Беренсе Май (Ырымбур өлкәһе)
Беренсе Май (рус. Первомайск) — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.
Беренсе Май | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡыуандыҡ районы[1] |
Халыҡ һаны | 499 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 462225 |
Географияһы
үҙгәртергәАуыл Ҡыуандыҡ ҡала округы үҙәгенән көньяҡ-көньяҡ-көнсығышҡараҡ туранан яҡынса 9 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡыуандыҡтан 11 саҡрым көньяҡ-көнсығышҡараҡ, Орск - Ҡыуандыҡ тимер юлынан көньяҡтараҡ ята[3][4].
Климаты
үҙгәртергәУртаса-континенталь климатлы. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тан +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Иң һалҡын ай — ғинуар, уртаса айлыҡ температура яҡынса −20,5оС — 35 оС. Йыллыҡ атмосфера яуым-төшөмө 300-ҙән 450—550 миллиметрға тиклем етә, шул уҡ ваҡытта күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға тура килә (яҡынса 70 %). Ярайһы уҡ тотороҡло ҡар ҡатламы, ул уртаса алғанда 150 көн дауамында ята[5].
Тарихы
үҙгәртергә1950-се йылдарҙа был урынға Ярташ ауылы (хәҙер юҡҡа сыҡҡан) халҡы күсерелгән. Ауылдың күсенеү сәбәбе - район үҙәгенән һәм төп һөрөнтө ерҙәрҙән алыҫта урынлашҡан булыуы[6] 2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районының Беренсе Май ауыл советына ҡараған, ошо муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡороуҙан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составына ингән.
Халҡы
үҙгәртергә2002 йылдағы халыҡ иҫәбе буйынса даими рәүештә йәшәүселәр 536 кеше тәшкил итә (урыҫтар — 55 %, башҡорттар — 32 %), 2010 йылда 499 кеше ҡалған[7].
Этимологияһы
үҙгәртергәАуылдың Исеме Ҡыуандыҡтан идараһы күсерелгән "1 Май" колхозынан алып бирелгән. Ауыл атамаһы халыҡ телендә Первомайка тип йөрөтөлә. 1950-се йылдарҙа был ауылға Ярташ ауылы халҡы күсерелгән (хәҙер юҡҡа сыҡҡан). Башта ҡайһы берҙә күсенеүселәрҙең элекке ауылы буйынса Яңы Ярташ тип тә йөрөткәндәр.
Ярташ ауылы атамаһын иһә, үҙ нәүбәтендә, башҡорт телендәге яр һәм таш һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән Ярташ гидронимынан алған, сөнки шул йылға буйында урынлашҡан булған.[3]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ 3,0 3,1 С. М. Стрельников. Кувандыкский край в географ ических названиях. — Златоуст, 1994. — ISBN ISBN 5-900802-02-7..
- ↑ Природа Оренбургской области 2021 йыл 26 февраль архивланған.
- ↑ Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
- ↑ Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М . Стрельникова, 1994.
- ↑ Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.