Богемия короллеге
Богемия короллеге (нем. Königreich Böhmen, лат. Regnum Bohemiae), Чех короллеге (чех České království) —-Үҙәк Европа короллеге, хәҙерге Чехияның тарихи территорияһының бер өлөшөндә урынлашҡан. Формаль рәүештә 1212 йылда Изге Рим империяһы императоры Фридрих II тарафынан Сицилия алтын буллаһына ҡул ҡуйғандан һуң ойошторолған. Богемия Изге Рим империяһы составында, 1806 йылға, ул тулыһынса тарҡалғанға тиклем, тора. Артабан Австрия империяһы һәм Габсбург монархияһының бер өлөшөнә инә. 1918 йылда Австро-Венгрия ҡолатылғандан һуң, уның менән бергә бөтөрөлә.
Богемия короллеге (Чехия короллеге) | |||||
чех České království нем. Königreich Böhmen лат. Regnum Bohemiae | |||||
| |||||
Баш ҡала | |||||
---|---|---|---|---|---|
Телдәр | |||||
Дин | |||||
Чехия/Богемия королдәре | |||||
• 1198—1230 |
Пржемысл I Отакар (беренсе) | ||||
• 1916—1918 |
Карл III Габсбург (һуңғы) | ||||
Тарихы | |||||
• 1198 |
Короллек нигеҙләнә | ||||
• 26 сентября 1212 |
Король титуты биреү | ||||
• 7 апреля 1348 |
Утверждение династии Люксембург | ||||
• 5 апреля 1355 |
Богемия тажы ерҙәрен раҫлак | ||||
• 25 декабрь 1356 |
Королгә тоғролоҡ раҫлана | ||||
• 16 декабрь 1526 |
Габсбургтар династияһын раҫлау | ||||
• 31 октябрь 1918 |
Австро-Венгрияның тарҡалыуы | ||||
Богемия короллеге Викимилектә | |||||
Тарихы
үҙгәртергәXIII быуат: барлыҡҡа килеүе
үҙгәртергәХәйер, Богемияның ҡайһы бер хакимдары XI—XII быуатта король титулы мираҫы менән файҙаланғандар (Братислав II, Владислав II), ә короллек тик 1198 йылда ғына Пржемысл Откар I тарафынан рәсми рәүештә ойошторолған. Уның короллек статусы рәсми рәүештә Швабский Филипп тарафынан таныла. Бының өсөн Швабский Филипп император IV Оттон менән һуғышҡанда, уға ярҙам итергә тейеш була. 1204 йылда Пржемыслдың короллек титулы Оттон IV үҙе, шулай уҡ папа Иннокентий III тарафынан таныла. Богемия короллеген документаль нығытыу 1212 йылда Сицилия алтын буллала Фридрих II ҡул тамғаһы менән башҡарыла.
Ошо ваҡыттан императорҙың һәм Прага епископының һәр богем хакимын хуплау өҫтөнлөгө бөтөрөлә. Пржемыслдың вариҫы булып икенсе никахтан тыуған улы Вацлав I тороп ҡала. Апаһы Вацлавтың Агнесса, һуңыраҡ изгеләре рәтенә индерелгән, ғәйрәтле һәм бик тәүәккәл ҡатын булған. Ул Изге Рим империяһы императорына кейәүгә сығырға баш тарта, ә уның урынына үл ғүмерен рухи эҙләнеүҙәргә арнаған. 1233 йылда Рим папаһының хуплауы менән ул Ҡыҙыл йондоҙ менән рыцарҙар тәреһе ордены булдыра . Был Чехия коллегендә беренсе рыцарҙар ордены була.
XIII быуат Пржемысловичтар династия хакимлығының Чехияла иң динамик осоро. Император Фридрих II урта диңгеҙ эштәре менән хәстәрлеге һәм династия көрәше менән мәшғүллеге менән Үҙәк Европала Бөйөк Батшалыҡ (1254—1273) булараҡ билдәле. Ул император власын ҡаҡшата, шуның менән Пржемысловичтарҙың власын нығыта. Шул уҡ ваҡытта монгол ябырылыуы (1220—1242) Чех короллегенең көнсығыш күршеләренең, венгрҙарҙың һәм поляктарҙың, иғтибарын юғалта.
