Торатау (шәжәрәләрҙә Турағ тағ) — Стәрлетамаҡ ҡалаһынан көнсығышта ҡалҡып торған һоҡланғыс тауҙарҙың береһе. Икенсе төрлө шихан тип тә атайҙар.

Торатау
Рәсем
Тау һырты Көньяҡ Урал
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ишембай районы
Был объекттан күренештәр категорияһы Category:Views from Toratau[d]
Карта
 Торатау Викимилектә

Торатау

Торатау — боронғо замандарҙа хандар нығытмалары, шул иҫәптән «башҡорт халҡына билистиҡлал хан улмыш» Торахандың пайтәхете, ставкаһы торған урын. Шәжәрәлә, легендәләрҙә хәбәр ителгән был мәғлүмәт бөтәһенән элек башҡорт халҡының урта быуаттарҙағы тарихы, топонимикаһының серҙәре.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Торатау оронимының этимологияһы былай. Уның тәүге компоненты — тора (элекке башҡорт яҙмаларында һәм боронғо төрки телендә тура) һүҙен тарихи-лингвистик планда былай: 1969 йылда бик ҡиммәтле хеҙмәт — Боронғо төрки һүҙлеге баҫылып сыға. Был лөғәттә тура урыҫса «укрепление, жилище, крепость» тигән һүҙ. Тимәк нығытма. Икенсе компонеты — тау.(Рәшит Шәкүр. Исемдәрҙә ил тарихы. Өфө, 1993 й. 255 б.)

Физик-географик ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Бейеклеге — ҡоро ер өҫтөнән 280 метр булһа, Ағиҙел йылғаһы кимәленән 275 метр. Ә океан кимәленән абсолют бейеклеге 406 метр. Тауҙың кес кенә биләмәһендә 100 артыҡ төр үҫемлек үҫә. Тауҙың көнбайыш һәм көньяҡ -көнбайыш яғының өҫкө өлөшөндә бер нисә тау тишеге(мәмерйә) бар. Итәгендә «Туғарсалған» күле бар.

Башҡа шихандар кеүек үк, Торатау Тропик диңгеҙҙә һуңғы полезой риф массаларынан 230 млн йыл элек барлыҡҡа килгән.

Торатау — Юрматы ырыуының изге тауы. Борон Торатау эргәһендә «Туғарсалған» күле янында йөрөү тыйылған. Ул урындарҙа дини йолалар үткәрелгән. Легендаларҙа әйтелеүенсә, Торатау мәмерйәләренең береһенә Диафетты (ул һылыуҡай булған) ҡаты бәғерле атаһы бикләп ҡуйған. Сөнки ул урыҫ сардарҙары менән ҡасмаҡсы булған. Мәмерйә ҡапҡаһын ҙур йылан һаҡлаған.

Сталин хакимлыҡ иткән осорҙа тау итәгендә "ГУЛАГ"тың бер зонаһы булған, унда рецидивист ҡатындар тотолған[1][2]. Әлеге ваҡытта барактарҙың диуарҙары һаҡланып ҡалған.

Торатау парапланеристтарҙың күнекмә урыны булыуы менән дә билдәле.

 
Көнбағыш баҫыуы, болоттар һәм Торатау

.

2008 йыл — шорт-лист проектында «Рәсәйҙең ете мөғжизәһе» иҫәбендә (Шихан булараҡ) билдәләнгән[3]

Торатауға ҡағылышлы хәлдәр

үҙгәртергә

Торатау һуңғы йылдарҙа Стәрлетамаҡтағы «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен әҙер сеймал булараҡ ҡыҙыҡһындыра. Шундай уҡ ҡурҡыныс Йөрәктауға ла янай. «Торатау шиханын һаҡлайбыҙ» формаль булмаған йәмғиәт башланғысы ҡултамғалар йыйыуҙы ойошторҙо. Рәсәй Федерацияһы Президентына мөрәжәғәтнамә ебәреп, Торатауҙы эшкәртеүҙе тыйыуҙы һәм уның янында зоповедник асыуҙы һораны.

  • Торатауҙан айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе статусын алыу өсөн хоҡуҡ нигеҙ юҡ, тип белдерҙе Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев[4].
  • Рөстәм Хәмитов: Торатау менән Йөрәктауҙан тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын алыу өсөн бер ниндәй ҙә нигеҙ юҡ — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 13 ноябрь[5].
  • Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов 2010 йылдың 10 октябрендә үҙенең блогында Торатауҙы сеймал булараҡ эшкәртмәйәсәкбеҙ, тип яҙҙы.

Мәҙәниәттә һәм сәнғәттә

үҙгәртергә

Әҙәбиәттә

үҙгәртергә

Сәсмә әҫәрҙәр

үҙгәртергә

Поэмалар

үҙгәртергә

Шиғырҙар

үҙгәртергә

Пьесалар

үҙгәртергә

Музыкала

үҙгәртергә
 
 
 
 


Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Зыкина Р. Застенок у подножия Тратау (рус.) // Республика Башкортостан : газета. — Уфа, 2005. — 20 сентября. — № 181.
  2. См. статью ru:Бирукова, Евгения Николаевна
  3. «Семь чудес России» 2012 йыл 23 апрель архивланған.
  4. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 12 ноябрь
  5. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 13 ноябрь
  6. «Слово о реках, озерах и травах»
  7. В ожидании конца света: Роман: на баш. яз. / Б. З. Рафиков. — Уфа: Китап, 1996. — 320 с.
  8. Уроженец Ишимбайского района написал роман о горе Торатау 2018 йыл 31 август архивланған. Газета "Восход". voshod-news.ru 08.08.2018
  9. «Ағиҙел», № 3 (1044), 2010, с.32-70
  10. «Ағиҙел», 2013, № 8 (1084)
  11. Р. А. Тимербаева ПОЭТИКА И ПРОБЛЕМАТИКА ПОЭМЫ Р. БИКБАЕВА «ЖАЖДУ - ДАЙТЕ ВОДЫ!» ВЕСТНИК Башкирского университета Том 20, 2015, No. 2.
  12. Кадим Аралбай. Избранные произведения. т.2 Уфа, Китап, 2011 с.331-341
  13. [1]// Яҡуп Ҡолмой. Күңел күрке. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1971, 7-се бит
  14. [2]// Яҡуп Ҡолмой. Өфө моңдары. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1982, 9-сы бит
  15. [3]// Булат Рафиков: биобиблиографический указатель / сост. Ф. М. Искужина. — 2-е изд., доп.. — Мелеуз, 2012.
  16. Тамара Искандерия “Бөйөк бер моң биләй күңелемде” (баш.) // Башкортостан : газета. — Уфа, 2017. — 11 июля.
  17. Ирек Киньябулатов «Мәңге торһон өсөн Торатау» (баш.) // Башкортостан : газета. — Уфа, 2015. — 11 декабря.
  18. Рашит Шакур Хәтеребеҙ менән тере беҙ (баш.) // Башкортостан : газета. — Уфа, 2015. — 7 августа.
  19. Хасан Назар Ябайлыҡта — бөйөклөк, ти затым, ҡурай ябайлығы һиндә, халҡым (баш.) // Башкортостан : газета. — Уфа, 2015. — 26 июня.
  20. Салават Абузар Ҡоролтайға көйлө хитап (баш.) // Башкортостан : газета. — Уфа, 2015. — 21 ноября.
  21. [4]"Ағиҙел", № 12 (1064), 2011 г., с.15
  22. Раиля Кулмурзина Йәшәһен Торатау! (баш.) // Башкортостан : газета. — Уфа, 2017. — 09 июня.
  23. [5]"Гастроли стерлитамакских актеров в Уфе посвящены юбилейному 15-му театральному сезону". Башинформ, 15 сентября 2005 г.
  24. Он стихами воспевал родной край (к 95-летию со дня рождения поэта Якупа Кулмыя)

Һылтанмалар

үҙгәртергә