Түбәнге Лужица
Түбәнге Лужица, Түбәнге Лузация (нем. Niederlausitz, т.-луж. Dolna Łužyca) — немец Бранденбургы һәм көнбайыш Польша биләмәһендә урынлашҡан тарихи-географик өлкә, Лужица еренең бер өлөшө.
Лужицала немецтар менән бер рәттән әҙ һанлы славян халҡы йәшәй (лужицанлылар (40 мең кеше). Бөтәһе лә лужица телендә (чех теленә яҡын) һөйләшә, [[Немец теле|немец телендә] иркен аралашалар. Уларҙы Лужица сорбтары тип тә йөрөтәләр. Улар — Урта быуаттарҙа көнсығышҡа герман экспансияһы ваҡытында иҫән ҡалған көнбайыш славян халҡы (поморҙар, полабтарға ҡараған ҡәбиләләрҙең күбеһе юҡ ителгән йәки немецтар тарафынан ассимиляцияланған).
Түбәнге Лужица — Төньяҡ Герман уйһыулығының таулы бер өлөшө. Уның баш ҡалаһы — Котбус ҡалаһы. Бында Түбәнге Лужица бушлыҡтары тәбиғәт паркы урынлашҡан.
Икенсе донъя һуғышынан һуң сорбтар Чехия дәүләтенә ҡушылыуға өмөт итә, тик Судет немецтарын Германияға ебәреү менән мәшғүл булған Чехия хөкүмәте уларға ҡарата битараф була. Лужица теленең бөгөнгәсә һаҡланып ҡалыуы — Көнсығыш Германияла (ГДР-ҙа) совет ғәскәрҙәре тороу һәм ГДР етәкселегенең славян халҡына ҡарата мәрхәмәтле сәйәсәт үткәреүгә бәйле (киң милли — мәҙәни автономия, лужица мәктәптәре, китаптар баҫтырыу һ.б.).
Бөгөн Лужица халҡы (йәштәр), эш эҙләп, тыуған ерен ташлап, күпләп китә. Мәктәптәрҙә туған тел уҡытыу өсөн ата-әсәләрәҙән ғариза алыу индерелгән. Аҙ һанлыға ҡалып барған Лужица халҡы йәшәгән төбәктәрҙә мәктәптәр немец теленә күсерелә. Социалистик ГДР-ҙағы милли аҙсылыҡ өсөн ҡаралған өҫтөнлөктәр бөтөрөлгән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Үрге Лужица
- Торнов (ҡаласыҡ)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- www.niederlausitz.de (нем.)