Һуңғы ваҡытта идара иткән Пршемысловичтар һәм беренсе Люксембургтар ваҡытында Богемия короллеге Изге Рим империяһының иң ҡеүәтле дәүләте була. Король Пржемысл II Отакар Австрия ерҙәренән алып Адриатик диңгеҙенә тиклем хакимлыҡ итә. Король Вацлав II 1300 йылда Польша короле тәхетенә ултыра, ә уның улы Вацлав III бер йылдан Венгрия короле була. Хәҙер Чехия корллеге Венгриянан алып Балтик диңгеҙенә тиклем йәйрәп ятҡан .
Пржемысл II Откар (1253—1278) немец принцессаһы Маргарита Бабенбергҡа өйләнә һәм Австрия герцогы була, шуның менән Үрге һәм Түбәнге Австрия һәм Штирияның бер өлөшөн ала. Тиҙҙән Штрияның ҡалған өлөшөн, Каринтияның ҙур өлөшөн һәм Карниоланың бер өлөшөн яулап алған. Уға «тимер һәм алтын короле» (алтын — уның байлығы, тимер — баҫып алғаны өсөн) исем таҡҡандар, Кресенбрунна янындағы алышта Венгрия армияһын ҡыйрата. Шулай уҡ, Пржемысл Пруссия мәжүсилектәрен яулай. 1256 йылда Пржемысл Откар II Краловец ҡалаһына нигеҙ һала, һуңыраҡ ул Кенигсберг буларҡ билдәле, хәҙер Калининград. Әммә 1273 йылдан император Рудольф император власын тергеҙә башлай. Богемияла аристократтарҙың фетнәләре арҡаһында 1278 йылға Пржемысл бөтә немец ерҙәрен юғалта, ә королдең үҙен ярандары ташлап китә, һәм ул Рудольфҡа ҡаршы һуғышта Моравия яланында һәләк була
XIII быуат немец иммиграцияһының киң масштаблы осоро була. Немецтарҙың көнсығышҡа күсенеүен йыш ҡына Пршемысловичтар тарафынан хупланмаған. Немецтар ҡала халҡын тулыландырған һәм айырым осраҡта Чехия ерҙәренә тәрәнерәк инеп колониялар барлыҡҡа килтергәндәр. Кутна Гора, Немец Броды (хәҙер Гавличкув Брод) һәм Йиглава немецтарҙың мөһим тораҡ пункттары булып тора. Немецтар үҙҙәре менән закондар йыйынтығы алып килә — teutonicum ius, — артабан ул Богемия һәм Моравия хоҡуҡтарының коммерция нигеҙендә ята. Тиҙҙән немец һәм чех дворяндары араһында никахтар ғәҙәти күренешкә әүерелә..
XIV быуат: «Алтын быуат»
үҙгәртергәXIV быуат, ә бигерәк тә Карел I (1342—1378) идаралығында, чех тарихында алтын быуат тип һанала. 1306 йылда Пржемысловтар династияһы киҫешәләр,һәм бер нисә династия һуғышынан һуң, Ян граф Люксембург чех короле итеп һайлана. Ул Вацлав II ҡыҙы Елизаветаға өйләнә. Уның улы, Карл IV, Карел I исеме аҫтында чех короле була.
Карл Чехия короллегенең власын һәм абруйын нығыта. 1344 йылда Праганың епархияһын архиепископ статусына күтәрә һәм уны Майнц архиепископы юрисдикцияһынан бушата. Прага архиепископы богемия королдәрен тәхеткә ултыртыу хоҡуғы ала. Карл чех, Моравия һәм Силезия аристокпаттарын «ауыҙлыҡлай», Моравия һәм Богемияның урындағы хакимиәттәрен рационализациялай һәм Бранденбургты (1415 йылға тиклем), Люксембургты (1437 тиклем), Лужицаны (1635 тиклем) һәм Силезияны (1742 тиклем) богемия батшалығы биләмәләре яһай. Был ерҙәр богема батшалығы ерҙәрен барлыҡҡа килтергән.
