Һамар хәрби-медицина институты
Һамар хәрби-медицина институты — СССР һәм РФ Ҡораллы Көстәре медицина хеҙмәтенең офицер табип кадрҙарын әҙерләүсе һөнәри белем биреү юғары хәрби уҡыу йорто. Асылған 1939 йылда Куйбышев медицина институтын Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы Куйбышев хәрби-медицина академияһы итеп үҙгәртеп ҡороу юлы менән булдырыла. 2010 йылда оборона министры А. Э. Сердюковтың бойороғо менән тарҡатылған.
Һамар хәрби-медицина институты | |
Рәсми атамаһы | Куйбышевская военно-медицинская академия РККА һәм Куйбышаўская ваенна-медыцынская акадэмія РСЧА |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Һамар |
Һамар хәрби-медицина институты Викимилектә |
Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы Куйбышев хәрби-медицина академияһы
үҙгәртергәҺамар хәрби-медицина институты 1939 йылда СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы 1939 йылдың 1 февраль ҡарары һәм СССР Оборона Халыҡ комиссариатының 1939 йылдың 3 апрель 035-се бойороғо менән Куйбышев медицина институты базаһында РККА-ның базаһында дөйөм һаны 1500 тыңлаусынан торған Куйбышев хәрби-медицина академияһы ойошторола[1][2]. Кафедра начальниктары һәм уҡытыусылар итеп күренекле ғалимдар, РККА-ның Хәрби-санитар хеҙмәтен ойоштороусылар һ. б. һәм белгестәр: М. А. Ахутин, В. Н. Архангельский, А. Я. Барабанов, А. С. Георгиевский, Т. Е. Болдырев, А. И. Старунин һәм башҡалар тәғәйенләнә. Академияны ойоштороуҙа хәрби һаулыҡ һаҡлау үҫешенә күп өлөш индергән билдәле ғалимдар А. И. Клюсс, А. Н. Беркутов, С. И. Банайтис, Н. И. Завалишин һәм башҡа күптәр булышлыҡ итте. Академияла уҡыуҙар 1939 йылдың 1 сентябрендә башланды. Йыл аҙағына 1939 йыл аҙағында — 1940 йыл башында 5 курстың 300 тыңлаусыһы һәм академия уҡытыусылары ғәмәлдәге армия сафтарына Совет-фин фронтына оҙатыла. Яуҙа күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн 9 уҡытыусы һәм тыңлаусы орден-миҙалдар менән бүләкләнде.
1940 йылдың 1 сентябренән Куйбышев хәрби-медицина академияһы СССР Оборона комиссарының 1940 йылдың 24 август 0195-се фарманы менән Ҡыҙыл армия Санитар идаралығы начальнигына буйһондорола.
1941 йылдың 23 июнендә 5-се курстың 200 тыңлаусыһы Көнбайыш һәм Көньяҡ-Көнбайыш фронттарына табип итеп, ә ҡалғандары — Һауа-десант ғәскәрҙәренә комплектлана һәм Советы ҡарамағында Хәрби һәм Айырым Алыҫ Көнсығыш хәрби округы ҡарамағына билдәләнә. 1941 йылдың август-октябрендә, шулай уҡ 1942 йылдың мартында һәм сентябрендә сираттағы табиптар уҡытып сығарыла[3][4].
1942 йылдың октябрендә Куйбышев хәрби-медицина академияһы тарҡатыла (НКО-ның 1942 йылдың 28 сентябре 0660-сы бойороғо) һәм граждан медицина юғары уҡыу йорто итеп үҙгәртелә. Хәрби-медицина профилендәге кафедралар Ҡыҙыл Армияның С. М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһы менән Сәмәрҡәнд ҡалаһына күсерелә. Академияның шәхси составы, шул иҫәптән уның начальнигы, медицина хеҙмәте генерал-майор В. И. Вилесов уҡыу майҙанын Сәмәрҡәнд медицина институты базаһында йәйелдерергә тейеш була. Куйбышев медицина институтының директоры итеп медицина хеҙмәте полковнигы доцент В. И. Савельев тәғәйенләнә. РККА Куйбышев медицина академияһы үҙ йәшәйеше осоронда хәрби табиптарҙың 6 сығарылышын бирә (1793 тамамлаусы)[5][6]. Академияның элекке кафедра начальниктары— медицина хеҙмәте генерал-лейтенант М. Н. Ахутин (күп кенә фронттарҙың баш хирургы), И. А. Клюсс (3-сө Украина фронты хәрби-санитар хеҙмәте начальнигы), академияның элекке уҡытыусыһымедицина хеҙмәте генерал-лейтенанты А. Я. Барабанов (1-се Белоруссия фронты хәрби-санитар хеҙмәте начальнигы) — полководец ордендары менән бүләкләнде. Академияның 70%-тан ашыу тамамлаусыһы һуғыш йылдарында СССР ордендарына лайыҡ булды. Академияның күп тамамлаусылары, Тыуған илде һаҡлау буйынса изге бурысын үтәп, уның өсөн үҙ ғүмерҙәрен бирҙе. Уларҙың исемдәре институттың иҫтәлекле таҡтаташына индерелде.
СССР Министрҙар оборонаһы ҡарамағындағы Куйбышев хәрби-медицина факультеты
үҙгәртергә1951 йылда ойошторолған Куйбышев хәрби-медицина факультеты 1958 йылға тиклем хәрби табиптар әҙерләне. Ошо 7 сығарылыш эсендә 1500-ҙән хәрби табип әҙерләнә. Уларҙың 22-һе факультетты алтын миҙал менән тамамланы. Ошо осорҙа факультетты тамамлаусылар араһынан күпселеге хәрби-медицина хеҙмәтенең күренекле етәкселәре һәм ғалимдар булып танылды: медицина хеҙмәте генерал майоры Н. Н. Каменсков, П. П. Коротких, А. А. Курыгин, О. И. Никонов, Ю. Г. Шапошников. 1958 йылда илдең башҡа хәрби-медицина факультеттары кеүек, факультет тарҡатыла[7].
Куйбышев медицина институты СССР Оборона министрлығы (Һамар дәүләт медицина университеты РФ Оборона министрлығы) ҡарамағындағы хәрби-медицина факультеты
үҙгәртергәСССР Министрҙар Советының 1964 йылдың 30 декабре ҡараына ярашлы, Д. И. Ульянов исемендәге Куйбышев медицина институты ҡарамағында 400 тыңлаусынан торған Хәрби-медицина факультеты булдырыла. Факультет начальнигы итеп медицина хеҙмәте полковнигы Г. Д. Невмержицкий тәғәйенләнә, ул 1980 йылға тиклем факультет менән етәкселек итә. 1976 йылдан тыңлаусылар һаны 1040 кеше тип билдәләнә. 1983 йылда адъюнктура, ординатура, офицер курстары (табибтарҙың белемен камиллаштырыу курстары) индерелә. 1985 йылдан табип-стоматологтар әҙерләнә. 1990 йылдан 1998 йылға тиклем факультет тыңлаусылары сифатында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡабул ителә. 1994 йылдан тыңлаусылар өсөн табип-белгестәр әҙерләүҙә интернатура үтеүҙе күҙ уңында тотҡан өс йыллыҡ уҡыу индерелә.
Рәсәй Федерацияһы оборона министрлығының Һамар хәрби-медицина институты
үҙгәртергәРФ Хөкүмәтенең 1998 йылдың 29 авгусы 1009-сы ҡарарына[8][9], РФ Оборона министрының 1998 йылдың 16 сентябре 417-се бойороғона, РФ Ҡораллы Көстәренең Баш штабының 1999 йылғы Директиваһына ярашлы, Һамар дәүләт медицина университеты ҡарамағындағы Хәрби-медицина факультеты базаһында РФ Оборона министрлығы[10][11] ҡарамағында Һамар хәрби-медицина институты булдырыла.
Уҡыу йортоноң медицина үҫешенә индергән өлөшө һәм билдәле тамамлаусылары
үҙгәртергәД. И. Ульянов исемендәге Куйбышев медицина институты ҡарамағында Хәрби-медицина факультеты һәм Һамар дәүләт медицина университеты ҡарамағында хәрби-медицина факультеты эшләүе осоронда, 1965 йылдан 2006 йылға тиклем, 41 сығарылыш булып, дөйөм һаны 13000-дән ашыу табип әҙерләнгән. Шуларҙың 94-е юғары уҡыу йортон алтын миҙал менән тамамлай. Сығарылыш уҡыусылары араһында хәрби-медицина хеҙмәтенең күренекле ойоштороусылары (2007 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 19 тамамлаусы медицина хеҙмәте генералы), ғалимдар булып киттеләр, шул иҫәптән начальнигы ГВМ Рәсәй оборона министрлығы ГВМУ начальнигы медицина хеҙмәте генерал-лейтенанты В. В. Шаппо (2007—2009), Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты профессор медицина хеҙмәте генерал-полковнигы И. М. Чиж (1993—2004), РВСН медицина хеҙмәте начальнигы медицина хеҙмәтенең генерал-майоры В. А. Линок (директоры итеп тәғәйенләнә 2010 йылдың октябрендә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының тергеҙеү медицинаһы һәм курортологияһы Фәнни үҙәге директоры итеп тәғәйенләнде), профессор, медицина хеҙмәте генерал-лейтенанты П. О. Вязицкий, профессор, медицина хеҙмәте генерал-майоры В. Б. Корбут, медицина хеҙмәте генерал-майоры Н. Н. Каменсков, П. П. Коротких, А. А. Курыгин, О. И. Никонов, Ю. Г. Шапошников, Рәсәй Федерацияһы Геройы медицина хеҙмәте генерал-майоры А. А. Махлай, медицина хеҙмәте генерал-майоры медицина фәндәре докторы 2010 йыл ахырына тиклем институт начальнигы С. Ф. Усик һ. б. Институт хеҙмәткәрҙәре Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәре барышында медицина ярҙамы күрһәтте, 4 офицер Чернобыль аварияһы эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашты, 50-нән ашыу офицер хеҙмәт итәсәк «ҡыҙыу нөктәләр»ҙә тыныслыҡ урынлаштырыусы көстәр составында һәм Төньяҡ Кавказ төбәгендә яралыларҙы һәм ауырыуҙарҙы дауалауҙа ҡатнашты. Институтты ике тамамлаусы Төньяҡ Кавказда терроризмға ҡаршы операция барышында һәләк булды, уларға үлгәндән һуң Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелде: медицина хеҙмәте подполковнигы П. М. Захарчук — Рәсәй Эске эштәр министрлығының Эске ғәскәрҙәре Көнсығыш округының медицина хеҙмәте начальнигы; медицина хеҙмәте капитаны С. И. Косачёв — медицина пункты начальнигы — махсус тәғәйенләнешле отрядтың медицина хеҙмәте начальнигы. Бынан тыш, һаулыҡ һаҡлау практикаһына вирус инфекцияларына ҡаршы вакцина эшләп индергән отстакалағы медицина хеҙмәте генерал-майоры А. А. Махлай Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә лайыҡ булды.
Һамар хәрби-медицина институтында түбәндәге һөнәрҙәр: дауалау эше, медицина-профилактика эше, стоматология[12] буйынса әҙерләгәндәр. Дипломға тиклемге әҙерлек факультеттары (тыңлаусылар граждан медицина уҡыу йорттарының 4 курсынан һуң һәм «стоматология» һөнәре буйынса 3 курстан һуң ҡабул ителгән) һәм дипломдан һуң өҫтәмә белем биреү (интернатура, ординатура, табиптарҙың специализация курстары, табиптарҙың белемен камиллаштырыу, табиптарҙы яңынан әҙерләү, адъюнктура) факультеттары булған. «Хәрби медик» гәзите сығарылған. Институт тыңлаусылары (институт барлыҡҡа килгәнгә тиклем —факультет тыңлаусылары) Һамар (Куйбышев) ҡалаһында хәрби парадтарҙа ҡатнашҡан[13].
Реформаһы һәм тарҡатылыуы
үҙгәртергә2008 йылда РФ хөкүмәте ҡарары нигеҙендә[14][15] институт С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы филиалы итеп үҙгәртелә.
