Ғаҡидә

Иман шарттары
(Аҡыда битенән йүнәлтелде)
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ғаҡидә (ғәр. عقيدة‎) — мосолман дине тәғлимәте, имандың асылыу формаһы, «инаныу символы». Ислам буйынса донъяға ҡараш; дини ҡараш. Диндең төп элементтары, йәғни иман нигеҙҙәре билдәләгән ҡағиҙәләр тупланмаһы.

Кеше, тормош һәм ғаләм тураһында, уларҙан алда булғанды һәм уларҙан һуң буласаҡтар тураһында, улар менән алдағылар араһындағы һәм улар менән аҙаҡ буласаҡтар араһындағы мөнәсәбәттәр тураһындағы киң фекер. Кешенең ниндәйҙер принциптарҙы үҙ итеүе, шул принциптар буйынса йәшәргә тырышыуы – был уның аҡидаһы. Уның холоҡ-фиғеленә йоғонто яһаған, уның теге йәки был күренешкә ҡарата фекерен билдәләгән ҡағиҙәләр тупланмаһы ла – был да уның аҡидаһы. Сөнки бөтөн фекерҙәр, уға эйә булған кешеләрҙең тормошона, йәшәү рәүешенә юл күрһәтә һәм кешенең донъяға ҡарашын билдәләй. Кеше бөтөн ваҡиғаларға шул күҙлектән ҡарай.

Күп кенә диндәрҙең билдәле нигеҙҙәрҙән барлыҡҡа килгән аҡидаһы булһа ла, ҡайһы берҙәрендә тулы аҡида төшөнсәһе юҡ. Дөрөҫ ғаҡидә (аҡида) — динде дөрөҫ итеп аңлау Аллаһҡа дөрөҫ итеп ышанып, йәшәү принциптарын бары тик Ҡөрьәндән һәм Сөннәттән алыу[1].

Этимологияһы

үҙгәртергә

«Ғаҡидә» («аҡида») һүҙе ғәрәп теленән туранан-тура «инаныу», «инаныу тәртибе» тип тәржемә ителә. Ғәрәпсә был термин «(ғ)әҡада» һүҙенән килеп сыҡҡан, йәғни «бәйләп ҡуйыу». Исламда был термин «йөрәгеңде нимәгәлер ныҡлап бәйләп ҡуйыу» мәғәнәһендә ҡулланыла[1].

Иман шарттары

үҙгәртергә

Сөнниҙәрҙең аҡидаһы имандың алты шартына нигеҙләнгән:

1. Аллаһы Тәғәләгә инаныу;

2. Аллаһтың фәрештәләренә инаныу;

3. Аллаһтың китаптарына инаныу;

4. Аллаһтың пәйғәмбәрҙәренә инаныу;

5. Ахирәт көнөнә инаныу;

6. Тәҡдиргә, йәғни яҡшылыҡ һәм яманлыҡ Аллаһы Тәғәләнән булыуына, үлгәндән һуң терелеү ҙә хаҡ икәнлегенә инаныу.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Ермаков Д. В. Акида // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 17—18.
  • Акида // А — Анкетирование. — М. : Большая российская энциклопедия, 2005. — С. 336. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 1). — ISBN 5-85270-329-X.
  • Али-заде, А. А. Акыда // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).