Башҡортостан Нуғай Урҙаһы составында

Башҡортостан Нуғай Урҙаһы составында — башҡорттар таралып йәшәгән территорияның бер өлөшө тарихы — Нуғай Урҙаһы составына ингән Тарихи Башҡортостан.

Башҡортостан Нуғай Урҙаһы составында
Рәсем

Алтын Урҙа тарҡалғандан һуң, Тарихи Башҡортостандың төп ерҙәре Нуғай Урҙаһы составына ингән. Шул уҡ ваҡытта төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының ерҙәре Ҡазан ханлығы составында булған, ә төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының ерҙәре — Себер ханлығы составында.

Нуғай Урҙаһы составына инеүе

үҙгәртергә

Алтын Урҙа хәрби начальнигы Иҙеүкәй Нуғай Урҙаһына нигеҙ һалыусы тип һанала, уның шәхси улусына Тарихи Башҡортостандың көньяҡ өлөшө ингән[1]. Әбд әл-Ғаффар Ҡырыми хәбәр итеүенсә, 1419 йылда Яйыҡ йылғаһы буйында Ҡәҙербирҙе хандың Иҙеүкәйгә ҡаршы һуғышында Иҙеүкәй үлтерелгәндән һуң, уның улдары Кейҡыуват һәм Нуретдин «Тура виләйәтенә китеп, ундағы башҡурд тип аталған халыҡ араһында йәшәгән». Башҡорт риүәйәттәренә ярашлы, Нуретдин (башҡ. Мораҙым) Дим[2]. йылға үҙәнендә ерләнгән. «Иҙеүкәй менән Мораҙым» эпосы сюжеты нигеҙенә Иҙеүкәй тормошоноң эпизодтары ингән [3].

«Факихтар яҙыуы йәки Боронғо тарих китабы» (урыҫ. «Записки факихов или Древняя книга по истории») ҡулъяҙма риүәйәтенә ярашлы, башҡорт хакимы Ҡасим хан меңәр Һаҡмар (хәҙерге Ырымбур ҡалаһы биләмәһе) йылғаһы тамағында төпләнгән һәм үҙенең ставкаһын һәм каруанһарайын төҙөгән". Артабан риүәйәттә Ҡасим хандың Ҡазан ханлығы хакимы Мырҙабәк хан менән мөнәсәбәттәре тасуирлана. «Үҫәргән тәуарихы»нда, Бараҡ хан хакимлығы осоронда башҡорт һәм нуғай биләмәләре араһындағы сиге Һамар йылғаһы буйынса уҙған: «Тура-хан. Ағиҙел йылғаһы буйында Торатау(исеме аҫтындағы) тау билдәле. Был уның ставкаһы урыны. Ул башҡорт халҡының сикләнмәгән хакимиәтле ханы булған. Уның улы Күсем хан булған. Шул ваҡытта Һарайсыҡта Бараҡ хан менән алыш йәғни ер һәм һыу өсөн алыш булған. Һуңғараҡ Күсемхан үҙенең кесе ҡустыһы Бирҙебәкте көслө ғәскәр менән төньяҡҡа ебәргән. Бараҡ уң яҡтан Мансурҙы ебәргән. Шунан ике яҡтан (бер-береһенә) ҡаршы торғандар, алышҡа әҙерләнгәндәр. Һөйләшеүҙәр алып барғанда, түбәндәгесә килешеү төҙөгәндәр: Һамар йылғаһының уң яры Бараҡ ханға эләккән, уның подданныйҙары нуғайҙар булған; Һамар йылғаһының төньяғы Күсем ханға тейгән, уның подданныйҙары башҡорттар булған. Шунан, ваҡытлыса килешкәндән һуң, Бирҙебәк солтан (һәм) Мансур менән (ҡаршы) Ағиҙел йылғаһының ике (ҡапма-ҡаршы) ярынан уҡ атыуҙа ярышҡандар. Уларҙың һәр ҡайһыһы уҡтан мәргән атыусы һәм әмир булған, һәм икеһенең дә уҡтары Ағиҙел йылғаһының ике яғынан үткән юлдар аша осоп сыҡҡан. Шулай һыйланып һәм күңел асып бер ай йәшәгәндән һуң, кире киткәндәр, йәғни үҙ илдәренә ҡайтҡандар. Башҡорт һәм нуғай халыҡтары күпмелер ваҡытҡа тыныслыҡта йәшәгән, Ураҡ Мамай дәүеренә тиклем»[4][5].

