Баҫман — XV быуаттың икенсе яртыһында йәшәгән нуғай мырҙаһы, Иҙеүкәй нәҫеленән. XV быуаттың һуңғы сирегендә Башҡортостандың көньяҡ өлөшө менән идара итә. Баҫмандың ставкаһы — АҡтүбәЯйыҡ йылғаһы буйында (хәҙерге Ырымбур ҡалаһы) урынлашҡан була. Баҫмандың 17 мең көймәле арбанан торған урҙаһы Ағиҙел, Яйыҡ йылғалары һәм уларҙың ҡушылдыҡтары буйлап күсеп йөрөй. Алтаҡар мырҙа тарафынан үҙ-ара һуғыштарҙың береһендә үлтерелә. Баҫман менән уның көрәштәштәре ерләнгән ерҙә таш ҡәберлек төҙөлә. Был хаҡта рус тарихсыһы, ғалимы П. И. Рычков та үҙ хеҙмәттәрендә яҙа.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә