Ҡарағужаҡ бей Мөшәүәли
Ҡарағужаҡ бей Мөшәүәли — ҡыпсаҡ ҡәбиләһе башлығы, башҡорттарҙың Нуғай Урҙаһына ҡаршы көрәшен ойоштороусыларҙың береһе. Шәжәрәләргә һәм башҡа тарихи сығанаҡтарға бәйле Бикбау бей, Иҫке бей, Шәғәле Шаҡман менән берлектә көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының Мәскәү дәүләтенә үҙ ирке менән инеүе буйынса һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша. Килешеү төҙөгәндән һуң Рәсәй подданныйлығын раҫлаусы жалованная грамота йәғни ярлыҡ ала. Ҡарағужаҡҡа Иван Грозный тарафынан тархан (кенәз) титулы бирелә.
![](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/ba/thumb/c/c2/Karaguzyak.jpg/220px-Karaguzyak.jpg)
Ҡарағужаҡтың нәҫел-нәсәбе бөгөн Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районының Яҡшымбәт, Яңы Юл (Яңы Яҡшымбәт), Ҡунаҡбай ауылдарында йәшәй.
2011 йылдың 7 майында Яҡшимбәт ауылында Мешәүле Ҡужанаҡ бейгә обелиск асыу тантанаһы уҙҙы[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ [1] 2016 йыл 11 март архивланған.7-го мая в селе Якшимбетово состоялось торжественное открытие обелиска памяти князя Карагужак Мишавле-бия, предводителя рода Кыпсак. Как утверждают историки, на сегодня в Якшимбетово проживает 15-ое поколение его потомков.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Аҡманов И. Ғ. Ҡарағужаҡ бей Мөшәүәли // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Башҡорт тархандары һәм дворяндары
- [2](недоступная ссылка) «Юшатыр» Күмертау һалаһы һәм Көйөргәҙе районы гәзите
- [3] 2016 йыл 8 ноябрь архивланған. «Ватандаш» журналы.
- [4](недоступная ссылка) Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе / Баш мөхәррир Р.З.Шәкүров. Өфө: Башҡорт энциклопедияһы дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 696 бит, һүрәттәре менән.
- Башкирские тарханы 2012 йыл 4 ғинуар архивланған.