XV быуат аҙағында — XVI быуат башындаТарихи Башҡортостандың төньяҡ һәм үҙәк өлөшөндә башҡорт ханы — Түрә хан (Тура хан, Тора бей) идара иткән, уның ставкалары Өфө ҡаласығында (Башҡорт, Имәнҡала, хәҙерге Өфө ҡалаһы биләмәһе) һәм Торатауҙа[6][7].урынлашҡан булған. Шул уҡ ваҡытта XV быуаттың һуңғы сирегендә Түрә хандың ағаһы — Баҫман хан Тарихи Башҡортостандың көньяҡ өлөшөндә идара иткән[8]. «Тамъян ырыуы шәжәрәһе»нә ярашлы, Басман хандың бүләһе Шәғәли Шаҡман бей булған. Ҡыҙрас Муллаҡаев хәбәр итеүенсә, Басмандың ставкаһы Аҡтүбәлә (хәҙерге Ырымбур ҡалаһы биләмәһе) урынлашҡан: «Басман исемле нуғай ханы булған,… элекке бөйөк үләт киҙеүе буйынса, үҙенең элекке йәшәгән ерен ун ете мең тирмә йыраҡлығында ҡалдырып, Яйыҡ йылғаһын кисеп сыҡҡан, һәм Һаҡмар тамағына яҡын ктауҙа, Ырымбурҙан алты саҡрым алыҫлыҡта, хәҙер унда маяҡ ҡуйылған, Аҡтүбә тигән йәғни Аҡ стан ҡала төҙөлгән, йәки ауыл, һәм әлегә тиклем ул тау Аҡтүбә тип атала һәм унды ҡайһы бер емереклектәр күренә». Басмандың шәхси урҙаһы «ун ете мең тирмәнән» торған һәм йөрөгән «Яйыҡ буйлап аҫҡа һәм өҫкә һәм башҡа дала йылғалары, атап әйткәндә Бирҙе, Һаҡмар, Һалмыш, Юшатыр, Таналыҡ, Үр, Ҡыҙыл һ. б. йылғалар буйынса күсеп йөрөгән. Ә ҡыш көнө ул тирмәләр, Урал тауҙарын артылып, Ағиҙел, Суҡалы, Ашҡаҙар, Ҡуғанаҡ, Шҡаҙыр, Дим йылғалары буйына күсеп, урманлы һәм йылы урындарҙа йәшәгәндәр»[9]. Басман нуғай мырҙаһы Алтаҡар (Алчагир) менән һуғыш алып барған. Басман һәләк булғандан һуң, Алтаҡар мырҙа Тарихи Башҡортостандың көньяғында һәм көньяҡ-көнсығышында[10].власын йәйелдергән.

Башҡортостанда нуғайҙарҙың барлығы хаҡында мәғлүмәт тәүге тапҡыр Иван III батшаға Ямғырсының грамотаһында теркәлгән. XV быуат башында Нуғай Урҙаһы составына Тарихи Башҡортостандың төп территорияһы ингән. Тарихнамәлә ул «Нуғай Башҡортостаны» булараҡ билдәле. Нуғай Урҙаһы составында булған Тарихи Башҡортостан ерҙәре нуғайҙарҙың дуаль-ҡанат структураһына индерелмәгән һәм иҡтисади яҡтан ябыҡ һәм сәйәси айырымланған булған. Нуғай Башҡортостанының (Ҡазан ханлығы менән) көнбайыш сиктәре буйлап үтә Ыҡ һәм Кама йылғалары буйлап үткән. (Себер ханлығы менән) көнсығыш сиге булып Ҡатай улусы — яҡынса меридиональ һыҙығы Көньяҡ Урал күлдәре: Иткүл (йәки Щелкун), Синара, Кәҫле, Ҡыҙылташ, Өйәлге, Әрғәзе һәм артабан Уй йылғаһының үрге ағымы буйлап үтә. Нуғай Башҡортостанының көньяҡ сиктәре Оло һәм Кесе Үҙән, Яйыҡ йылғаһының ҡушылдығы Саған йылға бассейндары, Чижа йылға ташыуҙары һәм артабан Яйыҡ йылғаһы буйлап үтә.

Идара итеү системаһы

үҙгәртергә
 
XVI быуат башында Нуғай Урҙаһы биләмәләре.

