардит һ.б.
Иҫкәртеү
үҙгәртергәПедикулёзға ҡаршы көрәш.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Тиф сыпной — Кругосвет энциклопедияһынан
- Эпидемический сыпной тиф (typhus exanthematicus) . health.centrmia.gov.ua. Дата обращения: 22 ғинуар 2015. 2015 йыл 22 ғинуар архивланған.
Сабыртмалы тиф // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Был инфекцион ауырыуҙар тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |