Бикбов Ғәйнулла Латип улы
Бикбов Ғәйнулла Латип улы (1889 йыл — 10 июль 1938 йыл) — СССР хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре[1].
Бикбов Ғәйнулла Латип улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 1889 |
Тыуған урыны | Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 10 июль 1938 |
Һөнәр төрө | дәүләт эшмәкәре |
Биографияһы
үҙгәртергәҒәйнулла Латип улы Бикбов 1889 йылда Ырымбур губернаһында тыуған.
1905—1907 йылдарҙа тыуған ауылындағы урыҫ-башҡорт мәктәбе уҡыусыһы. 1907—1910 йылдарҙа — ауыл йәмғиәте писары булып эшләй.
1910—1917 йылдарҙа — хәрби хеҙмәткәр. 1917—1918 йылдарҙа — Амударья флотилияһының эштәр башҡарыусыһы.
1918 йылдың май-октябрендә ремонт оҫтаханаһының иҫәпсеһе. 1918 йылдың октябрь-декабрь айҙарында — улус земство идарадығы рәйесе. 1918 йылдың декабренән 1919 йылдың майына тиклем — улус башҡарма комитеты ағзаһы.
1919 йылдың майы-июле — улус земство идаралығы рәйесе. 1919 йылдың июль-сентябре — улус башҡарма комитеты секретары.
1919 йылдың сентябрь-декабре — Башҡорт Автономиялы Совет Республикаһының Үҫәргән кантоны революцион комитеты секретары.
1919 йылдың декабренән — 1921 йылдың майы — Башҡорт АССР-ының Үҫәргән кантоны башҡарма комитетының финанс бүлеге мөдире.
1921 йылдың майы — 1922 йылдың феврале — Башҡорт АССР-ының Үҫәргән кантоны совет халыҡ хужалығы рәйесе.
1922 йылдың февраль-ноябрендә — Башҡорт АССР-ының Үҫәргән кантон башҡарма комитеты рәйесе.
1922 йылдың ноябре — 1924 йыл — БАССР-ҙың Йылайыр кантоны башҡарма комитетының аслыҡ эҙемтәләрен бөтөрөү комиссияһы рәйесе.
1924 йыл — 1925 йылдың майы — Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйесе урынбаҫары.
1925 йылдың майы — 1929 йылдың майы — БАССР-ҙың Йылайыр кантон башҡарма комитеты рәйесе, Йылайыр орлоҡ совхозын булдырыу инициаторы һәм төп ойоштороусыһы.
1929 йылдың майы — 1930 йылдың апреле — Йылайыр орлоҡ совхозы директоры урынбаҫары. 1930 йылдың апреле — 1931 йылдың апреле — Тамъян-Ҡатай тоҡомсолоҡ совхозының директоры урыбаҫары. 1931 йылдың апреле — 1932 йылдың марты — Көйөргәҙе ит совхозы директоры.
1932 йылдың марты — 1935 йыл — Башҡорт һөт һәм ит тресы директоры урынбаҫары. 1935—1937 йылдарҙа — Өфө ҡала аҙыҡ-түлек тресының Ҡала яны хужалығы мөдире[2].
1937 йылдың 13 авгусында репрессияға дусар ителә. 1938 йылдың 10 июлендә атып үлтерелә. 1957 йылдың авгусында аҡлана[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Список от 3 февраля 1938г. [Башкирская АССР] - 1-я категория - РГАСПИ, ф.17, оп.171, дело 414, лист 299
- 7-й фонд ЦА ФСБ. Дата сессии ВК ВС: 10.07.1938. Дата расстрела: 10.07.1938
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Жертвы политического террора в СССР, 4-ое издание
- Книга памяти Республики Башкортостан[1]
Һылтанмалар
үҙгәртергә- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;Гайнулла Латыпович Бикбов
төшөрмәләре өсөн текст юҡ