Нуғай Урҙаһы составындағы Тарихи Башҡортостан территорияһы үҙ хакимиәте үҙәгенә эйә булған айырым провинция тәшкил иткән. Нуғай Башҡортостаны юғары наместник идаралығында торған. Наместниклыҡ институты Нуғай Башҡортостанының Юғары наместнигынан, айырым райондарҙы контролдә тотоусы ярҙамсыларҙан торған. Наместниктар нигеҙҙә башҡорттарҙан яһаҡ һәм һалым йыйыуҙы күҙәтеүгә алған. Яһаҡ ҡиммәтле йәнлек тиреләре, бал менән түләнгән, шулай уҡ башҡорт халҡы Урҙа ғәскәрен хәрби отрядтар менән тәьмин итергә тейеш булған. Нуғайлылар һалымды ҡораллы отрядтар ярҙамында йыйған. 1520—1540‑сы йылдарҙа Нуғай Урҙаһының төп өлөшөндә йәниҫәп уҙғарылғандан һуң,башҡорттарға һалым ҡыҫымы артҡан. «Мамай хан тураһында хикәйәт» тигән башҡорт риүәйәтенә ярашлы, башҡорттарҙан яһаҡ йыйыу ысынында көслөк һәм талау аша атҡарылған, һәм был башҡорт халҡы яғынан көсөргәнешле ҡаршы тороуға алып килгән. Бынан тыш нуғайҙар башҡорттарҙың иң яҡшы күсеп йөрөү урындарына хужа булып алғандар [11].

Нуғай Башҡортостанында идара иткәндән һуң, мырҙаларҙың күпселеге Нуғай Урҙаһында нурадин булып киткәндәр, улар араһында Аҡнаҙар хан һәм Әхмәтгәрәй батша улдары, шунда уҡ бей вазифаһын биләгән Ҡанай тора [12].

1530-сы йылдарға тиклем нуғай наместнигы ставкаһы Эмбала булған, шунан һуң, Нуғай Башҡортостанының үҙәге Өфө ҡаласығына (Башҡорт, Имәнҡала, хәҙерге Өфө ҡала биләмәһе) күсә. Ҡыҙрас Муллаҡаев хәбәр итеүенсә, ул ваҡыттарҙа был «Ағиҙел йылғаһы буйлап юғарыға Өфө йылғаһының тамағына саҡлы, һәм Өфө тауҙарына, йәғни йылға эргәһендәге тауҙарҙа бөйөк ҡала булған, һәм уның оҙонлоғо ун саҡрымға һуҙылған».

Ә. З. Әсфәндиәровҡа ярашлы, башҡорттар һәм нуғайҙар араһында мөнәсәбәттәр формаларының береһе аманатлыҡ институты булған.

Нуғай наместниктары

үҙгәртергә

В. Трепавловҡа ярашлы, Башҡортостанда Нуғай Урҙаһы наместниктары[13]:

  • Ямғырсы (1480-се йылдар аҙағы — XVI быуат башы)
  • Алтаҡар (XVI быуат башы)
  • Шәйехмамай (XVI быуаттың 1-се сирегендә)
  • Аҡнаҙар (1522—1538)
  • Исмәғил (1538—1545)
  • Әхмәтгәрәй (1546—1558)
  • Динбай (1558—1578)
  • Сәйетәхмәт (1578—1584)
  • Ҡанай (XVI быуат аҙағы — XVII быуат башы)
  • Ҡаракилембәт (XVII быуат башы — 1623).

XV—XVI быуаттарҙа Башҡортостан биләмәһендә Нуғай Урҙаһы наместниктары һәм уның вассалдары үҙ-ара һуғыштар алып барған.

XVI быуат башында нуғай мырҙаһы Алтакар (Алчагир) Нуғай Башҡортостаны наместнигы булған. Һуңғараҡ Алтакар, Ҡаҙаҡ ханлығы ғәскәрҙәре менән һуғышта еңелгәндән һуң, үлтерелгән.

XVI быуаттың 1-се сирегендә Шәйехмамай бей Нуғай Башҡортостан наместнигы булған. Шәйехмамай Нуғай Урҙаһы нурадины булғандан һуң, ул Башҡортостанда наместник итеп үҙенең тәрбиәләнеүсеһе Аҡнаҙар ханды ҡуйҙы. 1522—1538 йылдарҙа наместник булған Аҡнаҙар власҡа килеү менән, Башҡортостанда тулыһынса нуғай власы урынлаша[14]. Аҡнаҙар үҙенең власын көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш Башҡортостанда таратҡан, унда ҡаты тәртип урынлаштырыла һәм һалымдар тәртипкә килтерелә: «Аҡнаҙар хан барыһын да үҙ власы аҫтына алған, һәм уларҙың тотороҡһоҙлоғона төрлө урлашыуҙарына ҡарап, бер ихатала өс ҡаҙан ғына рөхсәт иткән, малдарын, мөлкәтен, хатта балаларын үҙенә тартып алған, үҙ ерҙәренә хужа итмәгән, хатта йылға аша сығыуҙы ла тыйған, кем һунар менән шөғөлләнгән, улар һәр кеше башынан бер төлкө, ҡондоҙ һәм һыуһар тиреһе менән яһаҡ түләргә мәжбүр иткән». Б. Ә. Аҙнабаев фекеренсә, Башҡортостанда Аҡнаҙарҙың хакимлығы йоғонтоһо буйһондоролған төбәктә башҡорт аристократияһы власын сикләүгә алып килгән [15]. Башҡорттарҙың тарихи риүәйәтенә ярашлы, Аҡнаҙар хан Башҡортостанға Себерҙән килгән, ә һуңынан буйһондорола Ҡазан, Әстерхан ханлыҡтарын, Бохара, Хиуа, Ташкентты һ. б. Көньяҡ Уралға сиктәш райондарҙы буйһондорған [16]. Уның ставкаһы хәҙерге Өфө территорияһында урынлашҡан булған. Шулай уҡ рус подданныйлығын ҡабул иткән башҡорттарҙы [17].ҡыҫырыҡлаған һәм мәскәүлеләргә яраҡлашҡан сәйәсәт үткәргән нуғай мырҙаһы Исмәғил һәм уның вариҫтарына ҡаршы Аҡнаҙар хан көрәш алып барған.

1538—1545 йылдарҙа Исмәғил мырҙа Нуғай Башҡортостанының наместнигы булған, ул Мәскәү дәүләте менән яҡынайыу сәйәсәтен үткәргән. 1545 йылда Нуғай Урҙаһының нураддины була, ул идара иткән осорҙа үҙ-ара көрәш дауам иткән, һәм һөҙөмтәлә дәүләттең тарҡалыуына килтергән[18]. Себер ханлығының батша улы, сыңғыҙи Әхмәтгәрәй 1546—1558 йылдарҙа Нуғай Башҡортостанының наместнигы булған. Уның йортона Тарихи Башҡортостан биләмәләренең үҙәк өлөшө ингән[19].

Нуғайҙарҙың китеүе

үҙгәртергә

1550 икенсе яртыһында йылда Нуғай Урҙаһында киҙеүҙән ҡырылыу менән үрелеп барған бөйөк аслыҡ башланған, ул халыҡтың Урҙанан күпләп ҡасыуына килтергән. эне, аша үтеп 1558 йылда Әстерхан аша үтеп киткән инглиз сәйәхәтсеһе Э. Джекинсон был ваҡиғаны шулай итеп тасуирлаған: «Был илдәрҙә бындай үләтте мор бер ҡасан да күрмәгән булғандар; нуғайҙарҙың ерҙәре көтөүлектәргә бай булған, хәҙер улар буш… уларҙың үле кәүҙәләре, йәнлектәрҙеке кеүек, күмелмәйенсә, бөтә утрау буйынса өйөлөп ята». Күмәк кешенең асығыуы сәбәп булып тәбиғи һынылыш торған. Юрматы башҡорт ҡәбиләләһе риүәйәтенә ярашлы: «Бик күп ҡар яуҙы, һәм өс йыл бер рәттән ҡаты ҡыш торҙо. Килеш һәм Һарыҡ һәм башҡа мал күпләп ҡырылды, иген дә үҫмәне»[20]. Үҙ-ара һуғыштар, аслыҡ һәм үләт менән Башҡортостан территорияһынан нуғайҙарҙың китеүенә булышлыҡ иткән. Ҡайһы бер башҡорт ҡәбиләләренең риүәйәттәрендә (мең, юрматы, үҫәргән, бөрйән, ҡыпсаҡ, тамъян) нуғайҙар һәм улар менән бергә башҡорттарҙың да китеүе тураһында мәғлүмәттәр һаҡланып ҡалған.