1355 йылда Карл Изге Рим империяһы императоры тарафынан тәхеткә ултыртыла. 1356 йылда ул император һайлау процесын системалаштырылған 1356 йылғы Алтын булланы баҫтырып сығара. Чех короле ете һайлап алыусының береһе булған, ә чех короле артабан Бранденбургты алыу менән, императорҙың һайлаусылар коллегияһында ике тауыш ала. Карл шулай уҡ Праганы империяның баш ҡалаһы итә.
Ҙур төҙөлөш проекттары король тарафынан тормошҡа ашырылған. Проекттарға яңы ҡалаға иҫкеһенән көньяҡ-көнсығышҡа табан Король һарайына нигеҙ һалыуҙы индерә, Градча — тергеҙепә. Прагала 1348 йылда төҙөлгән Карл университеты айырым әһәмиәткә эйә. Был Карлдың Праганы халыҡ-ара белем биреү үҙәге эшләргә теләгән ниәтенең шаһиты булып тора.
Карл 1378 йылда вафат була. Чехия тәхетенә уның улы Вацлав IV күсә, шулай уҡ ул да император итеп һайлана, әммә 1400 йылда император тәхетенән ҡолатыла, ләкин чех коронаһын һаҡлай.
XV быуат: гуситтар
үҙгәртергәГусит хәрәкәте - (1402—1485) ул иң элек дини күренеш, ә аҙаҡ — милли күренешкә әйләнә. Ул дини реформатор хәрәкәте булараҡ, папа власына хәүеф тыуҙырған, Богемияның сиркәү эштәрендә милли автономияһын раҫлаған. Гуситтар Изге Рим империяһының дүрт тәре походын еңеп сыға. Сөнки тәре йөрөтөүселәрҙең күбеһе немецтар була, шулай уҡ гусит хәрәкәтен чехтарҙың үҙаллылыҡ өсөн хәрәкәте, тип ҡарай башлайҙар. Ул империяға һәм немецтарға ҡаршы төҫ ала, ҡайһы берҙә ул оҙайлы чех -немец этник конфликтының тәүге сәбәбе кеүек билдәләнә.
Гусит хәрәкәте Вацлав IV (1378—1419) оҙаҡ идара иткән ваҡытта — папа һәм уның менән бергә Изге Рим империяһы анархияһының емерелеүе ваҡытында барлыҡҡа килгән. Ығы-зығы Прага ҡалаһында Карл университетындағы бәхәстән башлана. 1403 йылда Ян Гус университеттың ректоры була. Реформистик ҡарашлы Гус Джон Уиклифтың Англияла папаға ҡаршы һәм антииерархик тәғлимәтен яҡлаған. Густың тәғлимәте католик сиркәү боҙоҡлоҡтарын — байлыҡҡа ынтылыш, коррупция һәм симонияны бөтөрөү ниәте менән айырыла. Ул Уиклифтың сиркәүҙең таҙалыҡ һәм фәҡирлек тураһында тәғлимәтен яҡлап сығыш яһай. Диндарҙарҙы сиркәүҙең ике төр йолаһын башҡарырға саҡырған — сиркәү икмәген ҡабыу һәм сиркәү шарабын эсеү (шараплы йоланы католик сиркәү руханиҙарға ҡарата ғына ҡуллана). Артабан Гус тәғлимәтенә уртаса ҡарашлылыр үҙҙәрен чашниктар, ә радикалдар — табориттар, тип йөрөтәләр. Табор ҡала исеме, табориттарҙың резиденцияһы урынлашҡан. Гуситтар сиркәү доктринаһын кире ҡағалар, Бөтә дини мәсьәләләрҙе хәл итеү өлгөһө өсөн Тәүратты ҡалдыралар. Гус вазифаға ултырғандан һуң, немец дини тәғлимәт профессорҙары Уиклиф хеҙмәтен тикшереүҙе талап итә. Университет чехтарына таянып, Гус ҡаршылыҡ күрһәтә. Сәйәси ҡарар ҡабул итеү өсөн өс немецҡа ҡаршы бер тауыш ҡына булып, чехтар аҙсылыҡты тәшкил итә, һәм ортодоксаль позиция еңә.. Артабанғы йылдарҙа чехтар, тауыш биреүҙе тигеҙләү өсөн, университет Уставын ҡайтанан ҡарауҙы талап итәләр. Чех короле Вацлавтың икеләнеүе арҡаһында, университет бәхәсе көсәйә. Уның немецтарға ҡарата хөкүмәт вазифаһына тәғәйенләүҙә яҡшылыҡ күрһәтеүе чех дворяндары араһында милләтселек кәйефен уята, һәм улар Гус менән берләшә. Немец факультеттары Зайич Збинек , Прага архиепископын, һәм немец руханиҙарын. Сәйәси сәбәптәр буйынса Вацлав Густы яҡларға хәл итә. 1409 йылдың 18 ғинуарында Вацлав Кутнагор указын сығара. Указ буйынса Прага университетын контролдә тотоу чехтарға тапшырыла. Һөҙөмтәлә немец студенттары һәм уҡытыусылары Карл университетын күмәкләп ташлап китәләр. Был Лейпциг университетына нигеҙ һалыуға килтерә.
Гус триумфы ҡыҫҡа була. Ул индульгенцияны һатыуға ҡаршы була, шуның өсөн королдең үҙенә ҡарата ярҙамын юғалта, сөнки король бындай һатыуҙарҙан процент алған булған. 1412 йыл Гус һәм уның фекерҙәштәрен эштән бушаталар һәм Праганан ҡыуып сығаралар. Ике йыл дауамында реформаторҙар бөтә Чехия буйынса сәйәхәт итеүсе таратыусылар булып хеҙмәт итәләр. 1414 йылда Гус үҙенең ҡарашын яҡлау өсөн Констаца соборона саҡырыла. Килгәс, уны ҡулға алалар. Собор уны еретик булараҡ хөкөм итә. Хөкөм ҡарары менән уны 1415 йылда усаҡта яндыралар (император тарафынан бирелгән хәүефһеҙ сәфәр гарантияһы бындай асыҡтан-асыҡ кафыр өсөн собор тарафынан дөрөҫ түгел, тип иҫәпләнә).
Гус үлеме гусит һуғышына килтерә — тиҫтәләгән йылдарға һуҙылған дини һуғыштар. 1419 йылда Венгрия пропапаһы һәм тәхете вариҫы Вацлав үлә. Сигизмунд немец һәм венгр ғәскәрҙәре яғынан ярҙам булыуға ҡарамаҫтан, оҙаҡ ваҡыт короллекте контролдә тота алмай. Прага ҡалаһында тәртипһеҙлектәр тоҡана. Ян Жижка етәкселегендә табориттар баш ҡалаға юлланалар. Дини ыҙғыштар короллекте тарҡата. Чех ҡала халҡы һәм немец католиктары бер-берһенә ябырылалар. Уларҙың күптәре үлтерелә, бик күп немецтар Изге Рим империяһына ҡасалар. Император Сигизмунд гуситтарға ҡаршы дүрт тәре походы ойоштора, тик улар уңышһыҙ тамамлана. Тәре походы башланғас, радикаль һәм уртаса гуситтар берләшә, дошманды тотҡарлайҙар. Хәүеф янау бөткәс, гусит армияһы короллек территорияһына католиктарҙы эҙерлекләү өсөн ҡайта. Күп тарихсылар гуситтарҙы дини фанатиктар итеп һүрәтләйҙәр. Уларҙың маҡсаты донъяуи — тыуған ерҙе гуситтарҙың хоҡуҡтарын танымаған императорҙан һәм папанан һаҡлау. Армия менән етәкселек иткән Жижка һарайҙарҙы, монастырҙарҙы, сиркәүҙәрҙе һәм ауылдарҙы штурмлай. Католик руханиҙарын ҡыуа, сиркәү ерҙәрен тартып ала.
Сигизмунд армияһына ҡаршы көрәш барышында табориттар хәҙерге Словакия райондарына үтеп инә. Чехия ҡасаҡтары шунда төпләнгән, 1438 йылдан 1453 йылға тиклем чех аристократы Ян Йискра Брандис көньяҡ Словакияның ҙур өлөшөн, Зволендан Кощицеға тиклем, контролдә тотҡан. Шулай итеп, словак гусит доктринаһы словактар араһында таралыу таба, был киләсәктә чехтар һәм словактар союзын тәьмин итеү өсөн нигеҙ була.
1437 йыл Сигизмунд вафат булғас, Чехия юғары ҡатламдары уның вариҫы итеп Альбрехт Австрийҙы һайлайҙар. Альбрехт тиҙҙән вафат була, һәм уның улы Ладислав Постум («Посмертный»), король тип иғлан ителә. Ладислав ваҡытында Богемия ысынбарлыҡта регент советы власы аҫтында була. Улар уртаса дворяндар-реформаторҙан, башлыса чашниктарҙан торған. Эске низағтар арҡаһында короллектә хәл ҡатмарлаша. Чех дворяндарының бер өлөшө көнсөл католиктар, папаға лояль ҡарашлы булып ҡалалар. 1433 йылда Базель чашниктар советы делегацияһы, католик сиркәүе менән ярашырға ла әҙер кеүек булалар. Әммә папа гусит Компакттарын (тәғлимәттең төп положениелары) кире ҡаға, шулай итеп чехия католиктары менән чашниктарҙы ярашыуына юл ҡуймай.
Йиржи из Подебрад аҙаҡ Богемияның «милли» короле була, чашниктарҙың регентлыҡ лидерына әйләнә. Йиржи башҡаны чашник яһай, Ян Рокицанды, Праганың архиепископын. Ул радикаль табориттарҙы чехтарҙың реформат сиркәүе менән татыулаштыра ала. Католиктар партияһыһы Праганан ҡыҫырыҡлап сығарыла. Ладислав лейкемиянан вафат була. 1457 йылда чех юғары ҡатламдары Йиржи из Подебрадты король итеп һайлайҙар. Йиржи сығыш менән затлы булһа ла, король династияһының вариҫы булмай. Шуға күрә уны һайлауҙы папа һәм ниндәйҙер европа монархтары. танымай.
Йиржи « Дөйөм донъя Хартия Союзы» төҙөргә ынтыла. Уның фекеренсә, бөтә монархтар дәүләттең милли суверенитет принцибы нигеҙендә тотороҡло тыныслыҡ дәүәрен яҡынайтыу буйынса, ҡыҫылмау принциптары, шулай уҡ халыҡ-ара трибунала проблемаларҙы һәм бәхәстәрҙе хәл итеүҙә көс һалырға тейештәр. Бынан тыш, Европа төрөктәр менән көрәш өсөн берләшергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта был тотороҡло тыныслыҡта Йиржи папа власының урынын күрмәй.
1465 йылда чех католик дворяндары Зеленагур лигаһына ҡушыла. Был Йиржи абруйын төшөрә. Киләһе йылда папа Павел II Йиржиҙы сиркәүҙән айыра Богемия менән Матвей Корвин һәм Фридрих III Габсбург араһында чех һуғышы (1468-1478) башлана. Һуғыш барышында венгр ғәскәрҙәре Маврияның күпселек өлөшөн биләй. 1471 йылда Йиржи из Подебрад вафат була.
1471 йылдан һуң: Ягеллоновтар һәм Габсбургтар идараһы
үҙгәртергәГуситтарҙың короленең вафатынан һуң, чех юғары ҡатламдары поляк кенәзе Владислав Ягеллонаны һайлайҙар. 1490 йылда ул шулай уҡ Венгрия короле була, ә поляк Ягеллондары Чехия һәм Венгрия менән идаралыҡ итәләр. Ягеллондар Чехия менән формаль идара иткәндәр, уларҙың короллектә йоғонтоһо бик аҙ була, ә ысынбарлыҡта идара итеү урындағы дворяндар ҡулына күсә. Чехия католиктары 1485 йылғы Базель советы килешеүен ҡабул итәләр һәм чашниктар менән татыулашалар. Чехтарҙың империянан ситләшеүе ҡатмарлаша, 1500 йыдға Богемия уның тик формаль өлөшө булып тора.
1526 йылда Владиславтың улы, король Людовик, төрөк-ғосмандарынан Мохач янындағы һуғышта еңелә һәм аҙаҡ үлә. Төрөктәр Венгрияның яртыһын баҫып алалар, ә ҡалған ерҙәрен (башлыса хәҙерге Словакия территорияһы) король Людвиктың никах килешеүенә ярашлы, Габсбург власы аҫтына эләгәләр. .Чехия юғары ҡатламдары Карл V-тең кесе ҡустыһы эрцгерцог Фердинандты король итеп һайлайҙар. Шулай дүрт быуатҡа яҡын Чехия менән Словакияла Габсбургтар идаралығы башлана.
