Бикбау — боронғо башҡорт ир-ат исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Бикбау — Бикбай исеменең боронғо формаһы. 1555 йылда Иван Грозный батшаға барған илселәрҙең береһе — үҙҙәренең ырыу башы исеме[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Бикбау бей — үҫәргән ҡәбиләһе башлығы була. Башҡорт халҡының Нуғай Урҙаһына ҡаршы барған оҙайлы көрәштәрен ойоштороусы, әйҙәүселәрҙең береһе.

Фамилиялар

үҙгәртергә

Бикбауов Әбдрәшит Ильяс улы (1896 йыл — 1964 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы, уны ойоштороусыларҙың береһе, Башҡорт ғәскәренең командиры һәм адъютанты.

Бикбов Ғәйнулла Латип улы (1889 йыл — 1938 йыл) — совет хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре.

Бикбов Мөхәррәм Мөхтәрәм улы (4 апрель 1957 йыл) — офтальмолог, юғары категориялы табип. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институты директоры. Рәсәй Федерацияһының (2013) һәм Башҡортостан Республикаһының (1996) атҡаҙанған табибы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Президиумы ағзаһы.

Бикбов Сәрүәй Шәйбәк улы (1908—1990) — (26 октябрь 1908 йыл — 5 февраль 1990 йыл) — СССР-ҙың партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1956—1972 йылдарҙа Профсоюздарҙың Башҡортостан өлкә советы рәйесе. Башҡорт АССР-ының 2—8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин (1948), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), өс «Почёт Билдәһе» (1944, 1945, 1967) ордендары кавалеры.

Бикбов Фәйзулла Искәндәр улы (1908 йыл — 1969 йыл) — башҡорт журналистикаһы уҙаманы, шағир.

Бикбов Юлбарыҫ Сурағол улы (1847 йыл — 1922 йыл) — башҡорт старшинаһы, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт халҡы союзы бюроһының ағзаһы.

Бикбов Юныс Юлбарыҫ улы (1883 йыл — 1943 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (1918).

Топонимдар

үҙгәртергә

Бикбау (Ейәнсура районы)(рус. Бикбау) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл.

Бикбау (Татарстан) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Минзәлә районы ауылы.

Бикбау (Хәйбулла районы) — Башҡортостандың Хәйбулла районындағы бөткән ауыл.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