Иҫке бей
Иҫке бей — бөрйән ҡәбиләһе башлығы, башҡорттарҙың Нуғай Урҙаһына ҡаршы көрәшен ойоштороусыларҙың береһе.
Шәжәрәләргә һәм башҡа тарихи сығанаҡтарға бәйле Бикбау бей, Ҡарағужаҡ бей Мөшәүәли, Шәғәле Шаҡман менән берлектә көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының Мәскәү дәүләтенә үҙ ирке менән инеүе буйынса һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша. Килешеү төҙөгәндән һуң Рәсәй подданныйлығын раҫлаусы жалованная грамота йәғни ярлыҡ ала. Иҫке бейгә Иван Грозный тарафынан тархан (кенәз) дәрәжәһе бирелә[1].
Иҫке бейҙең нәҫел-нәсәбе бөгөн Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районының Таймаҫ һәм Яңы Таймаҫ ауылдарында йәшәй.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ [1] бөрйән, ҡыпсаҡ, үҫәргән һәм тамъян ырыуҙары шәжәрәһендә яҙылыуынса, «үҫәргән ырыуынан Бикбау кенәз, бөрйән ырыуынан Иҫке бей кенәз, ҡыпсаҡ ырыуынан мишәүле Ҡарағужаҡ кенәз, тамъяндан Шәғәли кенәз — мәҙкүр дүрт бейҙәр Ҡазан ҡалаһына барып, Иван Грозныйға мәғлүм булдылар. Ҡайдыр башҡорт йәмәғәттәренә ихлас хеҙмәт итеүҙәре менән ҡабул итеп, рәғиәтлеккә (дәүләт халҡы итеп) алғандан һуң тарханлыҡ дәрәжәләрен ҡәрәм (хөрмәт) итеп, үҙҙәренә наград итеп грамота илә ерҙәрен вә һыуҙарын үлсәтеп бирмәклеккә илтимас илә ғариза ҡылдылар»
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Аҡманов И. Ғ. Иҫке бей // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Башҡорт тархандары һәм дворяндары
- [2](недоступная ссылка) «Юшатыр» Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы гәзите
- [3] 2016 йыл 8 ноябрь архивланған. «Ватандаш» журналы.
- Башкирские тарханы 2012 йыл 4 ғинуар архивланған.