Артабан Чехияны урындағы протестант дворянлығының ихтиярына ҡаршы Габсбург монархияһына индереү 1618 йылдағы дефенестрация һәм Утыҙ йыллыҡ һуғыш башланыуға сәбәпсе була 1620 йылда Белая Гора янындағы һуғышта милләтселәрҙең еңелеүе чехтарҙың автономия өсөн хәрәкәтенең аҙағына килтерә.
1740 йылда Пруссия армияһы чех Силезияһын яулай.1742 йылда Мария Терезияны Пруссияға Силезияның ҙур өлөшөн бирергә мәжбүр итәләр (Цешин, Опава һәм Крнов герцогстваларынан башҡа). 1756 йылда Австрия Силезияны кире ҡайтарыу өсөн, Пруссия короле Фридрих II менән һуғышҡа әҙерләнә башлай. Пруссия армияһы Саксонияны ала һәм 1757 йылда Богемияға бәреп инә. Прага янындағы алышта (1757) Габсбургтар ғәскәрен ҡыйрата, ә һуңынан Праганы ала. Ҡаланың сирегенән ашыуын бинаһы юҡ ителә, Изге Вит соборы ныҡ емерелә. Әммә Колин алышында Фридрих ҡыйратыла, Праганы ташлап китергә мәжбүр була һәм Богемиянан сигенә.
Изге Рим империяһы тарҡалғас, Богемия короллеге 1806 йылда Австрия империяһы составына индерелә. Чех короле титулы автоматик рәүештә Австрия императорына бирелә. 1867 йылдағы Австро-Венгрия килешеүе һөҙөмтәһендә Богемия, Силезия һәм Моравия провинциялары Цислейтания батшаһы ерҙәре булып китә. 1918 йылда Чехия короллеге Чехословакияға әүерелеү юлы менән рәсми рәүештә йәшәүенән туҡтай.
Хәҙерге Чехияның составы Богемиянан, Моравиянан һәм Чех Силезияһынан тора. Ул хәҙер ҙә элекке Богемия короллегенең күпселек символдарын ҡуллана — гербта ике ҡойроҡло арыҫлан, ҡыҙыл-аҡ һыҙат дәүләт флагында һәм король һарайын президент резиденцияһы сифатында тота.
Чехия батшаһы ерҙәре
үҙгәртергәБогемия (Čechy) Глац графлығы менән (Hrabství kladské) Чехия короллегенең төп өлөшө була. Эгерланд (Chebsko) Вацлав II король тарфынан 1291 менән 1345 йылдар араһында алына һәм һуңынын шәхси берләшмә хоҡуғы менән короллеккә ҡушыла. ала һәм һуңынан ҡушыла 1348 йылда Карл IV Чехия Батшалығы ерҙәрен (české Koruny země) ойоштора унда, Богемия тыш, инә:
- Моравия маркаһы (Markrabství Moravské), Пршемыслович уны 955 йылдағы Лех йылғаһы һуғышынан һуң ала, 999 йылда Польшаға тапшырыла һәм Бржетислав I 1019 йәки 1029 йылдарҙа тартып ала;
- Үрге Лужица (Horní Lužice), Карл IV атаһы Ян Слепой 1329 йылда ҡушҡан, һәм Түбәнге Лужица (Dolní Lužice), Оттон V 1367 йылда Карл IV алған була. Император Фердинанд II Лужицаны Саксонияға 1635 йылда Прага тыныслыҡ шарттары менән тапшыра.
- Силезия герцоглығы (Slezsko), 1335 йылда Ян Слепой менән Польша короле Казимир III. араһындағы Тренчин килешеүе буйынса алынған. Королева Мария Терезия 1742 йылда Бреславль тыныслыҡ килешеүе буйынса, Австриянан башҡа, Силезияны Пруссия короле Фридрих II тапшыра.
