Ғәҡиҡә

(Аҡиҡә битенән йүнәлтелде)
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ғәҡиҡә (аҡиҡә) (ғәр. عقيقة‎ — ҡырҡыу) — бала тыуғас салына торған ҡорбан. Ҡорбан итеп ир балалар өсөн ике һарыҡ, ә ҡыҙ балаларға бер һарыҡ салына.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ғәҡиҡә һүҙе ғәрәпсәнән «ҡырҡыу» тип тәржемә ителә. Һүҙҙең мәғәнәһе һарыҡты ҡорбанға салғанда муйынын ҡырҡыу менән бәйле. Бала тыуыуға бағышлап салынған хайуандың үҙен дә "ғәҡиҡә" тип атайҙар. Ғәрәптәр йыш ҡына "ғәҡиҡә" тип яңы тыуған баланың алынған сәсен дә атай.

Ислам диненә тиклем мәжүси ғәрәптәр ғәҡиҡә ҡорбанын малай тыуғанда ғына салған, Исламға килгәс, йола үҙгәрә. Бер хәҙистә әйтелеүенсә ( Ғәйшә р.ғ. тапшырған), Мөхәммәт Пәйғәмбәр «ир бала тыуһа - ике һарыҡ , ҡыҙ бала тыуһа бер һарыҡ» салырға ҡушҡан булған[1]. Пәйғәмбәр үҙе һәр ейәне - Хәсән һәм Хөсәйен - тыуғандың етенсе көнөнә ҡорбан салған [2].

Ҡорбан салыу тәртибе

үҙгәртергә

Бала тыуғандың етенсе көнөнә, ғәҙәттә, ҡорбан салалар. Малай өсөн - ике һарыҡ, ҡыҙ бала өсөн - берәү. Ҡорбан малы сәләмәт булырға тейеш, күренеп торған физик етешһеҙлектәре булыу рөхсәт ителмәй. Әгәр ҙә ваҡытында салып булмаһа, балаһының балиғ булыу йәшенә еткәнсе башҡа ваҡытта ҡорбан сала ала[2].

Иттең бөр өлөшө мохтаж кешеләргә, ҡалғаны теләгән һәр кемгә, шул иҫәптән баланың ғаилә ағзаларына бирелә ала[2].

Хәнәфи мәҙһәбтә ғәҡиҡә мөбах һәм мәндүб булып тора, ҡалған 3 сөнни мәҙһәбтә — сөннәт [2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Али-заде, А. А. Акика (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
  • Ҡалып:ЭИ/2
  • Aubaile-Sallenave, Françoise. ʿAqīqa // Encyclopaedia of Islam, THREE. Brill Online
  • Уразбаева З.Ғ. Башҡортса дини һүҙлек. — Өфө. Матбуғат донъяһы, 2017.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә