Ахутин Михаил Никифорович

Михаил Никифорович Ахутин (24 декабрь 1898 [5 ғинуар 1899], Череповец — 5 март 1948, Мәскәү) — совет хәрби-ялан хирургияһы өлкәһендә белгес, медицина хеҙмәтенең генерал-лейтенанты. Медицина фәндәре докторы, профессор, СССР Медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты. СССР Медицина фәндәре академияһының эксперименталь һәм клиник хирургияһы институтының (хәҙер — А. В. Вишневский исемендәге хирургия институты) тәүге директоры.

Ахутин Михаил Никифорович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 24 декабрь 1898 (5 ғинуар 1899)
Тыуған урыны Череповец, Новгород губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 5 март 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (49 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө хирург
Эшмәкәрлек төрө военно-полевая хирургия[d]
Эш урыны Алыҫ Көнсығыш дәүләт медицина университеты
Уҡыу йорто С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Хәрби звание генерал[d]
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының егерме йыллығы» юбилей миҙалы орден Суворова II степени РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре

Биографияһы

үҙгәртергә
  Тышҡы һүрәттәр
  Доктор технических наук Ахутин Владимир Михайлович, М. Н. Ахутиндың улы
Файл:Могила генерал-лейтеаннта Михаила Ахутина.JPG
Мәскәүҙә Новодевичьем кладбище М. Н. Ахутиндың Новодевичье зыяратында ҡәбере

Михаил Никифорович Ахутин 1899 йылдың 5 ғинуарында (1898 йылдың 24 декабре) Череповец ҡалаһында земство уҡытыусыһы ғаиләһендә тыуған.

1916 йылда гимназияны алтын миҙал менән тамамлап, ул Хәрби-медицина академияһына уҡырға инә, уны 1920 йылда тамамлай[1] (академияны тамамлағандан һуң ун йыл дауамында профессор А. В. Оппель клиникаһында эшләй)[2]. Граждандар һуғышында ҡатнаша, 1919 йылда, Петроградты обороналау ваҡытында Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының яралыларҙы бәйләү отрядында хеҙмәт итә һәм тап ошонда беренсе тапҡыр хирургик операциялар башҡарыуҙа ҡатнаша. 1920—1923 йылдарҙа Хәрби-медицина академияһы адъюнкты.

1923 йылда медицина докторы[3], 1923—1925 — округ госпиталендә (Петроград-Ленинград) хирургия бүлеге начальнигы;

1932 йылдан — Хабаровск медицина институты профессоры, унда оператив хирургия кафедраһын етәкләй[2]. 1936 йылда — медицина фәндәре докторы.

1938 йылдың 31 июлендә М. Н. Ахутин Хәсән күле янында хәрби хәрәкәттәр районына килә[1] армия хирургы вазифаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. М. Н. Ахутин етәкселеге аҫтында Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының хәрби хеҙмәткәрҙәренә һәм яралыларға дивизия медицина посында консерваланған һәм яңы ҡан ебәреү яйға һалына, был уларҙың уңышлы һауығыуына булышлыҡ итә. Хәрби хәрәкәттәр тамамлананғандан һуң М. Н. Ахутин Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[4]. Хәсән күлендәге алыштар ваҡытында алынған яралыларҙы эвакуациялау һәм дауалау тәжрибәһе Бөтә Союз хирургтар съезында (Харьков, 1938 йылдың 26 декабрендә) «Хәсән күлендәге алыштар ваҡытындағы хирургик эштәр» докладында дөйөмләштерелә һәм тәҡдим ителә[5][6]. Ул 1938 йылда «Хирургическая работа у озера Хасан» монографияһын яҙа[7] (1939 йылда баҫылып сыға)[8].

1939 йылда М. Н. Ахутин Халхин-Гол йылғаһы янында һуғыштарҙа яралыларға хирургик ярҙам ойоштороусыларҙың береһе булараҡ ҡатнаша[2][1]. Ауыр ялан шарттарында РККА яралыларын этаплы дауалауҙың берҙәм системаһын уйлап сығара һәм ойоштора, шулай уҡ Монгол Халыҡ Республикаһы армияһы хеҙмәткәрҙәренә ҙур медицина ярҙамы күрһәтә. Көнөнә 15-18 сәғәт эшләп, табип-хирургтарҙы әҙерләүҙе камиллаштырыуға һәм квалификацияһын күтәреүгә ҙур иғтибар бүлә. Яраланған командирҙарҙың береһенә операция ваҡытында, көтөргә ваҡыт ҡалмағанда, яралыға үҙ ҡанын бирә[9].

1939 йылда Ҡыҙыл армияның Куйбышев Хәрби-медицина академияһының госпиталь хирургияһы кафедраһын етәкләй[2].

1939-1940 йылдарҙа Совет-фин һуғышында 8 армияның баш армия хирург — консультанты булараҡ ҡатнаша[2][1]. 1940 йылда ВКП(б) сафына инә[2][1][10].

1940—1941 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияның С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһының начальнигы була.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғандан һуң, 1941 йылдың авгусынан ғәмәлдәге армияла[3], башта Брянск артабан 2-се Балтик буйы, артабан 1-се Украина фронттарының баш хирургы[2][1].

1943 йылдың 21 апрелендә М. Н. Ахутинға «медицина хеҙмәтенең генерал-майоры» хәрби званиеһы бирелә.

1945 йылда Ҡыҙыл армияның баш хирургы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[1] (ысынында ауыр сирле Н. Н. Бурденко урынына Ҡораллы Көстәрҙең баш хирургы бурысын башҡара).

1945 йылдан башлап — СССР Медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты[2].

1945 йылдың 27 июнендә М. Н. Ахутинға «медицина хеҙмәтенең генерал-лейтенанты» хәрби званиеһы бирелә.

Фәнни эшмәкәрлеге һәм клиник практикаһы

үҙгәртергә

М. Н. Ахутин 70-тән ашыу фәнни хеҙмәттәр авторы булып тора, шуларҙың 40-ы хәрби-ялан хирургияһына ҡағыла һәм ғәмәлдәге армияла хирургик эш тәжрибәһенә, төрлө хәрби йәрәхәттәрҙе (күкрәк ситлегенең, магистраль ҡан тамырҙарының, эре быуындарҙың) дауалауға, шулай уҡ транспорт иммобилизацияһы мәсьәләләренә, яра инфекцияһы һәм башҡа хирургик проблемаларға бағышлаған[2].

Хатта һуғыш йылдарында, М. Н. Ахутин хирургик эш һөҙөмтәләрен фәнни ҡараштан баһалап һәм уны камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр биреп өлгөрә. Уның етәкселегендә госпиталь табиптары тарафынан 4 докторлыҡ һәм 3 кандидатлыҡ диссертациялары әҙерләнгән һәм яҡланған[11]

Һайланма хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Ахутин М. Н. Зобная болезнь на Амуре. Хабаровск, 1937.
  • Ахутин М. Н. Хирурги Приморской армии на поле боя // Красная звезда. — 1938, 3 сент. — № 203 (4053). — С. 3.
  • Боевой опыт хирургов Красной армии // Красная звезда. — 1938, 28 дек. — № 297 (4147).
  • Ахутин М. Лечение открытых переломов // Известия. — 1938, 29 дек. — № 301 (6768). — С. 3.
  • Ахутин М. Н. Чему учит опыт боёв у Хасана // Санитарная оборона. — 1939 — № 4
  • Ахутин М. Н. Хирургическая работа во время боев у озера Хасан. — М. Медгиз, 1939.
  • Ахутин М. Н. Хирургический опыт двух боевых операций. — Куйбышев, 1940.
  • Ахутин М. Н. Острые инфекционные дистрептококковые серозиты. М.; Л., Медгиз, 1940—105 стр.
  • Ахутин М. Н. Неразрешённые вопросы военно-полевой хирургии // Советский врачебный журнал. — 1941. — № 2.
  • Ахутин М. Н. Военно-полевая хирургия. — М., Медгиз, 1941—300 стр.
  • Военно-полевая хирургия (учебник). — М., Медгиз, 1942—413 стр., илл..
  • Огнестрельные повреждения кровеносных сосудов шеи / М. Н. Никитин; авт. предисл. М. Н. Ахутин. Львов, 1946 — 75 стр., илл.

Дәүләт наградалары

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 Ахутин Михаил Никифорович // Великая Отечественная война 1941—1945. Энциклопедия. / редколл., гл. ред. М. М. Козлов. М., «Советская энциклопедия», 1985. стр.72
  2. 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 2,12 2,13 Ахутин Михаил Никифорович // Большая медицинская энциклопедия / редколл., гл. ред. Б. В. Петровский. — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1975. — Т. 2. — С. 403.
  3. 3,0 3,1 Ахутин Михаил Никифорович 2014 йыл 6 октябрь архивланған. на сайте «Люди Петербурга»
  4. В. И. Ежаков. Герои Хасана. М. Воениздат, 1969. стр.85-86
  5. Лясс А. Открылся Всесоюзный с’езд хирургов // Известия. — 1938, 26 дек. — № 298 (6765). — С. 1.
  6. Левит В. На Всесоюзном с’езде хирургов // Известия. — 1938, 27 дек. — № 299 (6766). — С. 1.
  7. В. В. Кованов. Призвание (воспоминания). — 2-е изд., доп. — М.: Политиздат, 1973. — С. 182.
  8. В. Корнеев. Использовать опыт санитарного обеспечения боевых операций // «Военный вестник», № 6, 1939. стр.76-78
  9. Жуков Г. К. Воспоминания и размышления. — М.: изд-во АПН, 1971. — С. 166.
  10. Будко А. А., Журавлев Д. А. Медицинское обеспечение Красной Армии в советско-финляндской войне 1939—1940 гг. // Военно-исторический журнал. — 2005. — № 4. — С.62-65.
  11. Институт хирургии имени А. В. Вишневского. Страницы истории. Книга I / Пред. редакционного совета В. Д. Фёдоров. — М.: Ин-т хирургии им. А. В. Вишневского, 2005. — 232 с.: ил. — Стр. 41—44. — ISBN 5-7736-0055-2
  12. «по окончании Берлинской операции многие генералы и офицеры медслужбы, сестры, санитарки и санитары были награждены орденами и медалями, а начальник медицинского управления фронта генерал-лейтенант медицинской службы Н. П. Устинов и главный хирург фронта генерал-майор медицинской службы М. Н. Ахутин удостоились ордена Суворова»
    Конев И. С. Сорок пятый. — М.: Воениздат, 1970. — С. 258—259.
  13. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О награждении орденами и медалями СССР командного, начальствующего состава, красноармейцев Рабоче-Крестьянской Красной Армии, членов семей комначсостава, работников госпиталей и торгового флота» // Известия. — 1938, 28 окт. — № 252 (6719). — С. 2-4.

Әҙәбиәт һәм сығанаҡтар

үҙгәртергә