Чехия королдәре бер ваҡыт идара итәләр:
- 1251 йылдан Австрия герцогы, Штирия менән 1261 йылдан , Эгерланд менән 1266 йылдан, Карниола һәм Каринтия менән 1269 йылдан һәм Фриули менән 1272 йылдан — был ерҙәрҙе Пржемысл II Откар алған була, ләкин ул Рудольф Габсбургҡа 1278 йылда бирергә мәжбүр була;
- Үрге Пфальцтың төньяҡ өлөшө менән, 1355 йылда Карл IV тарафынан ҡушылған була. Был өлкәне Карлдың улы Вацлав 1400 йылда Германия короле Рупрехтҡа бирә;
- курфюршество менән Бранденбург, ул 1373 йылда Оттона V -тән Карл IV алған була. Карлдың улы император Сигизмунд 1415 йылда Бранденбургты Фридрих I Гогенцоллернға тапшыра..
Административ бүленеше
үҙгәртергә- Богемия өлкәләре
- Бехине (нем. Beching)
- Болеслав (нем. Jung-Bunzlau)
- Часлав (нем. Tschaslau)
- Хрудим (нем. Chrudim)
- Градец-Кралов (нем. Königgrätz)
- Кладско (нем. Glatz)
- Коуржим (нем. Gurim)
- Литомержице (нем. Leitmeritz)
- Локет (нем. Elbogen)
- Влтава (нем. Moldau)
- Пльзень (нем. Pilsen)
- Бероун (нем. Beraun)
- Писек (нем. Pisek)
- Раковник (нем. Rakonitz)
- Сланы (нем. Schlan)
- Жатец (нем. Saaz)
Богемия королдәре (Чехия)
үҙгәртергәПржемысловичтар
үҙгәртергә- Вратислав I (1086—1092)
- Владислав I (1158—1172)
- Пржемысл I Дакар (1198—1230)
- Вацлав I (1230—1253)
- Пржемысл II Откар (1253—1278)
- Вацлав II (1278—1305)
- Вацлав III (1305—1306)
Бер династияға ла ҡарамағандар
үҙгәртергә- Генрих Хорутанский (1306)
- Рудольф I Габсбургтар (1306—1307)
- Генрих Хорутанский (1307—1310, икенсе тапҡыр)
Люксембургтар
үҙгәртергә- Альбрехт (1437—1439)
- Междуцарствие — Батшалыҡ аралары (1440—1453)
- Ладислав Постум (1453—1457)
Бер династияға ла ҡарамайҙар
үҙгәртергә- Подебрадтан йиржи (1458—1471)
- Матиаш I Хуньяди (1469—1490)
- Владислав II (1471—1516)
- Людвик (1516—1526)
Габсбургтар (Изге Рим империяһы составында)
үҙгәртергә- Фердинанд I (1526—1564)
- Максимилиан I (1564—1576)
- Рудольф II (1576—1611)
- Матиаш II(1611—1619)
Виттельсбахтар
үҙгәртергә- Фридрих Пфальцтағы (1619—1621, ғәмәлдә власта була)
- Фердинанд II (1619—1637, ысынбарлыҡ менән 1621)
- Фердинанд III (1637—1657)
- Фердинанд IV (1646—1654, номиналь)
- Леопольд I (1657—1705)
- Иосиф I (1705—1711)
- Карел II (1711—1740
- Мария Терезия (1740—1780)
Виттельсбахтар
үҙгәртергә- Карл Бавария (1741—1743,Австрия мираҫы өсөн һуғышы ваҡытында; чех королдәре нумерациялына индерелмәй)
Лотарингия Габсбургтары
үҙгәртергә- Иосиф II (1780—1790)
- Леопольд II (1790—1792)
- Франтишек I (1792—1835)
- Фердинанд V (1835—1848)
- Франц Иосиф I (1848—1916)
- Карел II (1916—1918)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Чехия Тарихы
- Хаким исемлегенә Чехия
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Jaroslav Pánek, et Oldřich Tůma al. (2009). History of the Czech A lands. Prague: Karolinum. ISBN 978-80-246-1645-2.
- Lenka Bobková (2006). 7. 4. 1348 — Ustavení českého Koruny království: IV Karla český stát. (Founding Crown of the Kingdom of Bohemian: State of Charles IV Czech) (in Czech). Praha: Havran. ISBN 80-86515-61-3.
- Hugh Agnew LeCaine (2004). Crown of the The Lands Czechs Bohemian and the. Stanford: Institution Hoover Press. ISBN 0-8179-4492-3.