Алыҫ Көнсығыш дәүләт медицина университеты

Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты

Алыҫ Көнсығыш Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ орденлы дәүләт медицина университеты — Хабаровск ҡалаһындағы юғары медицина уҡыу йорто. 1929 йылда төҙөлә.

Алыҫ Көнсығыш дәүләт медицина университеты
Нигеҙләү датаһы 7 декабрь 1929
Рәсем
Рәсми атамаһы Дальневосточный медицинский университет, Хабаровский медицинский институт һәм Дальневосточный медицинский институт
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Хабаровск
Урын Хабаровск
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы[1]
Рәсми сайт fesmu.ru
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Дальневосточного государственного медицинского университета[d]
Карта
 Алыҫ Көнсығыш дәүләт медицина университеты Викимилектә

Совет власының тәүге йылдарында медицина кадрҙары етешмәү Алыҫ Көнсығышта һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүҙе тотҡарлай. СССР университеттарындағы аҙ һанлы медицина факультеттары илдең төпкөл райондарын табиптар кадрҙары менән тәьмин итә алмай. Алыҫ Көнсығыш (Хабаровск ҡалаһы,1939 й. алып) дәүләт медицина институты РСФСР халыҡ комиссарҙары Советының 1929 йылдың 24 майындағы 65-се ҡарары нигеҙендә булдырыла. Был ҡарарға ярашлы крайҙың башҡарма комитеты Президиумы 1929 йылдың 7 декабрендә Хабаровск ҡалаһында юғары уҡыу йорттары төҙөү, шул иҫәптән медицина институты асыу тураһында ҡарар сығара. Институт элекке В. И. Ленин исемендәге урта мәктәптең ике ҡатлы бинаһында урынлаша, унда революцияға тиклем ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы була (хәҙер икенсе уҡыу корпусы). Өҫкө ҡат ятаҡ итеп бирелә. 1935 йылға тағы 2 ҡат өҫтәп төҙөлә, бина дүрт ҡатлы була. 1930 йылдың 2 октябрендә 106 беренсе курс студенты өсөн уҡыуҙар башлана. Беренсе осорҙа күп ауырлыҡтар осрай.

1931 йылда институт янында эшселәр факультеты (рабфак) ойошторола. 1932 йылда Артём ҡалаһында уның бүлеге асыла. Эшселәр факультетында урта белеме булмаған буласаҡ студенттарҙы юғары уҡыу йортона әҙерләү тормошҡа ашырыла. Был әҙерлек факультеты 1938 йылға тиклем йәшәй. 1932 йылда ситтән тороп уҡыу бүлеге асыла, һуңынан ул киске бүлеккә үҙгәртелә. Киске бүлек 1935 йылға тиклем эшләй. Киске бүлек тағы ла ике тапҡыр асыла (1965—1976 йылдарҙа 5 сығарылыш; 1982—1990 йылдарҙа — 2 сығарылыш). Юғары уҡыу йорто эшләй башлаған тәүге йылдарҙа кәрәкле ҡорамалдар, уҡыу әсбаптары етешмәй, уҡыу залы булмай. Клиника өсөн 150 койкалы край дауаханаһы, 50 койкалыҡ тимер юл дауаханаһы, 75 койкалыҡ психиатрия дауаханаһы, 150 койкалыҡ хәрби округ госпитале база булып хеҙмәт итә. Бер клиника базаһында ғәҙәттә бер нисә кафедра эшләй. Әммә барлыҡ ҡыйынлыҡтарҙы уңышлы еңеп сығыла. 1935 йылда инде институтта 23 кафедра эшләй, студенттар һаны 500-ҙән артып китә. Шул уҡ йылда тәүге сығарылыш була, 70 кешегә диплом тапшырыла. 1930 йылда юғары уҡыу йортона уҡырға ингән ҡалған 36 студент 3-сө курсты тамамлап урта медицина хеҙмәткәре дипломы ала.

2010-сы йылдарҙа Алыҫ Көнсығыш дәүләт медицина университеты бер факультетҡа 200-гә яҡын абитуриентты ҡабул итә. Университет квалификациялы хеҙмәткәрҙәр штатына эйә. Улар үҙҙәренең белемен һәм тәжрибәләрен буласаҡ табиптарҙың йәш быуынына тапшыралар. Әлеге ваҡытта студенттар ҡарамағында 3 ятаҡ бар.

Факультеттары

үҙгәртергә

— Дауалау факультеты

— Педиатрия факультеты

— Стоматология факультеты

— Медик-гуманитар факультеты

— Фармацевтика факультеты[2]

— Урта махсус белем биреү бүлеге менән юғары белемле сестралар факультеты

— Белгестәрҙе профессиональ ҡайтанан әҙерләү һәм квалификацияһын күтәреү факультеты

— Юғары белемгә тиклемге белем биреү факультетында белем довузовский

— Медицина-фармацевтика колледжы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  2. В 1980-е — 1990-е годы фармацевтический факультет выходил из состава Хабаровского государственного медицинского института, существовал самостоятельный Хабаровский государственный фармацевтический институт.

Һылтанмалар

үҙгәртергә