Баграмян Иван Христофорович

Иван Христофорович (Ованес Хачатурович) Баграмян (әрм. Հովհաննես Քրիստափորի Բաղրամյան; 20 ноябрь (2 декабрь) 1897 йыл — 21 сентябрь 1982 йыл, Мәскәү) — СССР полководецы. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (1944, 1977), ете Ленин ордены (1944, 1945, 1947, 1957, 1967, 1972, 1977) кавалеры. Советтар Союзы Маршалы, КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы.

Баграмян Иван Христофорович
әрм. Հովհաննես Քրիստափորի Բաղրամյան
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 20 ноябрь (2 декабрь) 1897[2] или 2 декабрь 1897({{padleft:1897|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны Чардахлы[d], Елизаветпольский уезд[d], Елизаветпольская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 21 сентябрь 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[2][3][4][…] (84 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Кремль диуарындағы некрополь[d]
Һөнәр төрө офицер
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d]
М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың ХХ съезы[d], КПСС-тың XXII съезы[d] һәм КПСС-тың XXI съезы[d]
Хәрби звание Советтар Союзы Маршалы
Командалыҡ иткән 1-й Прибалтийский фронт[d], 16-я армия[d], 11-я гвардейская армия[d], 3-й Белорусский фронт[d] һәм Прибалтийский военный округ[d]
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы, Икенсе бөтә донъя һуғышы, Рәсәйҙә Граждандар һуғышы һәм Сардарапатское сражение[d]
Ғәскәр төрө пехота[d] һәм артиллерия[d]
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Йөҙ ҡылдары усы щёточкой[d]
 Баграмян Иван Христофорович Викимилектә

Иртә йәштәге биографияһы һәм Граждандар һуғышы

үҙгәртергә

1897 йылдың 20 ноябрендә (2 декабрь) Елизаветполь губернаһында Чардахлы ауылында[5], бай булмаған әрмән ғаиләһендә тыуа. Тыуғандағы исем-шәрифе — Ованес Хачатурович. Атаһы, Хачатур Карапетович, тимер юлында эшләй, үҙ аллы белем ала һәм артель старостаһы була. Әсәй, Мариам Артемовна, ауыл тимерсеһе ғаиләһенән, үҙен тулыһынса бала тәрбиәләүгә бағышлай.

Башланғыс белемде Елизаветполь әрмән сиркәү-мәхәллә мәктәбендә ала. Аҙаҡ 1907—1912 йылдарҙа -Тифлис тимер юл училищеһында, ә 1912—1915 йылдарҙа техник училищела уҡый, уны тамамлағас техник-практик булып эшләй.

И. Х. Баграмян шәхси эш өсөн автобиографияһында түбәндәгеләрҙе яҙа:

«9 йәштән ике класлы тимер юл училищеһында тырышып уҡыным, һуңынан ата-әсәйемә матди ауыр булһа ла — Тифлис тимер-юл техник училищеһында уҡыным (1912—1915). Ике училищены ла яҡшы баһалар менән тамамланым».

Тимер юлында бер нисә ай ғына эшләп ҡала, 1915 йылда армия сафына доброволец булып инә. Хеҙмәтен запас пехота батальонында башлай, һуңынан 2-се сик буйы пехота полкында дауам итә һәм 1917 йылдың ғинуарынан Кавказ запас кавалерия полкында хеҙмәт итә. Батыр һәм белемле кеше булараҡ, прапорщиктар мәктәбенә йүнәлтелә, уны 1917 йылда тамамлай.

Февраль революцияһынан һуң «Дашнакцутюн» әрмән партияһын яҡлай һәм Әрмәнстан бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң генерал Мовсес Силиков етәкселегендәге Беренсе Әрмән Республикаһы әрмән дивизияһының 3-сө уҡсылар һәм 1-се кавалерия полктары составында төрөк ғәскәрҙәренә ҡаршы хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.

1920 йылдың декабрендә дашнак хөкүмәтенә ҡаршы баш күтәреүселәргә ҡушыла, үҙ ирке менән1-се Әрмән эскадроны командиры сифатында Әрмән Ҡыҙыл армия сафына баҫа. 11-се армия составында командир вазифаларында дашнактарҙың ҡораллы көстәрен юҡ итеүҙә һәм Әрмәнсәтандың төньяғында, һуңынан Грузияла совет власын урынлаштырыуҙа ҡатнаша.

1921 йылдың февраленә тиклем эскадрон командиры, командирҙың хужалыҡ эштәре буйынса ярҙамсыһы булып ҡала. 1921 йылдың март — сентябрендә Грузиялағы Әрмән СССР-ы Хәрби вәкиллегенең секретары вазифаһын биләй, һуңынан үҙенең элекке вазифаһына кире ҡайта.

1923 йылдың декабренә тиклем полкы разведкаһы мөдире була.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Record #59369759 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. Ivan Hristoforovich Bagramyan // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  4. Iwan Christoforowitsch Bagramjan // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  5. Ныне в Шамкирском районе Азербайджана.
  • Мержанов Мартын Иванович. Солдат, генерал, маршал: (О Баграмяне И. Х.) / Мартын Мержанов.. — М.: Политиздат, 1974. — 128, [4] с. — (Герои Советской Родины). — 200 000 экз. (обл.)
  • Василевский Александр Михайлович Маршал Советского Союза И. X. Баграмян // ВИЖ. 1977. № 12. С. 11.
  • Денисов Н. Доблесть и слава полководца // Герои огненных лет. — М., 1984. Кн. 7.
  • Абрамов А. С. У Кремлёвской стены. — Изд. 7-е, доп. — М.: Политиздат, 1987.
  • Советская Военная Энциклопедия. — 2 изд. — Т. 1: — М.: Воениздат, 1990. С. 293.
  • Маршалы Советского Союза: личные дела рассказывают. — М., 1996.
  • Егоршин В. А. Фельдмаршалы и маршалы. — М., 2000.
  • Лазарев Сергей Евгеньевич Превратности карьеры маршала И. Х. Баграмяна // Учёные записки Орловского государственного университета. 2011. № 1 (39). Гуманитарные и социальные науки. С. 37-44.
  • Карпов Владимир Васильевич. Маршал Баграмян: Мы много пережили в тиши после войны. — М., 2006.
  • Калинин Г. А. 2016 йыл 28 октябрь архивланған. «Что нам делать с Генералиссимусом Победы? 2016 йыл 1 апрель архивланған.»// На сайте kalininga.ru 2016 йыл 28 октябрь архивланған.
  • Герои Советского Союза. Краткий биографический словарь в двух томах — М.: Воениздат, 1987.

Һылтанмалар

үҙгәртергә