2010 йылдан А. Э. Серддюков оборона министры булған осорҙа РФ Ҡораллы Көстәре реформаһы барышында Һамар хәрби-медицина институты тарҡатыла (шул уҡ ваҡытта Томск хәрби-медицина институты һәм Һарытау хәрби-медицина институты[16][17] ла тарҡатыла).
Институт таҡатылғандан һуң, бинаны РФ Оборона министрлығының Һамар өлкәһе буйынса финанс тәьмин итеү идаралығы биләй.[18]
Һөнәрҙәре
үҙгәртергә- медицина-профилактика эше (эпидемиология, гигиена, микробиология)
- дауалау эше (терапия, хирургия, дөйөм практика табиптары)
- стоматология (стоматолог)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Главное военно-медицинское управление Министерства обороны Российской Федерации
- Военно-медицинская академия имени С. М. Кирова
- Институт усовершенствования врачей МО РФ
- Саратовский военно-медицинский институт
- Томский военно-медицинский институт
- Самарский государственный медицинский университет
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ «Кузница военврачей. Военно-медицинскому образованию в Самаре — 70 лет» 2016 йыл 4 март архивланған., статья в центральной газете МО РФ «Красная Звезда» от 22.05.2009 г. Профессор Александр КУЛИДЖАНОВ, Вадим КОЖУХОВСКИЙ.
- ↑ КУЙБЫШЕВСКАЯ ВОЕННО-МЕДИЦИНСКАЯ АКАДЕМИЯ, Центральный государственный архив Советской армии/Фонд: 37386/Дело: 134.
- ↑ СамВМИ, Информационный портал ACADEMICA.RU.
- ↑ Самарский военно-медицинский институт, Совинформбюро. Военно-информационный портал.
- ↑ Военно-медицинская академия 2016 йыл 4 март архивланған., Санкт-Петербург. Петроград. Ленинград: Энциклопедический справочник. — М.: Большая Российская Энциклопедия Ред. коллегия: Белова Л. Н., Булдаков Г. Н., Дегтярев А. Я. и др. 1992.
- ↑ Раздел «История», Официальный сайт Самарского государственного медицинского университета.
- ↑ Факультеты военные: военно-медицинские факультеты // Военный энциклопедический словарь / В 2 томах. Том 2. — Редкол.: А. П. Горкин, В. А. Золотарев, В. М. Карев и др. — М.: Большая Российская энциклопедия, «РИППОЛ КЛАССИК», 2001 г. 816 с. C. 694. ISBN 5-7905-0996-7
- ↑ Постановление Правительства Российской Федерации от 29 августа 1998 г. № 1009 «О военных образовательных учреждениях профессионального образования Минобороны РФ»
- ↑ Устаревший или неподдерживаемый веб-обозреватель
- ↑ Самарский военно-медицинский институт, Информационный портал о высшем и дополнительном образовании в России ACADEMICA.RU.
- ↑ Самарский военно-медицинский институт (Клиники/госпиталь) 2014 йыл 25 апрель архивланған., «Академ-Клиник» — информационный новостной медицинский портал.
- ↑ «ПРОФЕССИЯ — ЗАЩИТНИК РОССИИ. Приглашают военно-учебные заведения Министерства обороны РФ» 2016 йыл 22 ғинуар архивланған., статья о наборе в ВВУЗы Минобороны России в центральной газете Минобороны России «Красная Звезда» от 18.05.2002 г.
- ↑ «Военный парад в Самаре», статья в Региональном информационном агентстве «Самара», Павел Щербаков, Иван Тимофеев, 09.05.2007 г.
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 24 декабря 2008 г. № 1951-р «О создании и реорганизации государственных военных образовательных учреждений высшего профессионального образования»
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 11 ноября 2009 г. № 1695-р «О создании филиалов федеральных государственных образовательных учреждений высшего профессионального образования, находящихся в ведении Минобороны РФ»
- ↑ «Самарский военно-медицинский институт больше не принимает абитуриентов», статья в Региональном информационном агентстве «Самара», Николай Чеботарёв, 16.06.2009 г.
- ↑ «Обреченный бунт „зеленых человечков“. Ученикам Пирогова и Бурденко говорят — прощайте», статья в газете «Аргументы недели» № 45 (235) от 18.11.2010 г., Александр Чуйков.
- ↑ Самара, ул. Пионерская, 22