Үҙ улустары менән бергә Нуғай Урҙаһы наместниктары Башҡортостанда күрәләтә кәрәге булмаған бер элемент һаналған. Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын боҙоуҙары, шулай уҡ эске идаралыҡ эштәренә ҡыҫылыуҙары килмешәк нуғай урҙаһы юғары ҡатламының абруйын арттырыуға булышлыҡ иткән тип әйтеп булмай [21]. Нуғай Урҙаһы хакимдары ғәскәре менән башҡорттарҙың көрәше «Мең ҡәбиләһе шәжәрәһе»ндә, башҡорт ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларында сағылыш тапҡан. Көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының (үҫәргән, бөрйән, ҡыпсаҡ, тамъян) дөйөм шәжәрәһенә ярашлы, башҡорттар Бурсай һәм Акзуш (Актулуш) мырҙаларҙы тотоп алып «уларҙы рәсәй ханы Иван Васильевичҡа килтерә». Башҡорттарҙың Нуғай Урҙаһына ҡаршы көрәшенә етәкселек иткән ырыу башлыҡтары — Бикбау бей, Бурнаҡ бей (ысын исеме Ҡаҙанҡап), Иҫке бей, Ҡәнзәфәр бей, Ҡарағужаҡ бей Мөшәүәли, Тәтегәс бей, Шәғәле Шаҡман бей һәм башҡалар билдәле. Башҡорттар һәм Нуғай Урҙаһының оҙаҡ йылдар дауамындағы ҡаршы тороуы Башҡортостандың Рәсәй дәүләте составына инеүенә булышлыҡ иткән[13].

Әммә Башҡортостандың байтаҡ өлөшө Мәскәү дәүләтенә ингәненән һуң да, Нуғай Урҙаһы идаралыҡ системаһында наместниклыҡ посы һаҡланып ҡалған. Нуғайҙар төбәктә үҙ власын урынлаштырыуға ынтылып ҡараған, был баҫҡынсылыҡта һәм яһаҡ йыйырға маташыуҙа сағылған. Наместниктар ставкаһы тағы ла Эмба йылғаһына күсерелгән. 1558—1578 йылдарҙа Исмәғил бей улы Динбай наместник булған. Был вазифала ул 20 торған һәм, нисек Урус кеүек, хан булып киткән. Динбай Эмбанан Волгаға күсеп килгән. Артабан 1578—1584 йылдарҙа наместник вазифаһын Сәйетәхмәт биләгән. Ҡарағөлөмбәт мырҙа XVII быуат башында — 1623 йылда Нуғай Башҡортостаны наместнигы булған, көньяҡ-көнбайыш башҡорттары өҫтөнән сикләнмәгән власть атҡарырға ынтылып, Аҡһаҡ-Килембәт (Килмөхәмәт) мырҙаға ҡаршы көрәш алып барғаны йәғни уларҙың үҙ-ара көрәше «Мең ҡәбиләһе шәжәрәһе»[22][23]ндә сағылыш тапҡан.

XVI быуат аҙағында Өфө ҡәлғәһе төҙөгәндән һәм Нуғай Урҙаһында үҙ-ара көрәш тоҡанғандан һуң Башҡортостандағы нуғай хакимиәте власы тулыһынса бөтөрөлә. XVII быуат башында нуғай мырҙаларының һөжүме билдәләнһә лә, был төбәктә нуғай власын тергеҙергә маташыу булмаған[24].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Таймасов С. У. Едигей // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  2. История башкирских родов, 2016, с. 28—29
  3. Мажитов Н. А., Султанова А. Н., 2010, с. 374—376
  4. Надергулов М. Х. «История Усергана» — историко-литературное сочинение // Ватандаш. — 2011. — № 2. — С. 185—190. — ISSN 1683-3554.
  5. Юсупов Ю. М., 2009, с. 48—50
  6. Мажитов Н. А., Султанова А. Н., 2010, с. 444—445
  7. Тюря-хан // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  8. Хамидуллин С. И. Басман // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  9. История башкирского народа, 2012, с. 199
  10. Хамидуллин С. И. Алтакар // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  11. История башкирского народа, 2012, с. 198
  12. Юсупов Ю. М., 2009, с. 89
  13. 13,0 13,1 Мажитов Н. А. Ногайская Орда // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  14. Юсупов Ю. М., 2009, с. 89, 90
  15. Юсупов Ю. М., 2009, с. 88
  16. Мажитов Н. А., Султанова А. Н., 2010, с. 443
  17. Хамидуллин С. И. Акназар // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  18. Хамидуллин С. И. Исмаил // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  19. Хамидуллин С. И. Ахмет-Гирей // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  20. Юсупов Ю. М., 2009, с. 93
  21. Юсупов Ю. М., 2009, с. 90
  22. Хамидуллин С. И. Кара-Килембет // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  23. Хамидуллин С. И. Аксак-Килембет // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  24. Юсупов Ю. М., 2009, с. 94